Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)
рабочая программа на тему
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Скачать:
Предварительный просмотр:
I. Аңлатма яҙыу
1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.
Рабочая програма составлена на основе учебного плана МОБУ СОШ с.Зирган основной образоваельной программы основного общего образования. Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ 4-се класта база кимәлендә өйрәнелә, 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 1- күсереп яҙыу, 2- һорауға яуап, 5-диктант, 2- изложение, 2- инша үткәреү ҡарала.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.
- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..
- Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев. – Өфө: Китап, 2011.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу; телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:
- Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү үҙәк урынға ҡуйыла.
- 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
- Танып белеү маҡсаты
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
2. Үҫтереү маҡсаты
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
- Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
- Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
- Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
- Тәрбиәүи маҡсат
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
4. Белем биреү маҡсаты
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
- Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
- Ишетеп аңлау (аудирование):
- уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
- әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
- тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
- әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
- аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
- Уҡыу телмәрен үҫтереү:
- аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
- текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
- тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
- унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
- бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
- Яҙыу телмәрен үҫтереү
- айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
- матур яҙыу күнекмәләре;
- байрам открыткалары яҙыу;
- һүҙлек диктанты яҙыу.
3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге
1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:
Төп әҙәбиәт
1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.
2) Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләндә. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..
3) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255 бит.
4) Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев Х.А. – Өфө : Китап, 2011.
5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре:Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.
6) Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.
7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.
Өҫтәлмә әҙәбиәт
1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.
6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
8. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.
9. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
10. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
11. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005
12. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.
13. Нафиҡова З.;.,Аҙнабаева Ф.;. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010
14. Ту4ы6баева Ф. Мин у7ыр4а яратам.-)ф0: Китап,2009.
15.Ту4ы6баева Ф.Бе6 у7ыр4а 0йр2н2бе6.-)ф0: Китап,2008.
16. Интеллектуаль уйындар.
2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
1) Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев Х.А. – Өфө: Китап, 2011.
2) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006
3) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005
4) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001
5) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005
6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007
7) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө:2004
8) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009
9) Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006
10) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994
II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
- Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
- текстың планын төҙөү;
- текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.
- Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
- ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
- ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;
- тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
- тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
- Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
- тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
- гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
- әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
- Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
- Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;
- Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
- Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).
2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;
4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.
3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.
5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Мәктәп, Ватан (3 сәғәт).
1 сентябрь – Белем байрамы. Ватан, мәктәп, уҡыу, уға мөнәсәбәт тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.
Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау һәм тәрәнәйтеү) . Әҫәрҙең темаһы һәм төп фекере.
Йәйге хәтирәләр (11 сәғәт).
Башҡортостанда йәйге тәбиғәт, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. Темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү. Әңгәмәләр үткәреү.
Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек мәғәнәләре. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар(ялғауҙар). Әҫәрҙең темаһын төп фекерен билдәләү күнекмәләре.
Тәбиғәт бүләктәре (9 сәғәт).
Матур әҙәбиәттә көҙҙөң сағылышы. Башҡортостанда көҙгө тәбиғәт, балаларҙың һәм ололарҙың көҙгө эштәре, көҙгө байлыҡ тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү. “Көҙ” темаһына ҡарата экскурсиялар ойоштороу, япраҡтарҙан коллекциялар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштороу.
Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәһен күрһәтеүсе саралар(ялғауҙар). Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар биреү, уларға яуаптар табыу.
Илем тарихы – халҡым тарихы (18 сәғәт).
Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Гәзит һәм журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү.
Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Предметты һүрәтләү. Коллектив рәүештә төҙөлгән план буйынса изложение яҙыу.
Тормош – ижад (12 сәғәт).
Башҡорт халҡының талантлы ижад кешеләре тураһында уҡыу һәм һөйләү. Ижад төрҙәре менән таныштырыу. Ижад кешеләре тураһында ҡыҫҡаса белешмәләр төҙөү.
Сифат дәрәжәләре. Сифаттың дәрәжә менән үҙгәрешен практик күҙәтеү. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. Тема буйынса план төҙөү һәм бәләкәй күләмле инша яҙыу.
Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү (11 сәғәт).
Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, бөгөнгө көн геройҙары, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.
Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). Текстың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү.
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә ( 11 сәғәт).
Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Әкиәттәр буйынса инценировкалар төҙөү һәм сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡтарға, мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.
Ҡылым. Уның зат, һан, заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре.
Бурай-бурай ҡарҙар яуа (10 сәғәт).
Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары; ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Һан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләре биреү. Автобиографияны һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (9 сәғәт).
Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Илебеҙ тыныс булһын” темаһына альбом төҙөү.
Алмаш. Зат алмаштарын практик ҡулланырға өйрәтеү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү.
Сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр (6 сәғәт).
Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады.
Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү.
Балдай татлы һыуҙарым (11 сәғәт).
Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү.
Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. Әҫәрҙәге геройҙарға элементар характеристика бирергә өйрәтеү.
Башҡортостан ҡалалары (7 сәғәт).
Башҡортостандың ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү. Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү.
Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре һәм һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү.
8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө (4 сәғәт).
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың данлы эштәре, яҡшы сифаттары, уҡыусы ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “8 март – әсәйҙәр байрамы” темаһына иртәлек ойоштороу, данлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.
Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш.
Башҡортостан мәҙәниәте (8 сәғәт).
Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Башҡортостандың яҙыусыларына, композиторҙарына, артистарына бағышлап альбомдар төҙөү, улар менән осрашыуҙар үткәреү.
Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү.
Тәбиғәттең теле асылған саҡ (11 сәғәт).
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре; ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре; ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Яҙғы моңдар” темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.
Кеше – кеше булһын (7 сәғәт).
Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. “Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш” тигән темаға альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү.
Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән практик таныштырыу һәм уларҙы үҙләштереү, ҡулланыу. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү.
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (7 сәғәт).
Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау.
Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса практик эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү.
Һаумы, йәмле йәй (15 сәғәт) !
Йәйге күренештәр; уҡыу йылының һөҙөмтәләре; йәйге эштәр; йәйгә план-хыялдар хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү.
Башҡорт теле буйынса бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.
2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре | Эш күләме | Текст күләме |
Күсереп яҙыу | 1 | |
Һорауҙарға яуаптар | 2 | |
Контроль диктант | 5 | 35-40 |
Һүҙлек диктанты | 10-12 | |
Изложение | 2 | 30-40 |
Инша | 2 | 35-45 |
Һайланма диктант | 2 | |
Аңлатма диктант | 2 |
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…
Туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән
тематик планлаштырыу
IV класс, йылына – 102 сәғәт
Аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән
Тематик планлаштырыу | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика | |||
Темалар | Сәғәт һаны | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге | ||
№ | лексик | грамматик | ||
1 | Мәктәп, Ватан. К. Кинйәбулатова. Белем көнө. М. Кәрим. Ватан. | Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. | 2 | Тел. Башҡорт теленең алфавитын иҫкә төшөрөү. Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау, белемдәрен тәрәнәйтеү, күнегеүҙәрҙән һүҙҙәр табыу, миҫалдар килтереү. Бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу. Я, ю хәрефтәренең яҙылыу ҡағиҙәһе һәм нәҙек һүҙҙәрҙә улар урынына йә, йү хәреф-бәйләнештәренең килеүен үҙләштереү. Бер төрлө тартынҡыларҙың йәнәш яҙылыу осрағына аңлатма биреү. Ьөйләм төрҙәре (хәбәр, һорау, өндәү) тураһында иҫкә төшөрөү. Уҡыу. Белем көнө, Ватан хаҡында йөкмәткеле мәғлүмәт менән танышыу. Тасуири уҡыу алымдары: дөрөҫ баҫым, интонация. Уҡытыусы уҡығанды тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү. «Белемле кеше - Ватаныбыҙ киләсәге» икәнен аңлатыу. Ватандың данлыҡлы үткәненә иғтибарлы булыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәр¬биәләү. «Мәктәп. Белем» тигән проект әҙерләү. |
