“Исем” темаһын йомғаҡлау. 4 класс
план-конспект урока по теме

Закирова Лилиә Рамиловна

4 класста исем һүҙ төркөмөнә йомғаҡлау дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Конспект урока19.28 КБ

Предварительный просмотр:

     Тема. “Исем”  темаһын йомғаҡлау.

     Класс: 4

      Маҡсат. Исемгә дөйөм анализ яһау; телмәр үҫтереү,  М. Кәримдең ижадын, уның әҫәрҙәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

      Йыһаҙлау. Башҡортостан картаһы, М. Кәрим портреты.

                                                   Дәрес барышы.

         I.  Ойоштороу моменты.

         II.  Телмәр үҫтереү.

          Ер шарының картаһына,

          Ҡараһаң яҡшы ғына-

          Башҡортостан шул картала,

          Бер япраҡ саҡлы ғына.

                                         ( М. Кәрим “Ҡайын япрағы”)

         - тасуири уҡыу;

         - тәржемә;

         - үҙ  аллы  уҡыу;

         - хор менән уҡыу;

         - һәр уҡыусынан  уҡытыу;

         III. Үтелгәнде ҡабатлау.

         Өй эшен тикшереү.

         Маҡсат менән таныштырыу.

        - Уҡыусылар әлеге шиғыр нимә тураһында ? (Башҡортостан) Автор уны нимәгә оҡшата? (Япраҡ. Карта күрһәтеү) Авторы кем? (М. Кәрим) Бөгөнгө дәресебеҙ уның тураһында һәм исем темаһын йомғаҡлайбыҙ. Дәфтәрҙәргә числоны яҙып ҡуябыҙ.

         IV. Яңы тема.

         М.Кәрим – Башҡортостандың халыҡ шағиры. ( Портретын күрһәтеү.) Ул 1919 йылдың 20 октяберендә Шишмә районы Келәш ауылында,  ишле ғаиләлә тыуа . 1941 йылда БГПИның тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнаша. Уның балалар өсөн әҫәрҙәре бик күп. Мәсьәлән, “Әлфиә хиҡәйәләре”, “ Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” һәм башҡалар. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн дәүләтебеҙ бихисап наградалар менән бүләкләне. Шуларҙың иң ҙурыһы Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры. Әҙип 2005йылдың 21 сентябрендә ауыр сирҙән вафат булды. Хәҙерге көндә уның исемен   Өфөлә Милли йәштәр театры, башҡорт гимназияһы, урам атала ( һүрәттәрен күрһәтеү). 2013йылдың  11 октябрендә уға Өфөлә, профсоюздар йорто алдында һәйкәл асылды.

           Ял минуты.

           Топ-топ-топ итә, (аяҡтар менән атлау)

           Минең атым һоп итә,(ҡулды сәпәкәйләп өҫкә һикереү)

           Елдән етеҙ елдерә,( урында йөгөрөү)

           Бар ергә лә өлгөрә.(урындарга ултырыу)

          2. Карточкалар менән  эшләү.

          Тәбиғәт күрке- һыу. Башҡортостанда йылғалар, күлдәр, шишмәләр бик күп. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы – Ағиҙел. Ул , Ирәмәл тауы һыртынан башланып , Кама йылғаһыны ҡоя.

        . Текстан яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар китерергә.

     .  Күплек һәм берлек исемдәргә миҫалдар килтерергә.

        3. Бирелгән һүҙҙәрҙе төшөм  килештә яҙыу.

        Класс,  октябрь, бөркөт, болот.

        4. Китап һүҙен эйәлек заты менән төрләндереү.

        Дәреслек менән эш.

        49-сы бит 71-се күнегеү.Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып яҙыу. Терәк схема буйынса ҡалын хәрефле исемдәрҙе тикшереү.

Исем

Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ

килеше

Берлек, күплек     һанда

Эйәлек  заты

велосипеды

уртаҡлыҡ

төшөм килеш

берлек һан

III-сө зат

         V.Йомғаҡлау. Баһалау.

         - Кем ул М.Кәрим?

         - Исем нимәләр менән үҙгәрә?

         VI. Өй эше. 49-сы бит 71-се күнегеүҙе эшләп бөтөрөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

" Исем " темаһын йомғаҡлау. v кл.

quot;Исем "бүлеген  үтеп бөткәс , уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү....