Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе
презентация к уроку (8 класс)
8 класс
Скачать:
Предварительный просмотр:
Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе
- Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу;
- Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
- Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү; әсәләргә ҡарата ихтирам уятыу.
Йыһазландырыу : слайдтар, ноутбук, проектор.
Дәрес барышы:
-Хәйерле көн, уҡыусылар! Тәҙрәнән ҡарағыҙ әле! Күк йөҙөндә ҡояш йылмая.
Ул нурҙары менән бөтәбеҙҙе лә йылыта, наҙлай. Ошо ҡояш кеүек һеҙҙе
әсәйҙәрегеҙ , тик бәхеттәр генә теләп мәктәпкә оҙатты. Һеҙ - тыныс илдә
йәшәүсе, ата-әсәле бәхетле балалар. Ошо хис һеҙҙең бар булмышығыҙҙы
солғаһын, күңелегеҙгә тулышһын һәм һәр саҡ оҙата йөрөһөн.
Ә хәҙер бөгөнгө дәрестең темаһы менән танышайыҡ.
Экран:
Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһе буйынса йомғаҡлау дәресе.
Экран:
“Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала”,- ти халыҡ мәҡәле. Дәресебеҙҙең эпиграфы ла шулай яңғырай.
Экран:
- Нисек уйлайһығыҙ был мәҡәл “Әсә һәм бала” хикәйәһе менән бәйлеме?
- Эйе, бәйле, сөнки был хикәйәлә ҡасандыр үҙ балаһы өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәгән әсә (Сафия) һәм үҙен генә уйлаған, әсәһен ҡайғыртмаған улы һәм уның ғаиләһе тураһында әйтеп китергә була.
- Нисек уйлайһығыҙ был мәҡәл бөгөнгө көндә актуальмы?
- Хикәйәлә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы бөгөнгө көндә лә осратырға мөмкин.
- Бөгөнгө көндә был мәҡәлде һеҙ нисегерәк үҙгәртер инегеҙ?
- “Әсә күңеле — балала, бала күңеле — интернетта” тип әйтергә мөмкин, хәҙер бит һәр бала тыуғандан компьютерҙы белеп тыуа тиһәң хата булмаҫ, сөнки балалар буш ваҡытын әсәһенә ярҙам итеп, саф һауала түгел, ә копьютер, телефон уйындары менән уйнап үткәрәләр, шул арҡала үҙҙәренең һаулыҡтарына ла зыян килтерәләр.
- -Эйе, бик дөрөҫ уйлайһығыҙ, хәҙерге көндә был бик актуаль проблема.
- -Ҡыҫҡаса был әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек (уҡыусылар һөйләй).
- «Бала бәләкәй сағында беләккә ауыр, үҫкәс, йөрәккә ауыр» тигән мәҡәлгә бәйләп хикәйәнең ниндәй өлөшөн әйтер инегеҙ? Уҡып ишеттерегеҙ.
- “ Ул улын көтә.
Юҡ, уның улы, берҙән-бер улы, һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше, төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән. Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә Төньяҡҡа, әллә Себергә сығып киткән дә кеше диңгеҙе эсенә сумған. Дөрөҫ, һирәкләп, биш, ете йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кәшмир яулығын ябына ла, дермантин сумкаһын тотоп, магазинға йөрөй. Эсеп алғас, йомро күкрәгендә “Үләм, әммә газды кәметмәйем!” тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн, нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осрашып, уларҙың ҡулын ҡыҫа, фильтрлы сигареттар менән һыйлай һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс, оҙон аҡсалары менән маҡтана, аҡса нимә ул, тфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип һөйләнә. Һәм ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләргә керешә, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт килешә, оҫталар таба, хәйер, иң яҡшыһы, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип ныҡырға тотона. Һатыусы табылһа, яңыны һалғанға ҡарағанда тиҙерәк тә булыр ине. Көн артынан көн үтә, аҙналар үтә, ә үҙе китмәй эсә, яңы өй тураһында бөтөнләй онота, аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара, һәм ниһайәт, бер көн һуҡыр тин дә ҡалмағас, юлға әсәһенең пенсия аҡсаһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.”
- Хикәйәләүсе Сафияны “Ир Сафия” тип әйтеп китә, ни өсөн улай тип әйткән икән? Уҡып ишеттерегеҙ.
