Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.
календарно-тематическое планирование (5 класс) на тему

Габбасова Расима Минихайдаровна

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_klass._rodnoy_fgos.docx90.95 КБ

Предварительный просмотр:

ПОЯСНИТЕЛЬНАЯ ЗАПИСКА___________________________________________стр.

1 Общая характеристика учебного предмета ________________________________стр.

2 Ценностные ориентиры содержания предмета_____________________________стр.

3 Место предмета «____________________________» в учебном плане ОУ ______________________________________________________________________ стр.

4 Результаты изучения предмета «____________________________»________________________________________стр.

ОСНОВНОЕ СОДЕРЖАНИЕ УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА______________________стр.

ПЯТЫЙ КЛАСС_______________________________________________________стр.

ШЕСТОЙ КЛАСС______________________________________________________стр.

СЕДЬМОЙ КЛАСС_____________________________________________________стр.

ВОСЬМОЙ КЛАСС_____________________________________________________стр.

ДЕВЯТЫЙ КЛАСС_____________________________________________________стр.

ТРЕБОВАНИЯ К УРОВНЮ ПОДГОТОВКИ ВЫПУСКНИКОВ В ДОСТИЖЕНИИ ПРЕДМЕТНЫХ РЕЗУЛЬТАТОВ _________________________________________стр.

ОЦЕНКА ДОСТИЖЕНИЯ ПЛАНИРУЕМЫХ РЕЗУЛЬТАТОВ ОСВОЕНИЕ УЧЕБНОЙ

ПРОГРАММЫ _________________________________________________________стр.

Особенности оценки предметных результатов _______________________________стр.

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙән   5-се  класы  өсөн туған (башҡорт) теленән  эш программаһы.

Эш программаһы 102 сәғәткә (башҡорт әҙәбиәте-68, башҡорт теле-34) бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).

Төҙөүсеһе: Ғәббәсова Рәсимә Миңлехәйҙәр ҡыҙы.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012

Программа кимәле:  базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы .Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. Ижевск , “Книгоград” нәшриәте ,2008  нигеҙендә төҙөлгән .

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа Башҡортостан Республикаһы  Мәләүез  районы  Нөгөш урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеһының    уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Т5п д5й5м белем бире7ҙең маҡсатына өлгәшеүҙә  «Баш3орт теле» предметыны4  5л5ш5

        Баш3орт теле – баш3орт хал3ыны4 ту1ан теле 89м Баш3ортостан Республика8ыны4 д97л9т теле булып 8анала.

        Рус телле м9кт9пт9р29 «Баш3орт теле» предмет булара3 айырым урын бил9й. “Башҡорт теле” дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Баш3орт теле” 89м “(29би9т” предметтарын берләштереп өйрәнеүҙе талап итә.

        Баш3орт теле баланы4 фекер 76ешен9  булышлы3 ит9: у3ыусылар2ы4 интеллектуаль 89м ижади 89л9тен 76терерг9 яр2ам ит9; белем 89м к7некм9л9р2е 72аллы 72л9штере7 89л9тен 76тер9, шулай у3 у3ыусылар2ы4 972ем у3ыу эшм9к9рлеген ойоштора. Баш3орт теле баш3орт м929ни9тен  5йр9не7г9 ниге2 булып тора 89м баш3орт 929би9тене4 рухи тел байлы1ын  75тере7г9 булышлы3 ит9; у3ыусылар2ы кешелекте4 м929ни-тарихи т9жриб98ен9 ылы3тыра. Аралаша беле7, шул 8525мт9л9 у4ыштар1а 5лг9ше7, ю1ары профессиональ 89м социаль 972емлек ш9хес тормошоно4 т5рл5 5лк9л9ренд9 5лг9шелг9н у4ыштарын билд9л97се характеристика8ы булып тора.

Баш3орт телен 5йр9не7 у3ыусы ш9хесен социаллаштырыу2ы4 м58им й7н9лешт9рене4 бере8е  һәм гражданлы3 89м толерантлы3 тәрбиәләүҙән 1иб9р9т.

