"Тел ғилеме һәм әҙәбиәт, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыусыларҙың ғилми- тикшеренеү эшен ойоштороу"
проект

Суюндукова Зиля Минибаевна

Проект эше заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә талаптар тураһында. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ хәҙерге тормошта юғалып ҡалмаған, әүҙем, мотлаҡ үҙ урынын табырҙай шәхестәр тәрбиәләргә тейешбеҙ. Бының өсөн бөгөнгө уҡыусының  теле бай, үҫешкән  булырға, ул һәр йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш. Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:   

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла мәғариф системаһы үҙгәреү этабын кисерә һәм уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуя:

- белем биреүҙе яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  ойоштороу;

- уҡытыусы менән уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген хеҙмәттәшлек принцибына таянып ғәмәлгә ашырыу;

- әхлаҡи яҡтан камил шәхес тәрбиәләү.

Яңы шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһының төп маҡсаттары:

   - башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү; Тыуған илен, туған телен яратҡан патриоттарҙы тәрбиәләү;

    - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың башҡортса һөйләү телмәрен үҙләштереүенә өлгәшеү; тыуған еребеҙ Башҡортостанға һөйөү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәргә кәрәк:

  • предметты уҡытыуҙа эффектив алымдар, технологиялар тураһында методик әҙәбиәт менән танышыу;
  • шул алымдарҙы практикала ҡулланыу ;
  • башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы ҡулланып ҡарау;
  • алған һөҙөмтәләрҙе тикшереү;
  • тикшеренеү буйынса һығымталар эшләү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon proekt_eshe_m.doc137 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФТЕ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Башҡорт теле һәм башҡа

туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы

Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар” темаһына проект эше

        Башҡарҙы:Ейәнсура районы

Новониколаевка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәп- интернатының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Һөйөндөкова Зилә Миңлебай ҡыҙы

Тикшерҙе: курс етәксеһе                                                                                                               Илмөхәмәтов  Әхәт Ғәлим улы

 

                                                                       

                                                                   2021

   ЙӨКМӘТКЕ

Инеш өлөш.

        Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп үҙенсәлеге...........................................................................................................5

Төп өлөш      

                                                                                                                                        1.       Системалы эшмәкәрлекле белем биреү алымдары.

  1. Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлек төрҙәрен формалаштырыу.
  2. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары  буйынса заманса дәрестәргә дөйөм талаптар.
  3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә, туған әҙәбиәтте уҡытыуға, заманса технологиялар ҡулланыуға  талаптар................................................6

Йомғаҡлау.........................................................................................................18

Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................................19

ПРОЕКТ ЭШЕНЕҢ ПАСПОРТЫ

Бүлектәр

Йөкмәткеһе

1

Проект эшенең исеме

“Заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә төп талаптар”

 2

Проект авторы

Һөйөндөкова Зилә Миңлебай ҡыҙы

3

Проект эшенең етәксеһе

Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улы

4

Проект төрө

инновацион

5

Маҡсат

-Башҡорт тел һәм әҙәбиәт дәрестәре алдына ҡуйылған заман талаптарын асыҡлау.

6

Бурыстар

- Проект темаһын асыу;

- Тема буйынса мәғлүмәттәр туплау;

- Һығымта сығарыу.

7

Проект һорауҙары

-Нимә ул талап?

-Заман башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алдына ниндәй талаптар ҡуя?

-Дәрестең технологик картаһы.

8

Аннотация

Рус телле балаларға башҡорт телен уҡытыу барышында үҙенең эшмәкәрлеген планлаштыра,маҡсаттарҙы билдәләй; бер-береһе менән аралашауы;рефлексив анализ яһай белеүен тормошҡа ашырыу төп маҡсаттарҙың береһе .

9

Үткәреү ваҡыты

 13. 09. - 22.09.2021 йыл.

10

Проект эшенең этаптары

 Әҙерлек этабы: 

- планлаштырыу;

- проекттың маҡсат һәм бурыстарын билдәләү;

- фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәнеү;

- ижади әүҙемлек үҫтереү алымдарын һайлау.

Эксперименталь этап:

-  проектты эшләү;

- практик яҡтан күрһәтеү;

- дәрес өлгөһөндә иҫбатлау.

Йомғаҡлау этабы:

- проектты баһалау;

- һөҙөмтәләрҙе анализлау;

- тәжрибә уртаҡлашыу.

11

Эш һөҙөмтәләре

-заман талаптарын үтәргә тырышырға,

-эшмәкәрлек ысулын,

УУЭ нигеҙендә метапредмет һөҙөмтәләрен  формалаштырыу,                                                       - уҡытыусы белемен камиллаштырыу.

12

Кәрәкле ресурстар, материалдар

Курста бирелгән лекциялар, дәреслек,

һүҙлектәр, интерактив таҡта.

 

       Актуаллек: 

   Рәсәй мәғарифында Яңы дәүләт белем биреү стандарттары индерелеү башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә, туған әҙәбиәтте уҡытыуға ҙур талаптар ҡуя. Педагик тәжрибәмдең актуаллеге башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа айырыуса башҡорт мәктәптәре өсөн  дәреслектәр, методик ҡулланмалар юҡлығы менән билдәлә.

  Эшемдең маҡсаты:

 - дәрескә ҡарата ыңғай мотивация формалаштырыу;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу;

- Заман талаптарына ярашлы дәрестәр үткәреүҙе тәьмин итеү .

          Маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:   

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла мәғариф системаһы үҙгәреү этабын кисерә һәм уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуя:

- белем биреүҙе яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы  ойоштороу;

- уҡытыусы менән уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген хеҙмәттәшлек принцибына таянып ғәмәлгә ашырыу;

- әхлаҡи яҡтан камил шәхес тәрбиәләү.

Яңы шарттарҙа башҡорт теле уҡытыусыһының төп маҡсаттары:

   - башҡорт балаһын үҙ туған телендә матур, таҙа, аңлы һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү; Тыуған илен, туған телен яратҡан патриоттарҙы тәрбиәләү;

    - башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе балаларҙың башҡортса һөйләү телмәрен үҙләштереүенә өлгәшеү; тыуған еребеҙ Башҡортостанға һөйөү, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләү.

Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәргә кәрәк:

  • предметты уҡытыуҙа эффектив алымдар, технологиялар тураһында методик әҙәбиәт менән танышыу;
  • шул алымдарҙы практикала ҡулланыу ;
  • башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уларҙы ҡулланып ҡарау;
  • алған һөҙөмтәләрҙе тикшереү;
  • тикшеренеү буйынса һығымталар эшләү. 

Инеш өлөш

Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп үҙенсәлеге.

     Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә тәү сиратта нимәләрҙе күҙ уңында тоторға һуң? Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының төп үҙенсәлеге – уларҙың эшмәкәрлеккә ҡоролған белем биреү һәм уҡыусы шәхесен үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуы. Хәҙерге заман белем биреү системаһы уҡытыу һөҙөмтәләрен билдәле белемдәр йыйылмаһы итеп ҡарауҙан баш тартып, реаль эшмәкәрлек төрҙәрен формалаштырыуға йөҙ тота. Йәғни, белем биреүҙән тыш, был белемдәрҙе ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының методологик нигеҙен шәхесте үҫтереүгә, гражданлыҡ тойғоһон формалаштырыуға йүнәлтелгән системалы эшмәкәрлекле белем биреү алымдары тәшкил итә.

Тө п өлөш.

Системалы эшмәкәрлекле белем биреү алымдары.

   Системалы эшмәкәрлекле белем биреү алымдары уҡыусылар үҙләштерергә тейешле универсаль уҡыу эшмәкәрлеге һәм төп бурыстарҙан сығып, белем биреүҙең мөһим һөҙөмтәләрен айырып алырға мөмкинлек бирә. Мәғариф системаһында мәктәп уҡыусыһының шәхесе үҫеше, иң тәү сиратта, уҡыу уҡытыу, тәрбиә процесының нигеҙе булараҡ сығыш яһаусы универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу аша тәьмин ителә. Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлек төрҙәрен үҙләштереүҙәре уларға артабан үҙ аллы яңы белемдәр алырға, шулар аша компетенцияларын үҫтерергә, индивидуаль белем алыу траекторияһын ойошторорға мөмкинлектәр тыуҙыра. Бөгөнгө белем биреү процесында уҡыусыларҙың үҙаллы белем ала (таба), кәрәкле мәғлүмәт туплай, гипотеза тәҡдим итә, һығымталар яһай белеүҙәрен формалаштырыусы алымдарҙы һәм методтарҙы ҡулланыу проблемаһы актуаль булып ҡала. Йәғни бөгөнгө уҡыусыла уның үҙаллы белем ала белеүен тәмьин итеүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге формалашырға тейеш. Шуға күрә лә белем алыуҙы ойоштороуҙа алға ҡуйылған бурыстарҙы һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеүгә йүнәлтелгән системалы эшмәкәрлекле белем биреү ысулдары уңышлыларҙан һанала.

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлек төрҙәрен формалаштырыу.

Бөгөнгө мәғариф системаһы – мәктәп – мәғлүмәт сығанағы булыуҙан бигерәк белем алырға өйрәнеү үҙәгенә әүерелә. Бында уҡыусы белем алырға өйрәнә, ә уҡытыусы был процесты ижади ойоштороусы оло иптәш, ярҙамсы булараҡ сығыш яһай. Әлеге бурыстар уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлектәрен формалаштырыу аша тормошҡа ашырыла ла инде. Универсаль уҡыу эшмәкәрлектәре (шәхсән, танып белеү, регулятив һәм коммуникатив) – дөйөмләштерелгән эш хәрәкәттәр, уҡыусыларҙың донъяны танып белеүен, белем алыуға ынтылыштарын тәьмин итә, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡандыра. Уҡыусыларҙың алған белемдәре уларҙың үҙ  эҙләнеүҙәре, эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһе булһын өсөн был эҙләнеүҙәрҙе, танып-белеү эшмәкәрлеген ойошторорға (ойоштора белергә), был эшмәкәрлек йәки процесс менән идара итергә, уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре артабан үҫтерергә кәрәк

Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары  буйынса заманса дәрестәргә дөйөм талаптар

Бөгөнгө көндә яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары заманса дәрестәргә дөйөм талаптар билдәләй:

● яҡшы йыһазландырылған кабинетта ойошторолған яҡшы дәрес һәйбәт башланып, һәйбәт тамамланырға тейеш;

 ● уҡытыусы дәрестең темаһын, маҡсатын, бурыстарын аныҡ формалаштырып, үҙенең дә, уҡыусыларының да эшмәкәрлеген планлаштыра;

● дәрес ниндәй ҙә булһа проблеманы хәл итеүгә ҡоролған һәм үҫтерешле булырға тейеш: уҡытыусы үҙе лә уҡыусылар менән хеҙмәттәшлеккә ынтыла һәм шул уҡваҡытта уҡыусыларҙы ла уҡытыусы һәм класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белә;

● уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә;

● уҡыусылар үҙҙәре һығымта яһай;

 ● дәрес ижади мөхиттә үтә;

 ● ваҡытты һәм һаулыҡты һаҡлау талаптары үтәлә;

● иғтибар үҙәгендә – уҡыусылар;

 ● уҡыусыларҙың белем кимәлен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эш материалы һайлана;

● уҡыусыларҙың психофизиологик, индивидуаль, кластың профиль үҙенсәлектәрен, кәйефтороштарын иҫәпкә алына;

● уҡытыусының үҙ методик оҫталығын күрһәтә, файҙалана белеүе мөһим;

 ● кире бәйләнеш булдырыу

 ● дәрес ыңғай психологик мөхиттә үтергә тейеш. Яңы шарттарҙа уҡытыусы түбәндәге педагогик техника принциптарына таянып эшләргә тейеш:

 ● һайлау ирке (белем биреүсе йәки етәксе эшмәкәрлектә уҡыусыға һайлау хоҡуғы бирелә);

 ● асыҡлыҡ (белем биреп кенә ҡалмай, уның сиктәрен дә күрһәтеү, уҡыусыны сиселеше өйрәнелеүсе курс сиктәренә сыҡҡан проблемалар алдына ҡуйыу);

