Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре
план-конспект урока (8 класс)
Бөгөнгө көндә актуаль булған әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт темаһына бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләү дәресе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
t._ginitullin_s_hm_bala.doc | 66 КБ |
Предварительный просмотр:
Әлиә Хисаметдинова, Нуриман районы Яңы күл урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Т.Ғиниәтуллин бөтә илебеҙ уҡыусыларына яҡшы таныш, киң танылған яҙыусы. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һәм хикәйәләре һуғыш темаһына арналған. Яҙыусы әҫәрҙәрендә һуғыш темаһы менән бергә ҡатын- ҡыҙ яҙмышын да сағылдыра. Уның “Әсә һәм бала” хикәйәһендә үрҙә әйтелгән темалар ҙур урын биләй ҙә инде.
ТЕМА. Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау.
МАҠСАТ. Әҫәрҙе анализлау юлы менән уҡыусыларҙың әҙәби белемдәрен үҫтереү, һөйләү телмәрен нығытыу. Ололарға ҡарата кеселекле, кешелекле булыу тойғоһон тәрбиәләү.
ЙЫҺАЗЛАУ. Дәреслек, интерактив таҡта китаптар, рефераттар, иншалар, һүрәттәр күргәҙмәһе, яҙыусының портреты, плакатҡа яҙылған цитаталар: “Әсә күңеле балала, бала күңеле далала”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, һүҙлек эше, аудиояҙма, эпиграф.
“Әсәйҙәр барлығын онотмағыҙ,
Хәл белергә йыш-йыш йөрөгөҙ.
Аҙаҡ үкенерлек булмаһын, тим,
Тере саҡта ҡәҙерен белегеҙ.”
(З. Исхаков.)
Дәрес барышы.
- Инеш һүҙ:
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,
Хәйерле көн, уҡытыусылар.
Һеҙҙең килеүегеҙгә күңел шатлана.
Һеҙҙе хөрмәтләү йөҙөнән
Дәресебеҙ йыр – моң менән башлана.
Уҡыусылар башҡарыуында йыр “Асыуланма, әсәй”. (йыр интерактив таҡтала яҙыла бара, дәрестә ултырыусы уҡытыусылар, ҡунаҡтар ҡушылып йырлай)
Ҡартаяһың инде әллә, әсәй,
Маңлайыңда арта һырҙарың.
Асыуланып торғанһыңдыр инде
Яҙманыҡ тип миңә йырҙарың.
Асыуланма,әсәй, асыуланма.
Йырҙар яҙмайһың тип хаттарға.
Һинең өсөн иң-иң моңло йырҙар
Йөрәгемдә минең һаҡлана.
1
Ҡартаймайһың, әсәй, минең өсөн,
Һин һаман да йәп-йәш, һылыуһың.
Ғүмер буйы ғәзиз балаң өсөн
Һүнмәҫ йөрәгеңдең йылыһы.
Үҫтерҙең һин, талмаҫ ҡанат бирҙең,
Осар өсөн миңә юғары.
Онотманың, әсәй, онотманың,
Бала саҡта ҡалған юлдарҙы.
Һеҙ әле генә Р. Хәкимов һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған “Асыуланма, әсәй” тигән йырҙы тыңланығыҙ. Тимәк, дәресебеҙ ҙә бөгөн әсәйҙәргә арнала. Беҙ һеҙҙең менән Т. Ғиниәтуллиндың “ Әсә һәм бала” хикәйәһен өйрәнеп, ололарға ҡарата кеселекле, кешелекле булырға тейешбеҙ. Ошо йәһәттән дәресте асыҡ тип иғлан итәм!
2) Үткәндәрҙе ҡабатлау.
Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, үткәндәрҙе ҡабатлайыҡ. Т. Ғиниәтуллиндың тормошо һәм ижады хаҡында ниҙәр белдегеҙ? Ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ. (Алдан әҙерләнгән уҡыусыларҙың сығышы тыңлана). Яҙыусының тормош юлына байҡау яһалғанда, синыф менән һүҙлек эше лә үткәрелә.
Һүҙлек эше (таҡтала слайдтар менән яҙыла бара):
Демобилизация – Армияла хеҙмәт итеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу;
Ғәскәрҙе һуғыш хәленән тыныс хәлгә күсереү.
Фрезеровщик – фрезер станогында эшләүсе эшсе, белгес.
ФЗО – фабрично-заводское обучение.
3) Хикәйәне анализлау (Викторина һорауҙары таҡтала слайдтар менән яҙыла).
Ысынлап та, Т.Ғиниәтуллин үҙенең әҫәрҙәрендә бөгөнгө көндә бик тә актуаль булған проблемаларҙы үҙ эсенә ала һәм шундайҙарҙың береһе “Әсә һәм бала” хикәйәһе. Әҫәрҙе анализлау өсөн түбәндәге һорауҙар тәҡдим ителә.
1 “Әсә һәм бала” хикәйәһендә ниндәй осор сағылдырыла? (Был әҫәрҙә һуғыш осоро сағылдырыла).
2 Әҫәрҙә ниндәй проблемалар күтәрелгән? (Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы, ғаилә тәрбиәһе, үҙ телеңдә уҡыу-уҡытыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау кеүек мөһим проблемалар күтәрелгән ).
3 Хикәйәлә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һүрәтләнгән юлдарҙы дәреслектән уҡып сығығыҙ һәм, бөгөнгө тормош менән сағыштырығыҙ, үҙенсәлектәрен һөйләгеҙ.
4 Әсәнең балаға булған мөхәббәтен һүрәтләгән эпизодтарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм һөйләп бирегеҙ.
5 Текстан миҫалдар килтереп, баланың әсәгә ҡарата мөнәсәбәте тураһында һөйләгеҙ.
6 Тормошта осрай торған төрлө хәл-ваҡиғаларҙан миҫалдар килтереп, әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.
7 “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән фекерҙе нисек аңлайһығыҙ? (Уҡыусылар өйҙә яҙып килгән миниатюр иншаларын уҡыйҙар).
8 Әҫәрҙең төп героиняһы? Уға характеристика бирегеҙ.(Сафия апай тураһында һүҙ алып барыла).
9 Сафия апайҙың ейәндәре тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ? Улар һеҙгә оҡшанымы?
10 Сафия апай менән Ғәзиз ағайҙың яҙмышы.
11 Поезда булған хәл- ваҡиғаны һөйләгеҙ.
12 Ҡатын поезда баланы урлап дөрөҫ эшләйме? Һеҙ уның урынында булһағыҙ нимә эшләр инегеҙ?
13 Сафия апайҙың улына хас һыҙаттарҙы һанағыҙ. Ни өсөн ул шундай булып үҫә?Ул һеҙгә оҡшаймы һәм оҡшарға тырышыр инегеҙме?
14 “Әсә күңеле балала, бала күңеле далала” тигән фекерҙе нисек аңлайһығыҙ? (Уҡыусылар өйҙә яҙған иншаларынан өҙөктәр уҡыйҙар ).
15 Т. Ғиниәтуллин был әҫәрендә ниндәй идеяны сағылдырған? Автор үҙенең уҡыусыларына нимә әйтергә теләй? ( Әҫәр беҙҙе ололарҙы, ата-әсәне ихтирам итергә, хөрмәтләргә, уларға ҡарата кеселекле, кешелекле булырға өндәй .)
- Йомғаҡлау.
А) Күренекле яҙыусы Т. Ғиниәтуллин үҙенең “Әсә һәм бала” хикәйәһендә йәмғиәтебеҙ үҫешенең һуңғы осорҙа кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫкенләшә барыуын һүрәтләй. Яҙыусының тағы ла киң билдәле әҫәрҙәренең береһе, “Мәтрүшкә еҫе” хикәйәһендә, киреһенсә, әсә менән бала мөнәсәбәте уларҙың бер-береһенә яратыу, ихласлыҡ, ярҙамсыл булыу сифаттары яҡтыртыла.
Дәрестең эпиграфын бер уҡыусы уҡып ишеттерә һәм дәрестең темаһына тап килеүен уҡытыусы менән бергә асыҡлайҙар.