- Сафия апай, йәки ир Сафия, сөнки ул яңы ғына ирегән һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп, ялан аяҡ бара, илай-илай, инәлә-ялбара, күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа; бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташый, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп, бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташый.
-Ә бит Сафияның улы булмауы ла ихтимал ине.
Сафия берҙән-бер балаһын юғалтмаҫ өсөн поездға тотоноп менә торған тимерҙе эләктерергә генә өлгөрҙө һәм поезд уны шул килеш алып китте — тәүҙә ул йүгерҙе, поезд шәбәйгәс, әлеге тимергә аҫылынып барҙы, аяҡтары ергә һөйрәлде, әммә ҡулдары, көслө крәҫтиән ҡулдары, тимерҙе ысҡындырманы. Бер ҡулы менән генә эләгеп, аҫылынған көйө ул байтаҡ юл үтте, унан көс-хәл менән аяҡтарын баҫҡысҡа һалды. Көҙгө ҡаршы ел уны кескәй генә баҫҡыстан бәреп төшөрөргә тырышты, үтә һуҡты, өҙгөләне, йолҡто. Ямғыр яуырға кереште, ауыр, тимер кеүек ауыр тамсылар уның ҡулдарына, йөҙөнә һуҡты, йоҡа ғына кейемен лысма һыу итте, һөйәктәренә тиклем һалҡын үтте.
Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы. Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарында тотоноп үтте. Бармаҡтарын айырҙымы, кеше тормошо, улының тормошо икенсе юлдан китәсәк, кем белә, бәлки бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул ҡатын-ҡыҙ, ул әсә, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны әйтерһең, ҡуша йәбештереп йәки бәйләп ҡуйғандар.
- Хикәйәнең ошо өлөштәрендә Сафияның көслө рухлы икәне асыҡ сағылып үтә.
-Әсәнең йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
Ул улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп, яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө…
- Улы әсәнең һуңғы өмөтөн аҡланымы?
-Юҡ аҡламаны. Һуңғы юлға ла оҙатырға ҡайтманы.
Китер алдыныан күршеһе Шәйхелисламға йөҙ һум тотторҙо: “Әсәй үлеп-маҙар китһә, ерләрһең”. Шәйхелислам уның адресын һораны, теге-был булһа, телеграмма һуғырмын, тине, ҡунаҡ бер ҡағыҙ киҫәгенә адресын сыймаҡланы, әммә ҡайтырын-ҡайтмаҫын ныҡлы ғына әйтмәне.
Сафия шым ғына үлде. … Әммә улы ҡайтманы.
Экран:
Әсәй, кәңәштәрең хәтеремдә:
«Изгеләр бар-ауһаң, аҙашһаң.
Хоҙай түгел, бер кем ғәфү итмәҫ
Йә урлашһаң, йәки алдашһаң..»
Намыҫыңды һаҡлап һәм дә паклап
Һеңде һүҙең йәнгә-хәтергә.
Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй,
Борсолма, тип килдем әйтергә.
(Риф Мифтахов «Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй»)
- Нисек уйлайһығыҙ, әсә кеше улына ниндәй васыят әтеп ҡалдырыр ине?
-Киләсәктә уның үҙен ниндәй ҡартлыҡ көтә?
-Балалары туған телен белмәй, өләсәләрен танымай, аңламай. Улы Сафия апайҙы ейәндәренән мәхрүм иткән. Үҙенең ике улы бар. Был балалар тәрбиә
күреп үҫмәгән. Беренсе тапҡыр өләсәйҙәрен күргәс, ҡосаҡлап алыр урынға унан кө-лөп торалар. Улар башҡортса бер һүҙ ҙә белмәй, өләсәһе әйткәнен аңламайҙар.
- “Әсә һәм бала” әҫәрендәге улдың исеме кем?
(Автор уға исем биреүҙе кәрәкле тапмаған. Уны исемһеҙ әҙәм итеп ҡалдырған. Уның кеүектәр, автор фекеренсә, исем йөрөтөргә лайыҡлы түгел.)
- Был әҫәр һеҙҙе уйландырҙымы? (Әсәй беҙҙе бала саҡтан уҡ яратып, яҡлап үҫтерә, шуның өсөн беҙ уның менән ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ. Был хикәйә фәһем бирә, уйландыра. Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәҫкә, уларҙы ихтирам итергә лә өндәй).