● эшмәкәрлек (уҡыусылар тарафынан белемдәрҙең эшмәкәрлек формаһында үҙләштерелеүе, йәғни уҡыусы алған белемдәрен практикала ҡуллана, файҙалана белергә тейеш);

 ● идеаллыҡ (эшмәкәрлектең юғары һөҙөмтәлелеге, уҡыусыларҙың үҙ мөмкинлектәрен, белемдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын максималь файҙаланыу)

 ● кире бәйләнеш (белем биреү процесын кире бәйләнеш ысулдары системаһы ярҙамында контролдә тотоу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә, туған әҙәбиәтте уҡытыуға, заманса технологиялар ҡулланыуға  талаптар.

Уҡытыусы быға тиклем дә, бөгөн дә дәресен алдан планлаштырырға, уны ойоштороуҙо ныҡлап уйларға, алып барырға, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһаларға, кәрәк булғанда төҙәтмәләр индерергә, анализ яһарға, контрольбаһалау эштәрен үткәрергә бурыслы. Эш практикаһында киң таралған ҡатнаш дәрес миҫалында дәрестә уҡытыусы менән уҡыусы эшмәкәрлегенә талаптарҙы ҡарап үтәйек:

 Дәрескә талаптар.  Традицион дәрес . Заманса дәрес тибы.

  Традицион дәрестә уҡытыусы дәрес темаһын үҙе иғлан итә, маҡсат һәм бурыстар, уҡыусылар нимәгә өйрәнергә тейеш булыуҙарын

 хәбәр итә . Уҡытыусы уҡыусылар тарафынан практик эштәрҙең башҡарылыуын контролдә тота. Яңы типтағы дәрестәрҙә уҡыусылар  теманы үҙҙәре формалаштыра.Уҡыусылар тарафынан ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү юлдары билдәләнә. Уҡыусылар үҙҙәре билдәләгән планға ярашлы белем алыу эшмәрлеген тормошҡа ашыра (индивидуаль һәм төркөм).Уҡыусылар контролде тормошҡа ашыра (үҙконтроль, үҙара контроль формалары ҡулланыла)  Уҡыусылар килеп тыуған ауырлыҡтарҙы үҙҙәре хәл итергә тырыша.Эштәрҙе баһалағанда  традицион дәрестә уҡытыусы уҡыусыларҙың дәрестәге эштәрен баһалаһа, ә яңы типтағы дәрестәрҙә  уҡыусылар һөҙөмтәһенә ҡарап эшмәкәрлеккә баһа бирәләр.   Йомғаҡлау өлөшөндә уҡытыусы уҡыусыларҙың нимәне иҫтә ҡалдырыуҙарын асыҡлай, өйгә эш  иғлан итә һәм аңлата , заманса дәрестәрҙә рефлексия үткәрелә,уҡыусылар үҙ мөмкинлектәренән сығып тәҡдим ителгән эш төрөн һайлап ала. Килтерелгән ике дәрес тибынан күренеүенсә, улар, беренсе сиратта, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеге буйынса бербереһенән айырыла. Традицион типтағы дәрестәге уҡытыусы ҡушҡанды ғына үтәп ултырыусынан уҡыусы хәҙер инде төп эшмәкәргә, ижадсыға әүерелә. Дәрескә әҙерлек бөгөнгө көндә лә бөтә уҡытыусыларға таныш дәрес этаптарына нигеҙләнә. Был дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү; уҡыу-уҡытыу материалының йөкмәткеһен һайлап алыу; уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу формаларын билдәләү; уҡытыу алымдарын һәм методтарын һайлап алыу; өйгә эш материалын һайлау; контроль ысулдарын билдәләү; уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау өсөн дәрестә урын һәм ваҡытын уйлау; йомғаҡлау өсөн һорауҙар һайлау, рефлексия ысулдарын билдәләү һәм башҡалар. Ләкин хәҙерге заман дәресенә әҙерлек ваҡытында уҡытыусы һәр этапҡа эш формаларын, методтарын, уҡыу материалы йөкмәткеһен, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ысулдарын һайлағанда тәнҡит күҙлегенән ҡарап уҡыусы менән уҡытыусы тиң хеҙмәттәшлек итергә тейеш булыуҙан, емешле ижад итеү мөмкинлектәрен тыуҙырыу кәрәклегенән сығып эш итергә, йәғни үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан билдәләп, педагогик хеҙмәттәшлек йөкмәткеһен планлаштырырға бурыслы. Уҡыусының эшмәкәрлеге өс яҡлап та иҫәпкә алынырға һәм танып белеү, коммуникатив һәм регулятив һөҙөмтәләргә ирешеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш.