К5нд9лек тормошта 89м у3ыу эшм9к9рлегенд9 башҡорт телен аралашыу сара8ы булара3 72л9штере7; 72-ара а4лашыу 89м 72-ара фекер алышыу1а 89л9тлекте 76тере7;  872лек байлы1ын арттырыу. 72 телм9ре4де камиллаштырыу; м58им т5п у3ыу белемен 89м универсаль у3ыу эшмәкәрлеген (эшм9к9рлекте4 ма3саттарын аны3 итеп 9йт9 беле7, уны планлаштырыу, библиографик э2л9не7 7тк9ре7, т5рл5 типта1ы лингвистик 872лект9р29н 89м сы1ана3тар2ан ки4 м91л7м9т саралары 89м Интернеттан тейешле м91л7м9тте алыу 89м эшк9рте7; тексты м91л7м9ти эшк9рте72е 8.б.) 72л9штере7.

        Баш3орт теле дәрестәрендә уҡыусының һүҙ сәнғәте әҫәре менән танышыуы – ул ысын художество ҡиммәттәре менән генә танышыу факты түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә ул. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре  менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхләҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

        Башҡорт һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша уҡыусылар Тыуған ергә, күп милләтле республика халҡына ҡарата һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә  ҡарата ихтирам тәрбиәләнә.  Ул башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхләҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата тоғролоҡ һәм дуҫлыҡ,  берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.

 

Баш3орт (ту1ан) телене4 базислы у3ыу

(белем бире7) планында1ы урыны

                Баш3ортостан Республика8ында  рус телле м9кт9пт9р 5с5н йыллы3  у3ыу планы  баш3орт телен туған  тел булара3, аҙнаға 3 сәғәт  к7л9менд9 у3ытыу2ы к72 у4ында тота: 5-се класс – 102, 6-сы класс – 102, 7-се класс – 102, 8-се класс – 102, 9-сы класс – 102 с919т.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
  • башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
  • бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

Һылтанма:  эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған(башҡорт) тел һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1, 28 август  2015 йыл.) 

“Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Шәхси үҫеш кимәле.  

Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына  яуап бирә.    

Метапредмет кимәле.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.

Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

  • әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
  • -әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
  • үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
  •  тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
  • йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
  • аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
  • төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.

Предмет кимәле.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә  тейешле тәжрибә туплау.

Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;  

-уҡыу техникаһын  үҙләштереү;

- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;

- интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;

- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,

- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;

- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;

- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;

- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;

- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;

- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

Әҙәбиәт.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
  4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  5. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
  8. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
  9. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, семестр һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе семестрҙың беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

  • контроль күсереп яҙыу – 2,
  • ижади эш – 2,
  • контроль диктант – 3,
  • изложение – 2;
  • инша – 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,беле162рен (умение)  һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

I.Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусылар6ан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,беле162рен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпәнә.

У7ыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

      Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

     Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
  2. Үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

    «г2р уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;
  2. Әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
  3. яуабында эҙмә-эҙлелек  һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

II. Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

III. Иншалар6ы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусылар6ы8:

  1. теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,
  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиәлләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәе баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Я6ма эште8  й0км2тке3е тулы3ынса тема4а тура кил32,

2. Фактик хата булма3а,

3.Й0км2тке э6м2-э6лекле бирел32 (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик я7тан бай булыуы ме

н2н айырылып тор3а,

5.Эш тема4а 32м т0п фекер6е а8латыу ма7сатына ярашлы стилд2 я6ыл3а,телм2ре тасуири бул3а,

И9к2рм2. Бер ген2 телм2р хата3ы 32м бер ген2 й0км2тке хата3ы бул4ан я6ма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,б0т23е 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эште8 й0км2тке3е,ниге662,тема4а тура кил32 (теманан ситк2 ките1 бик а6 бул3а),
  2. Й0км2тке, ниге662,д0р09 бирел32,2мм2 эшт2 бик а6  бул3а ла,фактик хаталар осра3а,
  3. Т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклегенд2 тупа9 булма4ан етеш3е6лект2р ген2 бул3а,
  4. Я6ма эш,ниге662,синоним 31662рг2 32м синонимик грамматик формалар4а бай бул3а,
  5. Эш бер т0рл0 стилд2 я6ылыуы 32м тасуири   булыу менән айырылып торһа,