-Ни өсөн Сафияның улы мәрхәмәтһеҙ, игелекһеҙ булып үҫә? (Әҫәрҙең төп идеяһын асырлыҡ фекер ҡайһы юлдарҙа?)
Кешегә йөк йөкмәтергә кәрәк. Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ уята. Ә яуаплылыҡ кешене үҫтерә. (Сафия улын артыҡ иркәләтмәй, ҡурсаламай, ҡара тир түгеп икмәк табырға өйрәтһә, бәлки, тормошо башҡа булыр ине.)
- Әсәйҙәргә рәхмәтте, хөрмәтте, яратыуҙы әйтер, белдерер өсөн ҙур үҫеүегеҙ кәрәкме? Бөгөнгө көндә уларҙы аҙ булһа ла бәхетле итер өсөн, нимәләр эшләй алаһығыҙ?
Өйгә эш. «Әсә һәм бала» уйландырҙы тигән темаға инша яҙырға.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
“ Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала ”
Ул улын көтә. Юҡ, уның улы, берҙән-бер улы, һуғышта үлмәгән, һуғыштан һуң тыуған кеше, төрмәлә лә ултырмай, сит илгә лә сығып китмәгән. Ул күптән инде армияла хеҙмәт иткән, армиянан һуң вербовка менән әллә Төньяҡҡа, әллә Себергә сығып киткән дә кеше диңгеҙе эсенә сумған. Дөрөҫ, һирәкләп, биш, ете йылға бер ауылда күренә торғайны, ул саҡта инде Сафия апай үҙенең берҙән-бер байрам күлдәген кейә, сыбар кәшмир яулығын ябына ла, дермантин сумкаһын тотоп, магазинға йөрөй. Эсеп алғас, йомро күкрәгендә “Үләм, әммә газды кәметмәйем!” тип яҙылған татуировкаһы күренһен өсөн, нейлон күлдәген кендегенә тиклем ысҡындырған улы ауыл ҡыҙыра, тиҫтерҙәре менән осрашып, уларҙың ҡулын ҡыҫа, фильтрлы сигареттар менән һыйлай һәм, нимәлер эҙләгән кеше булып, бер кеҫәһенән икенсе кеҫәһенә аҡсалар төргәген күсереп һала, йәнәһе, күрегеҙ, бына минең аҡса ниндәй күп. Тиҫтерҙәрен, күрше ирҙәрҙе үҙҙәренә саҡырып эсерә, бөтһә, әсәһен яңынан араҡыға йүгертә. Иҫергәс, оҙон аҡсалары менән маҡтана, аҡса нимә ул, тфү, минең өсөн ул сүп, мең һумды күҙҙе лә йоммай кәрткә һалып уйнай алам, тип һөйләнә. Һәм ҡапыл, иҫерек йөҙөн етдиләндереп, әсәһенең өйө бик тә иҫкергәнлеге, яңыны һалырға кәрәклеге хаҡында һөйләргә керешә, иртәгә үк ағас белешергә сыға, транспорт килешә, оҫталар таба, хәйер, иң яҡшыһы, ауылда берәйһе өй һатмаймы икән, тип ныҡырға тотона. Һатыусы табылһа, яңыны һалғанға ҡарағанда тиҙерәк тә булыр ине. Көн артынан көн үтә, аҙналар үтә, ә үҙе китмәй эсә, яңы өй тураһында бөтөнләй онота, аҡса төргәге йоҡарғандан-йоҡара, һәм ниһайәт, бер көн һуҡыр тин дә ҡалмағас, юлға әсәһенең пенсия аҡсаһын ала ла йәнә юғала. Оҙаҡҡа юғала.
«Бала бәләкәй сағында беләккә ауыр, үҫкәс, йөрәккә ауыр»
Сафия апай, йәки ир Сафия, сөнки ул яңы ғына ирегән һалҡын бураҙна буйлап һабан тотоп, ялан аяҡ бара, илай-илай, инәлә-ялбара, күтәртер хәлгә еткән колхоз аттарын ҡыуа; бригада ерҙәренә барыр өсөн Яйыҡ аша сығырға кәрәк, Сафия апай боҙло һыуға төшөп арбаны этә; орлоҡ игене тултырылған ауыр тоҡтарҙы ташый, тишек-тошоҡ сарыҡтар кейеп, бәләкәй сана менән йылға аръяғынан сей ерек ташый.