Дәрескә әҙерләнгәндә иң ҡатмарлыһы – уҡыу материалының йөкмәткеһен һәм уҡытыу (белем биреү) методтарын һайлап алып, оптималь ҡулланыу., индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

● дәрестең ыңғай үтеүе өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

 ● белем биреүсе, тәрбиә һәм үҫеш маҡсаттарын комплекслы планлаштырыу.

● дәрес йөкмәткеһендә һәм темала төп, мөһим материалды айырыу;

 ● дәрес этаптарының маҡсатҡа ярашлы эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү, материалды үҙләштереүҙең, эшмәкәрлек төрҙәренең рациональ бүленешен тәьмин итеү;

 ● иң ҡулайлы, эффектив методтарҙы, алымдарҙы һәм уҡытыу сараларын һайлау;

● уҡыусыларҙың психофизиологикминут) яңы материалды үҙләштереүгә арналған булырға тейеш.

 Яңы материал ныҡлы үҙләштерелһен өсөн, уны үтелгән темаларға бәйләп актуалләштереү мөһим. Шуға күрә яңы тип дәрестәрҙең башланғыс өлөшөндә үк белемдәрҙе актуалләштереү, уның үткән темалар менән бәйләнешен асыҡлау, был яңы белемдәрҙең киләсәктә беҙгә ниңә, ҡайҙа, ҡасан кәрәк буласағын билдәләү бик мөһим этаптарҙан һанала. Был, үҙсиратында, предметҡа һәм темаға ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, мөһимлеген, кәрәклеген аңларға булышлыҡ итә (мотивацияны күтәрә). Уҡытыусы менән уҡыусыларҙың хеҙмәттәшлеге нигеҙендә тыуған эшмәкәрлектә яңы белемдәр үҙләштерелә, практик эш төрҙәрендә нығытыла. Контроль был осраҡта баһалау ысулы булыуҙан бигерәк ике яҡлы "уҡытыусы-уҡыусы" бәйләнешенә әйләнә. Йомғаҡлау рефлексия формаһында ойошторола. Был иң киң таралған ҡатнаш типтағы дәрестең оптималь системаһын тәшкил итә. Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, заманса дәрескә әҙерлек барышында нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә һуң? Беренсе сиратта, алда әйтеп үткән дәрес этаптарын ҡарап үтергә кәрәк. Дәрестең уңышлылығы күпселек осраҡта уҡытыусының уға ни тиклем ентекле әҙерләнеүенә бәйле. Уҡытыусының дәрескә әҙерләнеүен схематик рәүештә ошолай бирергә мөмкин:

1-се этап – уҡытыу программаһын өйрәнеү. Эштең был өлөшө уҡыу йылына әҙерлек ваҡытында уҡ башлана. Бында уҡыу предметының дөйөм маҡсатына, бурыстарына, көтөлгән һөҙөмтәләренә һәм айырым блок (модуль) темаларҙың маҡсат һәм бурыстарына иғтибар бүленә, һәр теманың программала тотҡан урыны, башҡа темалар менән бәйләнеше өйрәнелә. Уҡыу темаһының үтелгән темалар менән бәйләнешен асыҡлау, киләсәктә үтеләсәк уҡыу материалы менән логик бәйләнешен аныҡлау, был теманы өйрәнеүҙең алыҫ һәм яҡын маҡсаттарын, бурыстарын билдәләгәндә ярҙам итәсәк.

2-се этап – методик әҙәбиәт өйрәнеү. Программаға ярашлы үтеләсәк темаларҙы билдәләп сыҡҡас, методик әҙәбиәткә, уҡыу-уҡытыу комплектына (дәреслек, электрон дәреслек, өҫтәмә әҙәбиәт һ.б.) нигеҙләнеп эш программаһы төҙөлә. (Ғәбитова З.М. Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле. – Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2014. – 24 бит.)

 3-сө этап – конкрет дәрес материалын дәреслектән өйрәнеү. Дәреслектәге уҡыу материалы йөкмәткеһен өйрәнеп, уҡытыусы, был материалдың уҡыусылары өсөн ауыреңеллеген самалай, ҡайһы өлөшөн берлектә, ҡайһыныһын, үҙ аллы өйрәнеү мөмкинлектәрен асыҡлай. Ауырыраҡ материалды уҡыусыларға еткереү өсөн методтар, алымдар һайлай.

 4-се этап – дәрес темаһы буйынса мәктәптә булған белем биреү сарарын барлау һәм әҙерләү. Уҡытыусы мәктәп һәм кабинет китапханаһында тема буйынса өҫтәмә материалдар өйрәнә, техник һәм электрон белем биреү сараларын барлай, төҙөклөгөн тикшерә, ҡарап сыға, дәрестә урынын, ваҡытын, маҡсатын билдәләй. Дәрестең тематик планда тотҡан урынынан сығып, уның төрө, дөйөм маҡсаты һәм бурыстары билдәләнә.                   Дәрестең маҡсатын дүрт йүнәлештән сығып билдәләйбеҙ:

-яңы белемдәрҙе үҙләштереү,

- ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү,

-ижади һәләттәрен үҫтереү

- тәрбиәүи маҡсаттар.

  Дәрестең маҡсатына ярашлы төрө билдәләнә, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге күҙаллана, күнегеүҙәр, эш төрҙәре һайлап алына, өҫтәмә материал әҙерләнә. 5-се этап – дәрес планын төҙөү. Дәрес планы – уҡытыусының дәрескә әҙерлек эшенең һуңғы һөҙөмтәһе. Ул тематик планға ярашлы дәрестең башҡа темалар араһындағы урынынан сығып төҙөлә. Блок йәки модулдә тотҡан урынынан сығып, төрө билдәләнә, маҡсаттары һәм бурыстары аныҡлана. Дәрестең үҙенсәлеге һәм сифаты уның маҡсаттарына, йөкмәткеһенә, үткәреү методикаһына, мәктәптең, уҡытыусының һәм уҡыусыларҙың үҙенсәлектәренә бәйләнгән.

 Заманса дәрестәрҙең мөһим талаптарының береһе - туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу тип һанайым.

      Сөнки беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Белеүегеҙсә, электрон дәреслектәр, китаптар, электрон көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде.  Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу заман талабына әүерелде. Интерактив таҡта уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.  Улар ҙур теләк менән дәрескә йөрөй, һәр береһендә таҡтаға сығып эшләү, яуап биреү теләге тыуа. Интерактив саралар ярҙамында төҙөлгән тест, викторина, сканворд, анаграмма кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәлен таҡта янында тикшереү өсөн дә уңайлы.

    Үҙ эшен яратҡан һәр бер башҡорт теле уҡытыусыһы, заманса  технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, бөтә уҡыусыларҙың да башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала.

     Дәрестә интерактив технологиялар ҡулланыу ғәҙәти уҡытыу методикаһынан айырылмай тиерлек. Дәрестең уңышы уҡытыусы ҡулланған технологияларҙан ғына тормай. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн , һәр дәрестең ентекле төҙөлгән планы һәм структураһы булырға тейеш. Дәрестә интерактив таҡта ҡулланыу – уҡыусыға үҙләштереләсәк материалды еткереү ысулдарының береһе булып ҡына түгел, ә балала ижади эшләүҙе күҙ уңында тота. Эҙләнеү, ижади фекерләү  ҡеүәһен үҫтереүсе һәм Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына яуап биреүсе технология булып хеҙмәт итә. Интерактив таҡтаны ҡулланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә.

     Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.

    Башҡорт теле дәрестәрендә орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу), грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында), эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү . Һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә комьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлау, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль-кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һ.б.), уҡыған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу(компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, видеофильмдар, һүрәттәр төшөрөргә мөмкин). Дөйөм алғанда, был саралар уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың нитенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.

Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн ҡулай, сөнки әҙерлеге төрлө булған уҡыусыларға, уларҙың белем кимәленән сығып, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

  1. демонстратив планда (төрлө күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экранда бөтә класҡа күрһәтеү)
  2. компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу
  3. интерактив таҡтаны файҙаланыу

бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған уҡыу программалары һәм әсбаптары бар.

Уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерерг кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

   Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология

Алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк.

  Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер – аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр.

   Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

Заманса технологиялар ниндәй мөмкинселектәр бирә?

1.    Уҡытыусыға таҡтаға яҙып тороуҙың кәрәге юҡ.

2.    Ваҡыттың тема аңлатыуға күберәк ҡалыуы.

3. Дәрестәр сағыуыраҡ, ҡыҙығыраҡ, мәғлүмәттең күп һәм етешле булыуы.

              Уҡыусыларға нимәләр бирә?

1.    - Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ.

2.    -  Балаларҙың иғтибарын үҫтерә.

3.    -  Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.

4.    -  Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырылыуы.

5. - Ижади һәләттәре үҫә.

     Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәресендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: компьютер һүҙлектәрен файҙаланып, лексиканы өйрәнеү; дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш; орфографик һүҙлекте һәм копмьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланып, орфографик күнегеүҙәр эшләү һәм башҡалар. Шулай уҡ дәрестә яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар  күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, яҙыусылар, шағирҙар тураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәрҙе тыңлау, сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары

буйынса төшөрөлгән спектакль - кинофильмдар күрһәтеү.  Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙеңә ышаныс, телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята.

      Дәрестә компьютер ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм  уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейеш. Дәрестең һәр бер этабы яҡшы уйланылған, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелеүе бик мөһим.

     Дәрестә компьютер ҡулланыу – дәрес буйы уҡыусы компьютер артында эшләргә тейеш тигәнде аңлатмай. Сөнки компьютер артында оҙаҡ ултырыу уҡыусының һаулығына зыян килтереүе мөмкин һәм уҡыусы китап менән дә эш итә белергә тейеш.Компьютерҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нисек ҡуллана башларға?

- Ябайҙан ҡатмарлыға күсеү принцибы менән эшләй башлау дөрөҫөрәктер, моғайын.

-  Уҡыусыға ниндәйҙер бер бәләкәй тексты компьютерҙа йыйырға тәҡдим итеү. Һәр өҙөк һәм һөйләм уҡыусыларҙың үҫеш кимәленә тап килергә тейеш.

-  Төрлө тестар башҡарыу.

-  Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау һәм башҡа төрлө эштәр башҡарып була.

- Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә компьютерҙы әүҙем ҡулланып була.

  Компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының ныҡ ҙур  ярҙамсыһы буласаҡ. 

Заманса технологияларҙы ҡулланыу уҡыусыларҙың шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыуҙа эффектив технология, тип һанайым.                                                                Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен интерактив таҡта ҡулланып  уҡытҡанда көтөлгән һөҙөмтәләр:

- шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусыларҙа   материалды үҙләштереү, белем табыу һәм танып белеү өсөн мотивация формалаштырыла;

  • регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар үҙҙәре алдына маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы планлаштырыу, үҙенең эшмәкәрлеген тикшереү һәм баһалау күнекмәләренә эйә булалар;
  • танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар

интератив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр;

  • коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге өлкәһендә уҡыусылар иптәштәренең фекерҙәрен тыңлау һәм аңлау, уҡытыусы һәм класташы менән хеҙмәттәшлек итеү, коллективта бергә эшләү, аралашыу оҫталығы буйынса күнекмәләр ала.

 

Һөҙөмтәләр:

уҡыусыларҙың телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары арта,

- ғилми эҙләнеү эшенә йәлеп ителәләр,

- презентациялар  эшләйҙәр, интерактив таҡта алдында эшләргә өйрәнәләр.

  •                                 
  •      Шулай итеп, яңы быуын стандарттары шарттарында башҡорт теле дәрестәрендә интерактив таҡта ярҙамында уҡыусы шәхси эшмәкәрлеген үҫтерә; танып белеү (өйрәнеү, белем алыу) һәм логик эшмәкәрлеген формалаштыра; проблеманы ҡуя һәм хәл итергә өйрәнә; коммуникатив эшмәкәрлеген (социаль, компетентлыҡ) камиллаштыра; тыуған илен, телен яратҡан, милләтенең киләсәген ҡайғыртҡан шәхес булып тәрбиәләнә.
  •     Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса технологиялар ҡулланыу  - уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итер, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерер, үҙ-үҙенә ышанысын, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уятыр һәм тыуған илен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртыусы шәхес тәрбиәләр, ә иң мөһиме – башҡорт теле башҡа фәндәр араһында үҙенең бәҫен күтәрер, уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусы, ышаныслы, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым.

Йомғаҡлау

    Шулай итеп, белем биреү системаһында яңы стандарттарҙы ғәмәлгә индереү шарттарында уҡытыусынан дәресте проектлауға һәм үткәреүгә стандарт талаптарына ярашлы яңылыҡтар индереү талап ителә. Заман дәрестәре уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу аша уларҙа предмет һөҙөмтәләренән тыш метапредмет һөҙөмтәләрҙе лә формалаштырыуҙы күҙаллай. Уҡытыусылар алдында әле был технологияларҙы төплө үҙләштереү бурысы тора. Әйтелгәндәр традицион дәрестәрҙе бөтөнләй ғәмәлдән сығарыу тигәнде аңлатмай, һәр уҡытыусы йылдар буйы туплаған тәжрибәһенән ваз кисергә тейеш түгел. Балаларҙың ижади һәләттәрен, үҙ аллы белем алыу күнекмәләрен үҫтергән, үҙ фекерен әйтергә һәм гражданлыҡпозицияһын яҡларға өйрәткән традицион алымдар һәм уларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡиткән формалар, бәхәсһеҙ, бөгөн дә актив ҡулланылырға хаҡлы һәм, хатта, беҙуларҙы ҡулланырға бурыслы ла. Бөгөн уҡытыусы заман талаптарына ярашлы үҙэш системаһын барлап сығырға, дәрестәрҙең, алым һәм формаларҙың эффектлығын, уҡыусылар эшмәкәрлеген ойоштороуҙың яңы мөмкинлектәрен эҙләргә бурыслы. Уҡытыусы үҙдәрестәренең ижадсыһы булып ҡала. Яңы стандарттар белем биреүҙең һөҙөмтәләренә яңы талаптар ҡуйып, яңы идеялар, ижади асыштар өсөн юл аса.

                            

Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. - №9, 6-10-сы б.б.

2.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр: Методик ҡулланма.

3.Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу: уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2009. Өфө: Информреклама, 2003

4.Ғималова М. Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV – VII кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. – Өфө, 1984.



По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә эзләнү-тикшеренү эшен оештыру

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә эзләнү-тикшеренү эшен оештыру күнекмәләре күрсәтелгән. Тема, максат, төп бурычлар һәм җиңел ысуллар ......

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

"Г.Афзал иҗатында патриотик тәрбия" темасына фәнни-тикшеренү эшенең презентациясе

В слайдах презентации даются  несколько фотографий  татарского народного писателя Г. Афзала,  также поэта-патриота М.Джалиля, которому автор посвящает свои стихи....

Әдәби тикшеренү эшен оештыру алымнары

Фәнни-тикшеренү эш башкаручыга ярдәмгә...

https://irorb.ru/files/2017/mr_bashkirsk.PDF 2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр

2017/2018 уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы мәғариф ойошмаларында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр I. Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле...

Әҙәби-ижад түңәрәге эшен ойоштороу

Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү, уларҙа яҙма һәм һөйләм телмәрен үҫтереү. Был әҙәби ижад түңәрәгенә шиғыр, хикәйә, очерк яҙырға һәләттәре булған уҡыусыларҙы ...