2 | Йәйге хәтирәләр. Ғ. Сәләм. Республика иртәһе. Р. Солтангәрәев. Йылы ямғыр. Р. Бикбаев.Ҡолон кеүек. М. Ғәли. Әйтеп бирсе. Н. Мусин. Мәңге йәшеллек. М. Хисмәтуллина. Бесәй китте еләккә. | Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек һандары. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар). | 6 | Тел. Исем һәм уның берлек, күплек мәғәнәләре тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Сингармонизм талаптарына таянып, ялғауҙар ҡушыу үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылы- шындағы айырманы иҫкә төшөрөү. Үҙҙәре йәшәгән ҡала, ауыл, тау, йылға, күл исемдәрен дөрөҫ яҙыу, хеҙмәт батырҙарының исемдәре менән таныштырыу. Уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар килтереү. Кеше исемдәре, хайуандарҙың ҡушаматтары һәм уларҙың яҙылышы тураһында мәғлүмәт биреү. Үҙҙәре йәшәгән урындағы ҡош, үлән, ағас исемдәрен башҡортса яҙҙыртыу, уларҙы күплектә ҡуйыу. Уҡыу. Башҡортостандың йәйге тәбиғәте, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләрҙе уҡытыусы уҡыуы һәм үҙ аллы уҡыу аша аңлау, һәр әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләү күнекмәләре. «Ҡоштар», «Ағастар», «Йәнлектәр» тигән темалар буйынса рефераттар әҙерләү. |
3 | Тәбиғәт бүләктәре. Д. Юлтый. Көҙ. И. Насыри. Ҡараңғы төн ҡосағында. X. Кәрим. Көҙгө картиналар. Р. Сәғәҙиев. Икмәк тәме. | Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар). |
7 | Тел. Исем. Исемдең мәғәнәләре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе 4 төрлө ялғауҙарҙы ғәмәлдә ҡулланыу, килеш менән үҙгәреш таблицаһын ятлатыу, айырым һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын ҡуйырға өйрәтеү аша уҡыусыларҙың тырыу. Эйәлек һәм төшөм килеш ялғауҙарында 0, Ө хәрефтәренең яҙылышы. Сингармонизм законының үҙенсәлектәрен асыу. Ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә, тартынҡыларҙың береһе яҙылмай тигән ҡағиҙәне аңлатыу. Ь билдәһенә бөткән һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушырға өйрәтеү. «Тәбиғәт. Йәнлектәр» темаһы буйынса, күнегеүҙәр ярҙамында, һүҙ запасын арттырыу. Кроссворд һ. б. уйын технологияларын ҡулланыу. Темаларҙы эре блоклы өйрәнгәндә, ҡулланыу өсөн бирелгән терәк схемалар буйынса эшләү. Уҡыу. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Картиналар буйынса, һорауҙарға яуап биреп, әңгәмә ҡороу, ҡыҫҡа инша яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар ярҙамында план төҙөү, уларға яуаптар табыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тыңлап аңлау, аңлы, тасуири уҡыу, тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап биреү. Мәҡәл- әйтемдәрҙең йөкмәткеһен аңлатыу. Текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Башҡортса баҫмалар: «Аманат», «Йәншишмә» һ. б. буйынса «Көҙ» темаһына шиғыр, хикәйә, мәҡәлә табыу, альбом төҙөү, реферат яҙыу. |
4 | Илем тарихы — халҡым тарихы. Ғ. Хөсәйенов. Алдар батыр. Б. Рафиҡов. Ярлыҡ ҡағыҙы. 3. Биишева. Кәмһетелгәндәр. Я. Хамматов. Ҡаһым түрә. Д. Юлтый. Бәләкәс көрәшсе. | Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. | 10 | Тел. Предметтың кемдеке йәки нимәне- ке булыуын белдереүсе тел күренеше - исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәрешен күнегеүҙәргә таянып өйрәнеү. Эйәлек заты ялғауҙары ҡушҡанда, сингармонизм күренеше һәм ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тамырында һуҙынҡы хәрефтәрҙең төшөп ҡалыуы тураһында аңлатыу (холоҡ-холҡо, халыҡ-халҡы, ирек- ирке). «Исем» темаһын йомғаҡлау. Терәк конспект буйынса исемдәрҙе анализлау. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге ролен билдәләү. Терәк конспект ҡулланып сифатты анализлау, уйын технологияларын ҡулланыу. Уҡыу. Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Предметты һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеп, текстың планын төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау, әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү. Газета-журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү. «Шәжәрә» темаһына проект әҙерләү. |