Сафия берҙән-бер балаһын юғалтмаҫ өсөн поездға тотоноп менә торған тимерҙе эләктерергә генә өлгөрҙө һәм поезд уны шул килеш алып китте — тәүҙә ул йүгерҙе, поезд шәбәйгәс, әлеге тимергә аҫылынып барҙы, аяҡтары ергә һөйрәлде, әммә ҡулдары, көслө крәҫтиән ҡулдары, тимерҙе ысҡындырманы. Бер ҡулы менән генә эләгеп, аҫылынған көйө ул байтаҡ юл үтте, унан көс-хәл менән аяҡтарын баҫҡысҡа һалды. Көҙгө ҡаршы ел уны кескәй генә баҫҡыстан бәреп төшөрөргә тырышты, үтә һуҡты, өҙгөләне, йолҡто. Ямғыр яуырға кереште, ауыр, тимер кеүек ауыр тамсылар уның ҡулдарына, йөҙөнә һуҡты, йоҡа ғына кейемен лысма һыу итте, һөйәктәренә тиклем һалҡын үтте. Оҙаҡ, бик оҙаҡ сәғәттәр барҙы Сафия шул килеш. Поезд саҡрым артынан саҡрым һананы. Сафия ошо саҡрымдарҙы иҫен юғалтҡан ҡулдарында тотоноп үтте. Бармаҡтарын айырҙымы, кеше тормошо, улының тормошо икенсе юлдан китәсәк, кем белә, бәлки бәхетлерәк юлдан да китер, әммә ул ҡатын-ҡыҙ, ул әсә, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә, аяуһыҙлығына буйһонорға теләмәй, уның ҡулдары, бармаҡтары тимергә шул ҡәҙәре ныҡ йәбешкән, уны әйтерһең, ҡуша йәбештереп йәки бәйләп ҡуйғандар.
Ул улын ярата, һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла, иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп, яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө…
Китер алдыныан күршеһе Шәйхелисламға йөҙ һум тотторҙо: “Әсәй үлеп-маҙар китһә, ерләрһең”. Шәйхелислам уның адресын һораны, теге-был булһа, телеграмма һуғырмын, тине, ҡунаҡ бер ҡағыҙ киҫәгенә адресын сыймаҡланы, әммә ҡайтырын-ҡайтмаҫын ныҡлы ғына әйтмәне. Сафия шым ғына үлде. … Әммә улы ҡайтманы.
Әсәй, кәңәштәрең хәтеремдә: « Изгеләр бар-ауһаң, аҙашһаң. Хоҙай түгел, бер кем ғәфү итмәҫ Йә урлашһаң, йәки алдашһаң..» Намыҫыңды һаҡлап һәм дә паклап Һеңде һүҙең йәнгә-хәтергә. Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй, Борсолма, тип килдем әйтергә. ( Риф Мифтахов «Васыятыңа тоғро ҡалдыҡ, әсәй »)
Өйгә эш . «Әсә һәм бала» уйландырҙы тигән темаға инша яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса 6-сы класта “ Наил Сафин “Бишбармаҡ». Күнегеүҙәр эшләү”- тип аталган темаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе.
Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың Бишбармаҡ тексты йөкмәткеһе менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү....
Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация.
Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация....
Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" хикәйәһен өйрәнеү
5-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе...
Рәми Ғарипов буйынса йомғаҡлау дәресе
Рәми Ғариповтың тормошо, ижады буйынса йомғаҡлау, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; шағирға, уның ижадына...
Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу.
Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу....
Ғайса Хөсәйеновтың “Рудасы Исмәғил Тасим улы” повесы буйынса йомғаҡлау дәресе.
Дәрес барышында әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға хәҙерге осор күҙлегенән байҡау яһатыу урынлы. Айырыуса “Уңыш” һүҙенең мәғәнәһенә нығыраҡ иғтибар иттереү мөһим. Мәҫәлән: "...
Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре
Бөгөнгө көндә актуаль булған әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт темаһына бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләү дәресе...