Башҡорт халыҡ йыры "Урал" буйынса дәрес
презентация к уроку (7 класс)

7 класс

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡорт халыҡ йыры “Урал”  буйынса  дәрес

(7 класс)

Маҡсаттар:

 «Урал» тарихи йырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү;

Тарихҡа, халыҡ ижады ынйыларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Башҡорт халыҡ йырҙарының моңон тойорға өйрәтеү;

Тыуған ил, тел яҙмышына битараф булмаған яҡлаусы, һаҡлаусы  ил улдары һәм ҡыҙҙары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар, ноутбук, проектор, ҡурай.

Дәрес барышы:

-Хәйерле көн, етенселәр! Бына ошо ҡурайға иғтибар итегеҙ әле. Ҡурай образын ҡайҙа  осратырға мөмкин?

(Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе, дәүләт символдарында, әкиәттәрҙә, йырҙарҙа).

-Һеҙ ҡурай моңон тыңларға яратаһығыҙмы? Дәрестең темаһын ошо көйҙө тыңлағас, үҙегеҙ билдәләй алырһығыҙ, тип ышанам. (Ҡурайҙа “Урал” моңо яңғырай.)

- Нимәләр тураһында уйландығыҙ? (Уралып ятҡан Урал тауҙары. Ундағы теҙелеп үҫкән ҡарағайҙар... Ағастар араһында  ҡоштар һайрай, төрлө-төрлө йәнлектәр йүгерешеп йөрөүен күҙ алдына килтерҙек.

Һуҙылып киткән Урал тауы. Унда бер башҡорт егете ҡурай уйнай. Яланда көтөүсе йылҡы көтөүен көтә...)

-Тимәк, беҙ нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ? (Яуаптар).

Экран: Башҡорт халыҡ йыры «Урал» 

Экран: Ниндәй гүзәл халыҡ йыры,

              Күпме көс, тәрәнлек бар...

                                               Баязит Бикбай

Һәм бөгөнгө дәресебәҙҙең эпиграфы ла шулай яңғырай.

Етенселәр, ә башҡорт халыҡ йыры нимә ул?

-Балалар, ә нимә ул Урал?  

- Дөрөҫ, ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал.

 

  Экран: Урал тауҙары.

Экран: Беҙҙең эраға тиклем 2 быуатта йәшәгән тарихсы Клавдий Птоломей төҙөгән картала Урал тауҙары Рифей тауҙары тип аталған.

Икенсе бер тарихсы Дамаст Сигейский һәр ваҡыт төньяҡ елдәре иҫеп торған Риппей тауҙары тураһында яҙып ҡалдырған.

Урыҫтар Урал тауҙарын Билбау, Себер тауы, Ҙур таш, йә иһә Ер Билбауы тип атағандар.

 «Урал» башҡортса «урау», йәғни «билбаулау», «уратыу» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараздар  бар.

-Бай һәм данлы Урал тауы Боҙло Полярье артында башланып, Ҡаҙағстандың ҡомло далаларына тиклем 2000 км-ға һуҙыла.)

Урал!

Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,

Ә ҡойроғо ҡойона Аралда,-

тип яҙа башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти.

Борон-борондан ошо мәшһүр, гүзәл Урал тауын үҙенә төйәк итеп йәшәгән беҙҙең ата-бабалар. Уның матурлығы менән һоҡланғандар, ғорурланғаңдар, ҡобайырҙар әйткәндәр, эпостар ижад иткәндәр. Үҙенең тормошон, тарихын, тыуған ергә мөхәббәтен, шатлығын, ҡайғыһын йырға һалып йырлағандар.

Экран:

Үҙ илем—алтын бишек.

Алтын менән көмөш яуған ерҙән тыуған ил яҡшы.

Батыр ир-егеттәр—ил күрке.

Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

Иле барҙың көнө бар.

Был мәҡәлдәргә ниндәй мәғәнә һалынған? (Тыуған илде һөйөү, уны яҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ икәне әйтелә.)

-Тимәк, дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

(Тыуған ер, тыуған ил, уны яҡлау)                           

- Эйе, беҙ өйрәнәсәк «Урал» йырында ла ошо турала һүҙ бара.

 «Урал» - иң боронғо тарихи йырҙарҙың береһе. Ул үҙенең конкрет тарихи ерлеге менән башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләтенә ҡушылыу ваҡиғаларына барып тоташа.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы

Ете лә ырыу илдең төйәге, - тиелә.

