М.Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-конференция
план-конспект занятия на тему
Был әҫәр кластан тыш өйрәнелә.Дәрес өлгөһөндә әҫәргә тулы анализ, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү өсөн һорауҙар һәм яҡынса яуаптар бар.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
razrabotka_yarlykau.docx | 29.73 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса дәрес-конференция.
Максат: “Ярлыҡау” повесының идея-проблематикаһын асыҡлау; яҙыусының Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ҡайтыуын,әҙиптең әхлаҡ, иман, йәшәргә хаҡлылыҡ, бәхет, мөхәббәт проблемаларын сәнғәтсә формалаштырыуын асыҡлау;образдарға ҡылыҡһырлама биреү,конкрет ситуацияларға төшөнөү ; үҙ фекереңде башҡаларға еткерә белергә өйрәтеү;уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ,шәфҡәтлелек һымаҡ әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:М.Кәримдең портреты, китаптары,повестың тулы тексы,магнитофон, компьютер,презентация.
Дәрестең эпиграфы: Һуғыш...Һуғыш...Яҙмыштарҙы һыҙған,хыялдарҙы боҙған ҡаза был,кешеләрҙең үҙе уйлап тапҡан,үҙ-үҙенә биргән яза был...
Рәдиф Тимершин
Дәрес барышы:
Эпиграфты уҡытыу.
Уҡытыусы.
-Ошо юлдарҙан нимәне күҙалларға була? (Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.)
Инеш һүҙ.
-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрес-конференциябыҙҙы Мостай Кәримдең үҙе тураһында бер-нисә һүҙ әйтеп башлаһым килә.Мостай Кәрим-бөйөк башҡорт шағиры,яҙыусы,драматург,публицист,яугир,Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры,күренекле йәмәғәт эшмәкәре.Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим-донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән.Ил өсөн ауыр һыналыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы.Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны.Һәр кем өсөн туғандай яҡын кеше булды.Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы,таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады- башҡорт әҙәбиәтенең ХХ быуаттың 40-сы йылдарынан алып хәҙергәсә йылдам үҫешен иң көслө сағылдырған һәм милли художестволы ҡаҙаныштары кимәлен билдәләшкән юғары һүҙ сәнғәте ул.Ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматов иһә Мостай Кәримде башҡорт халҡының хәҙерге художестволы фекерләү юғарылығын һынландырған әҙип тә тигәйне.Халыҡ шағиры поэзияһының,драматургияһының һәм проза әҫәрҙәренең күркәм өлгөләре әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә.Уларҙа халыҡтың тупланған әҙәп-әхлаҡ, эстетик, рухи тәжрибәләре ижади үҙләштерелеп ,яңыса , заманса балҡыш ала.Мостай Кәримдең шиғыр һәм поэмаларында, хикәйә һәм повестарында , сәхнә әҫәрҙәрендә үткәндең һәм хәҙергенең , халыҡ һәм ил тормошоноң драматик ваҡиғалар , тетрәнеүҙәр һәм фажиғәләр, еңеү һәм еңелеүҙәр, ҡайғы һәм шатлыҡтар менән тулы күренештәренең күп яҡлы һүрәтләнешен , кеше рухи донъяһының сәнғәтсә тәрән тасуирланыуын күрергә мөмкин.
-Күренекле әҙипкә 2014 йылда 95 йәш тулыр ине .Илебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең йөрәге 2005 йылдың 21 сентябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң тибеүҙән туҡтай.
-Әйҙәгеҙ Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына байҡау яһайыҡ.(Уҡыусыларҙың сығышы, улар һөйләгәндә слайдтар күрһәтеү.)
Уҡытыусы.
-Бөйөк Ватан һуғышы темаһына бик күп әҫәрҙәр яҙылған,әммә һуғыш һәм һуғыштағы кеше темаһы бер ҡасан да актуаллеген юғалтмай, сөнки һуғыш афәте бөтә йорттарға , бөтә ғаиләләргә лә ҡағылған, тип әйтһәк тә ялғыш булмаҫ.Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын өсөн үҙенең ғүмерен аямағандарҙы беҙ оноторға тейеш түгел.Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ!
-Бына был турала үҙе нимә ти Мостай Кәрим.
Уҡыусы: “ Был кешеләр телгә алынырға ла, хәтерҙә һаҡланырға ла лайыҡлы.Ә бит улар тураһында минән башҡа һис кем белмәй. Яуап минең өҫтә.Берәүҙәр , ҙур һуғыштың бөтмәҫ- төкәнмәҫ михнәттәрен күрмәй, тәүге бәрелештә үк ятып ҡала; икенселәр,һалҡындарҙа туңып ,яуындарҙа күшегеп , эҫеләрҙә һыуһап, сират күперен ете ҡат үтеп , ете ҡат әжәлде алдап һуңғы еңеүҙең тауына килеп етә.Ошо тауҙың түбәһенә менеп баҫам тигәндә генә , йылдар буйы уны һағалап-аулап йөрөгән бәләкәс кенә тимер йәки ҡурғаш киҫәге йөрәгенә килеп тейә.Йәрәхәттән ҡан атылып сыға .Ул ауа.Һуғышта иң аяныслы үлем –бына ошо ике үлем.Беренселәр,танһығы ҡанғансы һуғышып , дошмандан үс алырға өлгөрмәй ҡала.Икенселәр,үҙҙәре бар ҡылған еңеүҙең тәүге минутында , ерҙә аунап ,туйғансы иларға, күкрәк ҡапҡасы сатнарҙай тулышып, ҡыуанырға өлгөрмәй ҡала.”( М.Кәрим “Ярлыҡау”.)
Уҡытыусы.
-Ни өсөн 40 йылдан һуң Мостай Кәрим һуғыш темаһына әйләнеп ҡайта?
Яҡынса яуап: Белеүебеҙсә ,Мостай Кәрим үҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.Ошоға оҡшаш ваҡиға уның часында була.1942 йылдың яҙында,һөжүм башланыр алдынан,трибунал ҡарары буйынса йәш кенә егетте ,юҡ булып торған өсөн, дезертирлыҡта ғәйепләп атып үлтерәләр.Повестағы төп фекер оҙаҡ йылдар яҙыусыны эҙәрлекләй.Йоҡоһоҙ төндәр, ауыр уйҙар... Ошо фажиғәле ваҡиғаны онота алмай Мостай Кәрим.
-Ә хәҙер фекер алышыуға күсәйек һәм ҡуйылған һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.
-Әҫәр “Ярлыҡау” тип атала.Был һүҙҙең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?
(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңланғандан һуң, экранда һүҙлек эшен асыу.)
Әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләтеү.
-Был повесть кем йәки нимә тураһында?
Яҡынса яуаптар: Был әҫәр –тормош менән бәхәс.Һуғыш законы ла үҙ хоҡуғын ,кешелек тә бәхетле,мөхәббәтле, йәшәргә хоҡуҡлы булыуын яҡлау бәхәсе.
-Ниндәй кеше ул Зух? Һәйбәт кеше тип әйтә алабыҙмы,ул бит постовойҙы алдап ,уставты боҙа?
(Ҡылыҡһырлама биреү,яуаптар)
-Зухты Мария Тереза янына барырға нимә этәрә?
Яҡынса яуаптар.: Был аҙымға уны мөхәббәт этәрә.Ярһыу,йүгәнһеҙ мөхәббәт.Мөхәббәт- һуҡыр тиҙәр,бәлки уның ҙур тойғонан башы әйләнгәндер һәм уставты боҙам тип уйламағандыр.Егеттең һөйгәне менән күрешеү теләгенән дә мөһимерәк бер әйбер ҙә булмаған ул мәлдә.
-Нисек уйлайһығыҙ,уның ғәйебе енәйәтме? (Төрлө яуаптар тыңланыла).
Яҡынса яуап: Эйе,Зух-һалдат, әммә ул тере кеше,уға ни бары 20 йәш.Беҙ уны дезертир тип әйтә алмайбыҙ.Дезертир –һуғыш яланын ҡурҡып ташлап ҡасыусы була.Егет йәшлеге менән, бәлки, моңһоҙ, уйлап эш итмәй торғандарҙан.
Уҡытыусы.
-Әҫәрҙе анализлауҙы артабан дауам итәбеҙ.
-Ә бәлки был фажиғәлә Мария Тереза ғәйеплелер?Әгәр теге ваҡытта ул Любомирға алма ырғытмаһа, улар танышмаҫтар, бер-береһен белмәҫтәр ине,егет тә был хәлгә тарымаҫ ине.
Яҡынса яуап: Мария Тереза Бережная- испан ҡыҙы.Любомир Зух менән осрашҡансы яҙмыш уға ҙур һынауҙар ҡуя.Ҡыҙ ике тапҡыр йәтим ҡала.Ике илдең һыҙланыуын үҙенең йөрәге аша үткәрә.17 йәшлек ҡыҙ һөйөргә,һөйөлөргә хоҡуҡлы.Шуга күрә лә уны беҙ ғәйепле тип әйтә алмайбыҙ.Мария Тереза образы -шартлы образ.Повестың аҙағында ул “ ирей”, билгеһеҙлеккә йүнәлә.Яңынан кешеләргә теләһә ҡайһы ваҡытта әйләнеп ҡайтыр өсөн,сөнки мөхәббәт –мәңгелек.
-Повестағы ниндәй эпизодтар һеҙгә тәьҫир итте һәм ни өсөн?( Яуаптар.)
- Казарян ҡарары менән килешәһегеҙме? Уның урынында һеҙ нимә эшләр инегеҙ?
Яҡынса яуап: Казарян- намыҫлы кеше,тәртипте өҫтөн күрә, шуға күрә лә эште прокуратураға ебәрә.Йөрәге менән Зухтың ғәйепһеҙ икәнен аңлаһа ла, Зухтың үтенесен тыңламай,һуңынан үкенә ,намыҫы тыңғы бирмәй.Ул һуғыш заманының шәфҡәтһеҙ законына һылтана.Капитан был канонды ашатлап үтә ала ине,әммә хәрби осор уставын боҙа алмай.
-Буренкиндың “ ...Милкемә ҙур зыян килтереп киткән ғәскәр кешеһенә яза юллайым” тип әйтеүен нисек баһалайһығыҙ? ( Яуаптар.)
-Буренкинды “Мәрхәмәт кәрәк! Ярлыҡау кәрәк! Хата- енәйәт түгел! Йолоу кәрәк” тип мөрәжәғәт итергә нимә мәжбүр итә?
-Яҡынса яуап: Ефим Лукич шундай ҡарар ҡабул иткәндә бүтәнгә үлем килтерәм тип уйламағандыр.Яуыҙ кеше түгел ул,һараныраҡ бер аҙ, шулай булмай мөмкин түгел –уның елкәһендә ике етем ейән.Әгәр ялыу нимә менән тамамланырын белһә-бармаҫ ине.Аңлай : кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә.Ефим Лукич өсөн ҙур һабаҡ,кисермәҫлек һабаҡ.
-Тимәк,Казарян да, Буренкин да үкенә.Үкенеү,ғазапланыу, “асылына ҡайтыу” ниндәй кешеләргә хас?
Яҡынса яуап: Был сифаттар намыҫлы,үҙенең хатаһын күрә белгән кешеләргә хас.Халыҡта “Дүрт аяҡлы ат та абына” тигән мәҡәл бар. Кеше лә хаталана.Казарян менән Буренкиндың хатаһы бик ҡиммәткә төшә-кеше ғүмере.
-Майор Зубков тураһында ни әйтер инегеҙ?( Ҡылыҡһырлама.)
-Йәнтимер Байназаров-ғәҙел ,күңел тәбиғәте бай кеше.Уның взводына төнөн Зухты гауптвахтала һаҡларға һәм приказ булғас та приговорҙы еренә еткерергә тапшырҙылар.Был төндө ул уйлана,йоҡлай алмай .Әйтегеҙ әле, уның образында етешһеҙлектәр бармы?
Яҡынса яуап: Йәнтимер Байназаров яҡшы кеше,әммә һуғыш башланғас та ул атаһынан ҡалған ҡашыҡты юғалта.Ҡашыҡ менән бергә ул үҙенең абруйын да юғалта.Йөҙөнә бәреп ҡараҡ тип әйтә алмауы,йомшаҡ холоҡлолоғон иҫбатлай.
Уҡытыусы.
-Әҫәргә күҙ һалайыҡ.(Зухты атырға алып киткән урынды табып уҡыу.)
-Бына шулай һүрәтләй автор үлем язаһын алырға китеп барыусы Зухты.
-Нисек уйлайһығыҙ,ни өсөн “ күҙҙәрҙә –бары һағыш ҡына”- ти автор?
Яҡынса яуап: Уның күҙҙәрендә һағыш,сөнки ул дошмандан үс ала, фашистар ҡоллоғондағы ата-әсәһен ҡотҡара алманы.Фашистарҙы еңгәс Мария Терезаның тыуған иле Андалузияны ла дошмандан азат итәсәкмен, тигән вәғәҙе лә үтәлмәй ҡалды.Мөхәббәт менән мәңгелеккә ҡала алманы.Был һағыш- үтәлмәгән вәғәҙәләр һағышы.
-Любомир Зух образы һеҙҙә ниндәй тойғо уятты?
Яҡынса яуап: Зух образы һоҡланыу тыуҙыра,атырға алып барғанда ла һынмай, тура баҫып ҡурҡмайынса,һуңғы һулышына тиклем мөхәббәткә тоғро ҡала.Уның ҡылығы мөхәббәттең үлемдән көслө икәнен раҫлай.
-Автор үҙенең геройын яратамы?
Яҡынса яуап:Автор үзенең геройын ярата. “Зух-минең йәнемдең бер киҫәге.Зух образы аша мин һуғышҡа протест белдерҙем,”-ти Мостай Кәрим.
-Ниндәй әхлаҡи проблемалар борсой яҙыусыны?
Яҡынса яуап : Кеше яҙмышын хәл иткәндә ,аҡыл менән эш итергә кәрәклеген,кеше хоҡуғы,бурысы,гражданлылыҡ,кешелеклелек сифаттарын юғалтмайса , киҫкен ситуацияларҙа күрһәтә белеү, тағы ла һуғыш һәм ошо һуғыштағы кеше,һуғыш һәм ер йөҙөндәге бөтә яҡшылыҡты,гүзәллекте тыуҙырыусы кеше мөхәббәте -бына ошо проблемалар күтәрелә был әҫәрҙә.
-Был әҫәрҙең үҙенсәлеге, сюжет,композиция ,конфликты нимәлә?
Яҡынса яуап: Сюжеттың үҙенсәлеге -һуғыштың аяуһыҙлығы, кешелеккә ҡаршылығы ,мөхәбәтте аямай ,үлсәмгә лә алмай ситкә ҡағыуы. “Ә һинең мөхәббәтеңдә кемдең ҡайғыһы бар һуң? Уны берәү ҙә яҡлаусы геуаһ итеп саҡырмай.Бары хөкөм генә итәләр уны.”Шулай итеп ,әҫәрҙең төп конфликты булып мөхәббәттең һуғыш урынлаштырған закон менән конфликтҡа инеүе тора.Композиция үҙенсәлеге –хикәйәләү Любомир Зух менән Мария Тереза тураһында булһа ла,төп персонаж Зухты атырға йөкмәтелгән Йәнтимер Байназаров.Сюжеттың үҙенсәлеге - авторҙың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы биографик мәғлүмәткә таянып,ысын барлыҡты сәнғәтсә формалаштырыуы.
-Повесть аша үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
Яҡынса яуап: Кеше ғүмеренән дә ҡиммәт әйбер юҡ был донъяла.Уны бер нисек тә ҡайтарып алып булмай.Кеше яҙмышы күп факторҙарға буйһонған.Ниндәй генә киҫкен ситуация булмаһын, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп ,намыҫлы, шәфҡәтле булып ҡала белергә кәрәк . Һуңынан үкенерлек тә,ғазапланырлыҡ та булмаһын.
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
-Шулай итеп ,уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән әҫәргә анализ яһаныҡ.Ниндәй генә шарттар булмаһын, кеше мөхәббәт,бәхеткә хоҡуҡлы.Был әҫәрҙә ошо хоҡуҡтар рәхимһеҙ һуғыш менән ҡаршылыҡҡа инә.Һуғыштың төп законы буйынса Зух-енәйәтсе.Мостай Кәрим ҡаты күңелле реалист кеүек ҡарар сығарып беҙгә фекерен бәйләмәй.Әммә нисек кенә булмаһын, ғәйеплеләр бар:һуғыш һәм ҡаты бәғерле вайымһыҙ кешеләр.Аҙаҡ шуны ла әйткем килә:һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙең күбеһендә геройҙарҙың тойғоһо күрһәтелмәй,уларҙың батырлығы,ҡаһарманлығы күрһәтелә.Шулар араһында ”Ярлыҡау” повесы һуғыштың фажиғәле,бөтә кешелеккә ҙур ҡайғы икәнен иҫбат итә.
