Внеклассный урок
план-конспект урока (5 класс) на тему
“Тормош һабаҡтары” дәресе.
“Ерҙә кеше булып ҡалайыҡ”.
Маҡсат: борон-борондан ата-бабаларыбыҙ тормошона, бай тәжрибәһенә нигеҙләнеп күренештәрҙе күрһәтеү, уҡыусыларҙа намыҫ, аҡыл, әҙәп, сабырлыҡ кеүек гүзәл сифаттар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү.
Йыһаҙландырыу: ҙур ҡурсаҡ, бишек моделе, тылсымлы һүҙҙәр, тажлы сәскә, М.Аҡмулла портреты, дарыу үләндәре һүрәттәре, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр, ҡурай моңо грамъяҙмаһы.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу мәле
Сәләмләйем һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер-әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн.
- Инеш әңгәмә.
- Әссәләмәғәләйкүм, ҡәҙерле балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тормош-көнкүрешкә бәйле дәрес үткәрәсәкбеҙ. Дәрестең темаһын “Ерҙә кеше булып ҡалайыҡ” тип атаным.
Бишек менән сабый.
Күҙ алдына килтерегеҙ. Бишектә йүргәккә төрөлгән сабый ята. Ғаиләлә сабый тыуған. Был бик шатлыҡлы ваҡиға.
Уны бәхетле, әҙәпле, тәртипле итеп тәрбиәләү өсөн ата-бабаларыбыҙ тәрбиәһенә - халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итһәк, күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине тип уйлайым.
Борон баланы сәңгелдәктән тәрбиәләй башлағандар. Уға ҡыйыу, дөрөҫлөктө яратыусы батырҙар тураһында әкиәттәр һөйләгәндәр, сәңгелдәк йырҙарын көйләгәндәр. Кем ошо бишекте тирбәтеп сәңгелдәк йырын йырлар?
(Берәү йырлай).
- Ә беҙ, балалар, сабый йоҡлағансы, уға исем уйлайыҡ. Кем иң матур исем әйтер?
(Балалар төрлө исемдәр әйтә).
- Бына ниндәй матур исемдәр беләһегеҙ икән. Борон балаға исемде ата-әсәһенең исеменә оҡшатып, тәбиғәт күренештәренә, тормоштағы хәл-ваҡиғаға бәйләп, үҫемлек, сәскә атамаларынан сығып, хеҙмәт, эш, һөнәр төрөнә ҡарап ҡушыр булғандар.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең халыҡта ла ниндәйҙер аңлашылмаған исемдәр осрай башланы. Ул бәхет, шатлыҡ килтерерлек булырға тейеш.
- Ниндәй исем һайланығыҙ инде?
Ләйсән.
(Исемдең аңлатмаһын экрандан уҡыу).
- Төп өлөш
Бына Ләйсән көндән-көн, айҙан-ай, йылдан-йыл үҫә килә. Ата-әсәһенән күреп, хужалыҡта төрлө эштәргә өйрәнә. Ә халыҡ педагогикаһының үҙәге ғаилә һәм хеҙмәткә бәйләнгән. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнмәгән бала әрәмтамаҡ, елғыуар булып үҫеүе ихтимал.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрен алып ҡарайыҡ. Халыҡ әкиәттәре кешеләрҙе егәрле, аҡыллы, эшһөйәр, бәхетле итеп тасуирлаусан.
- “Яҡшы ат” әкиәтен уҡыу.
Синыфтан тыш уҡыу китабы, 5 класс, 37-се б.
- Был әкиәт беҙҙе нимәгә өйрәтә?
- – Мәҡәлдәрҙә лә шулай. Ҡыҫҡа ғына һөйләмгә киң мәғәнә һалынған.
А) Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр уйлайыҡ.
Б) Мин мәҡәлдең башын әйтәм, ә һеҙ дауам итегеҙ.
- Егәрленең ҡулы (ете).
- Кем эшләмәй (шул ашамай).
- Күп һөйләгән (әҙ эшләгән).
- Ҡалған эшкә (ҡар яуа).
- Тырышлыҡ – ҙурлыҡ (ялҡаулыҡ – хурлыҡ).
- Һөнәрле үлмәҫ (һөнәрһеҙ көн күрмәҫ).
- Ялҡау кеше – ярты кеше (унған кеше – ун кеше).
- Бына Ләйсән кешеләр менән аралаша башланы. Кеше менән һөйләшеү, үҙ-үҙеңде тота белеү ҙә бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Борон ата-бабалар быға ҙур иғтибар биргән.
“Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел”
- тигән халыҡ мәҡәлен анализлау.
- Һәр ваҡытта ла яҡшылыҡ эшләргә кәрәк.
Бер ваҡиға һөйләйем:
“Бер малай әсәһе менән генә йәшәгән ти. Улы насарлыҡ эшләгән һайын, әсә рәшәткәгә бер ҡаҙаҡ ҡаға барған! Йылдар уҙа, бала үҫеп етә. Армиянан ҡайтҡас, ул шул рәшәткәләге ҡаҙаҡтарға иғтибар итә, әсәһенән ниңә улай эшләүен һорай. Әсәһе: “Улым, һин насарлыҡ эшләгән һайын рәшәткәгә ҡаҙаҡ ҡаға барҙым. Күрәһеңме, күпме насарлыҡ эшләгәнһең?” – тигән. Улы оҙаҡ уйланып ултырғандан һуң, әсәһенә гел яҡшылыҡ ҡына эшләргә һүҙ биргән. Ул бер көн әсәһе янына килеп: “Әсәй, ҡара әле, рәшәткәлә бер ҡаҙаҡ та ҡалманы. Мин яҡшылыҡ эшләгән һайын, береһен һурып ала барҙым. Насарлыҡтарыма ҡаршы яҡшылыҡ эшләнем”, - тигән. Ә әсәһе: “Эйе, улым, һин күп яҡшылыҡтар эшләп, насарлыҡтарыңды бөтөрҙөң дә кеүек, тик ана ҡара әле рәшәткәләргә, күпме ҡаҙаҡ эҙҙәре! Һинең дә насарлыҡтарыңдың эҙҙәре ҡалған”, - тигән.
Шулай итеп, иң яҡшыһы – насарлыҡ эшләмәү.
- Ә яҡшылыҡ менән насарлыҡты ҡул менән генә түгел, һүҙ менән дә эшләп була.
“Татлынан талы – яҡшы һүҙ, затлынан затлы – яҡты йөҙ”, - ти халыҡ мәҡәле.
Бер аҡһаҡал ҡатынына:
“Ҡәҙерлем, тиҙҙән беҙгә 100-әр йәш була. Ошо көнгәсә беҙ бик татыу йәшәнек. Һинең миңә бер тапҡыр ҙа ҡаршы һүҙ әйткәнең булманы, рәхмәт. Хәҙер минең донъялағы иң тәмле нәмәне ашағым килә”, - тигән.
Оҙаҡ та үтмәй, уның өҫтәленә ҡыҙҙырылған һыйыр теле ҡуйылған.
- Рәхмәт, ҡәҙерлем. Телдән дә тәмле нәмә юҡ. Ә хәҙер миңә иң тәмһеҙ нәмә әҙерлә!
Күп тә үтмәй, уның ҡаршыһында тағы ла ҡыҙҙырылған һыйыр теле тора ти. Аҡһаҡал:
- Тағы ла бер мәртәбә рәхмәт! Донъяла иң тәмлеһе лә, иң тәмһеҙе лә - тел, - тигән.
- Аҡһаҡалдың теле ниндәй? (ҡатынына “Ҡәҙерлем, аҡыллым”, - тип кенә өндәшә).
Балалар сығышы.
1-се уҡыусы: Яҡшы һүҙ йәшәртә, көс бирә.
Ҡулына һәләт һәм эш бирә.
2-се уҡыусы: Яҡшы һүҙ ҡуҙғата йырҙарҙы,
Биҙәй ул, матурлай донъяны.
3-сө уҡыусы: Яҡшы һүҙ шифалы, тылсымлы,
Йыуа ул яраны, борсоуҙы.
4-се уҡыусы: Яҡшы һүҙ ярҙамға ашыға
Әйтерһең, эретә ташты ла.
5-се уҡыусы: Яман һүҙ ағыуҙай эшәҡе,
Хатта ул ҡорота сәскәне.
6-сы уҡыусы: Яман һүҙ йыландай сағыусан,
Нахаҡтан бәләләр яғыусан.
7-се уҡыусы: Яҡшыны күрегеҙ, аңлағыҙ,
Яҡшыға битараф ҡалмағыҙ!
- Тел тураһында мәҡәлдәр иҫкә төшөрәйек.
Йыландың ағыуы тешендә, (әҙәмдең – телендә).
Телеңде бәйҙә тот, (этеңде бауҙа тот).
Һалҡын аш, һалҡын сәйгә түҙергә була, (һалҡын ҡараш, һалҡын һүҙгә түҙеүе бик ҡыйын).
- Һуңғы осорҙа бик тупас һөйләшеүсе балалар ҙа, йәштәр ҙә, хатта ололар ҙа күбәйеп китте. Был, әлбиттә, кешегә бик насар тәъҫир итә. “Яғымлы һүҙ – йән аҙығы” тигәнде лә ишеткәнегеҙ барҙыр. Башҡорт халҡында ифрат матур, яғымлы һүҙҙәр бар бит.
Хәҙер ошо экрандағы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ та күсереп алайыҡ һәм иҫтә ҡалдырайыҡ, аҙаҡ үҙебеҙҙең телмәребеҙҙә ҡулланырбыҙ.
Рәхмәт. Ҙур рәхмәт. Оло рәхмәттәр яуһын. Рәхим ит. Урының түрҙә булһын. Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын. Атай-әсәйеңдең ҡәҙерен бел. Бер булығыҙ – бай булығыҙ. Эшегеҙ уң булһын.
- Борон кешеләр бик оҙаҡ йәшәгән, ҡайһылары сирҙең нимә икәнен дә белмәгән. Ауырыуҙы тәбиғәт үҫемлектәре менән дауалағандар.
- Мәҫәлән, әгәр Ләйсәнгә һалҡын тейһә, ниндәй үҫемлектәр менән дауаларһығыҙ?
Дарыу үләндәрен күрһәтеү, ҡайһы берәүҙәре тураһында һөйләү.
- Башҡорт халҡы күңел асырға ла яратҡан. Уның моңло ҡурайы, ҙыңлап торған ҡумыҙы ла ял ваҡыттарында күңелдәргә дәрт, илһам, ғорурлыҡ өҫтәп торған.
(Ҡурай моңо) Ял миинуты.
- Ҡарағыҙ әле экранға, беҙҙең сибәр Ләйсән янында сәскә тора.
- Ни өсөн уның эргәһендә сәскә ҡуйылған? (Ҡыҙҙарҙы сәскәгә оҡшаталар).
- Тәбиғәтте нимә биҙәй? (сәскә).
- Ниндәй кешене матур тиҙәр?
- Кеше - ерҙең иң гүзәл сәскәһе. Сәскәнең бер тажын өҙһәк тә, уның матурлығы юғаласаҡ.
Сәскә таждарында нимә яҙылған икән, мәғәнәһен асыҡлайык әле.
Намыҫ.
1-се уҡыусы: Кеше өсөн иң әүәл – Намыҫ, тигән.
Намыҫыңды һатыу итмә,
табыш, тигән.
Байлыҡ өсөн илен-көнөн һатҡан кеше
Ике донъя өсөн дә ул яуыҙ, тигән.
- Был шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Намыҫлы, ғәҙел кеше булырға).
Аҡыл.
2-се уҡыусы: Икенсе иң ҡиммәтле - аҡыл,
тигән
Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр, тигән.
Аҡылһыҙҙа намыҫ та юҡ, иман да юҡ,
Ялғанға ант итеп барын һатыр, тигән.
- Был шиғыр нимәгә өндәй?
Әҙәп.
3-сө уҡыусы: Өсөнсө иң ҡиммәтлеһе -
әҙәп, тигән.
Әҙәп – көлкө, мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Әҙәпһеҙҙә бәхет тә юҡ,
Тәүфиҡ та юҡ,
Кеше исемен күтәреү ҙә ғәжәп, тигән.
Күңел
4-се уҡыусы: Дүртенсеһе иң ҡиммәтлеһе –
-Күңел, тигән.
Күңеле боҙоҡ кеше –
Кеше түгел, тигән.
Боҙоҡтарға ер өҫтөнән аҫты яҡшы
Йәшәмә лә, үлеп ергә күмел, тигән.
-Был шиғыр нимәгә өйрәтә?
Сабыр
5-се уҡыусы: Бишенсеһе иң ҡиммәтлеһе –
Сабыр, тигән,
Сабыр кеше ҙур бәхеттәр табыр,
тигән.
Бер ҙә юҡҡа асыуланып донъя боҙоу,
Бер ҡайғынан икенсегә һалыр, тигән.
-Үҙегеҙҙә был сифаттарҙың ҡайһыһын булдырыр инегеҙ?
Ошо шиғырҙарҙы XIX быуат мәғрифәтсеһе, шағир М.Аҡмулла яҙған.
(М.Аҡмулланың портретын күрһәтеү).
-Сәскә тажында һанап үтелгән ошо сифаттарҙың береһен генә юғалтһаң да, ул кешене яҡшы, тәрбиәле тип, матур тип әйтеп булмай.
Һәр ата-әсәнең балаһына иң ҙур теләге ниндәй?
(Бәхетле бул! – тиҙәр).
- Ниндәй кешене бәхетле тиҙәр?
- Бәхетле булыу өсөн өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ, яратҡан эшең, һине яратҡан кешең булырға тейеш. Кешеләрҙең ихтирамы, сәләмәтлек, аҡыл һәм тәүфиҡ кәрәк. Һәм инде, бәхетле булыу өсөн һәр ваҡытта ла атай-әсәйҙе тыңларға кәрәк, уларҙы ихтирам итәргә кәрәк. Уларға игелектәр, изгелектәр генә күрһәтеп йәшәргә кәрәк.
Сөнки әсәйҙән дә бөйөк кеше юҡ был донъяла. Улар беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, беҙгә наҙ һәм нур өләшеүсе. Беҙҙең көндәребеҙҙе болот ҡаплаһа ла, әсәйҙәребеҙ һәр ваҡытта ла нур сәсәләр, яҡтылыҡ бөркәләр.
- Һеҙ, балалар, әсәйҙәрегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?
(Әсәйҙәрҙең портреттары).
- Әсәйҙәр тураһында һөйләү.
- “Әсәйемә”. Г.Ҡыуандыҡова.
Шиғырҙы тасуири уҡыу.
- Йомғаҡлау
- Әйе, һәркемдең бәхетле булырға хаҡы бар. Бәхетле булаһың килһә, кешеләр бәхетенән көнләшмә, бәхетһеҙлегенә һөйөнмә. Кеше булып ҡала бел! Тормош әлифбаһын ғүмер буйы өйрән!
Тауларға ҡарап,
Тау булмаһаң да,
Таңдарға ҡарап,
Таң булмаһаң да,
Кешегә ҡарап,
Кеше була бел –
Оло янлының
Ише була бел!
Мин бәхетле – ҡояшым бар.
Ул йылмайып, көлөп тора,
Зәңгәр күктән яр өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.
Мин бәхетле - әсәйем бар.
Ул иркәләп, наҙлап тора.
Йөрәгемдә ниҙәр барын
Күҙҙәремдән аңлап тора.
-Ҡәҙерле балалар! Аҡыллы булығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе һөйөндөрөп кенә йәшәгеҙ. Ҡылғанығыҙ – иҙгелек булһын. Бер-берегеҙгә лә ихтирамлы, ярҙамсыл, саф күңелле булығыҙ.
Яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып йәшәгеҙ.
Балалар сығышы.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк.
Әсәй һәм атай кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Яҡты, йылы, өй кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Бишек йырҙары кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Мәңге йәшәр тел кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк.
Тыуған үҫкән ил кәрәк.
- Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Мәңге имин ил кәрәк.
“Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йыры башҡарыла.
- Беҙ бөгөн синыф сәғәтендә миһырбанлыҡ, яҡшылыҡ орлоҡтары “сәстек”. Улар уңдырышлы ергә төшөп, шытып сыҡһа, беҙ бик шат булыр инек.
Ошо матур, имин донъяла беҙ игелекле, аҡыллы ла, яғымлы ла булып йәшәһәк ине.
Башҡорт әҙәбите дәрестәрендә халыҡ педагогикаһы элементтары.
Йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә башҡорт халҡы борон-борондан бай педагогик тәжрибә туплаған; тормош-көнкүреш, ғаилә, ырыу-ҡәбилә, халыҡ педагогикаһы хаҡында үҙенең тотороҡло ҡараштар системаһын барлыҡҡа килтергән.
Әҙәбиәт, тормош һабаҡтары, тарих дәрестәрендә беҙ йыш ҡына халыҡ педагогикаһына ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән осрашабыҙ. Тимәк, беҙҙең өсөн был предметтарҙы халыҡ педагогикаһы менән бәйләп алып барыу мөмкинлеге тыуа.
Уҡыу, туған әҙәбиәт, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә йыш ҡына этнопедагогикаға мөрәжәғәт итеп була.
Әҙәбиәт дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҙур урын бирелгән. Мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр кеүек афористик жанрҙарға, әкиәт, легенда-риүәйәт, эпос, ҡобайырҙарға халҡыбыҙҙың педагогик культураһының төп асылы һалынған, тәрбиә принциптары бирелгән.
Педагогик идеяларҙың иң мөһимдәре – камил шәхес тәрбиәләү, тыуған ергә - мөхәббәт тойғолары, гуманистик ҡараштар формалаштырыу идеялары менән айырыуса ауыҙ-тел әҙәбиәте – йырауҙар һәм сәсәндәр ижады тәрән һуғарылған.
Минең уйлауымса, предметты уҡытыу өсөн фәнде яратыу менән бергә, ғәжәп киң ижади ҡараш та кәрәк.
Һәр бер дәресте, сараны төрлө алымдар, бик күп өҫтәлмәләр, күргәҙмәлектәр менән төрләндереп үткәргәндә генә, уҡытыусы үҙ маҡсатына өлгәшергә мөмкин.
Ә уҡытыусының маҡсаты – халыҡтың быуаттар буйы тупланған рухи һәм матди байлығын балалар күңеле аша халыҡҡа ҡайтарыу.
Мин үҙемдең дәрестәремдә, синыфтан тыш сараларҙа йыш ҡына боронғо ата-бабаларыбыҙ тәжрибәһенә, халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итәм. Ошоңа миҫал итеп “Тормош һабаҡтары” дәресенең өлгөһөн килтерәм.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vnekl.ur_.docx | 29.39 КБ |
Предварительный просмотр:

По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Внеклассный урок "Музей геометрии"
Внеклассное мероприятие:“Музей геометрии” зал №1 " Ты помнишьь, как всё начиналось..." цели: активизировать познавательную деятельность учащи...
Презентация внеклассного урока "В КРАЮ ГОР И ЛЕГЕНД" (к 20-летию образования Республики Адыгея)
Эта презентация предназначена для учащихся 5-9 классов.Дети – самое главное богатство любого народа, его надежда, его будущее. А будущее невозможно без прошлого, без истории своего народа. Патри...
Конспект внеклассного урока по биологии "Растительный рай"
Данная методическая разработка позволит систематизировать знания учащихся о строении и жизнедеятельности растений; расширить кругозор учащихся о многообразии и значении растений; развивает способности...
внеклассный урок "Давайте говорить друг другу комплименты"
Этот внеклассный урок дает понятие словам, как комплиент и лесть.уметь различать комплимент от неправдивой похвалы; научить говорить друг – другу ласковые и вежливые слова; воспитывает быть дружными, ...
Презентация внеклассного урока "Наш Пушкин"(к 175 - летию со дня смерти А.С.Пушкина)
Методическая разработка внеклассного урока "Наш Пушкин" (к 175-летию со дня смерти А.С.Пушкина) предназначена для учащихся 9 классов.Александр Сергеевич Пушкин занимает особое место в культуре России....
Внеклассный урок по математике "Интеллектуальная игра «Счастливый случай»
Преподаватель: Шабунина Надежда СергеевнаПредмет: математикаТема: Интеллектуальная игра «Счастливый случай»Цели и задачи урока: Образовательная: О...
Презентация внеклассного урока "Могущество слова" (речевая мозаика)
.Русский язык - это наша история, наше богатство, культура; это язык А.С.Пушкина, И.С.Тургенева, Л.Н.Толстого, К.Г.Паустовского и других великих хранителей красоты и образности родного языка.В речи че...