Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)
рабочая программа на тему
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.
- Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн “Башҡорт теле” ҡулланмаһына программа. Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015. – 40 бит.
- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.
- "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС) | 78.41 КБ |
Предварительный просмотр:
I. Аңлатма яҙыу
1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.
Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.
Рабочая програма составлена на основе учебного плана МОБУ СОШ с.Зирган основной образоваельной программы основного общего образования. Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ 2 класта база кимәлендә өйрәнелә, 136 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 4 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 4-диктант, 2- изложение, 2- инша үткәреү ҡарала.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.
- Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн “Башҡорт теле” ҡулланмаһына программа. Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015. – 40 бит.
- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.
- "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:
- Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү үҙәк урынға ҡуйыла.
- 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
- Танып белеү маҡсаты
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
2. Үҫтереү маҡсаты
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.
Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:
- Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
- Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
- Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
- Тәрбиәүи маҡсат
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
4. Белем биреү маҡсаты
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
- Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
- Ишетеп аңлау (аудирование):
- уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
- әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
- тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
- әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
- аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
- Уҡыу телмәрен үҫтереү:
- аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
- текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
- тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
- унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
- бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
- Яҙыу телмәрен үҫтереү
- айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
- матур яҙыу күнекмәләре;
- байрам открыткалары яҙыу;
- һүҙлек диктанты яҙыу.
3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге
1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:
Төп әҙәбиәт
1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.
2) Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләндә. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..
3) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255бит.
4) Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.
5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре:Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.
6) Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.
7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.
Өҫтәлмә әҙәбиәт
1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
5. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.
6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
8. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.
9. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
10. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
11. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005
12. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.
13. Нафиҡова З.;.,Аҙнабаева Ф.;. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010
14. Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.- Өфө: Китап, 2009.
15.Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.- Өфө: Китап, 2008.
16. Интеллектуаль уйындар.
2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
1) Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.
2)"Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.
3) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006
4) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005
5) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001
6) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005
7) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007
8) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004
9) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009
10) Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006
11) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994
II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
Тыңлап аңлау:
- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
- иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
- текста ҡапма-ҡаршы йәки бер үк мәғәнәле һүҙҙәрҙе таба белеү;
- текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
Ьөйләү:
- ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;
- бәләкәй күләмле тексты уҡып, йөкмәткеһен һөйләү;
- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү;
- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;
- ябай ғына кимәлдә монолог ҡора башлау;
- үҙе тураһында, ғаилә ағзаларының туғанлыҡ мөнәсәбәте буйынса атамаларын, яҡындарының исем-фамилияларын белеү, һөнәри шөғөл-дәре һ.б. тураһында һөйләү;
- башҡорт теленән руссаға һәм руссанан башҡортсаға тәржемә итеү;
- һөйләшеүҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен ҡуллана белеү;
- ике куплетлы шиғырҙар (5-6), йырҙар (3-4), уйындар белеү. Уҡыу:
- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар ниге-ҙендә);
- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;
- уҡылған текстың йөкмәткеһен билдәләү, персонаждарын әйтеү;
- текстың исеме буйынса уның башҡарған ролен аңлата белеү;
- тексҡа исем ҡушыу өсөн терәк һүҙҙәрҙе таба белеү;
- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
Яҙыу:
- ҙур һәм юл хәрефтәрен матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташты-рып яҙыу;
- ҘУР булмаған тексты күсереп яҙыу;
- текст, картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;
- ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу;
- ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изло-жение яҙыу.
- Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:
- шәхси һөҙөмтәләр:
- башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнөү;
- башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;
- яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле һәр бер кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;
- үҙенең туған телендә һөйләшеү кимәлен баһалай белеү;
- метапредмет һөҙөмтәләр:
- уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;
- маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
- аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙан һөйләм төҙөп, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;
- үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы;
- һорауҙар бирә һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белеү оҫталығын үҫтереү;
- предмет һөҙөмтәләр:
- башҡорт әҙәби теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;
- аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;
- үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
- орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);
- өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра белеү;
- төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.
III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Танышыу - 3 сәғәт
Һаумыһығыҙ! Хәлдәрең нисек? Ғәфү итегеҙ!
Минең мәктәбем - 14 сәғәт
Был кем? Был нимә? Яңы уҡыу йылы менән! Бөгөн кем дежур? Мәктәптә нимә бар? Класта нимә бар? Уҡыу кәрәк-яраҡтары. Миңә нимә кәрәк? Һанайыҡ әле! Һиңә нисә йәш? Аҙнала нисә көн? Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе . Дәрестә. Тәнәфестә
Минең республикам - 6 сәғәт
Мин Башҡортостанда йәшәй ем. Мин Өфөлә йәшәйем . Мин ҡалала йәшәйем. Мин ауылда йәшәйем . Өфөлә экскурсияла . Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?
Мин һәм минең ғаиләм - 33 сәғәт
Беҙ — татыу ғаилә. Кем булып эшләй? Үҫкәс, кем булаһың? Тән өлөштәре . Ҡайһы ерең ауырта? Дауаханала. . Дарыуханала. Таҙалыҡ — беҙҙең һаулыҡ. Минең көн тәртибем. Мин — ярҙамсы . Аҙыҡ-түлек . Тәмле, тәмле... Емеш-еләк. Йәшелсәләр. Яратам, яратмайым . Иртәнге аш. Төшкө аш. Баҙарҙа. Аҙыҡ-түлек магазинында. Һауыт-Һаба. Сәй табыны янында. Нимә менән? Ҡайҙан? Ҡунаҡҡа килегеҙ! Күлдәгең матур икән. Ниндәй туҡыманан? Магазинда нимәләр һатыла? Һеҙгә нимәне күрһәтергә? Үлсәме ниндәй? Хаҡы күпме? Яңы кейем — яңы шатлыҡ. Ҡасан кейәм? Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?
Мин һәм мирең дуҫтарым - 16 сәғәт
Минең әхирәтем. Минең дуҫым. Дуҫым Аҡтүш . Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары. Минең ҡомағым. Дуҫымдың йәнлектәре. Зоомагазинда. Дуҫыма хат. Байрам менән! Байрамдар. Яңы йыл байрамы. Әсәләр нур сәсәләр. Уйынсыҡтар. Уйынсыҡтар магазины. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?
Мине уратып алған донъя - 24 сәғәт
Беҙҙең фатир . Минең бүлмәм. Светофор тора юлда. Ҡала урамында. Йорт алды. Беҙҙең өй. Һayа торошо. Көн ниндәй? Миҙгелдәр . Яратҡан миҙгелем. Ҡар яуа. Сана шыуабыҙ. Тылсымлы кәштә. Яҙ килә. Баҡсалағы эштәр. Түтәлдә нимә үҫә?
Йәмле йәй . Ағастар. Урманд. Нимә ҡайҙа үҫә? Ялан үҫемлектәре. Ҡырағай хайуандар. Ҡырағай ҡоштар Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?
2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 2-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре | Эш күләме | Текст күләме |
Күсереп яҙыу | 2 | |
Һорауҙарға яуаптар | 1 | |
Контроль диктант | 4 | 15-20 |
Һүҙлек диктанты | 6-8 | |
Изложение | 2 | 15-20 |
Инша | 2 | 15-20 |
Туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән
календарь –тематик планлаштырыу
II класс, йылына – 136 сәғәт
Аҙнаға 4 сәғәт иҫәбенән
Т/һ | Планлаштырылған дата | Фактик дата | Танышыу-3 сәғәт | Иҫкәрмә |
1 | Һаумыһығыҙ! | |||
2 | Хәлдәрең нисек? Кеше исемдәре. | |||
3 | Мин бер малай. | |||
4 | Ғәфү итегеҙ! | |||
Минең мәктәбем-14 сәғәт | ||||
5 | Был кем? Был нимә? | |||
6 | Яңы уҡыу йылы менән! | |||
7 | Ф.Туғыҙбаева. Мин-уҡыусы. | |||
9 | Бөгөн кем дежур? Ф.Мортазина. Мин-дежур. | |||
10 | Мәктәптә нимә бар? С.Әлибаев. Беҙҙең мәктәптә. Кем? Нимә? Һорауҙары. | |||
11 | Һорау һөйләмдәр. | |||
12 | Класта нимә бар? Һаулыҡ һорашыу. | |||
13 | С.Маршак. Бәхәс. Өндәү һөйләм. | |||
14 | Уҡыу кәрәк-яраҡтары. Йомаҡ һәм мәҡәлдәр. | |||
15 | Миңә нимә кәрәк? Х.Шабанов. Китап. | |||
16 | Һанайыҡ әле! Ғ.Ғүмәр. Бөтәһе нисә алма? | |||
17 | Башҡорт телендә һуҙынҡылар. | |||
18 | Контроль күсереү. №1. | |||
19 | Һиңә нисә йәш? Нисәнсе? Һорауы. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
20 | Өндәр һәм тартынҡылар. | |||
21 | Аҙнала нисә көн? Ф.Туғыҙбаева. Аҙнала нисә көн? | |||
22 | Аҙна көндәре. | |||
23 | Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. | |||
24 | Дәрестәр теҙмәһе. Ижек. | |||
25 | Дәрестә. Ф.Рәхимғолова. Беҙҙең бурыс. | |||
26 | Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. | |||
27 | Инеш контроль диктант. №1. | |||
28 | Тәнәфестә. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
29 | Һүҙҙең аҙағында тартынҡы һәм һуҙынҡылар. | |||
Минең республикам -6 сәғәт | ||||
30 | Мин Башҡортостанда йәшәйем. Ни эшләйһең? Һорауы. | |||
31 | Мин Өфөлә йәшәйем. Р.Ураҡсина. Өфө. | |||
32 | Мин ҡалала йәшәйем. Һүҙҙәрҙең юлдан юлға күсерелеүе. | |||
33 | Мин ауылда йәшәйем. | |||
34 | Өфөлә экскурсияла. Ф.Рәхимғолова. Өфөлә экскурсияла. | |||
35 | Баҫым. | |||
36 | Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? | |||
37 | Контроль күсереү. №2. | |||
Мин һәм минең ғаиләм -33 сәғәт | ||||
38 | Беҙ — татыу ғаилә. Минең (-ым, -ем) ялғауҙары. Ф.Биктимерова.Бармаҡтар. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
39 | Кем булып эшләй? М.Хисмәтуллина. Беҙҙең ғилә. | |||
40 | Инша. Беҙҙең ғилә. №1. | |||
41 | Инша. Беҙҙең ғилә. №1. | |||
42 | Һинең (ың. ең, -ң) ялғауҙары. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
43 | Үҫкәс, кем булаһың? М.Дәүләтшина. Һә һөнәр ҙә кәрәкле. | |||
44 | Уның (-ың, -ең) ялғауҙары. | |||
45 | Тән өлөштәре. Р.Ураҡсина. Был мин. | |||
46 | Ҡ-ғ өндәренең сиратлашыуы. Һөйләм төҙөлөшө. | |||
47 | Ҡайһы ерең ауырта? К-г сиратлашыуы. | |||
48 | Дауаханала. С.Рәхмәтуллин. Ауырыным. | |||
49 | Дарыуханала. Н.Сәлимов. Табип булып уйнайбыҙ. | |||
50 | Беҙҙең (-ыбыҙ, -ебеҙ; -быҙ, -беҙ) ялғауҙары. | |||
51 | Таҙалыҡ — беҙҙең һаулыҡ. А.Йәғәфәрова. Уяндым. | |||
52 | Һеҙҙең (-ығыҙ, -егеҙ; -ғыҙ, -геҙ) ялғауҙары. | |||
53 | Минең көн тәртибем. Р,Ниғмәтуллин. Иртә иртүк тораһың. | |||
54 | Мин — ярҙамсы. Г.Юнысова. Ике ҡулымда. | |||
55 | Һорауҙарға яуаптар. №1. | |||
56 | Аҙыҡ-түлек. Һүҙҙәрҙә ялғауҙар: -лы, -ло; -ле,-лө. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
57 | Тәмле, тәмле... Р.Ураҡсина. Кәнфит. | |||
58 | [э]өнө һәм [е] хәрефе. | |||
59 | Емеш-еләк. Е хәрефе, [йэ] өнө. К.Кинйәбулатова. Ҡарбуз. | |||
60 | Йәшелсәләр. Ф.Туғыҙбаева. Йәшелсәләр. | |||
61 | --һыҙ,-һоҙ; -һеҙ, -һөҙ ялғауҙары. | |||
62 | Яратам, яратмайым. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | |||
63 | –ма, -мә; -май,-мәй ялғауҙары. Ф.Мортазина. Яратам. | |||
64 | Иртәнге аш. Меню. Я хәрефе һәм [йа] өнө. | |||
65 | Төшкө аш. Меню. [ю] хәрефе һәм [йу] өнө. | |||
66 | Баҙарҙа. Р.Ураҡсина. Баҙарҙа. | |||
67 | Аҙыҡ-түлек магазинында. Ни эшләйбеҙ? (-быҙ, -беҙ ялғауҙары). | |||
68 | Һауыт-Һаба. Ф. Туғыҙбаева. Ҡашығаяҡ. | |||
70 | Ни эшләйһегеҙ? (-һығыҙ, -һегеҙ ялғуҙары). | |||
71 | Сәй табыны янында . [в], [уы], [үе] хәрефе. | |||
72 | Нимә менән? Йә, йу ҡушымсалары. | |||
73 | Ҡайҙан? Ярҙамсы һүҙҙәр. | |||
74 | Ҡунаҡҡа килегеҙ! Ни эшләйҙәр? Һорауы (-ҙар, -ҙәр; -лар, -ләр ялғауҙары). | |||
75 | Г.Ситдиҡова. Ҡунаҡҡа. | |||
76 | Күлдәгең матур икән. Ф.Мортазина. Яңы күлдәгем. Йу, йү ҡушымсалары. | |||
77 | Ниндәй туҡыманан? | |||
78 | Магазинда нимәләр һатыла? Ф.Туғыҙбаева. Зәңгәр күлдә. | |||
79 | Һеҙгә нимәне күрһәтергә? | |||
80 | Үлсәме ниндәй? ҫ өн-хәрефе. | |||
81 | Хаҡы күпме? Аныҡлаусы. | |||
82 | Яңы кейем — яңы шатлыҡ . | |||
83 | Ҡасан кейәм? | |||
84 | Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? | |||
85 | Контроль диктант. №2. | |||
86 | Мин һәм мирең дуҫтарым -16 сәғәт | |||
87 | Минең әхирәтем. [ц] өнө. Хаталар өҫтөндә эш. |
| ||
88 | Минең дуҫым. [ч], [щ] өндәре. М.Ғәли. Дуҫ. | |||
89 | Дуҫым Аҡтүш. Ъ,ь билдәләре. | |||
90 | Йорт хайуандары. М.Ғәли. Иң матур һүҙ. Хайан ҡушаматтары. | |||
91 | Йорт ҡоштары. А.Игебаев. Гөлкәй. Парлы (яңғырау һәм һаңғырау) тартынҡылар. | |||
92 | Минең ҡомағым. Парлы (яңғырау һәм һаңғырау) тартынҡылар. | |||
93 | Дуҫымдың йәнлектәре. Парлы (яңғырау һәм һаңғырау) тартынҡылар. | |||
94 | Зоомагазинда . Алфавит. | |||
95 | Дуҫыма хат. К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым. | |||
96 | Изложение. Дуҫтарым. №1. | |||
97 | Изложение. Дуҫтарым. №1. | |||
98 | Байрам менән! Кем? Нимә? Һорауҙары. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
99 | Байрамдар. Ни эшләй? Һорауы. | |||
100 | Яңы йыл байрамы. Ниндәй? һорауы. | |||
101 | Әсәләр нур сәсәләр. Ярҙамсы һүҙҙәр. Г.Ситдиҡова. Әсәйҙәр. | |||
102 | Уйынсыҡтар. М.Бикбова. Ҡурсағым.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | |||
103 | Уйынсыҡтар магазины. Р.Хәйретдинов. Уйнарға. | |||
104 | Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? | |||
105 | Контроль диктант. №3. | |||
106 | Мине уратып алған донъя - 24 сәғәт | |||
107 | Беҙҙең фатир. Һөйлмдең аңлатҡан мәғәнәһе. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
108 | Минең бүлмәм. Һөйлмдең аңлатҡан мәғәнәһе. Өндәү билдәһе. | |||
109 | Светофор тора юлда . | |||
110 | Ҡала урамында. Н.Ниязов. Сос командир. | |||
111 | Йорт алды. Һөйләмдең баш киҫәктәре. | |||
112 | Беҙҙең өй. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре. | |||
113 | Һayа торошо. Ш.Биҡҡол. Ел. | |||
114 | Көн ниндәй? Н.Сәлимов. Ниңә яуа? | |||
115 | Миҙгелдәр. Г.Юнысова. Көҙ. | |||
116 | Яратҡан миҙгелем. Ф.Мөхәмәтйәнов. Үҙе күренмәй. | |||
117 | Изложение. Яратҡан миҙгелем. №2. | |||
118 | Изложение. Яратҡан миҙгелем. №2. | |||
119 | Ҡар яуа. Т.Искәндәрова. Ҡар яуа. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
120 | Сана шыуабыҙ. Ш.Бикҡол. Мамыҡ ҡар яуа. | |||
121 | Тылсымлы кәштә. З.Кәримова. Тағараҡ. | |||
122 | Яҙ килә. Ә Таһирова. Боҙ китә. | |||
123 | Баҡсалағы эштәр. Р.Ғарипов. Сыйырсыҡ. | |||
124 | Инша. Яҙ килә. №2. | |||
125 | Инша. Яҙ килә. №2. | |||
126 | Түтәлдә нимә үҫә? Ф.Туғыҙбаева. Баҡсала. Хаталар өҫтөндә эш. | |||
127 | Йәмле йәй. М.Сиражи. Йәй. | |||
128 | Ағастар. Ш.Бикҡол. Аҡ ҡайын. | |||
129 | Урманда. Ни эшләргә? Һорауы. | |||
130 | Нимә ҡайҙа үҫә? | |||
131 | Ялан үҫемлектәре. | |||
132 | Ҡырағай хайуандар. | |||
133 | Ҡырағай ҡоштар. Г.Яҡупова. Ҡыр ҡаҙҙары. | |||
134 | Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек? | |||
135 | Контроль диктант. №4. | |||
136 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)
Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС....
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс...
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс...
Комментарии
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.
- Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн “Башҡорт теле” ҡулланмаһына программа. Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015. – 40 бит.
- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.
- "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во
Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова.