Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы буйынса конференция.
план-конспект урока (9 класс) на тему
Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы үҫмерҙәр тормошо тураһында. Ғаилә, һөнәр һайлау, наркомания темалары.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tskir_bayram_kyzy_dayanovanyn.doc | 44.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянованың“Ышан, урман!” әҫәре буйынса кластан тыш уҡыу дәресе.
Маҡсат: Уҡырға ҡушылған әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү, анализ яһарға өйрәтеү. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү. Белемле һәм әҙәпле булырға өндәү.
Йыһазландырыу: Китап, автор тураһында белешмә, портрет,девиз, “Наркомания- заман афәте”, “Ныҡлы ғаилә нисек була?” өҫтәлмә материалдар.
Девиз: “Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың.” - Нурмөхәмәт Йомрани.
Дәрес барышы.
- Инеш әңгәмә. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
1-се слайд
- Автор тураһында белешмә.
Хөснуллина ильмира таныштыра.
2-се слайд
3. Уҡытыусының өҫтәлмә белешмә биреүе.
Эйе, тәскирә Даянованың балалар өсөн яҙған пьесалары ла сәхнәлә алҡыштар менән ҡабул ителә. Бигерәк тә “Үгәй ҡыҙ” әҫәре бөтәһенә лә оҡшай. Уны ла уҡып сығырға тәҡдим итәм.
- Әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү , Ғәфиәтуллина Айгүзәл
- Һорауҙарға яуап алыу.
А) Әҫәр нисек башлана?
Б) Әҫәрҙә барған ваҡиғаның ваҡыты һәм урыны.
В) Төп геройҙар кемдәр.
Г)Уҡый башлағанда уҡ, нимәһе менән һеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятты?
Д) Әҫәрҙә ниндәй темалар өҫтөнлөк итә, проблемалар?
Е)Бөгөнгө көндә актуаль темалармы?
Ж)Авторҙың телмәре нисек? Аңлайышлымы?
З)Әҫәрҙәге ҡайһы геройҙарҙы ҡыҙыҡлы итеп таптың?
Кемдәр оҡшаны? Ҡыҫҡаса характеристика бир.
И) Төп геройҙың яңылыш юлға баҫыуында кем, нимә ғәйепле?
- Эйе, Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова был әҫәрендә замана прблемаларын күтәреп сыҡҡан.
Беренсенән йәштәр араһындағы наркоманияның киң урын алыуын һыҙыҡ өҫтөнә ҡуя. Минең менән ундай хәл булмаҫ, тип әйтеп ҡалыу бик аҙ, ниндәй тәртипле, уңған ҡыҙҙарҙы ла әйләндереп индереп алып китә бит өйөрөлтмәк.
Хәҙер тағы ла бер фәһемле хәл : Хөснуллин Илназды тыңлайыҡ.
“Башҡаларға һабаҡ булһын!”
Башҡортостан газетаһында баҫылған ине.
XXI быуат афәте – наркомания хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғат һәм телевидение аша ғына хәбәрҙар түгелбеҙ. Юҡ-юҡта был фажиғәгә бәйле бәлә-ҡазалар яҡын-тирәбеҙҙә үк ишетелеп ҡала. Бына әле лә яҡташыбыҙҙың, 33 йәшлек Учалы егетенең, наркотик таратыуҙа ғәйепләнеп, Ҡытайҙа үлем язаһына тарттырылыуы тураһындағы хәбәр күптәрҙе шаңҡытты.
Егет былтыр май айында Урумчи ҡалаһының аэропортында 2,7 килограмм героин менән тотолғаны өсөн Ҡытай Юғары судының иң ҡаты язаһына тарттырылған. Был илдә 50 грамм һәм унан күберәк наркотик һаҡлаған өсөн 15 йылдан алып ғүмерлеккә төрмәгә ябыу йәки үлем язаһы ҡаралған. Әйткәндәй, әлеге законға ярашлы былтыр ғына Ҡытайҙа Япониянан – дүрт, Бөйөк Британиянан бер кеше үлемгә дусар ителгән.
Яҡташыбыҙҙың фажиғәгә тарыуына нимә сәбәпсе булды икән? Ҡайһы бер үҙәк гәзиттәрҙе уҡыһаң, сәстәрең үрә тора. Нимә тип кенә яҙмайҙар! Ә бит ысынында яҡташыбыҙҙы әлегәсә наркополиция бөтөнләй эҙләмәй, ул ошоғаса бер ваҡытта ла хөкөмгә тарттырылмаған. Киреһенсә, егетте күреп-белеүселәр уны бөтөнләй икенсе яҡтан һүрәтләй: эсмәгән, тартмаған, күп уҡыған, фото сәнғәте, япон мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған, айкидо, бокс менән шөғөлләнгән. Яратҡан ҡыҙы менән фатир яллап йәшәгән, шуға ла ата-әсәһе үҙ фатирҙарын бәләкәйерәккә алыштырып, ҡалған аҡсаға улдарына өйлөк бура һатып алып биргән. Егет йорт һалып сығырға хыялланған.
Мәктәптә лә яҡшы ғына өлгәшә, өлгөргәнлек тураһында аттестат алғас, ҡырыусы, иретеп-йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Йәшлеге уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тура килә егеттең: эш хаҡы түбән, йыш ҡына хеҙмәт хаҡын шәкәр, он менән бирәләр. Аҡсаһыҙлыҡ Себер яҡтарына сығып китергә мәжбүр итә. Әммә унда ла ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Иғланда вәғәҙәләнгән эш тә, аҡса ла булмай сыға. Егет ҡабаттан Учалыға ҡайта. Кассета, дискылар менән һатыу итә, һуңынан кирбес заводына эшкә урынлаша. Ләкин өсөнсө тиҫтәне тултырған егеткә 7-8 мең һумға ғаиләһен ҡарау ауырға төшә. Ул Ҡытайҙан осһоҙ кеҫә телефондары алып ҡайтып һатыуҙы хуп күрә.
Тормошоноң ҡайһы мәлендә юлдан тайпылды икән яҡташыбыҙ? Фажиғәгә аҡсаһыҙлыҡ ҡына сәбәпсе булдымы икән? Уныһы беҙгә лә, егеттең туғандарына ла ҡараңғы. Бары үҙе генә белә. Яҡындарына яҙған берҙән-бер хатында шундай юлдар бар: «Бәләгә тарығас, үҙеңдең «фил түгеллегеңде» иҫбатлап ҡара. Әрләмәгеҙ, зинһар, миңә былай ҙа рәхәт түгел…».
Егет үҙенә психология, тарих, культуризм, астрология буйынса китаптар, белешмәләр, карта, инглиз-рус һәм ҡытай-рус һүҙлектәре ебәреүҙе һораған. Яҡындары иһә ҡасан да булһа улдары менән күрешеп-һөйләшеүгә өмөтөн өҙмәй. Суд ҡарарының аҙыраҡ йомшартылыуына ла ышаныстары ҙур. Ни тиһәң дә, үлем язаһына тарттырыуҙы ике йылға кисектереп торғандар бит.
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Шул шайтан ҡотортоуына бирелгән яҡташыбыҙ яҙмышы башҡалар өсөн дә һабаҡ булһын ине. Еңел аҡса, кеше үлеменә илткән байлыҡ бәхет килтермәй. Милләтебеҙ тамырына балта булып сабылыр ағыу – эскелек, наркомания бер ваҡытта ла яҡшыға илтмәй. Аҡса өсөн, тик үҙеңдең мул тормошоң хаҡына башҡаларға үлем ташыуҙы бер нисек тә аҡлап та, яҡлап та булмай.
Ә шулай ҙа егет йәл…
Учалы ҡалаһы.
Шулай уҡ, әлбиттә, бала тормошонда төп роль уйнаусы- уның ғаиләһе.