Элек башҡорт халҡы ырыу-ырыу булып йәшәгән. 1554 йылдарҙа Уралды төйәк, Ирәндекте йәйләү итеү өсөн бер ырыу икенсе ырыуға яу асып, бер-береһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын талап йәшәгән. Шунан аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш иткәндәр. Ошо яулашыу, даулашыуҙы туҡтатырға кәрәк, - тигән улар. Шулай һаман көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы талап торор, былай тороу ярамаҫ, бер ҙә булмаһа, Мәскәү батшаһына барып ҡарайыҡ, - тип һүҙ ҡуйышҡандар. Шунан  аҡһаҡалдарҙы йыйып һөйләшеп, ете ырыуҙан — ете абруйлы кешене Мәскәүгә ебәргәндәр, - ти.

Иван Грозный уларҙы яҡшы ҡаршы алған. Ошо дауҙы, яуҙы бөтөрөргә, ерҙәрен билдәләп бирергә ярҙам итергә, үҙенең һанаттарын, ярҙамсыларын ебәрергә вәғәҙә иткән.

Башҡорт илселәре ҡайтып етеүгә, батшаның кешеләре лә килеп еткән. Шул саҡ ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, ете ырыу халҡын йыйып, ҙур байрам яһағандар, ти. Сәсәндәр ҡобайыр әйткән, йырсылар йырлағандар, ҡурайсылар ҙа ошо ваҡиғаның иҫтәлеге итеп, бөтә башҡорт ырыуҙарын бер урынға туплаған Уралды маҡтап, ошо йырҙы сығарғандар, ти.

«Урал» йырының ете варианты бар. Ошо «Урал» йырының бер вариантын тыңлап  ҡарайыҡ.

Яҙманан «Боронғо Урал» көйө яңғырай.  «Урал» йырының тексы уҡыла.

-Әйҙәгеҙ. Бергәләп уҡыйыҡ( күмәкләп хор менән уҡыу)

Экран:

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

- Йыр ниндәй темаға арналған?

- «Урал» йырында халыҡтың-тыуған иленә ҡайнар  һөйөүе, ата- олатайҙарҙың һөйәге ятҡан изге ергә мөхәббәте, уны дошмандарҙан һаҡлау идеяһы төп урында тора.

- Халыҡ Уралды нимә  тип атай? Нимә ул башҡорт халҡы өсөн?

- Башҡорт халҡының төйәге.Тыуған ере. Ошо ерҙә беҙҙең ата- бабаларыбыҙҙың ҡәбере. Шуның өсөн дә изге был ер беҙгә.

Йырҙың беренсе куплетын бер уҡыусы уҡып ишеттерә.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы

 – Атай-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-ћыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

- Беренсе  строфала нимә тураһында  һүҙ бара?

- Уралды яҡлап яуҙа үлгән батырҙар тураһында.

- Ниндәй яуҙарҙы, ниндәй батырҙарҙы беләһегеҙ?

- Ҡараһаҡал , Батырша, Салауат яуҙары.

Был яуҙарҙа тыуған ил тупрағы халыҡ ҡаны менән һуғарыла, Урал- тыуған төйәк изге ҡәберҙәр менән ҡаплана. Ана шул тарихи ваҡиғалар «Урал» йырында дөйөмләштерелә:

                      Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы,

                      Ете ырыу илдең төйәге.

                      Ирек яулап үлгән иркәйҙәрҙең

                      Шунда ята изге һөйәге.

Ләкин үкенескә ҡаршы ,бөгөн Тыуған ил, ер өсөн генә һәләк буламы башҡорт егеттәре? (Чечня, Афған ваҡиғалары тураһында әңгәмә).

Икенсе строфаны икенсе уҡыусы уҡый.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары.

-Ни өсөн ҡырҡып алған  саҡта талдан ҡан тамған һымаҡ тойола?

-Ниндәй ҡан һуң ул? (Яуҙа үлгән батырҙар ҡаны. Еребеҙ батырҙар ҡаны менән һуғарылған. Тыуған тупраҡҡа ҡан һеңгән).

Өсөнсө строфаны өсөнсө уҡыусы уҡый.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

-Ни өсөн Уралдан да бейек тау юҡ тип әйтелә? Ысынлап та шулаймы? (Сөнки Урал беҙҙең тыуған еребеҙ, ә тыуған ер кеше өсөн иң бөйөк, иң матур, иң гүзәл һәм изге төйәк).