5 | Тормош — ижад. Т. Ҡарамышева. Һүҙ. Данының сиге юҡ (А. Айытҡолов тураһында). Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы (Р. Туйсина тураһында). М. Кәрим. «Бөжәк» апа. Е. Кучеров. Башҡортостанда иҫтәлекле урындар (Шүлгәнташ). Д. Бүләков. Һәйкәл. | Сифат дәрәжәләре, уларҙың мәғәнәләре. Ҡылым, уның һөйләм- дәге роле. Һан, зат менән үҙгәреше. | 9 | Тел. Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһен һәм ҡушымсаларын айырып аңлатыу.Артыҡлыҡ дәрәжәһендә ҡулланылған ҡап-, ҡоп-, һоп-, йоп-, төп-, күм-, ап-, йәп- кеүек ҡушымсаларҙың сингармонизм законына яраҡлашҡанын һәм уларҙың ролен күрһәтеү. Эпитеттарҙы, күп мәғәнәле, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе аңлатыу. Ҡылым, уның һөйләмдәге ролен асыу. Ҡылымдарҙың һан, зат менән үҙгәрешен ҡабатлау. Уйын технологияларын ҡулланыу. Уҡыу. Күренекле ижад кешеләре, сәнғәт әһелдәре тураһында уҡып аңлау, улар тураһында һөйләй белеү. Улар тураһында материалдар йыйыу, альбом, стендтар эшләү, урындағы материал буйынса кисәләр үткәреү. Ябай кешеләрҙең яҡшы сифаттары тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. «Халыҡ бәхете өсөн ҡорбан булған кешеләр һәйкәлдәргә, мәңгелек хәтергә лайыҡ» тип фекер йөрөтөргә өйрәтеү. Йомаҡтар сисеү, кешеләр араһындағы ыңғай мөнәсәбәттәр, яҡшылыҡ тураһында уйланыу. Уҡытыусы һәнәренә иғтибарлы, ихтирамлы булыу тура-һында хикәйәләр төҙөү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм яҙыу (инша элементтары). |
6 | Йәшәү — Ватанға хеҙмәт итеү. Ғ. Дәүләтов. Яңы һыуһаҡлағыс. Я. Ҡолмой. Тыныслыҡ йыры. Р. Солтангәрәев. Ҡараболаҡ тарлауығында. Гөрләп үтә ҡала урамын («Аманат» журналынан). | Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүе. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен практик үҙләштереү. Заман мәғәнәләрен белдереүсе саралар (ялғауҙар). | 5 | Тел. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүен аңлатыу. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен күнегеүҙәр ярҙамында практик үҙләштереү. Заман мәғәнәләрен белдереүсе саралар - ялғауҙар - менән таныштырыу. Ҡылымдарҙың үҙ-ара омонимлығы. Ҡылым-исем омонимияһы тураһында мәғлүмәт биреү (яҙ-яҙ, керҙе-керҙе). Ҡылымдарҙы төрлө замандарҙа ҡулланып, тексты үҙгәртеп һөйләү. Текстарҙың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Текст өлөштәрен бер-бер артлы урынлаштырыу, бирелгән текстарҙы яҡшыртыу, ижади алымдар файҙаланыу. Уҡылған тексты анализлай белеү. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү. Текст төҙөлөшө, уның өлөштәре тураһын¬да белем биреү. Тәҡдим ителгән һүҙҙәр ярҙамында текстар төҙөү. Уҡыу. Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙ¬мәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү. Бирел¬гән тема, ситуация буйынса хикә¬йә, диалог төҙөү. Ваҡиғаға, герой¬ҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау. «Минең олатай», «Беҙҙең өләсәй» тигән хеҙмәт ветерандары тураһын¬да рефераттар. |
7 | Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Ирәндек (Әкиәт). Ж. Кейекбаев. Терпе менән йылан. Төлкө менән ҡуян («Аманат» журналынан). Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Көләмәстәр. Алдар менән хан (Әкиәт). Тиҙәйткестәр. | Ҡылымдың зат, һан, барлыҡ-юҡлыҡ, заман менән үҙгәрешен прак- тик үҙләштереүҙе дауам итеү. | 8 | Тел. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәре¬ше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүе.Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен практик үҙләштереүҙе дауам итеү. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре. Зирәклекте үҫтереү маҡсатында уйын технологиялары (ребус, кроссворд, сканворд). Тестар. Уҡыу. Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһындағы әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Тексты бүлектәргә бүлеү, исем биреү. Әкиәт образдарын ҡылыҡһырлау, йөкмәткеләрен тасуирлау сараларын анализлау. Билдәле ситуацияға әкиәт тексын ижади дауам итеү, халыҡ ижадының афористик жанрҙары менән танышыу. Әкиәттәр буйынса инсценировкалар төҙөү, сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡ-мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу. |
8 | Бурай-бурай ҡарҙар яуа. Ғ. Дәүләтшин. Ҡышҡы урман. Н. Нәжми. Ҡыш. Ф. Иҫәнғолов. Урман һаҡсылары. А. Игебаев. Ҡыш та ҡоштар һайратаһың. 3. Хисмәтуллин. Тәүәккәллек. Г. Юнысова. Ҡыш бабай. Ғ. Рамазанов. Яңы йыл менән! | Һан һәм уның төшөнсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү. | 7 | Тел. Нан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү. Сама, бүлем, йыйыу һандары менән танышыу. Мәҡәлдәрҙә һандар ҡулланылышы. Рәт һандарының ялғауҙары. Ябай, ҡушма һан. Аҙна көндәре атамалары, рәт һаны. Автобиографияңды һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу. Тексты бүлектәргә бүлеү, исем биреү. Һорауҙарға яуап формаһында диалогтар төҙөү. Уйын технологиялары (ребус, сканворд, эшлекле уйын «Диспетчер»). Уҡыу. Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары: ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Картина буйынса эш ойоштороу, телмәр үҫтереү (хикәйәләү, тасуирлау). Яңы йыл, ҡышҡы уйындар, авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән материалдар. «Урман һаҡсылары», «Тәүәккәллек» әҫәрҙәрендәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа биреү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, аль-бомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. |
9 | Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. М. Кәрим. Ғүмергә бергә. Р. Ниғмәти. Тыныслыҡ. Й. Солтанов. Ҡурай моңо. К. Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. | Алмаш. Зат алмаштары. Алмаштың килеш менән үҙгәреше. | 7 | Тел. Алмаш. Зат алмаштарын, уларҙың килеш төрҙәрен күнегеүҙәр ярҙамында практик ҡулланырға өйрәтеү. Уйын технологиялары ҡулланыу (йомаҡтар, ребустар). Уҡыу. Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Хикәйәне дауам итеү - «Йә, шул буламы инде дуҫлыҡ?!» Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү. «Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!» темаһына альбом төҙөү. Ижади һәләттәрен үҫтереү (шиғыр, хикәйә, һүрәтләмә яҙыу). Афоризмдар (мәҡәлдәр) аңлатҡан төшөнсәләр өҫтөндә эш. Халыҡтар дуҫлығы тураһында әңгәмә. Халыҡтар дуҫлығына бағышланған осрашыуҙар, саралар уҙғарыу. «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө» тигән проект әҙерләү, конкурстарҙа ҡатнашыу. |
10 | Сәсәндәрҙән тел ҡалыр. Б. Байымов. Сәсәндәр. Ай Уралым, Уралым. 3. Биишева. Халыҡ сәсәне, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтша Буранғолов. Ни ҡалыр? (Ҡобайырҙан.) | Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләр. | 5 | Тел. Рәүеш, улар аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Рәүештәрҙе ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә ҡулланыу (антоним). Ьүҙ байлығын арттырыу, тасуирлау сараһы булараҡ өйрәнеү. Тестар. Уҡыу. Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү, ҡыҫҡа проекттар әҙерләү. |
11 | Балдай татлы һыуҙарым. Йәмле Ағиҙел буйҙары (Халыҡ йыры). С. Агиш. Ҡариҙел. 3. Биишева. Талҡаҫ күле. Дим йылғаһы. Асылыкүл («Аманат» журналынан). Р. Ниғмәти. Беҙ тыныслыҡ яҡлы. И. Кинйәбулатов. Киләсәк. | Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле. | 6 | Тел. Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре: ҡаршы ҡуйыу, йыйыу, сәбәп, оҡшатыу, ваҡыт, көсәйтеү, бәйләү. Бәйләмдәге роле: бер һүҙҙе йә һөйләмде икенсеһенә бәйләү. Шиғырҙа хис-тойғо көсәйтеү сараһы. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, уларҙа ҡулланылған ярҙамсы һүҙҙәр. Исем, ҡылым омонимияһы (киләсәк-киләсәк). Уҡыу. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Текст өлөштәренең урынлашыу тәртибен яҡшыртыу. Әҫәрҙәрҙәге геройҙарға элементар ҡылыҡһырлама бирергә өйрәтеү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Бәләкәй тикшеренеү эше - проект әҙерләү. |
12 | Башҡортостандың ҡалалары. Башҡорт ҡалалары һөйләй (Өфө, Салауат). Сибай. М. Кәримов. Күмерселәр ҡалаһы | Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле. | 3 | Тел. Ымлыҡтар. Уларҙың мәғәнәләре. Бәйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү. Тексҡа исем биреү. План буйынса һөйләү, абзацтарға бүлеү. Уҡыу. Башҡортостан ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү (Өфө, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалалары тураһында авторҙар эшкәрткән материалдарҙан). Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү. Тикшеренеү эше - проекттар, рефераттар яҙыу. |
