Мастер-класс
материал на тему

Иванова Гульназ Халиловна

Мастер-класс на тему: "Башкорт теле дәрестәрендә ғаилә темаһын өйрәнеү"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master_klass_20.09.18.docx25.05 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә ғаилә темаһын өйрәнеү

Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡытыусылар. Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем.

Мин бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға оҫталыҡ-класы тәҡдим итәм. Оҫталыҡ-класының темаһын белер өсөн һеҙгә пазлдарҙы йыйырға кәрәк буласаҡ.

Башта 2 командаға бүленәйек.

(Ике командаға бүленәләр, пазлдарҙы йыялар, беренсе булғандарға смайликтар бирелә)

Пазлдарҙа кемдәр килеп сыҡты? (Атай.... Дөрөҫ, уларҙы бер һүҙ менән нисек әйтәбеҙ – Ғаилә). Эйе, оҫталыҡ-класының темаһы «Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә ғаилә темаһын өйрәнеү». 2018 йыл ғаилә йылы тип иғлан ителде, шуға күрә теманы ғаиләгә бағышланым.

Слайд №1 Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә ғаилә темаһын өйрәнеү

Слайд №2 Ғаилә һүрәте

Кеше үҙенең ғүмерен ғаиләнән башлай. Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе.  Ғаиләлә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр – ул беҙҙең өй, атай-әсәй һәм олатай-өләсәй.

Был темаға үҙемдең дәрестәрҙә ҙур иғтибар бүләм. Артикуляцион күнегеүҙәр үткәндә төрлө шиғырҙар алам, ял минуттарында шиғырҙар, уйындар, кроссвордтар ҡулланам. Грамматик теманы үткәндә: исем, сифат темаһына, мәҫәлән, әсәй, яғымлы, эшсән, ярата, йыуа. Әсәйҙәрҙе һөйөргә, хөрмәтләргә өйрәтә. Мәҫәлән, лексика темаһын үткәндә ғаилә ағзалары менән мәҡәлдәр, йомаҡтар ҡулланам. Дәрестең тәрбиәүи маҡсатын үткәндә мәҡәл, йомаҡтар бирәм.

Слайд №3 Был бармаҡ ...

(Төркөмдә эш)

Ҡайһы бер эш төрҙәрен бергә башҡарабыҙ.

Хәҙер мин һеҙгә карточкалар таратам. Беренсе команда атай кешегә хас сифаттарҙы һәм ғаиләлә атай улын ниндәй эштәргә өйрәтә тигән һорауға яуап яҙалар, икенсе команда әсәйҙәргә хас сифаттарҙы һәм ғаиләлә әсәй ҡыҙын ниндәй эштәргә өйрәтә һорауына яуап яҙалар.

 (Карточкалар менән эш)

Атайға хас сифаттар:

Әсәйгә хас сифаттар:

Атай улына ниндәй эштәр өйрәтә:

Әсәй ҡыҙына ниндәй эштәр өйрәтә:

Командалар бер-береһенең эштәрен тикшерә. Командаларға смайликтар бирелә.

Кеше бер үҙен ғаилә тип атай аламы? (Юҡ)

Бер малай тураһында хикәйәт һөйләйем әле. Бик элек йәшәгән был малай. Һәм бер үҙе генә. Уны бер кем дә тәрбиәләмәгән, бер кем дә эш ҡушмаған, бер кем менән дә бүлешмәгән.

Был малайға күңелһеҙ булған. Ул бер ваҡыт диңгеҙ ярына киткән. Уға бер ҡарт осраған. Бик ҡарт, ләкин аҡыллы булған.

-Ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораған ҡарт.

-Мин үҙемә шундай урын эҙләйем, унда күңелһеҙ, яңғыҙлыҡ тойғоһо  булмаһын.

-Мин һиңә нисек ярҙам итергә беләм! Әйҙә – тигән ҡарт. Үҙ өйөмә алып ҡайтам. Ҡара – тигән ҡарт. Беҙ күмәк йәшәйбеҙ, бергә ашайбыҙ. Беҙҙең менән ҡал! – тигән ҡарт. Мин һинең олатайың. Улым менән киленем – ата-әсәйең, ә ейәндәрем – ағай-апайҙарың булырҙар.

Малай ҡалған һәм ул күпмелер ваҡыт үткәс – аңлаған. Ул ҡыуанырға өйрәнгән һәм үҙен бик бәхетле тойған. Ә был тойғо – ғаиләһе булғанға барлыҡҡа килгән.

Ә хәҙер тағын бер ҡат ҡабатлап алайыҡ, малай кемдәр янында үҙен бәхетле тойған? Быны белер өсөн кроссворд тултырайыҡ.

