Олимпиада һорауҙары.
олимпиадные задания
- Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
- Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Көнгәк юлсылар менән айырылышырға теләмәгәндәй улар барған ыңғайға әкрен генә боролоп шағирҙың уйҙарын үҙенә ылыҡтырҙы барыбер (Булат Рафиков).
- Бирелгән текстан сифат ҡылымдарҙы күсереп яҙығыҙ. Ҡан-бабаның төп билдәһе – изге аҡ йылан тиреһе уралған, осона бүре башы беркетелгән өйәңке таяҡ һәр саҡ тирмә түрендә күренеп торған урында ҡәҙерләп һаҡлана. Әйткәндәй, бүтән баш ҡорттар ҙа оло йыйындар мәлендә яурын аша күкрәккә һалындырып бүре башы йөрөтә, әммә ошондай таяҡ ырыуҙа берәү. Уны тотоп сығыу – ғәҙәттән тыш хәл. Әле лә Аҙнай бей ишектә күренеү менән, шаулаша башлаған ир-ат, таяҡты абайлап, ҡапыл шым булды, Ике хеҙмәтсе ҡан-бабаның аяҡ аҫтына аҡ тире йәйә һалды, шунда йомшаҡ көрси килтереп ҡуйҙы. Аҡ бүре тиреһе, тиеште ҡарттар, артҡа сигенеп; ситтә торған йәштәр, киреһенсә, ҡапыл тылсым көсө ингән урынға тартылды, бер-береһенең яурыны аша муйын һуҙҙы (Булат Рафиков).
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
5-8kl.doc | 29.5 КБ |
bashkort_mktptrenen_8_klass_ukyusylary_oson_bashkort_telenn.docx | 23.8 КБ |
zadaniya5-8kl.doc | 29.5 КБ |
olimpiada_8_klas1.docx | 22.64 КБ |
olimpiada_8_klass.docx | 16.49 КБ |
olimpiada_9.doc | 22.5 КБ |
olimpiada_horauzary_9_klass.docx | 15.03 КБ |
olimpiadahorauzaryhmyauaptary5-9klass.doc | 107.5 КБ |
rusmktptreosnbashkorttugantelennolimpiada.doc | 22.5 КБ |
Предварительный просмотр:
ЗАДАНИЯ
II тура дистанционной олимпиады
по Башкирскому языку для учащихся 5 - 8 классов
- Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
- Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Көнгәк юлсылар менән айырылышырға теләмәгәндәй улар барған ыңғайға әкрен генә боролоп шағирҙың уйҙарын үҙенә ылыҡтырҙы барыбер (Булат Рафиков).
- Бирелгән текстан сифат ҡылымдарҙы күсереп яҙығыҙ. Ҡан-бабаның төп билдәһе – изге аҡ йылан тиреһе уралған, осона бүре башы беркетелгән өйәңке таяҡ һәр саҡ тирмә түрендә күренеп торған урында ҡәҙерләп һаҡлана. Әйткәндәй, бүтән баш ҡорттар ҙа оло йыйындар мәлендә яурын аша күкрәккә һалындырып бүре башы йөрөтә, әммә ошондай таяҡ ырыуҙа берәү. Уны тотоп сығыу – ғәҙәттән тыш хәл. Әле лә Аҙнай бей ишектә күренеү менән, шаулаша башлаған ир-ат, таяҡты абайлап, ҡапыл шым булды, Ике хеҙмәтсе ҡан-бабаның аяҡ аҫтына аҡ тире йәйә һалды, шунда йомшаҡ көрси килтереп ҡуйҙы. Аҡ бүре тиреһе, тиеште ҡарттар, артҡа сигенеп; ситтә торған йәштәр, киреһенсә, ҡапыл тылсым көсө ингән урынға тартылды, бер-береһенең яурыны аша муйын һуҙҙы (Булат Рафиков).
- Бирелгән ябай һөйләмдәрҙән кире эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм төҙөп яҙығыҙ:
Алма ялҡауҙы яратмай.
Ялҡау алманы ярата.
- Түбәндәге текстың стилен билдәләгеҙ:
И-и, тәбиғәттең сәңгелдәктә атынған сабый сағы! Күпме тауыш, күпме дәрт, күпме моң! Ағастарҙа яңы морон төрткән наҙлы япраҡ кешенең һуҙылған ҡулына ылығырға ғына тора, ә ояһында йомортҡа баҫып ултырған ҡошсоҡ, һауаға күтәрелеп: “Һаҡ ҡылан! Мине бимазаларға ярамағанын күрмәйһеңме ни?” – тип ҡысҡыра һымаҡ, ә ҡышҡы йоҡоһонан уянып ҡояшта ҡыҙынырға сыҡҡан һыуыр, ҡытай күҙҙәрен йылтыратып: “Донъя элеккесә икән, шөкөр!” – тип, бер аҙ айбаныу кәрәклеген дә онотоп, һинән бер нисә аҙымситтә ҡымшанмай ҙа баҫып ҡала(Булат Рафиков).
- Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмде күсереп яҙығыҙ: Бына шул кешенең йәйләүен эҙләп китте юрматылар Һарытау янында уңышһыҙлыҡҡа осрағас (Булат Рафиков).
- Бирелгән һүҙҙәрҙе эйәлек килешкә ҡуйып яҙығыҙ:Томск, Донбасс, грамм, секретарь, сентябрь.
- Бирелгән һүҙҙәргә күплек ялғауын ҡушып яҙығыҙ:
Коммунист, подъезд, повесть, нерв.
- Текстағы һөйләмдәрҙең морфологик бәйләнеү төрөн асыҡлап яҙығыҙ: Ел һиҙелеп һалҡыная, һауа дымлана. Дауыл баҫылды. Донъя дәһшәтле тынлыҡҡа сумды. Бына йәшен яҡында ғына ялтлай, баш осонда тиерлек күк күкрәй. Ямғыр яҡыная (Ф. Иҫәнғолов).
10.Текстағы һөйләмдәр ниндәй стилистик сара ярҙамында бәйләнгән: Аҙнай бей тирмәһенең эргәһендә көрсиҙә ултыра, ҡаршыһында саҡ баш ҡалҡытҡан йәшел сирәмгә бер нисә үҫмерҙең теҙләнеүенә ҡарағанда , нәҡ ҡан-баба вазифаһын башҡара ине. Яҡынлашып килеүсе һыбайлыларҙы күргәс, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡарап алды ла урынынан теремек кенә күтәрелде һәм бағлыларына ниҙер өндәште(Булат Рафиков).
11. Өфөнөң уртаһында нимә?
12. Былтыр 30 февраль нимә булды?
- Ай исемен, аҙна, көндө әйтмәйенсә, 5 көндө атарға.
- Ленин майҙанын нисек табырға?
- Нимә ауырыраҡ: 1 кг. ҡаҙаумы, 1 кг. мамыҡмы?
- Йылдың иң ҡыҙҡа айын атарға.
- Көн һәм төн нимә менән бөтә?
- Тәҙрә башында нимә?
- Һыуҙа ниндәй таш юҡ?
- Ямғыр ваҡытында ҡуян ниндәй ағас аҫтында ултыра?
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 8 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән
дистанцион олимпиада һорауҙары
1. Ҡайһы юлда ҡылым һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙең һорауҙары бирелгән?
1.Кем? Кемдең? Кемгә? Кемде? Кемдә? Кемдән?
2.Нисек? Ҡасан? Ҡайҙа? Күпме? Ни өсөн?
3.Ни эшләй? Ни эшләгән? Ни эшләне? Ни эшләйәсәк?
4.Нисә? Нисәү? Нисәнсе? Нисәшәр? Нисә самаһы?
5.Ниндәй? Ҡайһылай?
2. Күләм-дәрәжә рәүештәрен табығыҙ:
1.Яҡында, бында, алда, йәнәшәлә
2.Шәп, рәхәт, тиҙ, ҡапыл, кинәт
3.Элек, борон, иртән, бая, бөгөн
4.Күп, байтаҡ, әҙ-мәҙ, өсләтә, саҡ-саҡ
5.Юрамал, бушҡа, юҡҡа, юрый
3. Аҙһытыу дәрәжәһендәге сифаттарҙан ғына торған юлды билдәләгеҙ:
1.Ап-аҡ, ҙурыраҡ, ҡыҙғылт, зәңгәр
2.Йәшерәк, һарғылт, көслө, йәм-йәшел
3.Күм-күк, матур, үтә көслө, бәләкәйерәк
4.Алһыу, матурыраҡ, оҙонса, ҡып-ҡыҙыл
5.Аҡһыл, йәшкелт, күкһел, зәңгәрһыу
4. Йыуҙы – йыуманы, йыуа – йыумай, йыуасаҡ – йыумаясаҡ. Ҡылымдың ниндәй формаларына миҫалдар бирелгән?
1.Ҡылымдың һөйкәлеш формалары
2.Ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формалары
3.Ҡылымдың йүнәлеш формалары
4.Ҡылымдың күләм формалары
5.Дөрөҫ яуап юҡ
5. Шишмә йырлай-йырлай үҙ юлына йүгерҙе, Фәрит тә ашыға-ашыға еләк йыйырға тотондо (А.Йәғәфәрованан). Был һөйләмдә аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ҡылымдың ниндәй төркөмсәһенә ҡарай?
1.Исем ҡылым
2.Сифат ҡылым
3.Хәл ҡылым
4.Уртаҡ ҡылым
5.5.Дөрөҫ яуап юҡ
6. Төшөм йүнәлеше ҡылымдары бирелгән юлды билдәләгеҙ:
1.Уҡый, яҙа, йыуа, килә, китә
2.Сабырһыҙлана, кейенә, биҙәнә, ҡысҡырына
3.Йыуыла, төҙөлә, биҙәлә, уҡыла
4.Эшләтә, яҙҙыра, көлдөрә, маҡтандыра
5.Ярҙамлаша, эшләшә, әҙерләшә, тотоша
7. Хат ташыусы апай бөгөн дә беҙгә инмәгән һөйләмендә аҫтына һыҙылған ҡылымдың заман формаһын билдәләгеҙ:
1.Шаһитлы үткән заман
2.Шаһитһыҙ үткән заман
3.Хәҙерге заман
4.Билдәле киләсәк заман
5.Дөрөҫ яуап юҡ
8. Үҙе шундай көслө, шул тиклем аҡыллы һөйләмендә ҡылым ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?
1.Эйә
2.Хәбәр
3.Аныҡлаусы
4.Тултырыусы
5.Был һөйләмдә ҡылым юҡ
9. Составында бүлеү теркәүесе булған һөйләмде билдәләгеҙ:
1.Төн яҡынлап бара, әммә колхозсылар эшкә сығырға ашыҡмайҙар әле (Б.Бикбай).
2.Улар әле береһен, әле икенсеһен бүлеп, шыбырлашып, хәбәр һөйләйҙәр (Һ.Дәүләтшина).
3.Мин дә юрый уның артынан тәгәрәгән булдым (С.Агиш).
4.Иртән дә, көндөҙ ҙә, кис тә ул үҙ урынында ҡалды (М.Кәрим).
5.Мәскәүҙә күп минең дуҫтарым, шуға күрә тыуған еремдең мин алам бары бер ус тупрағын (Р.Ниғмәти).
10. Концерттан һуң халыҡ оҙаҡ таралышманы һөйләмендә бәйләүестең ниндәй килештән һуң килгәнен билдәләгеҙ:
1.Төп килештән һуң
2.Эйәлек килештән һуң
3.Төбәү килештән һуң
4.Төшөм килештән һуң
5.Сығанаҡ килештән һуң
11. Ниңә, ҡарт үҙе шаһит та баһа (С.Агиштан) һөйләмендә киҫәксәне табып, уның төрөн билдәләгеҙ:
1.Көсәйтеү киҫәксәһе
2.Икеләнеү киҫәксәһе
3.Һорау киҫәксәһе
4.Сикләү киҫәксәһе
5.Раҫлау киҫәксәһе
12. Әсәйем бөгөн дә ҡайтманы, ахыры (Ә.Вәли) һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
1.Теркәүес
2.Бәйләүес
3.Киҫәксә
4.Ымлыҡ
5.Мөнәсәбәт һүҙ
13. Ымлыҡтар тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәләр?
1.Предметты белдергән һүҙҙәргә
2.Кешенең хис-тойғоларын, кисерештәрен белдергән һүҙҙәргә
3.Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәргә
4.Һөйләүсенең үҙе әйткән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдергән һүҙҙәргә
5.Тиң киҫәктәрҙе йә ябай һөйләмдәрҙе үҙ-ара теркәгән һүҙҙәргә
14. Емештең йөрәге хәҙер ҡырҙа, һыу буйында, туғайҙа, шарлауыҡтар янында гиҙә (З.Биишева) һөйләмендә ниндәй киҫәктәр тиң булып килгән?
1.Тиң эйәләр
2.Тиң хәбәрҙәр
3.Тиң аныҡлаусылар
4.Тиң тултырыусылар
5. Тиң хәлдәр
15. Һөйләмдәрҙең ҡайһыһында исем сығанаҡ килештә килгән?
1.Хәҙер был серҙе бүтән кешегә сискем дә килмәй (М.Кәрим).
2.Кеше яҙмышы ғәжәп ҡатмарлы нәмә.
3.Таң уянһа, һайрай ҡоштар, Үҙ йырынан үҙе туймай (Я. Ҡолмой).
4.Зөһрә вокзалға төшкәндә, ярты төн яҡынлашҡайны инде (Д.Исламов).
5.Кеше менән кеше асыуланышмай тормай.
16. Көслө көслөгә үсле (Мәҡәл). Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?
1.Эйә
2.Хәбәр
3.Тултырыусы
4.Аныҡлаусы
5.Хәл
17. Йөҙәрләгән күҙҙәр Закирйәнгә төбәлгәйне (Р.Низамов). Һөйләмдең аныҡлаусыһы ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?
1.Исемдән
2.Сифаттан
3.Ҡылымдан
4.Сифат ҡылымдан
5.Был һөйләмдә аныҡлаусы юҡ
18. Ҡайһы һөйләмдә күләм-дәрәжә хәле бар?
1.Төн ҡарарға сыҡтым ҡалаға (М.Кәрим).
2.Ҡыуаныстан күҙҙән йәш килә (Т.Йәнәби).
3.Беҙ кире ҡайтҡанда йәйәү ҡайттыҡ (Я.Хамматов).
4.Күп йөрөнөм, күп күрҙем, иллә-мәгәр аҙ белдем (Б.Бикбай).
5.Яуҙа ат та яҡын (Мәҡәл).
19. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ: Инде ни эшләргә? Ҡайҙа ғына башты ҡасырырға? (З.Ураҡсин).
1.Билдәле эйәле һөйләм
2.Билдәһеҙ эйәле һөйләм
3.Эйәһеҙ һөйләм
4.Атама һөйләм
5.Был ике составлы һөйләм
20. Түбәндәге һөйләмдәрҙең ҡайһыһы ике составлы һөйләм?
1.Тел ҡылыстан да үткер (Әйтем).
2.Атты сыбыртҡы менән ҡыумайҙар (Әйтем).
3.Телеңде теҙгендә тот, этеңде сынйырҙа тот (Мәҡәл).
4.Ана Фәйзуллалар ихатаһы (З.Ғәлимов).
5.Бөгөн бик иртә торолдо.
Башҡорт мәктәптәренең 8 класс уҡыусылары өсөн башҡорт әҙәбиәтенән
дистанцион олимпиада һорауҙары
1. “Әйтеш” төшөнсәһенә билдәләмә бирегеҙ.
2.Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың дүрт әҫәрен атағыҙ.
3.Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романы нисә китаптан тора?
4.Баязит Бикбайҙың ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
5.Баязит Бикбайҙың “Ер” поэмаһында ниндәй осор һүрәтләнә?
6.Драма төшөнсәһенең ике мәғәнәһен аңлатығыҙ.
7.Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы китаптары нисек атала?
8.Мостай Кәрим ҡайҙа тыуған?
9.Нимә ул поэма?
10.Мостай Кәримдең поэмаларын атағыҙ.
11.“Йыртҡыс тиреһе” әҫәренең авторы кем?
12.Рәми Ғарипов ниндәй әҫәрҙәре өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була?
13.Ғайса Хөсәйенов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
14.Ғайса Хөсәйеновтың биш китабының исемдәрен атағыҙ.
15.Талха Ғиниәтуллин ниндәй телдә ижад итә?
16.“Ҡытайгород” повесының авторы кем?
17.Хәсән Назар ниндәй китабы өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була?
18.Ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ?
19.Башҡорт дәүләт университетындағы “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәге ҡайһы шағирҙың ниндәй әҫәре хөрмәтенә аталған?
20.“Һуңғы тарпан” әҫәрен кем ижад иткән?
Предварительный просмотр:
ЗАДАНИЯ
I тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку
для учащихся 5 - 8 классов (первый этап)
- Яугир һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.
- “Протеза” термины нимәне аңлата? Фекерегеҙҙе иҫбатлап миҫалдар килтерегеҙ.
- Бирелгән текстан исем ҡылымдарҙы күсереп яҙығыҙ.
Ҡаранай ҡалтыранған ҡулдары менән билендәге бысаҡты ҡынынан һурып сығара алмай яфаланды. Аяҡ аҫтында ҡарҙың ҡыҙғаныс шығырлауы, тирмә эсендә ҡатын-ҡыҙҙың сеңләп илашыуы, тынлыҡты боҙоп, арҡа буйын өшөтөп йүрмәләгән мәл ине. Бына шул тауыштарға керештән ысҡынған уҡтың зыңҡылдауы, кемдеңдер һиҫкәнеп ҡысҡырыуы өҫтәлде. Аҙнай ҙа, Ҡаранай ҙа Бөркөткә боролоп ҡараны: уҡ ҡыпсаҡтың ауыҙ эргәһенән ҡолаҡ төбөнә саҡлы яңағын тишеп, шунда батып ҡалғайны. Бөтә халыҡ аһ итте. Шау-шыу ҡупты ла тымды. Аҙнай бей, хәлһеҙләнеп, көрсигә ултырҙы (Булат Рафиков).
- Бирелгән ябай һөйләмдәрҙән сәбәп эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм төҙөп яҙығыҙ: Артабан Урал буйына юл тотасағын әйтте. Ҡолғәли унан ҡалманы (Булат Рафиков).
- Түбәндәге текстың стилен билдәләгеҙ.
Йәш дуҫтарым! Меңәр йылдар буйына Ер шарында Кешелек өсөн иң юғары идеал берәү – Кешегә хеҙмәт итеү: тыуған төйәгең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыу, прогресс, йәғни Кеше аңының үҫеше өсөн көрәш. Утыҙ мең йыл буйына Прометей бушҡа яфа сикмәгән – үҙ мәнфәғәте өсөн түгел, Кешене утлы иткәне өсөн. Исемен мәңгеләштереү өсөн генә Джордано Бруно костерға бармаған һәм 19 йәшлек Александр Матросов та үлгәндән һуң данға лайыҡ булыр өсөн дошман амбразураһын күкрәге менән ҡапламаған. Барыһы ла Кеше өсөн!
Йәшәгеҙ, хеҙмәт итегеҙ, кешеләр менән ҡоролмаған мөнәсәбәттәрегеҙ өсөн, тамамларға өлгөрмәгән эштәрегеҙ өсөн, күрһәтелмәгән изгелек өсөн, татымаған мөхәббәт өсөн, әйтелмәгән рәхмәт өсөн үкенерлек булмаһын! (М. Кәрим).
- Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмде күсереп яҙығыҙ.
Эш бөттө көлтә йыяһы ғына ҡалды
- Бирелгән һүҙҙәрҙе эйәлек килешкә ҡуйып яҙығыҙ:
Петровск, Кузбасс, грипп, лагерь, декабрь
- Бирелгән һүҙҙәргә күплек ялғауын ҡушып яҙығыҙ:
Артист, поезд, повесть, нерв, грамм.
- Текстағы һөйләмдәрҙең бәйләнеү төрөн асыҡлап яҙығыҙ: Ел һиҙелеп һалҡыная, һауа дымлана. Дауыл баҫылды. Донъя дәһшәтле тынлыҡҡа сумды. Бына йәшен яҡында ғына ялтлай, баш осонда тиерлек күк күкрәй. Ямғыр яҡыная. (Ф. Иҫәнғолов)
- Текстағы һөйләмдәр ниндәй синтаксик сара ярҙамында бәйләнгән: Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә өҙлөкһөҙ сылтырап аға ла аға (З. Биишева).
- Кеше нисә төрлө көлә ала? Яуаптарығыҙҙы яҙығыҙ.
- Йомаҡты сисегеҙ: Аяҡтары төп-төҙ генә, тәҙрәһе уның зәңгәр, һөйләп, йырлап ебәрә ул, төймәһен баҫһаң әгәр. Зәңгәр балаҫҡа ынйылар һибелгән, балаҫына ултырып булмай, ынйыларын алып булмай.
- Тыныш билдәһен ҡуйырға: Быймам ғына ҡышты маҡтай килә һаман ҡыш ҡыш тип.
- Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам итегеҙ. Аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә.
- Мәҡәлде дауам итергә: Ат ажарын йүгән тыя ала, ир намыҫын ...
- Түбәндәге үлсәү һүҙҙәре ниндәй арауыҡты белдерә:
Аршын, ҡарыш, сажин.
- Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләргә:
Шуныһы билдәле: кәкүктәр йөнтәҫ ҡарышлауыҡтарҙы, күбәләктәрҙе, төрлө ҡортттарҙы ашай (Ғ. Ишбулатов).
- Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булыуын билдәләргә: Малайҙар, ат менгәндәй, йүгерешеп ҡайтып киттеләр (Ж. Кейекбаев).
- Һөйләмдәге ҡалын менән яҙылған һүҙгә тулы морфологик анализ яһарға: Бошман туҙынды-туҙынды ла , ишек төбөндә башын эйеп торған Бөркөткә сығып китергә ишаралап, ултырҙаштарынан ситкә боролоп, бөтә кәүҙәһе менән алға-артҡа һелкенергә тотондо (Булат Рафиков).
- Түбәндәге һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһарға:Ҡыш яҙғы илаҡҡа әүерелгән көндәрҙең береһендә, иртәнге намаҙ мәле үткәс, ауылдың ир-аты икешәрләп-өсәрләп Аҙнай бейҙең яугир [ йаугир] тирмәһе янына йыйыла башланы(Булат Рафиков).
Предварительный просмотр:
Олимпиада 8 класс
Тест 1. Выберите существительные, образующие множественное число с аффиксами –дар / -дәр:
1) көн6) ауыл
2) иртә7) туған
3) урман8) уҡыусы
4) малай9) төн
5) утын10) өҫтәл
2. Найдите ошибку:
1) балалар6) киаптар
2) ҡыҙҙар7) сәғәттәр
3) малайҙар8) тараҡтар
4) ауыллар9) әбейҙәр
5) өйҙәр10) ҡуяндар
Тест 3. Найдите лишние числительные:
1) ун 6) алтмыш
2) егерме 7) етмеш
3) утыҙ 8) һигеҙ
4) ҡырҡ 9) туҡһан
5) илле 10) мең
Тест 4. Найдите неправильное словосочетание:
1) егерме ҡыҙ6) ике йөҙ мәктәп
2) өс малай7) етмеш алты көн
3) утыҙ биш китап8) ун балалар
4) һигеҙ өй9) ҡырҡ аҙна
5) йөҙ илле дәфтәр10) илле ҡала
Тест 5. Найдите ошибку:
1) әсәйҙең6) бабайҙың
2) атайҙың7) өләсәйең
3) ағайҙың8) малайҙың
4) апайҙың9) ҡыҙҙың
5) әбейҙең10) егеттең
Тест 6. Найдите ошибку:
1) Учалынан 6) Салауаттан
2) Мәскәүҙән7) Силәбенән
3) Бөрөнән8) Мәләүездән
4) Өфөнән9) Ырымбурҙан
5) Нефтекамадан10) Сибайҙан
Тест 7. Найдите ошибку:
1) мәктәпкә6) һатыусыға
2) ауылға7) шағирға
3) ҡалаға8) өйгә
4) китапҡа9) классҡа
5) уҡыусыға10) урманға
Тест 8. Найдите ошибку:
1) ағайым6) инәйем
2) һеңлем 7) әсәйем
3) апайым 8) күршем
4) ҡыҙым9) атайым
5) улымым10) олатайым
Тест 9. Найдите ошибку:
1) балаларҙа6) ҡалаларҙа
2) ауылдарҙа7) уҡыусыларҙа
3) ҡаҙҙарҙа8) бүлмәләрҙа
4) мәктәптәрҙә9) урмандарҙа
5) болондарҙа10) магазиндарҙа
Тест 10. Найдите ошибку:
1) ағаһы4) әсәһе
2) атаһы5) ҡыҙыһы
3) апаһы6) уҡытыусыһы
Тест 11. Найдите правильный перевод:
Его (ее) брат учится в школе.
1)Ҡустыһы мәктәптә уҡый.
2)Әсәһе мәктәптә эшләй.
3)Ҡустың мәктәптә уҡый.
4)Ағаһы мәктәптә эшләй.
5)Уның ҡустыһы мәктәптә уҡый.
Тест 12. Найдите неправильно написанное слово:
1) мәктәп6) әсәй
2) сәғәт7) болотлы
3) бала8) ямғыр
4) уҡыусы9) ҡояш
5) уҡытыусы10) бесәй
Тест 13. Найдите неправильный ответ на вопрос:
Хәлдәр нисек?
1) ярайһы6) насар
2) уртаса7) яҡшы
3) хөрт8) шәп
4) һәйбәт9) шәптән түгел
5) мөмкин10) бара
Тест 14. Найдите неправильное предложение:
1)Дүшәмбелә мин һигеҙҙә ҡайттым.
2)Кисә Булат беҙгә килде
3)Йомала ул мәсеткә килде.
4)Кисә мин һуңға киләм.
5)Бөгөн улар театрға баралар.
6)Иртәгә улар беҙгә ҡунаҡҡа киләләр.
Тест 15. К данному ответу найдите правильный вопрос:
Мин эшкә автобус менән барҙым.
1)Һин эшкә кем менән барҙың?
2)Һин эшкә нимә менән барҙың?
3)Һин эшкә ҡасан барҙың?
4)Һин эшкә нисәлә барҙың?
Тест 16. Выберите подходящий глагол:
Беҙ театрҙан 19 сәғәттә ...
1) килдек3) киттек
2) барҙыҡ4) ҡайттыҡ
Тест 17 Найдите лишнее слово:
1)мин6) беҙ
2) ул7) ҡайҙа
3)улар8) кем
4) һин9) был
5) һеҙ10) бел
Тест 18. Найдите ошибку:
1)Башҡортостандың Президенты
2)Өфөнөң гербы
3)Республиканың картаһы
4)Ҡаланың исеме
5)С.Юлаевтың һәйкәле
6)Ағиҙел һыуы
7)Өфөнөң урамы
8)Башҡортостандың халҡы
9)Айһылыуҙың күлдәке
10)Азаматтың яуабы
Тест 19. Найдите правильный перевод:
Мама и папа ушли на работу.
1)Әсәй һәм атайҙар эшкә киттеләр.
2)Әсәй менән атай эшкә киттеләр.
3)Әсәй һәм атай эшкә киттеләр.
4)Әсәй, атай эшкә киттеләр.
Тест 20. Найдите неправильное словосочетание:
1) тәмле аш6) йылы тараҡ
2) баллы сәй7) тоҙло балыҡ
3) тоҙло ит8) оялсан малай
4) матур мәктәп9) ҙур ҡала
5) һалҡын һыу10) әсе борос
Тест 21. Постройте правильное предложение:
1)Барҙы, ул, менән, әсәһе, баҙарға.
2)Менән, мин, килдем, ҡалаға, поезд.
3)Мәктәптә, Алһыу, уҡыны, өсөнсө.
4)Һалҡын, ине, кисәге, көн.
5)Эштән, апайым, яртыла, ҡайтты, алтынсы.
6)Килде, ауылдан, беҙгә, ҡунаҡ.
7)Дуҫы, Рәшиттең, китте, Мәскәүгә.
8)Атайымдың, эшләне, әсәһе, мәктәптә.
9)Ләкин, юҡ, болотло, ямғыр, бөгөн, көн.
10)Көнө, дуҫымдың, тыуған, мартта, беренсе.
Тест 22. Раскройте скобки:
1)Йәкшәмбелә беҙгә туғандар (приехали).
2)Бөгөн беҙ тәмле аш (сварили).
3)Дүшәмбелә мин сәғәт етелә (вернулся).
4)Шишәмбелә һин дүртенсе яртыла (пришел).
5)Йомала беҙ мәсеткә (ходили).
6)Кисә улар бутҡа (ели).
7)Мин кассаға ҡырҡ өс һум (заплатил).
8)Ул лимон менән сәй (пил).
9)Беҙ өйгә яңы мендәрҙәр (купили).
10)Атайым машина менән ауылға (ездил).
Тест 23. Выберите слова, относящиеся к теме “Искусство”:
1)күргәҙмә6) тамашасы
2)көй7) сәхнә
3)нәшриәт8) шиғыр
4)шиғриәт9) шағир
5)рәссам10) балет
Тест 19. Найдите правильный перевод:
Мама и папа ушли на работу.
1)Әсәй һәм атайҙар эшкә киттеләр.
2)Әсәй менән атай эшкә киттеләр.
3)Әсәй һәм атай эшкә киттеләр.
4)Әсәй, атай эшкә киттеләр.
Тест 20. Найдите неправильное словосочетание:
1) тәмле аш6) йылы тараҡ
2) баллы сәй7) тоҙло балыҡ
3) тоҙло ит8) оялсан малай
4) матур мәктәп9) ҙур ҡала
5) һалҡын һыу10) әсе борос
Тест 21. Постройте правильное предложение:
1)Барҙы, ул, менән, әсәһе, баҙарға.
2)Менән, мин, килдем, ҡалаға, поезд.
3)Мәктәптә, Алһыу, уҡыны, өсөнсө.
4)Һалҡын, ине, кисәге, көн.
5)Эштән, апайым, яртыла, ҡайтты, алтынсы.
6)Килде, ауылдан, беҙгә, ҡунаҡ.
7)Дуҫы, Рәшиттең, китте, Мәскәүгә.
8)Атайымдың, эшләне, әсәһе, мәктәптә.
9)Ләкин, юҡ, болотло, ямғыр, бөгөн, көн.
10)Көнө, дуҫымдың, тыуған, мартта, беренсе.
Тест 22. Раскройте скобки:
1)Йәкшәмбелә беҙгә туғандар (приехали).
2)Бөгөн беҙ тәмле аш (сварили).
3)Дүшәмбелә мин сәғәт етелә (вернулся).
4)Шишәмбелә һин дүртенсе яртыла (пришел).
5)Йомала беҙ мәсеткә (ходили).
6)Кисә улар бутҡа (ели).
7)Мин кассаға ҡырҡ өс һум (заплатил).
8)Ул лимон менән сәй (пил).
9)Беҙ өйгә яңы мендәрҙәр (купили).
10)Атайым машина менән ауылға (ездил).
Башҡорт дәүләт академия драма театры кем исемен йөрөтә?
1)Шәйехзада Бабич
2)Арыҫлан Мөбәрәков
3)Мәжит Ғафури
4)Мостай Кәрим
5)Салауат Юлаев
Предварительный просмотр:
Олимпиада 8 класс
Тест 1. Выберите существительные, образующие множественное число с аффиксами –дар / -дәр:
1) көн 6) ауыл
2) иртә 7) туған
3) урман 8) уҡыусы
4) малай 9) төн
5) утын 10) өҫтәл
2. Найдите ошибку:
1) балалар6) киаптар
2) ҡыҙҙар7) сәғәттәр
3) малайҙар8) тараҡтар
4) ауыллар9) әбейҙәр
5) өйҙәр10) ҡуяндар
3. Найдите лишние числительные:
1) ун 6) алтмыш
2) егерме 7) етмеш
3) утыҙ 8) һигеҙ
4) ҡырҡ 9) туҡһан
5) илле 10) мең
4. Найдите неправильное словосочетание:
1) егерме ҡыҙ6) ике йөҙ мәктәп
2) өс малай7) етмеш алты көн
3) утыҙ биш китап8) ун балалар
4) һигеҙ өй9) ҡырҡ аҙна
5) йөҙ илле дәфтәр10) илле ҡала
5. Найдите правильный перевод:
Его (ее) брат учится в школе.
1)Ҡустыһы мәктәптә уҡый.
2)Әсәһе мәктәптә эшләй.
3)Ҡустың мәктәптә уҡый.
4)Ағаһы мәктәптә эшләй.
5)Уның ҡустыһы мәктәптә уҡый.
6. Найдите неправильно написанное слово:
1) мәктәп6) әсәй
2) сәғәт7) болотлы
3) бала8) ямғыр
4) уҡыусы9) ҡояш
5) уҡытыусы10) бесәй
7. Найдите неправильное предложение:
1)Дүшәмбелә мин һигеҙҙә ҡайттым.
2)Кисә Булат беҙгә килде
3)Йомала ул мәсеткә килде.
4)Кисә мин һуңға киләм.
5)Бөгөн улар театрға баралар.
6)Иртәгә улар беҙгә ҡунаҡҡа киләләр.
8. К данному ответу найдите правильный вопрос:
Мин эшкә автобус менән барҙым.
1)Һин эшкә кем менән барҙың?
2)Һин эшкә нимә менән барҙың?
3)Һин эшкә ҡасан барҙың?
4)Һин эшкә нисәлә барҙың?
9.Беҙ театрҙан 19 сәғәттә ...
1) килдек3) киттек
2) барҙыҡ4) ҡайттыҡ
9. Найдите правильный перевод:
Мама и папа ушли на работу.
1)Әсәй һәм атайҙар эшкә киттеләр.
2)Әсәй менән атай эшкә киттеләр.
3)Әсәй һәм атай эшкә киттеләр.
10. Постройте правильное предложение:
1)Барҙы, ул, менән, әсәһе, баҙарға.
2)Менән, мин, килдем, ҡалаға, поезд.
3)Мәктәптә, Алһыу, уҡыны, өсөнсө.
11. Раскройте скобки:
1)Йәкшәмбелә беҙгә туғандар (приехали).
2)Бөгөн беҙ тәмле аш (сварили).
3)Дүшәмбелә мин сәғәт етелә (вернулся).
Предварительный просмотр:
Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт)теленән олимпиада һорауҙары
9-сы класс
1.Башҡорт алфавитында нисә хәреф?Башҡорт теле өсөн хас булғандарын айырып әйтегеҙ.
2.”Дуҫ” һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ.
3.Килтерелгән һүҙҙәргә күплек ялғауҙары яҙығыҙ: ат,сәскә,ҡурай,ҡыҙ,мәктәп,
флаг,юл,уҡытыусы.
4.Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.
5.”Матур”һүҙенә синонимдар яҙығыҙ.
6.Үҙегеҙ белгән өс башҡорт мәҡәлен яҙығыҙ.
7.Башҡорт халыҡ яҙыусыларын атағыҙ.
8.Тәҡдим ителгән шиғырҙың исемен һәм авторын билдәләгеҙ.
Беләм әсәй,беләм
Ауыр һиңә
Борсолоулы уйҙар- иптәшең
Ҡарап минең киткән юлдарыма,
Күптән-күптән һағынып көтәһең.
Йыйырсыҡтар сәғәт,минут һайын
Тәрәнәйткән кеүек йөҙөңдә,
Ләкин бел ,һин,бөгөн иртә таңда
Һуғыш барҙы һинең өсөн дә...
9.Улар кемдәр?
Мостай Кәрим,Хөсәйен Әхмәтов,Роберт Заһретдинов,Рәшиҙә Туйсина
10.2012 йылдың 2 февралендә ҡайһы шағирҙың тыуған көнө?Нисә йәш?Уның берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ.
Тәржемә өсөн текст.
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ!
Урман эсендә ут яғыу тыйыла.Бик кәрәк булған осраҡта,тәүҙә асыҡ урын һайлана һәм соҡор ҡаҙыла,урын әҙерләнә. Усаҡты ағастарға яҡын яҡмайҙар,сөнки ут ағас тамырҙарын,ботаҡтарын яндыра.Ул,ҡоро ботаҡтарҙан өҫкә үрелеп,башҡа ағастарға күсә.Утты ҡоро ағастар эргәһендә яҡмайҙар.Аҙаҡтан усаҡты ут һибеп һүндерәләр йәки тупраҡ менән күмеп ҡуялар.Янған хәлдә һәм шырпыны ла тирә-яҡҡа ташлау тыйыла.
Предварительный просмотр:
Олимпиада һорауҙары 9 класс
1. Башҡорт телендә нисә һуҙынҡы хәреф бар? Яҙығыҙ.
2.Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар килтерегеҙ.
3.Һүҙҙәр янына сифаттар өҫтәп яҙығыҙ.
Тау,ялан,егет,мәктәп,әсәй,уҡытыусы.
4. Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр өҫтәп яҙығыҙ.
Тәбиғәтте һаҡлау-бөтә кешенең бурысы. Ошо маҡсатта урм…нд…рҙы иҫәпһеҙ ки…
еү , й…лғ…ларҙа һәм к..лдәрҙә балыҡ тотоу, урм..ндарҙа ҡош-ҡортҡа һәм к..йеккә
һунар итеү тыйыла. Йәш а..астар ултыртыу өсөн саралар күреү- кешеләрҙең
бурысы. Бындай эшт..рҙә уҡыусылар ҙа ҡатнашырға тейеш. (Н.Мусиндан)
5. Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын яҙып бөтөгөҙ.
Кем эшләмәй,…
Белеме барҙың…
Уйнап һөйләһәң дә,…
6.М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ.Исемдәрен яҙығыҙ.
7.Һорауҙарға яуап яҙығыҙ.
Башҡортостандағы иң бейек тауҙың исеме-
Башҡортостандағы иң ҙур күл-
“Янғантау “ шифаханаһы ҡайҙа уранлашҡан?
М.Кәрим ниндәй районда тыуған?
8. “Ҡыш” миҙгеле тураһында 5 һөйләм яҙығыҙ.
9. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ.
М.Кәрим,Р.Ғарипов,З.Биишева
10.2012 йылдың 2 февралендә ҡайһы шағирҙың тыуған көнө? Нисә йәш?
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Рәүеш тә, сифат та билдәне белдерә. Уларҙың айырмаларын яҙығыҙ.
Миҫалдар килтерегеҙ
2. Мәғәнәләре буйынса ниндәй хәлдәр була? Һәр береһен атап сығығыҙ
3. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй осраҡтарҙа һыҙыҡ ҡуйыла? Миҫалдар килтерегеҙ.
4. Интонация яғынан һөйләмдәр ниндәй төрҙәрҙә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ
5. Ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? Ҡушма һөйләмдәр ниндәй төрҙәргә бүленә? Миҫалдар килтерегеҙ
6. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.Ҡараһаҡал – Башҡортостан тарихындағы атаҡлы шәхес.
7. Тағы күкрәп яҙҙар килде ерҙәр йәшәрҙе һыуҙар ташты болондар сәскәләргә күмелде һөйләмендә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
Башҡорт мәктәптәренең 8-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1.”Ҡайҙа һин, Александр Матросов?” әҫәренең авторы кем?
2. Нимә ул гипербола?
3. Батырлыҡ тураһында өс мәҡәл яҙығыҙ.
4.”Ҡаһым түрә” драмаһының авторы кем? Төп темаһын билдәләгеҙ.
5. Батырҙар тураһында ниндәй ҡобайырҙар беләһең?
6. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән ;
Килмәк абыҙ был һүҙҙәрен ауылдарға, йәйләүҙәргә барып һөйләй ине.Уның яуға сығырға өндәй башлағанына байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡарҙар иреп, һыуҙар һыуға ҡушылды, йырғанаҡтар ярылды.Ағиҙелдә боҙ китте.
7. Яманға ҡаршы тулҡынған,
Яҡшыға ҡарап урғылған,
Диңгеҙҙән дә ятыулы,
Уралдан да артыулы-
Нимә булыр әйт шуны.
Ҡобайыр йомғағының яуабы нимә булыр?
8. Кем ул сәсән? Cәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһең?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Предметтың билдәһен белдергән һүҙ сифат тип атала. Мәҫәлән: ҙур йорт, матур күлдәк;
Эш-хәлдең билдәһен белдергән һүҙ рәүеш тип атала. Мәҫәлән: шәп йөҙә, яҡшы уҡый. (1 б.)
2.Хәл төрҙәре: рәүеш хәле, урын хәле, ваҡыт хәле, күләм-дәрәжә хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, шарт хәле, кире хәл. (1 б.)
3.- Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килгәндә.
- Эйә алмаштан, хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған бүтән һүҙ төркөмөнән килгәндә. (1 б.)
4. Хәбәр һөйләм . Кемдер килеп инде. Бойороҡ һөйләм . Бөгөн һин быны бөгөн үк эшләргә тейеһең!, Өндәү һөйләм.Онотмайыҡ илдең күргәнен! Һорау һөйләм. Атай, һин иртәгә эшләйһеңме?( 1б.)
5.Кәмендә ике ябай һөйләмдән торған һөйләмдәр ҡушма һөйләмдәр тип атала. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә бүленәләр Мәҫәлән: а )Урман өнһөҙ, йә ул йоҡлай, йә ул уйлана һымаҡ. б ) Әсәй, мине таңда уят әле, дала өҫтөн томан алғанда.(2 б.)
6.( 1 б.)
7. Тағы күкрәп яҙҙар килде, ерҙәр йәшәрҙе, һыуҙар ташты, болондар сәскәләргә күмелде.( 1 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1.Р.Насиров. (1 б.)
2. Арттырып яҙыу(1 б.)
3. (1 б.)
4.Б.Бикбай. Француздарға ҡаршы һуғышта башҡорттарҙың батырлығы ( 1 б.)
5 “Салауат батыр”, “Бейек тауҙың үлгәне”. ( 1 б.)
6. “Кинйә” романынан. ( 1 б.)
7. Сәсән( 1 б.)
8. Халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе һүҙ оҫталары. Дәүләкән сәсән, Ҡобағош сәсән Айҙар сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Шафиҡ Әминев Тамъяни сәсән. ( 1 б.)
Юғары балл 100 %– 16 балл
Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
- Түбәндәге һүҙҙәргә синонимдар яҙ: йәшәй, аҙыҡ, эшһөйәр.
- Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть.
- Нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуй: бир.яҡ, Аҡ.юл, көн.яҡ, .герә, .рған, Гөл.емеш.
- Түбәндәге һүҙгә фонетик анализ яһа: ялан.
- Эш һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр уйлап яҙ.
- Ғаилә һүҙе менән биш һөйләм төҙө.
- Түбәндәге һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуй һәм интонация яғынан ниндәй һөйләм төрө икәнен билдәлә.
Их бигерәк йәмле был тирә ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша ысыҡ тамсылары ем-ем килә сәскә еҫе аңҡый ә һеҙҙең яҡтар матурмы.
8. Синтаксик анализ яһа.
Алтын тәңкәләрен һибә ҡайын,
Ел уларҙы һөйөп уйната,
Торна өйөрө уҙа көньяҡҡа.
Ҡоштар үҙе менән алып китә бергә көн йәмен,
Шәрә ҡала ҡалын урмандар,
Ҡырҙар алмаштыра күлдәген. (Б. Бикбай.)
Башҡорт мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
- Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙ.
- Беҙҙең республикала балалар өсөн ниндәй гәзит-журналдар баҫыла?
- Йомаҡтарҙың яуаптарын тап:
а ) Ҡабаҡтың уртаһында нимә бар?
б ) Диңгеҙҙә ниндәй таш булмай?
в ) Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?
г ) Ни өсөн ат шишмәгә бара?
4. Тел тураһында ниндәй шиғырҙар беләһең? Уларҙың авторын һәм исемдәрен күрһәтеп яҙ.
5. Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ…;
Шиғырҙы дауам итегеҙ. Уның исеме һәм авторы.
6. Оксана менән Йәмил ниндәй әҫәрҙең геройҙары? Авторы кем?
7. М. Ғафуриҙың ниндәй мәҫәлдәрен беләһегеҙ?
8. Нимә ул йәнләндереү? Миҫал килтер.
Башҡорт теленән яуаптар
- Йәшәй – көн күрә, ғүмер итә
Аҙыҡ – ризыҡ, ашамлыҡ
Эшһөйәр – уңған, тырыш.(1 б.)
- Июлгә, фонарға, ноябргә, грипҡа, Донбассҡа, киоскыға, нефткә. (1 б.)
- Биръяҡ, Аҡъюл, көньяҡ, йүгерә, юрған, Гөлйемеш. (1 б.)
- Ялан – я-лан [йа-лан] – 4 хәреф, 5 өн
[й]- тартынҡы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән
[л]- тартынҡы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, ҡалын, иренләшмәгән, баҫымлы
[н]- тартынҡы, яңғырау (1 б.)
5. Эшсе, эшһеҙлек, эшсән, эшһөйәр, эшҡыуар.( 1 б.)
6. (2 б.)
7. Их, бигерәк йәмле был тирә! Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша, ысыҡ тамсылары ем-ем килә, сәскә еҫе аңҡый. Ә һеҙҙең яҡтар матурмы? (Өндәү, хәбәр, һорау һөйләмдәр) (2 б.)
8. (2 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. – (1 б.)
2. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите (1 б.)
3. “Т” хәрефе, ҡоро, ергә баҫа, сөнки шишмә ат янына килә алмай. (1 б.)
4. Б. Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”, Р. Ғарипов “Туған тел”, З. Биишева “Башҡорт теле”.( 1 б.)
5. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ. (Р. Ғарипов “Туған тел”) (1 б.)
6. М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1 б.)
7. “Һарыҡты кем ашаған?”, “Ат һәм эт” (1 б.)
8. Йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең кеше сифаттары аша һүрәтләнеүе йәнләндереү тип атала. Мәҫәлән, “Тыуған ҡалама йыр” шиғырында Н. Нәжми баш ҡалабыҙҙы кеше ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырғайны:
Көмөш ҡайыш быуған егет кеүек,
Ағиҙелде урап билеңә,
Баҫҡанһың һин, Урал һаҡсыһындай,( 2 б.)
Тыуған Өфөм минең, бергенәм…
Юғары балл 100% – 20 балл
Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Түбәндә ниндәй мәҡәл яҙылған:
ели ҡю ҡюңыт еелт
2. Өн һәм хәреф һаны тигеҙ булған һүҙҙәрҙе күсереп ал: ябыҡ, Яхъя, көньяҡ, июнь, класс, юртаҡ, Аҡмулла, аҡҡош, орсоҡ.
3. Ерек һүҙенә фонетик анализ яһа.
4. Түбәндәге сифаттарҙы дәрәжәләр менән үҙгәрт : йылы, һоро, ҡара.
5. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлат :
- бүрәнә аша бүре күреү
- кәкре ҡайынға терәтеү
- түбәһе күккә тейгән
- балтаһы һыуға төшкән
6. Һөйләмдәргә тулы синтаксик анализ яһа. Аҫтына һыҙылған һүҙҙе һүҙьяһалыш буйынса тикшер.
Көҙгө япраҡ төштө килеп
Өҙөлөп ботаҡтарҙан.
Ҡарап торҙом бойоғоп мин
Күҙ алмай уҫаҡтарҙан.
7. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер. Балаларға һүҙенә морфологик анализ яһа.
Башҡорт мәктәптәренең 6-сы класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәттән олимпиада һорауҙары
1. Шиғырҙы дауам ит. Уның исемен, авторын билдәлә.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин…
2. Башҡорт халыҡ мәҡәлен уҡы. Асҡысы алфавитта.
30 1 16 37 15 26 1 23 6 27 25 2 27 16 31 1 12 16 6 8 19 14
21 24 21 26 20 24 2 27 16 1
3. Батырҙар тураһында ниндәй әкиәттәр беләһең?
4. Түбәндәге өҙөк ниндәй әҫәрҙән:
- …Кирәмәт башына менеү – бөркөт осор бейеклеккә күтәреләү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр – үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.
5. Нимә ул хикәйәләү?
6. Нимә ул аллегория? “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәленең морале нимәлә?
7. “…Эй алйот, ҡыҫҡанға былтыр, ҡысҡыралармы быйыл!” Был юлдар ниндәй әҫәрҙән?
8. Салауат Юлаев тураһында ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Теле юҡтың иле юҡ. (1 б.)
2. Орсоҡ, июнь, көньяҡ. (1 б.)
3. Ерек – е-рек[йэ-рэк], 4 хәреф, 5 өн
[й] – тартынҡы, яңғырау
[э] – һуҙынҡы, нәҙек, иренләшмәгән
[р] – тартынҡы, яңғырау
[э]
[к] – тартынҡы, һаңғырау (1 б.)
4. Йылы – йылымса – йылыраҡ – ныҡ йылы
Һоро – һорғолт – һорораҡ – һоп-һоро
Ҡара – ҡараһыу – ҡарараҡ – ҡап-ҡара (1 б.)
5. Кәрәкмәгәнде күреү, алдау, шатланыу, ҡайғырыу (1 б.)
6. - (2 б.)
7. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), ымлыҡ (эй, ссс), мөнәсәбәт һүҙҙәр (әлбиттә)
Балаларға – исем (кемдәргә?), уртаҡлыҡ исем, күплектә, тамыр исем, төбәү килештә, тамыры – бала, -лар – күплек ялғауы, -ға – төбәү килеш ялғауы, һөйләмдә тултырыусы була. (3 б.).
Туған әҙәбиәттән яуаптар
1. Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (З. Биишева “Башҡорт теле”) (2 б.)
2. “Халыҡтар дуҫ булһа, илдең көсө тос була” (1 б.)
3. “Урал батыр”, “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” ( 1 б.)
4. М. Кәрим “Өс таған” (1 б.)
5. Хикәйәләү – ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү.
(1 б,)
6. Хайуандар аш кешеләр тормошон ситләтеп һүрәтләү алымы аллегория тип атала. Кешеләр араһындағы яуызлыҡты һәм көслөләрҙең көсһөҙҙәрҙе йәберләүен фашлау. (1 б.)
7. Ғ. Туҡай “Шүрәле”(1 б.)
8. Р. Бикбаев “Салауат ҡылысы”,Ә. Атнабаев “Салауат менән һөйләшеү”, С. Шәрипов “Яҙмыш менән алыш”, М. Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (1 б.)
Юғары балл 100% - 19 балл
Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс, Кәримә, завод.
2. Түбәндәге фразеологизмдарҙы бер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡа етеү, теш тешкә теймәү.
3. Эйәртеүле бәйләнеш юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.
4. Ниндәй үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.
5. Түбәндәге һөйләмгә синтаксик анализ яһа:
Тышта шаулы хеҙмәт ҡайнай,
Һәм тормош тора гөрләп,
Шул тормош эсендә илһам
Шағирҙы йөрөй эҙләп.
6. Ике һәм алты һанын һан төркөмсәләренә ҡуйып яҙ.
7. Түбәндәге һүҙҙәр нимәне белдерә?
Ай-һай, эй, уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.
8. Бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:
а ) Таң ата.
б ) Бөтә ҡаланы йороп сыҡты.
в ) Ямғыр. Ләйсән ямғыр.
г ) Дүртөйлө ауылы йоҡонан уяна.
Башҡорт мәктәптәренең 7-се класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1. “Аттылар уны. Үҙенекеләр атты. Үҙенекеләрме икән?!” Ниндәй әҫәр хаҡында һүҙ бара? Авторы кем? Әҫәр кем тураһында?
2. Александр Мотросов хаҡында кемдәр ниндәй әҫәрҙәр ижад иткән?
3. З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесындағы төп геройҙар.
4. Нимә ул рифма? Үҙеңдең фекереңде миҫал менән иҫбатла.
5. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Алтын көҙ”, “Салауат йорто”, “Буйһонмаҫ ихтыяр”.
6. Дәүләкән районынан сыҡҡан яҙыусыларҙы һанап сыҡ.
7. Алдар Иҫәнгилдиндың батырлыҡтары тураһында кемдең әҫәре аша беләбеҙ?
8. Образлылыҡты һәм матурлыҡты көсәйтеү өсөн ниндәй тасуирлау саралары
ҡулланыла?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Ашъяулыҡ, Кәримә, завод. (1 б.)
2. Алдау, ҡасыу, шатланыу, өшөү. (1 б.)
3. Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙыл таҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)
4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем (алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә, ҡына), (2 б.)
5. –(1 б.)
6. Төп (ике, алты), рәт (икенсе, алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар), кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)
7. Ымлыҡтар – кешенең төрлө хис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)
8. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙ һөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. Р. Солтангәрәеев “Осто бөркөт” романы. 1937 йылда репрессия ҡорбаны булған Муса Мортазин тураһында.(2 б.)
2. Ә. Бикчәнтәев “Бөркөт һаула үлә”, Р. Насиров “Ил балаһы Шакирйән” (1 б.)