Аҙаҡҡы ике юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? (Тыуған ил, ер өсөн ҡорбан булыу- ул изге, бөйөк эш. Сөнки ҡол булып йәшәгәнсе, көрәшеп үлгәнең артыҡ).

 Дүртенсе строфаны икенсе уҡыусы уҡып ишеттерә.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Һуңғы строфала нимә тураһында һүҙ бара? (Уҡ- һаҙағын ҡулына алып, халҡы өсөн йән аямай көрәшкән, ғүмерен биргән- Уралын бирмәгән).

- «Урал» йыры башҡорт халҡының гимны тип йөрөтөлә. Ни өсөн?

(Сөнки йырҙа башҡорт халҡының тарихы, героик үткәне, бөтә тормошо сағыла.)

- Дәрестә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Йыр һеҙгә оҡшанымы? Нимәгә өйрәндегеҙ? Ниндәй фәһем алдығыҙ?

Урал һәм йыр һүҙҙәре менән синквейн төҙөргә.

1. Урал

2. 2 сифат

3. 3 ҡылым

4. Өҙөктән 1 һөйләм.

5. Һеҙҙең өсөн Урал нимә ул?

- Халыҡ ижады- халҡыбыҙҙың меңәр йылдар буйына һаҡланып килгән бай хазинаһы. Беҙгә аманат булып тапшырыла. Шуның өсөн беҙ уларҙы өйрәнергә, һаҡларға, киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән үҙ ерен һаҡлап, яҡлап, үҙҙәренә   азатлыҡ   даулап, бик күп яуҙар үткән,  күпме ирҙәр баштарын һалған.

Был көрәш бөгөн дә дауам итә. Бөгөнгө көндә Башҡортостан экологияһын яҡшыртыу өсөн бик күп эштәр эшләнә. Ләкин әле улар аҙ. Әленән әле яңы бәләләр ҡубып тора. Тыуған еребеҙ матур, таҙа, гүзәл булып киләһе быуындарға күсһен өсөн бик күп эштәр эшләйһе бар.

Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар. Уҡытыусы ла уларҙың эшмәкәрлеген баһалай.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт халыҡ йыры «Урал»

Слайд 2

Нинд әй гүзәл халыҡ йыры, күпме көс, тәрәнлек бар... Баязит Бикбай

Слайд 10

Беҙҙең эраға тиклем 2 быуатта йәшәгән тарихсы Клавдий Птоломей төҙөгән картала Урал тауҙары Рифей тауҙары тип аталған. Икенсе бер тарихсы Дамаст Сигейский һәр ваҡыт төньяҡ елдәре иҫеп торған Риппей тауҙары тураһында яҙып ҡалдырған. Урыҫтар Урал тауҙарын Билбау, Себер тауы, Ҙур таш, йә иһә Ер Билбауы тип атағандар. «Урал» башҡортса «урау», йәғни «билбаулау», «уратыу» тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараздар бар.

Слайд 11

Үҙ илем—алтын бишек. Алтын менән көмөш яуған ерҙән тыуған ил яҡшы. Батыр ир-егеттәр—ил күрке. Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. Иле барҙың көнө бар.

Слайд 12

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы — Ата-олатайҙарҙың да төйәге. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған Шунда ята батырҙар һөйәге. Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың, Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта, Яуҙа улгән батыр ҙа ҡандары. Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ. Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ. Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уралын.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

Мостай Кәрим ижадында халыҡ педагогикаһы

О педагогических  исследованиях  творческого наследия Мустая Карима в современной школе....

Ер есімі ел есінде. Сыныптан тыс сабақтың тақырыбы: Халық қаһарманы - Бауыржан Момышұлы.

Ер есімі ел есінде. Сыныптан тыс сабақтың тақырыбы: Халық қаһарманы - Бауыржан Момышұлы. ...

Сабақтың тақырыбы. Алтын сақа. Халық ауыз әдебиетін қайталау.

Сабақтың мақсаты.1.     Білімділік. Оқушылардың ертегілер туралы түсініктерін кеңейту және естерінде сақтау. Халық әдебиетін қайталап , еске түсіру. Сабақ электрондық оқулықп...

Халықтардың ұлы қоныс аударуы

Ғұндардың қоныс аударуы, шаруашылығы мен тұрмыс-тіршілігінің ерекшеліктері туралы білім беру. Оқушының ой-өрісін, ойлау, сөйлеу қабілетін дамыту және сұрақ-жауап әдісі бойынша сабақтың тақырыбына...