Сочинение "XXI быуат уҡытыусыһы "
творческая работа учащихся (8 класс)

Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә  ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер?

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon insha.doc30.5 КБ

Предварительный просмотр:


Мәктәптә кем һуң ҡаршылай

Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен. 

(Р.Шаммас. “Уҡытыусыма”)

Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә  ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер?

Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алған.

XXI быуатта ниндәй булырға тейеш бөгөнгө көн уҡытыусыһы? Ошо һорауҙар тураһында минең бик күп уйланғаным бар.

XXI быуат – яңы информацион технологиялар заманы. Хәҙерге мәктәп шарттары беҙгә дәрестәрҙә төрлө компьютер техникаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әлеге көндә компьютерһыҙ дәрестәрҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Компьютер – уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә. Ә шулайҙа, компьютер уҡытыусыны алыштыра алмай, ә тик техник сара булып ҡына хеҙмәт итә.

Мин уҡыған Аллабирҙе  урта мәктәбендә XXI быуат уҡытыусылары эшләй ҙә инде. Улар һәр береһе үҙҙәренең һөнәрен яратып,күңелен һалып башҡара. Уҡыусылар араһында ҙур хөрмәт яулаған уҡытыусыларҙың береһе Күҙбаева Наилә Нәҙир ҡыҙы. Ул ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған йәш белгес. Беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә. Телебеҙҙең матурлығын, байлығын уның дәрестәрендә өйрәнәбеҙ.

 Наилә Нәҙир ҡыҙының уҡыусылары ижади эштәрҙә, олимпиадаларҙа һынатмай.

 Мин дә, уҡытыусымдан алған белемемде нурҙар итеп таратам: иншалар конкурсында бер нисә йыл рәттән призлы урын алдым, ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада ла алдынғы урынға сыҡтым. Туғанлыҡ сылбырҙарын барлап “Шәжәрә” байрамын да ҡатшашып “Иң яҡшы шәжәрә”  тигән исем яуланым.Ошо минең ҡатнашып , яулап алған уңыштарым, уҡытыусымдың эш  һөҙөмтәһе лә инде. Бына ул –XXI быуат уҡытыусыһы.

Наилә Нәҙир ҡыҙы мәктәптә талапсан уҡытыусы, өйҙә мөләйем ҡатын, уңған хужабикә, хәстәрле әсә.

Ҡәҙерле уҡытыусыма яуаплы, ауыр, изгелекле эшендә уңыштар, ижади асыштар теләйем.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016

Заявление, рекомендации, информационная карта  участника конкурса "Педагог года - 2016"....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

XX быуат әҙбиәте темаһы буйынса презентация

Был презентацияны өҫтәлмә күргәҙмәлелек итеп башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланырға мөмкин....