13 | 8 Март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. 3. Биишева. Хәйерле көн! Д. Бүләков. Күстәнәс. | Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр. | 4 | Тел. Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе практик күнегеүҙәр ярҙамында үҙләштереү. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Әсәйҙәр тураһында һөйләү (хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү). Уҡыу. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсәлек хистәре, күркәм сифаттары, уҡыусы ҡыҙ бала тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. «8 Март - әсәйҙәр байрамы» темаһына иртәлек ойоштороу, лайыҡлы әсәләр менән осрашыуҙар үткәреү. Әсәләргә ҡотлау открытка-лары яҙыу, ижади эштәр (шиғыр, һүрәт). Сюжетлы һүрәт буйынса хикәйәләр төҙөү. Тексты киңәйтеп, тарҡау һөйләмдәр ҡулланып яҙыу. «Минең әсәйем» (индивидуаль проект). |
14 | Башҡортостандың мәҙәниәте. 3. Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек. Ә. Лотфуллин тураһында белешмә. Р. Ниғмәтуллин. Ҙур талант эйәһе. (X. Әхмәтов тураһында.) Башҡорт һандуғасы. (М. Хисмәтуллин тураһында.) | Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | 5 | Тел. Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы практик ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Ижади күнегеүҙәр: йыйнаҡ һөйләмде тарҡауға әйләндереү, белешмәлә бирелгән һүҙҙәрҙе өҫтәргә. Һүрәттәр буйынса хикәйәләр төҙөү. Уҡыу. Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Уларҙың ысын һәнәрсе булыуҙарына һоҡланыу, улар менән ғорурланыу. 3. Биишеваның «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек» әҫәре буйынса үҙ фекерҙәрен әйтте-реү. Һүрәт төшөрттөрөү. Ә. Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһы буйынса кескәй инша яҙыу. Проект төҙөү: «Сәхнәбеҙҙең йөҙөк ҡашы Р. Туйсина», «Ҡурайсы Р. Юлдашев» (индивидуаль эш). |
15 | Тәбиғәттең теле асылған саҡ. М. Ғәли. Яҙ саҡыра. И. Насыри. Яҙғы ташҡын. X. Ғиләжев. Яҙ. Б. Дәүләтшина. Яҙғы тантана. Р. Бикбаев. Тәбиғәттең теле асылған саҡ. Б. Ишемғол. Яҙ. Р. Назаров. Яҙ килә. М. Тажи. Боҙҙар китте... | Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле. |
7 | Тел. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр, уларҙың телмәрҙәге роле. Интонация тураһында белешмә биреү, күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Һүрәттәр буйынса үҙҙәренең ҡараштарын әйтеү, хикәйә төҙөү. Яҙ тураһында диалог. Уҡыу. Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре. Ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо. Яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. «Яҙғы моңдар» темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның бу- йынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Бабантуй» хаҡында рефераттар төҙөү. |
16 | Кеше матур булһын. С. Әлибаев. Дуҫтарым. Ф. Туғыҙбаева. Кем уңған? Ф. Рәхимғолова. Сер. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт. | Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. | 4 | Тел. Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе. Бәйләмдең тиң киҫәктәре менән танышыу һәм уларҙы үҙләштереү, практик ҡулланыу. Урынды һәм ваҡытты күрһәткән эйәрсән киҫәктәр. Ижади эштәр. Уҡыу. Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Геройҙарға ҡылыҡһырлама. Ҡараштарын белдереү, үҙ фекерҙәрен иҫбатлау. «Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш» темаһына альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Хикәйәләр төҙөү, мәҡәлдәрҙең өлөштәрен тоташтырыу. «Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш нимә ул?» һорауына арналған диа¬логтар ҡороу. |
17 | Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. А. Игебаев. Беренсе Май. Г. Юнысова. Тәбиғәтте шулай яраталармы? С. Әлибаев. Тыныслыҡ. | Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр. | 4 | Тел. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса ғәмәли эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү. Ижади эштәр: бирелгән һөйләмдәргә ябай һөйләмдәр өҫтәп яҙыу. Бер нисә ябай һөйләмде ҡушма һөйләм итеп үҙгәртеү, бер уҡыусының иншаһын төҙәтеп яҙыу. Уҡыу. Беренсе Май - дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. Тыныслыҡ хаҡында әңгәмә (Еңеү байрамына бәйләп). «Беренсе Май» темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау. «Еңеү көнө» исемле альбом төҙөү. |
