Талха Ғиниәтуллиндың "Миҙал" хикәйәһен өйрәнеү
план-конспект урока (5 класс)

Шарафутдинова Зульфия Тальгатовна

5-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл t.ginitullin._mizal_hikyhe_dres_olgoho.docx41.81 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы: Шәрәфетдинова Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Тема: Талха Ғиниәтуллиндың «Миҙал» хикәйәһен өйрәнеү (5-се класс).

Маҡсат:

  1. Яҙыусының биографияһы менән ҡыҫҡаса танышыу, хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү.
  2. Ололарға ҡарата хөрмәт, ихтирам, миһырбанлыҡ сифаттары тәрбиәләү.
  3. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, үҙ фекерҙәрен дәлилләй алыу һәләтен үҫтереү, үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

  1. Шәхси: ыңғай әҙәп-әхлаҡ сифаттары үҙләштереү, алған белемдәрҙең әһәмиәтенә төшөнөү.
  2. Предмет:  әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, ундағы ваҡиғаларҙы аңлау, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, хикәйәнең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, образдарҙың ҡылыҡ-фиғеленә дөрөҫ баһа биреү, ҡуйылған һорауҙарға дөрөҫ яуап табыу.
  3. Метапредмет:

– коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм тиңдәштәре менән аралашыуҙы ҡороу, башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙ фекереңә ышандыра алыу, телдән һәм яҙма формала яуап биреү;

– танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр тексы өҫтөндә эшләү, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм айырып алыу, эҙләнеү характерындағы эштәрҙе башҡарыу, төшөнсә ҡуласаһы төҙөү, образдарға ҡылыҡһырлама биреү маҡсатында Венн диаграммаһы менән эшләй белеү, таблица тултырыу;

– регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:  дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, кәрәк осраҡта үҙ эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү, алдағы дәрескә өй эше алыу, үҙ баһалау.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, экран, электрон һүҙлек, дәрескә презентация, карточкалар, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журналдарҙан өҫтәлмә материалдар.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың дәрескә ойошҡанлығын һәм әүҙемлеген булдырыу, аралашыу һәләтен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Барығыҙ ҙа дәрескә әҙерме? Урындарығыҙға ултырығыҙ.

  1. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың иғтибарын һәм уй-теләген яңы белемде үҙләштереүгә, белем юлдарын таба белеүгә йүнәлтеү.

“Бер һүҙ  менән әйтегеҙ”.

– Уҡыусылар, слайдта бирелгән аңлатманы бер һүҙ менән әйтһәгеҙ, бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында икәнлеген белерһегеҙ:

Хәрби батырлыҡ йәки хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелә торған һүрәт һәм яҙыу төшөрөлгән түңәрәк металл. [1-се слайд.]

Уҡыусыларҙың яуабы: миҙал. Тимәк, беҙ дәрестә миҙал тураһында әҫәр өйрәнәсәкбеҙ.

– Дөрөҫ, уҡыусылар. Бөгөн беҙ Талха Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһе буйынса фекер алышырбыҙ, төрлө ҡыҙыҡлы эштәр башҡарырбыҙ. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ. [2-се слайд.]

Дәфтәрҙәренә число һәм теманы яҙалар.

Хикәйәне уҡыусылар алдан уҡып киләләр.

  1. Белемдәрҙе актуалләштереү. Этаптың маҡсаты: яңы материалды үҙләштереү өсөн эшмәкәрлек итеүҙең билдәле ысулдарын актуалләштереү.

“Төшөнсә ҡуласаһы”.

– Уҡыусылар, әҫәр йөкмәткеһе буйынса әңгәмә ҡорорҙан алда, әйҙәгеҙ әле, миҙал  һүҙенә мәғәнә яғынан яҡын булған һүҙҙәрҙе туплап, төшөнсә ҡуласаһы төҙөйөк.

  1. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү. Этаптың маҡсаты: яҙыусының биографияһы менән таныштырыу, әҫәр буйынса әңгәмә-анализ ойоштороу.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү. [3-сө һәм 4-се слайдтар.]

Тормош юлы, ижады

Наградалары, маҡтаулы исемдәре

Талха Ғиниәтуллин (әҙәби псевдонимы – Анатолий Генатулин) 1926 йылда Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, бер нисә тапҡыр яралана.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй. 1966 йылда М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай. “Мышағыр” исемле тәүге китабы 1969 йылда баҫылып сыға. Яҙыусы рус телендә ижад итә. Хикәйә һәм повестарында туған халҡы, тыуған ере, Башҡортостан тураһында яҙа.

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены.

3-сө дәрәжә Дан ордены.

С.Т.Аксаков исемендәге премия лауреаты.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

– Уҡыусылар, һеҙ өйҙә Т.Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһен уҡып сыҡтығыҙ. Әҫәр һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?