3. Юлдаш, Ҡыҙырас, Ғилман (1 б.)
4. Рифма – шиғыр юлдарының оҡшаш яңғырашлы һүҙҙәргә тамамланыуы. Мәҫәлән, “Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ…” (2 б.)
5. Ә. Лотфуллин, Ф. Ерғәлиев, Р. Ишбулатов (1 б.)
6. Ә. Хәким, Б. Дим, Р. Ураҡсина, С. Яҡшығолов (1 б.)
7. Ғ. Хөсәйеновтың “Алдар батыр ҡиссаһы” повесы (1 б. )
8. Сағыштырыу, эпитет, метафора (1 б.)
Юғары балл – 100% - 20 балл
Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн
башҡорт теленән олимпиада һорауҙары
1. Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды.
а ) Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлат;
б ) Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһа.
2. Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.
3. Бер составлы ниндәй һөйләмдәр бар? Миҫалдар яҙығыҙ.
4. Тура һәм ситләтелгән телмәр. Миҫалдар килтерегеҙ.
5. Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сыҡ.
6. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ эшлә:
Йәмле йәй үткәс, һалҡын көҙ еткәс,
Һин дә шатланып мәктәпкә киткәс,
Мин дә китермен, диңгеҙ кисермен,
Йылы яҡтарҙа ғүмер итермен. (“Бала менән һандуғас”)
7. Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтлә сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт. а ) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,
Бер йылғаның ике ярындай!
б ) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка барабаны кеүек ашай, йота.
8. “Беҙҙең өйҙөң йәме” темаһына йыйнаҡ инша яҙ. (Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата).
Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класс уҡыусылары өсөн
туған әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сыҡ.
2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:
а ) Ирмен тигән ир-батыр
Тыуған илен һөйөр ул.
Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп,
Иле өсөн көйөр ул…
б ) Баланың ниһен маҡтайһың-
Атаның телен алмаған,
Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың-
Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған…
в ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:
- Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип
Һоранылар тағы Кинйәгә текләп…
г ) Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда…
д ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…
3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”
4. Бирелгән төшөнсәләргә билдәләмә бир: легенда, йомаҡ, әкиәт, әйтеш. Миҫалдар килтер.
5. Ниндәй әҫәрҙең прологында Иҙел буйлап пароходта килеүсе шағир, архитектор һәм агроном әңгәмәләшә?
6. Дәүләкән районында ниндәй гәзит-журналдар нәшер ителә? Уларҙың баш мөхәррире кем?
7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сыҡ.
8. Ниндәй халыҡ ижады өлгөһөндә Асылыкүл буйҙары иҫкә алына?
Башҡорт теленән яуаптар
1. Айырымланған өҫтәлмәлектәр ике яҡтан да өтөр менән айырыла.(1 б.)
2. Яр күмелде (ярашыу), ике яр (йәнәшәлек) , томанға күмелде (башҡарылыу) .(1 б.)
3. Билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, атама һөйләм , эйәһеҙ һөйләм. (1 б.)
4. Үҙгәртелмәйенсә ҡулланылған сит кешенең телмәре тура телмәр тип атала. “Ир намыҫы бил ҡайышы түгел, береһен һалдырып алһалар, икенсеһен быуып булмай”,-тине кемдер.
Икенсе бер кешенең үҙгәртелеп ҡулланылған телмәрен ситләтелгән телмәр тип атайҙар. Кемдер берәү тегегә ир намыҫының бил ҡайышы түгеллеген, береһен һалдырып алғанда, икенсеһен быуып булмауын әйтте.(2 б.)
5. Йәнле һөйләү стиле, матур әҙәбиәт стиле, фәнни стиль, публицистик стиль, рәсми эш ҡағыҙҙары һәм хаттар стиле. (1 б.)
6. (1 б.)
7. Бер йылғаның ике ярындай – сағыштырыу, молотилка барабаны кеүек – метафора.(1 б.)
8. 5 балл.
Туған әҙәбиәтенән яуаптар
1. Халыҡ шағирҙары – М. Ғафури, М. Кәрим, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, С. Ҡудаш, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, Б. Бикбай, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А. Филиппов. Халыҡ яҙыусылары – З. Биишева, Ә. Хәким, Н. Мусин, Н. Асанбаев, Ғ. Хөсәйенов. .(1 б.)
2. “Ололар һүҙе” ҡобайыры, М. Аҡмулла “Аттың ниһен маҡтайһың?”, Ғ. Ибраһимов “Кинйә”, Р. Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”, З. Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”. .(1 б.)
3. Б. Домашников, Ә. Лотфуллин, Ҡ. Дәүләткилдиев .(1 б.)
4. Легенда – ул теге йәки был күренеш, предмет, атаманың килеп сығышын аңлатҡан халыҡ хикәйәһе (“Ҡариҙел”) .
Йомаҡ – ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер (Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым)
Әкиәт – уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйә (“Ҡамыр батыр”)
Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтешен борон ҡобайыр әйтеш, ә унда сығарылған ҡобайырҙарҙы әйтеш тип атағандар (“Ҡобағош сәсән менән Аҡмырҙа сәсәндең әйтеше”) (2 б.)
5. Ғ. Сәләм “Шоңҡар” (1 б.)
6. “Асылыкүл”, “Балҡантау”. Баш мөхәррире – Ишбулат Йомабай улы Аҡҡолов
(1 б.)
7. Сюжет - әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнгән һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора. (2 б.)
8. “Заятүләк һәм Һыуһылыу” эпосы (1 б.)
Юғары балл 100% - 23 балл
Предварительный просмотр:
Рус мәктәптәре өсн башҡорт(туған)теленән олимпиада һорауҙары (9-сы класс)
1.Көнбағыш һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.
2.Омофондар.Миҫалдар килтерегеҙ.
3.Аҡһыл һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.
4.Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.Миҫалдар.
5.Майҙан гөж килеп тора бер ерҙә малайҙар көршәк ваталар икенсе ерҙә көрәшселәр көс һынаша һөйләмен тыныш билдәләре ҡуйып күсереп яҙығыҙ.
Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары
1.Йыр поэзияһы ниндәй төркөмдәрҙе эсенә ала?
2.Афористик ижад нимәләрҙән тора?
3.Халыҡ ижады менән яҙма әҙәбиәт араһында ниндәй айырма бар?
4.”Урал батыр” эпосында үлем хаҡында бәхәстә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар ҡатнаша?
5.Һабрау сәсән образы ҡатнашлыҡ иткән әҫәрҙәрҙе атағыҙ.
9-сы кластар өсөн иншалар темаһы
1.Башҡортостан – дуҫлыҡ иле.
2.Р.Ғарипов шиғриәте миңә ни өсөн оҡшай?
3.Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы.
4.”Төньяҡ амурҙары” романында 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары күрһәткән ҡаһарманлыҡ.
5.”Айгөл иле”драмаһында Айгөл Ватанға һәм әсәйгә булған һөйөүҙе нисек аңлай?
6.Тел- күңелдең көҙгөһө.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Олимпиада һорауҙары
Олимпиадные задания по башкирскому (государственному) языку для учащихся 9 класса русскоязычных школ....
4 кластар өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары.
Олимпиада өсөн күнегеүҙәр....
Туған башҡорт теленән 4 кластарҙа олимпиада һорауҙары.
Республика кимәле өсөн туған телдән олимпиада һорауҙары...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары 7-се синыф
1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?а) 36;б) 27;в) 21;г) 42....
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау....
Олимпиада һорауҙары
5-6 кластар өсөн тәғәйенләнгән олимпиада һорауҙары һәм эштәр...
Олимпиада һорауҙары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға әҙерләнеүсе уҡыусылар өсөн тәғәйенләнә...