Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеген проектлау буйынса тәҡдимдәр
проект
Проект эше
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ukyusylarzyn_ukyu_eshmkrlegen_proektlau_buyynsa_tkdimdr.docx | 25.39 КБ |
Предварительный просмотр:
МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
2-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеген проектлау буйынса тәҡдимдәр
Төҙөүсе-автор:
Билалова М.М.
Нефтекама ҡалаһы
Әҙәбиәт
- Бондаренко А.И. Проект как одна из форм организации образовательно-воспитательного процесса в начальной школе. – Начальная школа плюс до и после, №5, 2004.
- Пахомова Н.Ю. Метод учебного пректа в образовательном учреждении. М.:Аркти, 2003.
- Селевко Г.К. Современные образовательные технологии: учебное пособие. – М.:Народное образование , 1998.
- Советова Е.В. Эффективные образовательные технологии. – Ростов-на-Дону: Феникс, 2007.
Проект эшмәкәрлеге – сағыштырмаса яңы педагогик технология, сөнки уның киләсәге бик өмөтлө.
Проект – ул маҡсат, уны уҡыусы аңлай, ҡабул итә, үҙенең эшмәкәрлегендә ҡуллана ала. “Проект” һүҙе латин һүҙенән килеп сыҡҡан, уның мәғәнәһе “алға ташланған” тигәнде аңлата. Ул үҙеңдең алдыңа ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү тигән һүҙ.
Уҡыу проекты – балаларға бирелгән эштәрҙең күмәклеге. Унда ҡуйылған проблеманы табыу алымдары, уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы бәйләнеш, уҡыусы менән уҡыусы араһындағы эшмәкәрлек һәм әлбиттә, һөҙөмтәләрҙе анализлау, маҡсатҡа тап килеүен иҫбат итеү.
Уҡыу процесында проект эшмәкәрлегенең бурыстары:
- Балаларҙы планлаштырырға өйрәтеү (бала үҙенә ҡуйылған маҡсатты аныҡ ҡына белергә, маҡсатҡа өлгәшә алырлыҡ аҙымдарҙы табырға, бөтә эшмәкәрлек барышында маҡсатлы эшләргә тейеш).
- Информация, яңы материал, күнекмәләр йыйылмаһын формалаштырыу (уҡыусы кәрәкле информацияны һайлап алырға һәм дөрөҫ ҡулланырға тейеш).
- Анализ яһай белеү һәләтен үҫтереү (креатив һәм тәнҡитле уйлай белеү). Яҙма отчеттар төҙөү, проект өҫтөндә үҙ аллы эшләү (эш барышының планын төҙөү, библиография тураһында төшөнсә биреү).
- Эш процесында һәр уҡыусы проектҡа позитив ҡарашта булырға тейеш (эште бирелгән ваҡытҡа эшләп бөтөү, инициатива, энтузиазм күрһәтеү).
Проектты барлыҡҡа килтереү (эшләү) – был иң беренсе сиратта баланың ижады. Уҡыусының үҙаллылығына таянып уҡытыусы эште проектлауҙа төрлө координаталар ҡуя ала. Баланың үҙ теләге буйынса ғына эшләү ыңғай һөҙөмтә бирә.
Уҡытыусы балаға ошондай ярҙам күрһәтә ала:
- тема буйынса әҙәбиәт һәм башҡа төр информациялар һайлау;
- алға ҡуйылған бурыс һәм маҡсатҡа өлгәшеүҙә гипотезалар формалаштырыу;
- табылған материалдарҙы ҡулланыу алымдарын һәм ысулдарын күрһәтеү;
- йыйылған материал буйынса фекер алышыу;
- сығыш яһау тексын әҙерләүҙә ярҙамлашыу;
- компьютерҙа моделләштереүҙә булышыу.
Уҡытыусы тейеш:
- проект эшенең этаптары, маҡсаты һәм бурыстары тураһында тәғәйен белергә,
- балаларға еткерә, аңлата белергә,
- ата – әсәләрҙе баланың проект эше менән таныштырып, уларҙың ярҙамын тәьмин итергә,
- һәр баланың ҡыҙыҡһыныуын булдырырға,
- баланың эмоциональ ҡарашын күрә белергә,
- һәр башланғысын, кәйефен, позитив йүнәлешен хупларға,
- һәр балаға индивидуаль ярҙам күрһәтергә,
- проектты башҡарғанда яңы информациялар ҡулланыу алымдарын;
- мәктәптә алынған белем, күнекмә, оҫталыҡ (ЗУН) кимәлен практикала ҡулланылыуын;
- ҡулланылған информацияның аңлы үҙләштерелеүен;
- проект эшләүҙә ҡулланылған методик алымдарҙың ҡатмарлы булыуы һәм уны ҡулланыу кимәле;
- проблеманы башҡарыу ысулдарын, идеяның оригиналь булыуын;
- прокттың бурысын һәм маҡсатын дөрөҫ формулировкалау;
- телдән бирелгән мәғлүт-саралар, күргәҙмә әсбаптар менән тәьмин итеү;
- презентацияны ойоштороу һәм үткәреү кимәле;
- рефлексия менән идара итеү;
- яҙма отчеттар;
- презентация әҙерләүҙә кәрәкле күргәҙмә объекттарға ижади ҡараш;
- алынған һөҙөмтәләрҙең социаль әһәмиәте.
Проект эше биш баҫҡыстан тора:
- Бурысты ҡыҫҡаса формулировкалау, практик маҡсаттар ҡуйыу.
- Ҡуйылған маҡсатты үтәү юлдарын табыу, табылған идеялар буйынса фекер алышыу.
- Табылған идеяларҙы эшкәртеү. Бөтә пландарҙы үтәү буйынса аныҡ программа төҙөү.
- Бер йәки бер нисә әйбер эшләү.
- Һөҙөмтәләр буйынса фекер алышыу һәм эшләнгән эште баһалау.
Уҡытыусы – предметты алып барыусы мөғәллим түгел, ә консультация алып барыусы остаз. Ул бирелгән бурыстарҙы үтәүгә практик әҙерлек бирә, күнекмәләр үткәрә, төрлө алымдар өйрәтә.
Баһа контроль функция үтәүен юғалта, ул белем кимәлен билдәләүсе критерий түгел. Уҡытыусы эштәргә субъектив акттар төҙөй, процесс коллектив эшкә әйләнә.
Белем алыусының өлгөргәнлеген баһалау.
Проектты эшләүсе һәм эҙләнеүсенең өлгөргәнлеген баһалау эштең эшләнеп бөтөүен, уның һөҙөмтә биреүен һәм уңышлы булыуын аңлата.
Был осраҡта баланың компететлы булыуына баҫым яһау мөһим. Ниндәй генә кимәлдә булмаһын, эш баһалау дәрәжәһенә лайыҡ.
Баһаларға мөмкин:
- үҙаллылыҡ кимәлен;
- бирелгән ролдең аныҡ башҡарылыуын;
- бөтә этапта ла кәрәкле эш күнекмәгә әйләнгәнсе шөғөлләнергә,
- мотлаҡ уңышҡа ирешерлек осраҡтар булдырырға.
Ҡайһы бер балаға ярҙам күберәк кәрәк, ә ҡайһы берәүҙәр үҙ аллы ла эшләй ала. Был осраҡта индивидуаль эшләү принцыбы ҡулланыла һәм юғары сифатҡа өлгәшеп була.
Проекттар:
- күҙаллауҙы үҫтерә;
- үҙаллы белем алыуҙы активлаштырырға ярҙам итә;
- үҙеңде уратып алған мөхитте ысынбарлыҡ итеп күрә белергә, уны төрлө яҡлап өйрәнергә өйрәтә;
- балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинселек бирә;
- күҙәтеүсән булырға;
- тыңлай белергә;
- анализ эшләргә;
- һығымта яһарға ярҙам итә;
- проблеманы кире яҡтан ҡарарға һәм уны комплекслы хәл итергә өйрәтә;
- телмәрҙе, уйлау һәләтен, күҙәтеүсәнлекте үҫтерә.
Шулай итеп, проекттар уйлау һәләтен, телмәрҙе, алған мәғлүмәтте үҙләштерергә ярҙам итә. Кәрәкле факттар булдырып, уларҙы дәлилләргә өйрәтә. Хеҙмәттәшлек юлы менән коллективта эшләргә, үҙеңә яуаплылыҡ алырға, төрлө аспекттар ярҙамында бер – береһенә бәйлелекте булдырырға, фекер алышҡанда һәр ваҡыт дуҫтарса мөнәсәбәттә булырға өйрәтә.
