Дәрес темаһы Мостай Кәрим ижады
план-конспект урока

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы Мостай Кәрим ижады

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_temahy_m.krim_izhady.docx20.88 КБ

Предварительный просмотр:

                      Башҡортостандың халыҡ шағиры
         М.Кәримдең тормош һәм ижадына арналған дәрес-уйын
Тема: Мостай Кәрим ижады.
Маҡсат : Мостай Кәрим ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,
йомғаҡлау. Шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Уйын барышы:
Уҡыусыларҙы командаларға бүлеү, капитан һайлайҙар.
Жюри һайлана.

l. Тест. Командаларға бер үк төрлө һорауҙарҙан торған тест бирелә. Кем дөрөҫ һәм
тиҙерәк яуап бирә шуға ҡарап мәрәйҙәр ҡуйыла.
Тест һорауҙары
1. Мостай Кәримдең йәшәгән йылдары.
а) 1915-2005 в) 1919-2005

б) 1920-2002

г) 1918-1999

2. Мостай Кәримдең тыуған районы

а) Күгәрсен

в) Миәкә

б) Шишмә

г) Ишембай

3. Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған йылдары
а) 1935-1939 в) 1936-1940

б) 1933-1938

г) 1938-1942

4. Беренсе китабының исеме:
а) «Яҙғы тауыштар» б) «Отряд ҡуҙғалды»
в) «Минең атым»
5.
«Күҙ йәштәрен юҡҡа түкмәйек,
Улар ҙа бит дәүләт байлығы.
Ул байлыҡты әрәм итмәйек».
Был өҙөк ниндәй шиғырынан?

а) «Ҡоролтайға ҡотлау»
в) «Ләйсән»

б) «Айһылыуҙың күҙ йәштәре»

6. Нисәнсе йылда халыҡ шағиры тигән исем бирелә?
а) 1965 в) 1960
б) 1963 г) 1970
7.
Ниндәй китабы өсөн Г.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы
дипломға лайыҡ була
?
а) «Ҡайтыу» б) «Хәбәр көтәм»
в) «Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ»
8. Нисәнсе йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе
булып эшләй?
а) 1951-1962
б) 1949-1960
в) 1961-1969
9. Илленсе йылдарҙа ижад ителгән иң гүзәл әҫәре:
а) «Европа-Азия »
б) «Отряд ҡуҙғалды»
в) «Минең атым»
10. Башҡорт дәүләт театры сәхнәһенә күтәргән драма әҫәре
а) «Йырланмаған йыр»
б) «Туй дауам итә
в) «Йәйәүле Мәхмүт»
ll. «Блиц-турнир». Билдәле ваҡыт эсендә (мәҫәлән, 20 секунд) нисә һорауға
команда дөрөҫ яуап бирә – шул тиклем мәрәй була. Командалар алмашлап яуап

бирә. Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар икенсе командаға бирелә. Һорауҙар туҡтауһыҙ
бирелә.
Проза өлкәһенән:
1. «Өс таған» әҫәрендә һүрәтләнгән ауылдың исеме?
2. Кирәмәттең хәсрәтен кем һөйләй?
3. Бәке урлаған малай?
4. Кем ул «Ҡыр кәзәһе»?
5. Айҙарҙың һеңлеһе?
6. Ғабдулла таҡҡан миҙал исеме?
7. Өсөнсө терәү
8. Йырға оҫта малай
9. «Өс таған»дың жанр төрө
10.Һыуы боҙ кеүек һалҡын күл.
«Айгөл иле» драмаһынан:
1. Айгөл кемде эҙләй?
2. Кем ул Йәғәфәр Моратшин?
3. Зөлхәбирә йәшәгән ил?
4. Синьор К. Пиккио танышҡанда нимә бирә?
5. Ябағаев нисек үлә?
6. «Етем өйрәк бәпкәһенә йомортҡа һалған өйрәк инә түгел…». Был һүҙҙәрҙе
кем әйтә?
7. Айгөлдө яратҡан егет?
8. Айыу тиреһенә ҡыҙыҡҡан кеше?
9. «Айгөл иле»нең жанр төрө?
10.Айгөлгә нисә йәш?
«Үлмәҫбай» поэмаһынан:
3. «Үлмәҫбай»ҙың жанр төрө?
4. Немец офицерын ниндәй йәнлек исеме менән атай?
5. Үлмәҫбайҙың һөйгән йәре?
6. «Әйткән һүҙ…»
7. «Үҙе биш ҡарыш самаһы
Һаҡалы…»
8. Үлмәҫбайҙың дуҫ егете?
9. «Үҙе йөнтәҫ, үҙе ҡара,
Гүйә һарыҡ бәрәне». Кем ул?
10.«Ир ҡанаты…»
11.Халыҡ ижадының ниндәй жанрына тартым?
12.Үлмәҫбай рус әҙәбиәтендәге ниндәй образға оҡшаш?
lll. Командалар Мостай Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерәләр. Мәрәйҙәр
башҡарыу оҫталығына ҡарап ҡуйыла.
lV. Яҙыусының әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән иллюстрациялар конкурсы,
кроссворд систереү, “Юғалған әйбер”ҙең М.Кәримдең ҡайһы әҫәренән
алынғанлығын асыҡлау уйыны һәм башҡа ярыш төрҙәрен алырға ла мөмкин.
V. Капитандар ярышы
Батмусҡа һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙар һалына. Капитандар алмашлап алып яуап
бирәләр.
1. М.Кәримдең автобиографик әҫәре?
2. «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрендә төп герой.
3. Драма әҫәрҙәрен һанарға
4. Әҫәрҙәре ниндәй телдәргә тәржемә ителде?
5. М.Кәрим баһалары
Vl. Уйынды йомғаҡлау. Жюри ағзалары мәрәйҙәрҙе һанап еңеүсе команданы
билдәләй.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Тема: Рәссам «Әхмәт Лотфуллиндың тормош юлы һәм ижады (1928-2007)

1) Уҡыусыларҙы рәссам «Ә.Лотфуллиндың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, художество белемен яҡшыртыу; 2)Сәнғәт әҫәрҙәрен аңлай һәм баһалай белеүҙе формалаштырыу; 3)Телмәрҙе һәм ижади фекерләүҙе үҫ...

Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)

Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...

Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.

Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...

Кры́мский мост, также Керченский мост

Занимательная  информация. П...

Контрольно-оценочные задания по учебной дисциплине "Иностранный язык в профессиональной деятельности" по теме "Наведение мостов".

Комплект контрольно-оценочных заданий для студентов 3 курса, обучающихся специальности 08.02.01 Строительство и эксплуатация зданий и сооружений по учебной дисциплине «Иностранный язык в пр...