18 | Һаумы, йәмле йәй! Д. Юлтый. Йәйге таң. Ғ. Ибраһимов. Ямғыр (кл. тыш). К. Мәргән. Урманда. Н. Ҡотдосов, X. Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. Г. Юнысова, Һay бул, мәктәп! Йомғаҡлау. | Башҡорт теле буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Интонация. Омоним һүҙҙәр. Баш киҫәктәр. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәр. Ҡылымдар. Сифаттар. Тиң киҫәктәр. | 6 | Тел. Башҡорт теле буйынса бөтөн үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлау. «Урманда» хикәйәһенең планын төҙөү, ҡыҫҡаса изложение яҙыу. Көндәлек алып барырға өйрәтеү. Әсә теле тураһындағы күнегеүҙәрҙең тәрән йөкмәткеһен өйрәнеү. Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен аңлатыу. «Бер телдән дә телем кәм түгел» темаһына инша яҙыу. Уҡыу. Йәйге күренештәр. Уҡыу йылының һөҙөмтәләре, йәйге эштәр хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған ил тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөм¬тәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү. Туған телгә, туған башҡорт теленә бағышланған текстарҙы анализлау. |
Туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән
календарь –тематик планлаштырыу
IV класс, йылына – 102 сәғәт
Аҙнаға 3 сәғәт иҫәбенән
Т/һ | Планлаш тырыл ған дата | Фактик дата | Теманың йөкмәткеһе | И9к2рм2 |
I триместр | ||||
1 | К.Кинйәбулатова. Белем көнө. | |||
2 | М.Кәрим. Ватан. 3-сө класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Өндәр һәм хәрефтәр. | |||
3 | Ғ.Сәләм. Республика иртәһе. | |||
4 | Р.Солтангәрәев. Йылы ямғыр. Исем.Уның аңлатҡан мәғәнәләре, шул мәғәнәләрҙе күрһәтеүсе саралар | |||
5 | Р.Бикбаев. Колон кеүек. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. | |||
7 | М.Ғәли. Әйтеп бирсе. Контроль күсереп яҙыу. №1 | |||
8 | Н.Мусин. Мәңге йәшеллек. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
9 | М.Хисмәтуллина.Бесәй китте еләккә. Исемдәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәләре. | |||
10 | Һорауҙарға яуаптар. №1 | |||
11 | Хаталар өҫтөндә эш. Исемдәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәләре, уларҙы белдереүсе саралар. | |||
12 | Инеш контроль диктант.№1 | |||
13 | Хаталар өҫтндә эш. Д. Юлтый. Көҙ. | |||
14 | И. Насыри. Ҡараңғы төн ҡосағында. | |||
15 | М. Кәрим. Көҙгө картиналар. | |||
16 | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш ялғауҙары. Килештәрҙең мәғәнәләре. | |||
17 | Календарь.И.Левитандың «Алтын көҙ» картинаһы буйынса эш. | |||
18 | Р.Сәғәҙиева. Икмәк тәме. Сифат дәрәжәләре. | |||
19 | Ғ.Хөсәйенов. Алдар батыр. Еңеү. | |||
20 | Ғ.Хөсәйенов. Алдар батыр. Башҡорттарҙың ерҙәрен талап алыу. Ихтилал. | |||
21 | Б.Рафиҡов. Ярлыҡ ҡағыҙы. | |||
22 | Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Эйәлек затының мәғәнәһе. Исем темаһын йомғаҡлау. | |||
23 | З. Биишева. Кәмһетелгәндәр. “Кәмһетелгәндәр” әҫәрендә башҡорт тәбиғәте. | |||
24 | Я.Хамматов. Ҡаһым түрә. Батырлыҡ. . Наполеонды еңгәс… | |||
25 | Сифат. Сифаттың һөйләмдәге мәғәнәһе. | |||
26 | Я.Хамматов. Ҡаһым түрә. Ҡунаҡта. Аманат. | |||
27 | Д. Юлтый. Бәләкәй көрәшсе. Ҡыйыу Апуш. !телг2нде 7абатлау. | |||
28 | Т. Ҡарамышева. Һүҙ. Сифат. | |||
29 | Контроль диктант. Көҙ биҙәктәре. №2 | |||
30 | Хаталар өҫтөндә эш. Сифаттарҙың мәғәнәләре. Сифат дәрәжәләре. | |||
31 | Башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары. | |||
32 | М.Кәрим. Бөжәк апа. Байрам кисәһендә. | |||
II триместр | ||||
33 | Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. | |||
34 | Д.Бүләков. Һәйкәл. Һүҙлеклек диктанты. | |||
35 | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡта килеүе. | |||
36 | Һорауҙарға яуаптар. №2 | |||
37 | Ғ.Дәүләтов. Яңы һыу һаҡлағыс. Төҙөлөш. | |||
38 | Я.Ҡолмай. Тыныслыҡ йыры. Ҡылым, уның заман мәғәнәләре. Заманды күрһәтеүсе саралар | |||
39 | Р. Солтангәрәев. Ҡараболаҡ тарлауығында. Ҡурҡыныс мәл. | |||
40 | Изложение. “Төйлөгән”.№1 | |||
41 | Хаталар өҫтөндә эш. Гөрләп үтә ҡала урамын. | |||
42 | Инша. Минең яратҡан һөнәрем.№1 | |||
43 | Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт халыҡ әкиәте. Ирәндек. Мәкер. | |||