Проектты классификациялау нигеҙенә бер нисә билдәне һалырға мөмкин. Проекттарҙы ошолай бүлергә була:
- өйрәнеү проекты (был бик ҡатмарлы проект, шуның өсөн һайланған тема бик актуаль, ә маҡсат – аныҡ булырға тейеш);
- эҙләнеү проекты (анкета әҙерләү, таблица һәм диаграммалар төҙөү);
- ижади проект (был проекттың һөҙөмтәһе булып газета, әҙәби йыйынтыҡ, видеофильмдар, байрам сценарийҙары, спектакль һәм шиғырҙар йыйынтығы);
- ролле уйын проекты (ролдәр тикшерелә, костюмдарҙың элементтары әҙерләнә, хеҙмәттәшлеккә өйрәтелә. Мәҫәлән, лидер, эшләнгән эштәр буйынса иптәштәрен доклад йәки отчет бирергә әҙерләй);
- Төрлө кисәләр, конференция, диспут, концерт программалары, походтар үткәреү пландары төҙөлә.
Практикала ниндәй генә проект төрө булмаһын ул – эҙләнеү ҙә, ижад та, ролле уйын да булып тора.
Проектта ҡатнашыусылар һаны сикләнмәгән, ул төрлөсә. Уны бер кеше лә бер нисә төркөмдә башҡара ала. Классифмкациялары ла төрлөсә булырға мөмкин. Проектҡа күпме ваҡыт сарыф ителеүе бик мөһим.
ПЕРСОНАЛЬ ПРОЕКТТАРҘЫҢ ӨҪТӨНЛӨГӨ ШУНДА:
- проекттың планы юғары теүәллек менән төҙөлгән;
- проект эше баланың эшмәкәрлегенә бәйләнгән, унда яуаплылыҡ тойғоһо формалаша;
- проектты эшләү фекере тыуғандан алып аҙағынаса бер генә кеше башҡарыу сәбәпле уҡыусыла тәжрибә барлыҡҡа килә;
- күнекмәләр һәм оҫталыҡ формалаша.
ТӨРКӨМЛӘП ЭШЛӘГӘНДӘ ӨҪТӨНЛӨКЛӨ МӘСЬӘЛӘЛӘР ШУНДА:
- хеҙмәттәшлек итешеү күнекмәләре барлыҡҡа килә;
- проект эше төрлө яҡлы һәм тәрән мәғәнәле булыуы менән айырыла;
- проектты эшләүҙең һәр этабында, ҡағиҙә булараҡ, үҙенең лидеры барлыҡҡа килә: лидер-идея генераторы, лидер-эҙләнеүсе, лидер-биҙәүсе, лидер-режиссер һәм башҡалар. Һәр уҡыусы үҙенең ижади һәләтенә ҡарап, айырым бер төр эште башҡара башлай;
- проект төркөмдәренән төркөмсәләр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Улар проблеманы төрлөсә хәл итеүҙең мөмкин тиклем күберәк ысулдарын табырға, идеялар барлыҡҡа килтереп, үҙҙәренең фекер – гипотезаларын да әйтә; ярыш элементтары ла барлыҡҡа килеүе мөмкин.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...
Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".
Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...
Яҙыусылар менән осрашыу
Сценарий...
АТА - ӘСӘЛӘРГӘ ТӘҠДИМДӘР
АТА - ӘСӘЛӘРГӘ ТӘҠДИМДӘР...
Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу шәжәрә байрамы «Тамырҙарыңды бел»
Маҡсат: Ғаиләгә һәм туғанлыҡ мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт биреү.Бурыстар:Белем биреү: туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу ; зат- ырыу тураһында ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың ғаиләне һәм кеше шәхе...
Әҙерлек төркөмөндә белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу уйын-ярыш «Тел бәйгеһе» темаһына
Маҡсат–балаларҙың һүҙ байлығын арттырыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;Белем биреү: туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу; Башҡортостан, уның тәбиғәте, ҡала – ауылдары тураһында белгәндәрҙе иҫк...
"Тел ғилеме һәм әҙәбиәт, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыусыларҙың ғилми- тикшеренеү эшен ойоштороу"
Проект эше заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә талаптар тураһында. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ хәҙерге тормошта юғалып ҡалмаған, әүҙем, мотлаҡ үҙ урынын табырҙай шәхестәр тәрбиәләргә те...