И9к2рм2.  Я6ма эште8 телм2р хаталары 0ст2н д2,й0км2тке3енд2ге хаталар икен2н д2 артма3а,у4а «4» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Я6ма эштә 2 орфографик  һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Я6ма эшт2 теманы ситк2 ките1г2 7ара4ан етди хаталар бул3а,
  2. Т0п фекер д0р09 а8латыл3а,2мм2 эшт2 фактик хаталар еб2релг2н бул3а,
  3. Айырым 0л0шт2ренд2 т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,
  4. Я6ма эш бер т0рл0р2к типта4ы синтаксик конструкциялар6ан тор3а,316леге ярлы,31662р6е 7улланыу6а хаталар бул3а,
  5. Эш тема 32м уны а8латыу (асыу)талап итк2н бер т0рл0 стилд2 я6ылма3а,

И9к2рм2.  Я6ма эшт2ге телм2р хаталары  5-т2н ,й0км2ткелеге хаталар 4-т2н артма4ан х2лд2 л2,эшк2 «3» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Я6ма эшт2 4 орфографик 32м 4 пунктуацион хата,й2ки 3 орфографик 32м 5 пунктуацион хата, й2ки 7 пунктуацион хата 32м орфографик хата3ы6 бул3а,шулар 09т0н2 4 грамматик хата еб2рел32,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Я6ма эш тема4а тура килм232,
  2. Фактик хаталар к1п бул3а,
  3. Эште8 б0т2 0л0шт2ренд2  фекер а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,текст 0л0шт2ре ара3ында б2йл2неш булма3а,план4а яраш3ы6 бул3а,
  4. №16леге 4262тт2н тыш ярлы бул3а,эш 16-ара б2йл2неше булма4ан бер т0рл0 конструкциялы  7ы97а 30йл2мд2р62н тор3а,31662р 7улланышында ла хаталр осра3а,
  5. Эшт2 стилде8 бер т0рл0л0г0н2 ирешелм2г2н бул3а,

И9к2рм2. Я6ма эшт2ге телм2р хаталары 7-н2н,й0км2тке3енд2ге хаталар 3аны 6-нан артма4ан х2лд2 л2,у4а «2» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар 6, 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар. Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә  өйрәтеү менән бергә      матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан

айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә  тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә     баһалар     ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни   уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

                             

Тематик план

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Йылына 68 сәғәт(аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән).

№        

Тема

сәғәт

һаны

5 кл.

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә характеристика

план.

үткәр.

С.Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

1

Башҡортостан, тыуған ил  тураһында мәғлүмәт менән танышыу, тел тураһында мәҡәлдәр уҡыу.

Уҡытыусы һөйләгән мәғлүмәтте тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу,уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү

Сағыштырыу тураһында төшөнсә. Тасуири уҡыу күнекмәләрен арттырыу

Тыуған ил, халыҡ, тарих тураһында әңгәмә ҡора белеү.  Тасуири уҡыу күнекмәләрен, “Нимә ул ҡобайыр” тигән һорауға яуап биреү.

Ер-һыу атамалары  исемдәренең тарихын белеү.

Әҫәрҙе өлөштәргә бүлеү, исем биреү, геройҙарға характеристика биреү

Әҫәрҙе үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү.

Б.Бикбай. Туған тел.

1

Р.Ғарипов. Туған тел.

1

“Әминбәк” әкиәте.

1

Әминбәктең һөнәрҙәргә өйрәнеүе.

Әминбәктең һынауҙар үткәне.

1

Әкиәт  тураһында төшөнсә.

1

К.Кинйәбулатова. Көҙ еткәс.

1

Ф.Рәхимғолова. Көҙгө Урал.

1

Р.Ғарипов. Торналар. Н.Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

1

Б.Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

1

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.

1

А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

1

Д.Бураҡаев. Урал тауҙары.