ө

л

ә

с

ә

й

ҡ

у

с

т

ы

ә

о

л

а

т

а

й

т

п

б

а

л

а

й

й

(Фронталь эш)        

1. Тәмле аштар бешерә, 
Матур гөлдәр үҫтерә. 
Өйөбөҙҙөң нуры ул, 
Барыбыҙҙан оло ул
(өләсәй)


2. Уның сәскәйҙәре аҡтан-аҡ, 
Һырлы-һырлы маңлайы. 
Минең атай ҙур булһа ла, 
Уның кесе малайы
(олатай)


3. Беҙҙең арала ул бигерәк көслө, 
Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө. 
Уның кеүек иртүк торормон, 
Төрлө һөнәргә эйә булырмын
(атай) 


4. Ул булмаһа, өй ҡараңғы, 
Ул булмаһа, аш тәмһеҙ. 
Ул – иң ҡәҙерле кеше, 
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ
(әсәй)


5. Татлынан татлы, 
Әсәйҙәргә кем татлы?
(бала)


6. Әсәйемдең өлкән ҡыҙы ул, 
Ә миңә кем булыр һуң?
(апай) 


7. Эй һөйләшә бер үҙе, 
Аңлашылмай һис һүҙе. 
Тәү аҙымдарын атлай, 
Йығылһа, илап ятмай
(ҡусты)

Шулай уҡ дәрестәрҙә халыҡ педагогикаһына нигеҙләнәм. Мәҡәлдәр, артикуляцион күнегеүҙәргә тиҙәйткестәр, ял минуттарына һанамыштар ҡулланам.

Хәҙер мәҡәлдәр менән биремде бергә эшләйбеҙ.

Командаларға ҡағыҙҙа яҙылған мәҡәлдәр таратыла. Эшләп бөткәс, бер-береһенең эштәрен тикшерәләр һәм смайликтар бирелә.

(Төркөмдә эш)

Слайд №4 Яуаптар

1. Татыу ғаилә ил (Татыу ғаилә – ил күрке)

2. Малай тәрбиә бирә ил ҡыҙ милләт (Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең, Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең)

3. Ағай ҡусты үҫә апа күрә һеңле (Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер)

4. Ата бала арҡа (Аталы бала – арҡалы)

5. Ҡарт ҡәҙер ҡартаю күр (Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең)

1. Ир бала ата таяу ҡыҙ өй эс буяу (Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу)

2. Ҡыҙ үҙ түбән бир килен юғары ал (Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал)

3. Ныҡ ғаилә ил терәк (Ныҡлы ғаилә – ил терәге)

4. Әсәй ҡарай ҡыҙ ҡос атай ул (Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос)

5. Ҡыҙ бар наҙ (Ҡыҙы барҙың наҙы бар)

Башҡорт телендә лексикаға ҡағылышлы темалар өйрәнгәндә шундай биремдәр алам. Мәҫәлән: йомаҡтағы һүҙҙәрҙе антонимдарға алыштырырға.

Слайд №5 Яуаптар

  1. Әсәйле ғаилә – янған усаҡ (Әсәйһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ)

2. Апаһын күрмәй, һеңле үҫмәй, ағаһын күрмәй, ҡуҫты үҫмәй (Ағаһын күреп, ҡуҫты үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер)

3. Малайы юҡтың – наҙы юҡ (Ҡыҙы барҙың – наҙы бар)

1. Аттан төшкәс, әсәһен таныған (Атҡа менгәс, атаһын танымаған)

2. Ай янында – һалҡынлыҡ, ата янында яманлыҡ (Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында изгелек)

3. Егеттәр яратмай һалҡын һүҙ, йомшаҡ әйт, ҡыҙ, түҙмә (Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ)

Шулай уҡ уҡыусыларҙы «Юлдаш» радиоһы менән таныштырам. Унда үткәрелгән «Йомро баш» уйынын тәҡдим итәм. Бер уҡыусы 30 секунд эсендә ғаилә темаһына нисә һүҙ әйтә ала? Ошо эш төрөн төркөмдә лә эшләп була. Әле беҙ бер минут ваҡыт алабыҙ һәм ҡайһы команда күберәк һүҙ яҙа ала?

Эштәр тикшерелә, смайликтар бирелә.

Рефлексия.

Синквейн

Тема

2 сифат

3 ҡылым

1 һөйләм – 4 һүҙҙән

Синоним һүҙ


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!» Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»

Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»    Сценарий: Мастер-класс «Победи конфликт!»  Цель: познакомить педагогов с опытом эффективного взаимодействия классного руковод...

Мастер - класс "Рыбки", Мастер-класс"Лесовичок из сосновых шишек"

quot;Рыбки"-Техника выполнения - срезы из веток березы.Проводился мастер - класс для педагогов технологии и дополнительного образования."Лесовичок"- работа с природным материалм....

Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR» Тема: «Проведение Мастер-класса по выполнению вечерней прически » .

Разработка Мастер-класса объединения детского театра мод – «GLAMOUR»Тема:  «Проведение Мастер-класса по выполнению  вечерней прически »Цель:     Дать учащимся возможность...

Мастер -класс "Представление участника Всероссийского конкурса мастер-класса учителя родного (татарского) языка и литературы «Туган тел» "

Яруллина Гульшат Минасхатовна  имеет высшее образование, закончила  Арское педагогическое училище в 1995г., Набережночелнинский  государственный педагогический институт в 2003 г. Стаж р...

Авторская дополнительная программа мастер-класса «Педагог-мастер» для учителей технологии – слушателей курсов повышения квалификации. Тема мастер-класса: «Социальная направленность практической деятельности учащихся»

 Изучение данного курса предусматривает ролевую игру с использованием современных технологий креативного решения проблем, изготовление изделий, предложенных учителем на мастер-классе, ...