– Хикәйә ниндәй хис-тойғолар уятты?

– Әҫәрҙе уҡығанда аңлашылмаған һүҙҙәр осранымы?

Һүҙлек эше.

Уҡыусылар электрон һүҙлектән түбәндәге һүҙҙәрҙең аңлатмаһын табалар:

Инсульт – мейеләге ҡан әйләнешенең ҡапыл боҙолоуы.

Көр (тауыш) – күтәренке, көслө, баҙыҡ.

Ҡамау – тирә-яҡтан уратып алынған урын.

Яусы – туй йолаһы буйынса, егеткә кәләш әйттереү өсөн ҡыҙ һоратып, ҡоҙалап барған кеше.

Мәхлүк – меҫкен, бахыр.

Колодка – орден, миҙал таҫмаһы ҡуйылған планка.

Тиҫбе – ун берәрҙән айырып, бер епкә теҙгән утыҙ өс төймә.

Артабан түбәндәге һорауҙар буйынса әңгәмә-анализ ойошторола:

  1. Әҫәрҙең төп образдарын һанап бирегеҙ. Вәлиәхмәт ҡарт ни өсөн сирләп китә? Ауырып ятҡан сағында нимә тураһында уйлай?
  2. Санияға өйләнеү ваҡиғаһын һөйләгеҙ. Һуғышҡа китер алдынан ҡатынына ниндәй вәғәҙә бирә?
  3. Һуғыштан орденһыҙ ҡайтҡаны өсөн ҡатынының әрләгән сағы буламы? Һуғыштан һуң Вәлиәхмәткә наградалар бирәләрме?
  4. Ни өсөн Салауат Еңеүҙең 50 йыллығына тейешле миҙалды тәүҙә бирергә теләмәй? Уның был ҡылығын нисек баһалайһығыҙ?
  5. Вәлиәхмәттең ҡарсығы ҡартының миҙалын юллап ала. Был ваҡиғала Сания ҡарсыҡтың ниндәй характер һыҙаттары сағыла?
  6. Ни өсөн Вәлиәхмәт ҡартты миҙалы менән бергә ерләргә булалар? Был эпизод һеҙҙе уйландырамы? Автор беҙгә ниндәй фекер еткерергә теләне икән?

  1. Уҡыусыларҙың аңлауын беренсел тикшереү. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың яңы материалды тулы аңлауын һәм йөкмәткене төшөнөү кимәлен асыҡлау, эҙләнеү һәм  танып белеү әүҙемлеген үҫтереү.

1-се эш. Хикәйә йөкмәткеһе буйынса  диафильм  төҙөү.

1-се кадр. Вәлиәхмәт ҡарт ауырып ята.

2-се кадр. Ҡарсығы Саниянан ниндәйҙер өн, ишара ярҙамында миҙал тураһында һораша.

3-сө кадр. Вәлиәхмәт һуғышта ҡатнаша.

4-се кадр. Һуғышҡа тиклем Санияға өйләнә.

5-се кадр. Фронттан ҡайтҡас, колхозда эшләй.

6-сы кадр. Һуғышҡа киткәндә ҡатынына, орден алып ҡайтасаҡмын, тип һүҙ бирә.

7-се кадр. Орденһыҙ, аяғын яралап ҡайта.

8-се кадр. Һуғыш тамамланғандан һуң алған ордены, юбилей миҙалдары.

9-сы кадр. Вәлиәхмәт ҡарт 9 май көндө иртән донъя ҡуя.

10-сы кадр. Ҡарсығы Вәлиәхмәткә Еңеүҙең 50 йыллығы айҡанлы тапшырылырға тейешле миҙалды барып ала.

11-се кадр. Вәлиәхмәтте миҙалы менән бергә ерләйҙәр.

2-се эш. Венн диаграммалары (Джон Венн – инглиз логигы һәм философы) ярҙамында образдарға ҡылыҡһырлама биреү. [5-се слайдта Венн диаграммалары күрһәтелә].

Эш дәфтәрҙәрҙә башҡарыла. Уҡыусылар фигуралар эсендә күрһәтелгән образдарға хас сифаттарҙы  яҙып сығалар. Түңәрәктәр киҫешкән урында образдарҙы дөйөмләштереүсе һыҙаттар яҙыла.

  1. Яңы белемдәрҙе тәү тапҡыр нығытыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың тема буйынса белем һәм оҫталыҡтарын нығытыу, фекер йөрөтөү даирәһен киңәйтеү.

Үҙ аллы эш. Карточкалар таратып бирелә. Уҡыусылар ундағы биремдәрҙе үтәйҙәр.

  1. Ҡарсығы әллә ни борсолмай, ҡайғырмай ғына (ниһайәт, йонсоуҙан ҡотолдо) күршелә йәшәгән ҡыҙына китте һөйләмендә  синонимдарҙы табығыҙ.
  2. Ғөмүмән, ҡырҡ беренсе-ҡырҡ икенсе йылдарҙа һуғыш тамамланыуға табан барғандағы һымаҡ йыш бүләкләмәй торғайнылар һалдатты һөйләмендә ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙең антонимын яҙығыҙ.
  3. Был һүҙҙәрҙе кем әйтә:

– Әйтеп торам даһа, ул бөгөн үлде, иртәнсәк. Хәле насар ине, ошо миҙалды көтмәһә күптән үлгән булыр ине инде. Шул өмөт кенә йәшәтте.

  1. Автор беҙгә нимә тураһында һөйләргә теләгән (әҫәрҙең темаһы):
  1. дуҫлыҡ тураһында;
  2. һуғыш ветераны яҙмышы тураһында;
  3. тәбиғәт тураһында.

Таблица-синтез өҫтөндә эште ойоштороу. [6- сы слайдта таблица һәм асҡыс һүҙҙәр күрһәтелә.]

Уҡыусылар текстан кәрәкле мәғлүмәттәр табып, дәфтәрҙәрендә таблицаны тултыралар, әҫәр буйынса әхлаҡи һабаҡ сығаралар.

Асҡыс һүҙҙәр

Текстан өҙөк

Әхлаҡи һабаҡ

(төп фекер)

Һуғыш

“Ҡамауға эләгеп, уны йырып сыҡты, ҡырҡ икелә Калининград янында яраланды – снаряд ярсығы аяғына тейгәйне, ул ҡыйыш үҫеп уңалды һәм ғүмер буйы һул аяғына һылтыҡлап атланы”.

Һуғыш – ҡот осҡос афәт, ул башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине.

Яугир

“...ул һуғышты, яуҙа булды – бына уның ирлек ғорурлығы, бына уның шатлыҡ-ҡыуанысы”.

Яугир-фронтовиктарҙы улар иҫән саҡта ҡәҙер-хөрмәт итергә өйрәнәйек.

Миҙал

“Уның бар теләге шул: миҙалды алырға, ҡулға тотоп ҡарарға ла пинжәккә тағып ҡуйырға – унан үлһә лә ярай”.

Һуғыш ветерандары үҙ батырлығы өсөн баһаны үҙ ваҡытында алырға тейеш.

  1. Үҙләштереү кимәлен тикшереү, ебәрелгән хаталар буйынса фекер алышыу һәм төҙәтеүҙәр индереү. Этаптың маҡсаты: белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү кимәлен һәм сифатын асыҡлау, етешһеҙлектәрҙе билдәләү һәм төҙәтеү.

Һорау – яуап алымы.

– Әҫәрҙең әһәмиәтле яғы нимәлә? Бөгөнгө көндә һуғыш ветерандарына мөнәсәбәт нисек?

– Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тағы ла ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?

– Олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең ниндәй наградалары бар? Был дан-дәрәжәләр уларға ни өсөн бирелгән?

“Тултырып яҙ”. Карточкалар таратып бирелә. Уҡыусылар ундағы һөйләмдәрҙе тултырып яҙалар.

1. Вәлиәхмәт ҡарт __________ ҡатнашҡан. 2. Фронттан ҡайтҡас, __________ эшләгән. 3 Еңеү байрамында уға ________ тапшырырға тейештәр. 4. 9 май көндө _______ донъя ҡуя. 5. ______________   ______   миҙалы менән бергә ерләйҙәр.

Яуаптар: 1) һуғышта; 2) колхозда; 3) миҙал; 4) иртән; 5) Вәлиәхмәт ҡартты.

  1.  Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә биреү. Этаптың маҡсаты: киләһе дәрескә өй эшен аңлатыу, уны башҡарыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәр әйтеү.

1. Дәреслектә бирелгән һорауҙарға яуап әҙерләргә.

2. “Билдәһеҙ һалдатҡа хат”, “Батырҙар үлмәй”, “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” темаларының береһенә бәләкәй инша яҙырға. [7-се слайд.]

  1. Рефлексия (дәрескә йомғаҡ яһау). Этаптың маҡсаты: дәрес буйынса һығымта сығарыу, шәхси уҡыу эшмәкәрлеген һәм дөйөм класс эшен баһалай белеү.

– Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләштек? Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?

– Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

– Дәрес беҙҙе нимәгә өйрәтте?

– Яңы белемде ҡайҙа ҡуллана алабыҙ?

– Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Киләсәктә нимәләргә иғтибарлы булырға кәрәк?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Талха Ғиниәтуллин ”Мәтрүшкә еҫе”хикәйәһе.

Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү....

Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация.

Талха Ғиниәтуллин ижады буйынса презентация....

Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу.

Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен анализлау слайд шоу....