Тәрбиә эшендә ҡурҡытыу урынлымы?
материал

Шайхуллина Эльза Нагимовна

сайт учителя башкирского языка и литературы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл trbi_eshend_kurkytyu_urynlym1.docx12.56 КБ

Предварительный просмотр:

Тәрбиә эшендә ҡурҡытыу урынлымы?

Йыш ҡына ата-әсәләр балаһын тыңлатаһы килгәндә уны ҡурҡытып йә  өркөтөп үҙ тигәндәренә ирешәләр. Баланың ботҡа ашаһы килмәй, уны бабай менән ҡурҡыталар. Урамдан керәһе килмәгән балаға убырлы ҡарсыҡ, айыу өрәге ҡулланыла. Бала йоҡларға теләмәһә, нимә генә уйлап сығармайбыҙ, ҡойроҡло ен дә ҡалмай, убыр ҙа, башҡаһы ла ярҙамға саҡырыла. Ата-әсә шулай итеп үҙенән кире маҡсатҡа ирешә. Ҡурҡыныс бабай тоғона эләкмәҫ өсөн ауыҙына бутҡа тултырған баланың ул ризыҡ тамағынан үтер, ашы-аш булып барыр тиһегеҙме? Ен-убырҙан ҡурҡҡан бала төн буйы һаташып сығасаҡ. Ҡайһы бер өлкәндәр беренсе класҡа кергән балаһын насар һанаған өсөн, бысраҡ яҙғанда ҡурҡытыу ысулы менән үҙ тигәненә ирешмәксе була. Ҡурҡҡан баланың ҡулдары ҡалтырый, күҙенә йәш тығыла, яҙыуы тағын да боҙола. Ҡурҡытыу сараһы булараҡ күп ваҡытта атай кеше һүрәте лә ҡулланыла. Бына атағыҙ ғына ҡайтһын, был ҡыланышығыҙ өсөн ул һеҙгә күрһәтер! Ғәҙәттә, күп ғаиләләрҙә баланы ата ҡараскыһы итеп күрһәтәләр, янауҙарҙы йыш осратырға була.

Дөрөҫ тәрбиә һәм ҡурҡытыу, өркөтөү ҡапма-ҡаршы күрһәтәләр. Дөрөҫ тәрбиә бала шәхесенең күркәм сифаттарын үҫтерүгә, уның тәртибе, үҙ-үҙен тотошон аңлы- актив итергә булышһа, ҡурҡытыу, янауҙар баланы ихтыярһыҙ һәм ҡурҡаҡ итеп тәрбиәләй. Ҡушып, бойороп, баҫым яһап эшләтеүгә ғәҙәтләндерә. Шуға күрә янау, ҡурҡытыуҙарға тәрбиә эшендә урын юҡ! Ата-әсәләр үҙ маҡсаттарына талапсанлыҡ, ғәҙеллек, инандырыу юлы менән һәм балаларына яҡшы мөнәсәбәт арҡылы ирешергә була.

 

Баланы нисек маҡтарға?

Биш йәшкә ҡәҙәр баланы ҡурҡмайынса маҡтарға була. Маҡтау уны боҙмаясаҡ. Унан һуң баланың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап саманы белергә кәрәк. Маҡтай белеү – һирәк талант. Әммә бала тәрбиәләүсе һәр бер ата-әсә быны үҫтерә ала. Теләк кенә булһын. Маҡтаған саҡта баланың уңай яҡтары асыла, күңеле күтәрелә, дәрте үҫә. Ике аралағы мөнәсәбәттәр яҡшыра. Маҡтап бер баланың да боҙолғаны юҡ әле. Әгәр һеҙгә бала саҡта маҡтау аҙ эләккән икән, үҙегеҙ ата-әсә булғас был хатаны балаларығыҙҙа ҡабатламағыҙ, уларҙы йышыраҡ маҡтарға тырышығыҙ. Тора-бара йомарт маҡтауығыҙ үҙегеҙгә үк яҡшы менән әйләнеп ҡайтыр. Әлбиттә, маҡтауҙың үҙ урыны, самаһы бар. Әгәр аҙым һайын маҡтап торғанда бала үҙенең ғәҙәти эштәрен дә ҙур ваҡиға итеп ҡабул итергә мөмкин. Ҡайһы бер ата-әсәләр маҡтау менән генә ҡалмайҙар ус тултырып аҡсаһын, бүләген бирәләр. Тыйнаҡһыҙлыҡ, эреләнеү ана шунан башлана. Шулай ҙа, маҡтау һүҙҙәренә һаранланмайыҡ. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, балағыҙҙы һуңғы тапғыр ҡасан маҡтаған инегеҙ.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укыту-тәрбия эшендә Ризаэддин Фәхреддин хезмәтләре

Бу мәкаләдә укыту-тәрбия процессында Р.Фәхреддин мирасын кулланудагы эш тәҗрибәсе яктыртыла....

"Киләчәгеңне бүген төзе!" (Р.Фәхреддин иҗатын сыйныфтан тыш тәрбия эшендә куллану)

Әти-әниләр катнашындагы сыйныф сәгате эшкәртмәсе. Р.Фәхреддиннең "Сәлимә, яки гыйффәт" әсәре буенча....

Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар

Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар...

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...

“Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”

Выступление на курултае на тему “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаллеге”...

“Укыту-тәрбия эшендә инновацион технологияләр”

Инновацион технологияләр кулланып укыту - уку процессын яңача оештыру дигән сүз.Аның мөһиммәсьәләләре булып өйрәнелә торган фәнгә кызыксыну уяту, танып-белү активлыгын үстерү,аралашу процессында үзара...