Өйгә эш:” Һуғыш һәм кеше яҙмышы” темаһына инша яҙырға.
У ҡытыусы.(Әгәр ваҡыт ҡалһа,тексты белеүҙәрен тикшереү маҡсатында викторина үткәрергә мөмкин).
Викторина һорауҙары.
- “-Күҙ- даръя,күңел-каналья. Уларға йүгән кейҙереп булмай.Төшһә лә төшөр...Их туған,күҙ төшөүҙән ни файҙа?Ҡыҙ ҡарар ерем бармы ни минең?Һуҡырҙар ғына ҡарамаһа... “(Ласточкин).
- “-Араҡым юҡ,ғәйепләмә,-тине ҡатын.-Ул ағыуҙы өйгә индермәҫкә ант иттем.Шуның арҡаһында ирем аҙып-туҙып йөрҙө лә йорттан биҙҙе.” (Нюра).
- “–Шулай булғас , ал мине үҙ яныңа.Әйт командирыңа,яңғыҙ ҡалһа,йә үлер,йә аҡылдан яҙыр ,тиң. Үлеүемде теләмәҫ командирың.Күнер.Мылтыҡ бирһәләр,фашисҡа тоҫҡап атырмын, бирмәһәләр,һалдаттарға аш бешерермен.” (Мария Тереза).
- “–Бәхет!- тине ул ,уйлап-нитеп тормай.-Бына дошманды ғына еңәйек тә...Беҙ мәңгегә ҡауышырбыҙ.”(Зух).
- “–Сержант Зух, встать!-тип баҡырҙы ул.-Һиңә сираттан тыш бер наряд!Кухняға бараһың.Картуф әрсергә.”(старшина Хомичук).
- “Оҙаҡ йөрөнөң.Мин хатта ҡурҡа башланым.Кешегә әйтһәң, тауыш ҡубыуы бар.Рәтләп булдымы һуң? “(ефрейтор Дусенбаев).
- “-Чернявка утарынан мин...Ултырырға яраймы? Бынан ике-өс кенә саҡрым ерҙә ул Чернявка.Ике етем ейәнем менән ғүмер итәм шунда. “(Буренкин).
- “ –Һин –дезертир! Бына һин кем!Ә беҙ хәрәкәт итеүсе армияла.Йәғни фронтта! Аңлайһыңмы шуны?” (Капитан Казарян).
- “ –Мин үҙ белдегем менән өҫкә шифровка бирҙем.Ун ике сәғәт эсендә ниндәй яуап килер” (Зубков).
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.-Өфө: Китап,2008.-298-305-се биттәр.
Аҙнағолов Р.Ғ.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү алымдары //Башҡортостан уҡытыусыһы. 2010.№ 9,№ 10.
Килмөхәмәтов Т.А.Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре.Ижади портреттар.-Өфө: Китап,2005. -55-78-се биттәр.
Мостай Кәрим.Әҫәрҙәр. Дүрт томда, 4-се том. Повестар,иҫтәлектәр,мәҡәләләр,әңғәмәләр. –Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. -7-152-се биттәр.
Сөләймәнов Ә.М.,Хөббитдинова Н.Ә.Әҙәби әҫәрҙе тикшереүюлдары: юғары класс уҡыусылары,филолог,студенттар,бакалаврҙар,магистранттар,аспиранттар, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусылары өсөн ҡулланма. –Өфө: Китап, 2012. -65-73-сө биттәр.
Аралбай Ҡ.,Ғәлимова Ғ.,Кинйәбулатов И. Мостай Кәрим. Тормош юлы һәм ижады.-Өфө: Китап, 2000.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм
М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.
5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....
Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһы буйынса презентация
презентация...
Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы буйынса конференция.
Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы үҫмерҙәр тормошо тураһында. Ғаилә, һөнәр һайлау, наркомания темалары....
Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы буйынса конференция.
Конференция презентацияһы...