1

Тыуған ер. Ҡобайыр.

1

Т.Ғәниева. Уралиә тигән ил.

1

Р.Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Ф.Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан.

1

Ә.Вәхитов. Аҡһаҡал аманаты.

1

Шәжәрә.

1

А.Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

1

Ф.Иҫәнғолов. Хәмит күпере.

1

Исеме әле лә халыҡ күңелендә.

1

Ф.Иҫәнғолов. Йылмайыу.

1

Йылмайыуҙың хаҡы.

1

Һанашмаҡтар.

1

С.Әлибаев. Ҡыш.

1

Н.Мусин. Ҡоралайҙар.

1

В.Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда.

1

Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә. Ҡыш һәм көҙ  миҙгелдәренең тәбиғәтен сағыштырыу, айырмалыҡтарын билдәләү, һәр миҙгелдең үҙенә генә хас күркәмлеген күреү.

Башҡорт халыҡ ижады төшөнсәһен үҙләштереү, конспект яҙырға өйрәнеү.

Әкиәтте тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү.

Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡыларын белеү,  йомаҡтар, таҡмаҡтар ижад итеү.

Балаларҙа ижтимағи тормошҡа, файҙалы хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уларҙың уҡыуы, уйыны, бергәләп эшләүҙәре, эҙләнеүҙәре процесында коллектив булып ойошоуҙарын иғтибар үҙәгендә тотоу.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау

Ҡ.Даян. Шыршы.

1

М.Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. Әлфиә.

1

Ҡыш бабай.

1

Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

1

Башҡорт халыҡ ижады.

1

Аҡъял батыр.

1

Аҡьял батырҙың ҡунағы.

1

Ярыш.

1

Ҡамыр батыр.

1

Дейеү артынан.

1

Ҡыҙ батшаның кейәү һайлауы.

1

Уҡыу техникаһын тикшереү.  Көрәш.

1

Йомаҡтар.

1

Һамаҡтар.

1

Һорау һәм мәсьәлә йомаҡтар. Йомаҡ тураһында төшөнсә.

1

Мәҡәлдәр. Мәҡәл тураһында төшөнсә.

1

Икмәк ҡасан тәмле була?

1

Башҡорт халыҡ йырҙары. Оҙон көйҙәр.

1

З.Биишева. Йәшәү – хеҙмәт.

1

Ҡыҫҡа йырҙар. Таҡмаҡтар.

1

Р.Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң.

1

Олатайым хикәйәте.

1

Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.

1

Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән.

1

Ҡәмән менән Сәмәндең картуф артынан барыуы.

1

Д.Бүләков. Яралы китап.

1

Өләсәйем – ауылыбыҙҙың беренсе батыры.

1

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү.

Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

Ғ.Рамазанов. Ағайым хаты.

1

Ә.Вәхитов. Өс бөртөк бойҙай.

1

М.Кәрим. Дан кәпәс түгел.

1

Н.Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

4

Әсәйемә ярҙамсы.

1

Ҡомартҡыны һатып алып булмай.

1

Хикәйә тураһында төшөнсә.

1

Ә.Әминев. Әсикмәк.

1

Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге. Ҡобайыр.

1

Ғ.Аллаяров. Таҫтамал.

1

К.Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

1

Р.Назаров. Яҙ килә.

1

З.Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ.

1

Яҙғы мәшәҡәттәр.

1

С.Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән?

1

М.Кәрим. Һеңлемдең төшө.

1

Һеңлемдең төшө.

1

Р.Ғарипов.Торналар. Һабантурғай.

1

Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

1

Айыу менән бал ҡорттары.

1

Б.Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу.

1

Арғужа.

1

Ғ.Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

1

Аҡҡолайҙың йәшәү сәме.

1

Яубөркөт.

1

Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

1

М.Кәрим. Бөркөтлө. Күкрәктауҙағы әңгәмә.

1

Башлыҡ һайлау.

1

Вәзирҙең беренсе һәләкәте.

1

Өсөнсө терәү.

1

Уҡыу техникаһын камиллаштырыу.”Башҡортостан  батырҙары” исемле альбом төҙөү.

Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы!

1

А.Игебаев. Еңеү көнө.

1

К.Мәргән. Ҡурайсының үлеме.

1

Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан!

1

Миҙал һәм малай.

1

З.Хисмәтуллин. Урман ҡунағы.

1

Мәҫәл жанры менән танышыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.

С.Агиш. Турыҡай.

1

М.Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

1

Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә.

1

С.Муллабаев. Йомарт йәй.

1

 Яҙғы байрамдар.

1

Тәбиғәт матурлығын күрә белеү.

Б.Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай.

1

М.Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

1

Йәйге эштәр.

1

Өләсәйгә ҡунаҡҡа.

1

Аҡсалдың донъя ҡуйыуы.

1

Тәбиғәт матурлығын күрә белеү.

Һабантуй байрамы.

1

Календарь-тематик план

Башҡорт теле

Йылына 34 сәғәт(аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән).

№        

Тема

сәғәт

һаны

5 кл

Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә характеристика

план.

үткәр.

I-IV кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

Башҡорт телендәге үҙенсәлекле һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү, Вв ([уы], [үе] өндәре) хәрефенең һүҙҙә яҙылыуын күҙәтеү, сағыштырыу.

Хаталар өҫтөндә эшләгәндә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләү

Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре.

1

Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең башҡортса әйтелеше.

1

Ижади эш (2).

1

Ғ, һ, ң, ҫ өн - хәрефтәренең дөрөҫ ҡулланылышы.

1

 Күсереп яҙыу(1).  Ҡурай моңо.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

Башҡорт телендә үҙләштерелгән һүҙҙәр.

1

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләү

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, ижектәр һанын билдәләй белеү. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсереү.

 Башҡортса һүҙҙәрҙә баҫымдың ҡуйылышын төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Рус телендәге  баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау. Һорау һүҙҙәренә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу.

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм баҫымын билдәләү.

Килештәр.Ҡабатлау.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

Контроль диктант(1). Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!Алмаш. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

1

 Зат алмаштарыны ның килеш менән үҙгәреше.

Хаталар өҫтөндә эш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау.

1

Ижек. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

1

 Һорауҙарға яуаптар. Башҡорт исемдәре.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Ер-һыу атамалары.

1

Баҫым. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ өндәрҙең әйтелеше.

1

Башҡорт алфавиты.

1

Изложение (1). Бесәйем.

1

Хаталар өҫтөндә эш.  Ғ, һ, ң, ҫ, е хәрефтәренең ҡулланылышы.

1

 Диктант(2) Баш ҡала.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙьяһалыш.

1

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланып, үҙ аллы эшләү

Тамырҙаш һүҙҙәр.

1

 Инша.(2)  Беҙҙең мәктәп.

1

Ялғау төрҙөрен асыҡлау, һүҙҙәрҙең тамырын, ялғауын билдәләү, һүҙьяһалыш буйынса анализ.

Тексты аңлау. Ундағы төп фекерҙе билдәләү. Текстың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләү. Дәфтәргә яҙыу.

Яһалма, ҡушма, тамыр һүҙҙәр өҫтөндә эш. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡушма һүҙҙәр.

1

Антонимдар тураһында төшөнсә.

1

Хаталар өҫтөндә эш. Омонимдар. Синонимдар.

1

Үҙләштерелгән һүҙҙәр.

1

Күсереп яҙыу (2) Көләс булһын әсәйҙәр!

1

Хаталар өҫтөндә эш. Парлы һүҙҙәрҙең үҙенсәлектәре.

1

 Контроль диктант.(3) Бөрйән яҡтары.

1

 Хаталар өҫтөндә эш .Фразеологик берәмектәр.

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

 Йомғаҡлау.

2

Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
  2. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
  3. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
  4. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  6. Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
  8. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

  • телевизор
  • видеомагнитофон
  • DVD плеер
  • компьютер
  • принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

     Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008.

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  3. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  ӘүбәкироваЗ.Ф.–  Өфө, 2006.
  5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 2-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:- Эш ...

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы. Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:- Эш программаһы Башҡортостан Респуб...