44 | Ж. Кейекбаев. Терпе менән йылан. | |||
45 | Төлкө менән ҡуян. Хайуандар тураһында әкиәттәр. | |||
46 | Йомаҡтар, мәҡәлдәр. Көләмәстәр, тиҙәйткестәр. Һүҙлек диктанты. | |||
47 | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым. Уның зат, һан мәғәнәләре. | |||
48 | Ҡылым. Уның заман, барлыҡ-юҡлыҡ мәғәнәләре. “Башҡорт халыҡ ижады”н ҡабатлау. Ҡылым. | |||
49 | Ғ. Дәүләтшин. Ҡышҡы урман. Аңлатмалы диктант. Халыҡ нимә ти? №1 | |||
50 | Хаталар өҫтөндә эш. Н. Нәжми. Ҡыш. | |||
51 | Ф. Иҫәнғолов. Урман һаҡсылары. Ҡоштарға ярҙам. | |||
52 | А. Игебаев. Ҡыш та ҡоштар һайратаһың. | |||
53 | З. Хисмәтуллин. Тәүәккәллек. | |||
54 | Ғ. Рамазанов. Яңы йыл менән! Һан. | |||
55 | Контроль диктант Декабрҙә. №3 | |||
56 | Хаталар өҫтөндә эш. Һан төркөмсәләре. !телг2нде 7абатлау. | |||
57 | М. Кәрим. Ғүмергә бергә. | |||
58 | Р. Ниғмәти. Тыныслыҡ. | |||
59 | Й. Солтанов. Ҡурай моңо. Ҡурай моңо. Башҡорт ҡурайы – Парижда. Дуҫлыҡ. Хикәйә буйынса план төҙөү. | |||
60 | К. Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. | |||
61 | Алмаш. Зат алмаштарын ҡулланыу. | |||
62 | Сәсәндәр. Мөхәмәтша Буранғолов. | |||
63 | Ай, Уралым, Уралым. Ҡобайыр. Рәүеш. | |||
64 | Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләр. Һайланма диктант. Аҡ нефть. .№1 | |||
65 | Йәмле Ағиҙел буйҙары. Ҡариҙел. | |||
66 | З. Биишева. Талҡаҫ күле. | |||
III триместр | ||||
67 | Дим йылғаһы. Асылыкүл Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәге роле. | |||
68 | Р. Ниғмәти. Беҙ тыныслыҡ яҡлы. Һүҙлек диктанты. | |||
69 | Хаталар өҫтөндә эш. И. Кинйәбулатов. Киләсәк. | |||
70 | Үтелгәнде ҡабатлау. “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” дәрес-уйын. | |||
72 | М. Кәримов. Күмерселәр ҡалаһы. | |||
73 | Ымлыҡтар. Уларҙың мәғәнәләре һәм телмәрҙәге роле. Аңлатма диктант. Беренсе ҡар. №2 | |||
74 | З. Биишева. Хәйерле көн. Хаталар өҫтөндә эш. Ымлыҡтар. | |||
75 | Д. Бүләков. Күстәнәс. | |||
76 | Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. | |||
77 | З. Биишеваның тормошо һәм ижады. З. Биишева. Һөнәрсе менән өйрәнсек. | |||
78 | Ә. Лотфуллин. Өс ҡатын Картина буйынса инша. №2 | |||
79 | Хаталар өҫтөндә эш Хөсәйен Әхмәтов. Башҡорт һандуғасы. | |||
80 | Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | |||
81 | Контроль диктант. Экскурсия. №4 | |||
82 | Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен ҡабатлау. | |||
83 | М. Ғәли. Яҙ саҡыра. Х. Ғиләжев. Яҙ. | |||
84 | И. Насыри. Яҙғы ташҡын. Яҙғы тәбиғәт күренештәре. | |||
85 | Һ. Дәүләтшина. Яҙғы тантана. | |||
86 | Һайланма диктант. Рәсимә менән Гөлсирә. №2 Р. Бикбаев. Тәбиғәттең теле асылған са7. | |||
87 | Хаталар өҫтөндә эш. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. | |||
88 | Б. Ишемғол. Яҙ. Һүҙлек диктанты. | |||
90 | Хаталар өҫтөндә эш. Р. Назаров. Яҙ килә. М. Тажи. Боҙҙар китте. Яҙғы байрамдар. | |||
91 | С. Әлибаев. Дуҫтарым. | |||
92 | Ф. Туғыҙбаева. Кем уңған? Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе. Тиң киҫәктәр. | |||
93 | Ғ. Ғәлиәскәрова. Кәкүк. Тиң киҫәктәр. | |||
94 | Ф. Рәхимғолова. Сер. Шишмәне тәрбиәләү. | |||
95 | Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт. | |||
96 | А. Игебаев. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр. | |||
97 | Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. | |||
98 | Контроль изложение. Баланы эт нисек ҡотҡарған? Кем ғәйепле №2 | |||
99 | Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау. Д. Юлтый. Йәйге таң. Ғ. Ибраһимов. Ямғыр | |||
100 | К. Мәргән. Урманда. Н. Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. Башланғыс кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Исем. Ҡылым. Һандар. Сифат темаларын ҡабатлау. | |||
101 | Контроль диктант Йәй. №5 | |||
102 | Хаталар өҫтөндә эш. Г. Юнысова. Һау бул, мәктәп! Ымлыҡтар. Ҡабатлау. 4-се класта үтелгәндәрҙе йомғаҡлау. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)
Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс...
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс...
Комментарии
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн ту
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.