Дәрес темаһы Б.Рафиҡовтың Хыялый шыршы әкиәтен өйрәнеү
план-конспект урока

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы Б.Рафиҡовтың Хыялый шыршы әкиәтен өйрәнеү

Скачать:


Предварительный просмотр:

Булат Рафиҡовтың «Хыялый шыршы» әкиәтен өйрәнеү
                                              (5 класс)
Тема: Б.Рафиҡовтың «Хыялый шыршы» әкиәтен өйрәнеү
Маҡсат: Күренекле башҡорт яҙыусыһы Булат Рафиҡовтың тормошо һәм
ижады менән танышыу; яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү күнекмәләрен
үҫтереү, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу, уҡыусыларҙы һау – сәләмәт тормош алып
барырға һәм тәбиғәтте һаҡларға өндәү.
Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, Булат Рафиҡовҡа арналған күргәҙмә.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу моменты.
Хәйерле көн, ҡояш ҡалҡа.
Уяналар ауылдар, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
1-се слайд.
2. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.
Дә-дә-дә – һөйләшәм башҡорт телендә,
Дә-дә-дә – уҡыйым башҡорт телендә,
Тә-тә-тә – беҙ йәшәйбеҙ Илештә
II. Өй эшен тикшереү
– Уҡыусылар, үткән дәрестә һеҙ “Ҡуян менән арыҫлан” әкиәте менән
таныштығыҙ. Хәҙер һорауҙарға яуап бирегеҙ.
2-се слайд.
Һорауҙарға яуап бирәләр.
1) Йәнлектәр ни өсөн йыйын ҡорорға булғандар һәм ниндәй ҡарарға килгәндәр?
2) Ҡуян йәнлектәр алдында ниндәй тәҡдим менән сығыш яһай?
3) Ҡуян үлемдән ҡотолоу өсөн ниндәй хәйлә ҡора?
4) Күп кенә мәҫәлдәрҙә, әкиәттәрҙә меҫкен, ҡурҡаҡ ҡына итеп һүрәтләнгән ҡуян образына һеҙҙә ниндәй ҡараш тыуҙы?
III. Инеш әңгәмә.
3- сө слайд. Тәбиғәт һүрәте.
4-се слайд. Ағастар төшөрөлгән һүрәттәр. Был һүрәттәргә ҡарап беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (яуаптар).
– Ниндәй төр ағастар була? (Уҡыусылар һанап сығалар)
– Ә һеҙ байрамдар яратаһығыҙмы? (яуаптар) Бигерәк тә көтөп алғаны ниндәй
байрам һуң? (8 март, 1 сентябрь, Яңы йыл). Ә Яңы йылды һеҙ нисек ҡаршы
алаһығыҙ? (Әлбиттә, шыршы биҙәп).
VI. Төп өлөш.
– Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Булат Рафиҡовтың “Хыялый шыршы”
әкиәте менән танышып үтәсәкбеҙ. Хыялый тип ниндәй осраҡта әйтәбеҙ. Ә һеҙҙең уҡыусылар үҙегеҙҙең ниндәй хыялдарығыҙ бар? (яуаптар)
Булат Рафиҡовтың ҡыҫҡаса биографияһы менән танышыу.
5-се слайд. Б.Рафиҡовтың портреты.
6-сы слайд. Китаптары.
7-сe слайд
1) Б. Рафиҡов 1934 йылдың 4 авгусында Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында тыуған (картанан күрһәтеү). Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты. Уның фәннифантастик темаға арналған «Лоулла», «Һуҡайлының һуңғы байрамы», «Йыһан азаматтары» повестары мәктәп уҡыусыларына арналған.
2) Уҡыусыларҙы әҫәр менән таныштырыу. Уҡытыусы әкиәтте ҡысҡырып уҡый. Уҡыусылар сылбырлап уҡыйҙар.
3) Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп эш биремдәрҙе үтәйҙәр.
8-се слайд
1-се төркөмгә “Йәш шыршының Уҫаҡ һәм Өлкән шыршы менән әңгәмәһе”;
2-се төркөмгә “Хыялый шыршы менән Айыу дуҫлығы”;
3-сө төркөмгә “Йәш шыршының Айыуҙы ҡотҡарыуы”.
V. Ял минуты.
9-сы слайд
Ял минуты бик кәрәк
Дәрестең уртаһында.
Төрлө хәрәкәттәр яһау
Арыуҙы оноттора.
Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,
Ҡоштар кеүек осайыҡ,
Ҡуян кеүек һикерәйек,
Айыу кеүек атлайыҡ,
Аттар кеүек сабайыҡ,
Бесәй кеүек һуҙылайыҡ,
Һәм урынға ултырайыҡ (төрлө хәрәкәттәр яһау).
VII. Афарин, уҡыусылар! Ял итеп алдыҡ, эшебеҙҙе дауам итәйек.
Уҡыусыларға һорауҙар, эштәр. Һәр парталағы уҡыусылар бергәләп
һорауҙарға яуап эҙләй, яуап бирә тик береһе.
10-сы слайд:
1. «Тамырҙарҙы өҙмәйенсә, ерҙән айырылып буламы?» тигән тәрән фәлсәфәүи юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
2. Ағастар кешеләр тураһында ниндәй фекерҙә?
3. Әҫәрҙә ниндәй проблема күтәрелә һуң, һеҙ уны нимәлә күрәһегеҙ?
4. Шыршы һәм айыу кешеләрҙең яуапһыҙ ғәмһеҙлегенән нисек ҡасып
ҡотолғандар? Һеҙ уны нимәлә күрәһегеҙ?
(Яуаптарҙы тыңлау.)
11-сe слайд:
VII. Ихтирамын күреп, мыҫҡыллы йылмайыу, тетрәнерлек күренеш, иң аҡыллы ағас һүҙбәйләнештәренең мәғәнәләрен аңлатығыҙ. Ошо һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
12-се слайд:
– Автор йондоҙҙар теле менән ниндәй тәрән фекер әйткән? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ әле.
(Уҡыусы уҡый, шул ук ваҡытта слайдта яҙыла бара)
Тәбиғәт алдында барығыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы, ти улар. Һәр үләндең, һәр ағастың, һәр хайуан-ҡоштоң Ергә кеше менән бер рәттән хужа булырға хаҡы бар икән.
Кешеләргә шуны аңлатып бирә алмаһағыҙ, улар һеҙҙе лә, үҙҙәрен дә һәләк итәсәк, ти йондоҙҙар.
VIII. Йомғаҡлау.
Беҙ һеҙҙең менән ниндәй әкиәт уҡыныҡ? Б. Рафиҡовтың әҫәре оҡшанымы?
Кешеләрҙең дә шыршы кеүек аҡыллы булыуын теләйһегеҙме? Тәбиғәтте һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Өй эше. Әкиәтте уҡырға, “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ” тигән темаға һүрәт төшөрөргә.
Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Тема: Обобщение, систематизация и проверка знаний по теме "Имя прилагательное" (На материале декоративно-прикладного искусства. Русская матрёшка). 6 класс. (тема рассчитана на 2 часа)

Тема: Обобщение, систематизация и проверка знаний по теме "Имя прилагательное"  (На материале декоративно-прикладного искусства. Русская матрёшка). 6 класс.   ...

Конспекты по экологии с контрольными вопросами по темам: Тема № 4: « Понятие мониторинга окружающей среды». Тема № 5: Источники загрязнения и основные группы загрязняющих веществ в природных средах. Тема урока № 6: Организация рационального природопо

Конспекты по экологии по темам:4.Понятие мониторинга окружающей среды,5. Источники загрязнения и основные группы загрязняющих веществ в природных средах, 6.Организация рационального природопользования...

Контрольный диктант по теме "Глагол"-5кл,К.Р.для 5кл. по теме "Прилагательное".К.Р.для 5кл. по теме"Существительное"К.Р.для 5кл. по теме"Фонетика"К.Р. для 7 кл. за 1 и 2 полугодие.

Контрольный диктант по русскому языку 7 класс по теме "Глагол" помогает проверить качество усвоения основных орфограмм по теме, разработан в соответствии стандарта ФГОСДанная конторльная работа по рус...