Ныҡлы ғаилә нисек була? Уның тураһында Кусарина Алина уҡып ишеттерә.
Ныҡлы гаилә - ныҡлы дәүләт.
Ғаилә - йәмғиәттең иң кескенә һәм шул уҡ вакытта иң кәрәкле бер күҙәнәге. Ғаилә - баланың төп тәрбиәсеһе. Ғаиләнең төп бурысы – балалар тәрбиәләү. Ул шуның өсөн төзөлә лә. Бала тирә-яҡты танып белергә иң башлап гаиләлә өйрәнә. Гаилә аша урамға, оло донъяға сыға. "Ояһында ни күрһә, осҡанда шуны күрер” дигән мәҡәлебеҙ ҙә шунан килә. Һәр кем балаһын итәғәтле, эш һөйөүсән, белемле, кешелекле, ихтирамлы итеп тәрбиәләргә теләй. "Балаларҙы изге итеү юлы нисек? Изге балалар күктән килмәйҙәр, ғаиләләр эстәрендә тәрбиәләнә. Уның юлы иһә... йәш ваҡыттан башлап, яҡшы тәрбиә биреүҙер. Был эш ата һәм әсә өҫтөндә иң оло бурыс”,- дигән мәшһүр мәғрифәтсе-педагог Р.Фәхретдинов.
Бала ниндәй генә нәҫелдән булыуға ҡарамастан, һәр ғаиләнең үҙ тарихы бар, һәр сәскә, һәр үлән үҙенсә үҫкән кеүек, гаилә лә фәҡәт үзенсә тамыр йәйә, үҫә, нығый. Һәр ғаиләнең үз эске ҡанундары бар, үз тәртип-ҡағиҙәләре бар. Балалар - шул нәмәләрҙе көҙгөләй сағылдырусылар.
Ғүмер-гүмергә милләтебезнең йөҙөн билдәләгән, ғорурлығы булып һаналган тыйнаҡлык, итәғәтлелек кеүек сифаттарҙы инде бына бөгөнгө көн ата-әсәләр балаларына тапшырырға тейеш
- Бөгөнгө дәрес нимәһе менән иҫеңдә ҡалыр?
- Сулпан был өйөрөлтмәктән килеп сыҡтымы? Ниндәй ярҙам арҡылы?
Эйе Йыһанурҙың мөхәббәт көсө Сулпанды ҡотҡарҙы. Ниндәй юл менән төҙәлтте?
Борон борондан башҡорттар шифалы үләндәрҙең серҙәрен яҡшы белгәндәр. Тағы ниндәй әҫәрҙәрҙә дарыу үләненең шифаһы күрһәтелә? (“Мәтрүшкә еҫе” Т. Ғиниәтуллин)
Мәтрүшкәнең файҙаһы тураһында Йәноҙаҡова Эльвина һәм Байышева Гөлфруз таныштыра.
Әҫәрҙең исеменә кире ҡайтайыҡ. Ни өсөн повесть шулай атала?
(балалар яуаптары)
Балалар, һеҙ Сулпанға ышанаһығыҙмы?
(ЯУАПТАР)
“Доняла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың”
7. Баһалар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...
Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау
Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...
М.Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-конференция
Был әҫәр кластан тыш өйрәнелә.Дәрес өлгөһөндә әҫәргә тулы анализ, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү өсөн һорауҙар һәм яҡынса яуаптар бар....
План мероприятий СКИРО ПК и ПРО по реализации Концепции развития математического образования в Российской Федерации на 2016 год
План мероприятий СКИРО ПК и ПРО...
Рецензия СКИРО ПК и ПРО на методическую разработку
на методическую разработку "Социобикультурная иноязычная компетенция школьника"...
Рецензия СКИРО ПК и ПРО на авторскую программу элективного курса по английскому языку
на авторскую программу элективного курса по английскому языку...
Тәскирә Даянованың "Ышан, урман" повесы буйынса конференция.
Конференция презентацияһы...