Б) “Тылсымлы моңдар” түңәрәгенә йөрөгән уҡыусылар шиғыр һөйләйҙәр.
Бала өсөн
Бар хәсрәтем, бар хәстәрем- бала өсөн,
Хөрмәтем дә, хеҙмәтем дә - бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр – бала өсөн,
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн- бала өсөн.
Утҡа-һыуға уҡталыуым- бала өсөн,
Сығар юлдан туҡталыуым- бала өсөн.
Таңдан элек ҡайнар аш та- бала өсөн,
Тәгәрәгән ҡайнар йәш тә- бала өсөн.
Иртә-кисем, йөрәк хисем- бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм- бала өсөн.
Янам, түҙәм, көйәм, күнәм- бала өсөн,
Ғорур башты түбән эйәм- бала өсөн.
(Ф.Чанышева.)
Бер уҡыусы үҙе ижад иткән шиғырын һөйләй.
Әсәйемә
Әсәй! Миңә йәшәү биргән кеше.
Төндәр буйы арып бәүеткән,
Ебәрмәгән һине бишек,
Үҙенә ялсы иткән.
Рәхмәт күҙ йәштәрең өсөн дә,
Мин илаған сағымда.
Миңә түккән барлыҡ көсөң дә
Ҡайта алмаҫ шул яңынан.
Һин өйрәттең бар нәмәгә лә,
Еңеп ауыр көндәрең дә.
Ҡаршы торорға елдәргә лә,
Төштә һәм өндәремдә.
Өйрәттең, рәхмәт, әсәйем,
Йылы, йомшаҡ һүҙеңә,
Һинең өсөн мин йәшәйем,
Барлыҡ уңыш тик һиңә.
(Ә. Ҡоҙаҡаева)
В) “Әсә йөрәге” ҡобайырының эстәлеге менән таныштырыу: Бер егет һылыу ҡыҙға ғашиҡ була һәм үҙенең һөйөү тойғоһон һылыуҡайға әйтә. Тик ҡыҙ егеткә бик ҡатмарлы шарт ҡуя: “Егет, әгәр ҙә һин әсәйеңдең йөрәген һурып алып килһәң, мин һинең кәләшең булам”,- тигән. Егет ҡайтып киткән. Оҙаҡ уйланған һәм әсә йөрәген һурып алырға тигән һығымтаға килгән. Бына ул һөйгәне янына ашҡынды... Юлда ул абынды, йығылды. Шул мәл әсә йөрәге телгә килде :
“Йығылып киттең, йәнем,
Ауыртманымы тәнең?...”
Быныһы бары әкиәт, Борон әйткән ололар:
Быныһы бары хикәйәт. Әсә күңеле балала,
Үҙ ғүмерен өҙҙөрөп, Бала күңеле далала”.
Бала күңелен уйлаған, Был һүҙ хәҙер иҫкерһен,
Юҡ булдым, тип ҡуймаған, Тел осонан кителһен,
Ауыртыуын тоймаған, Әсә күңеле шат булһын,
Балаһы өсөн һыҙланған Яҙмыш булһын еңелдән,
Әсәләргә беҙ бөгөн Әсәләрҙең сафлығы
Теләйек ҙур һаулыҡты, Һис китмәһен күңелдән,
Теләйек ҙур бәхетте. Һис китмәһен күңелдән,-
тигән ҡобайыр юлдары менән тамамлайым дәресте. (Уҡыусылар сығышы баһалана, өй эше бирелә. Инша “Изгелек ҡыл әсәйеңә!” )
5
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий выпускного бала
Сценарий выпускного вечера в школе...
К "Осеннему балу"
В данном материале - стихотворение об осени, стихотворение об осеннем букете и четверостишие о поделке из природного материала "Жар-птица"...
Сценарий выпускного бала "ВЫПУСКНИК - 2011"
Сценарий выпускного вечера для девятиклассников в форме вручения премии "Оскар"...
Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" хикәйәһен өйрәнеү
5-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе...
Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу.
Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу....
Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф
Интерактивная мультимедийная библиотека с мультфильмами и сказками на татарском языке «Бала» — www.бала.рф...