Һөнәре бар юғалмаҫ. Ни эшләй? һорауы. Класс: 3
план-конспект урока на тему
Һөнәр һайлау, хеҙмәт кешеләренең нимә эшләүҙәре, ни эшләй? һорауына яуап биреү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Конспект урока | 16.56 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема . Һөнәре бар юғалмаҫ. Ни эшләй? һорауы.
Класс: 3
Маҡсат. Һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға; ни эшләй? һорауына яуап бирерғә өйрәнеү; һүҙ байлығын арттырыу; төрлө һөнәр эйәләренә ҡарата яҡшы ҡараш, хөрмәт, тыуған республикабыҙға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһаҙлау. Башҡортостан тураһында һүрәттәр, һөнәр темаһына слаидтар.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ уҡыусылар!
Һаумыһығыҙ уҡытыусым !
Һаумы яҡын мәктәбем!
II. Телмәр үҫтереү.
Башҡортостан-тыуған үҫкән ерем,
Ғәзиз ерем минең, булмышым.
Мин бәхетле һиндә яҙылғанға,
Ҡыуандыра торған яҙмышым.
(З. Алтынбаева)
. шиғырҙы тасуири уҡыу
. үҙ аллы уҡыу;
. тәржемә итеү;
. хор менән уҡыу;
. бер нисә укыусынан уҡытыу.
-Был шиғыр нимә тураһында? (яуап)
-Беҙ ниндәй республикала йәшәйбеҙ? (яуап)
- Ысынлап та беҙ иҫ киткес гүзәл республикала йәшәйбеҙ. Беҙҙең республикабыҙҙың тыуған көнө ҡасан? (яуап) 11 октябрҙә республика көнө булып үтте. Быйыл 23- сө йыл үткәрәбеҙ (һүрәттәр күрһәтеү) . Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ тагында гүзәл булһын өсөн , беҙ уны яратырға, һаҡларға, уға тоғро хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ ҙә, хәҙерҙән үк, киләсәктә үҙегеҙгә дөрөҫ һөнәр һайларға этәрер.
Дәрестең маҡсатын әйтеү.
III. Өй эшен тикшереү.
- Һеҙгә өй эше итеп “Киләсәктә мин кем булырға теләйем” тигән темага әзерләнеп килергә ҡушылғайны. Хәҙер эштәрегеҙҙе тыңлап үтәрбеҙ.
Өй эштәрен баһалау.
- Уҡыусылар һеҙ һайлаған һөнәрҙәр иң башта оҡшарға, эшегеҙҙе яратырға тейешһегеҙ. Шул саҡта ғына хеҙмәтегеҙҙең ысын профессионалы булырһыгыҙ.
Дәфтәрҙәргә число, теманың исемен яҙыу .
IV. Төп өлөш.
1. Һүҙлек: тәржемәсе, һатыусы, теш врачы, халыҡ, аҡса, башҡарам.
Бирелгән һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙыу.
2. Дәреслек менән эш.
23-сө бит 1-се күнегеү. Кем ҡайҙа эшләй тексты уҡыу, уҡыусылар үҙ аллы тәржемә итәләр.
- текстан һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе табыу.
3. 2-се күнегеү. Диалог өҫтөндә эш.
Ял минуты.
Ел иҫә беҙҙең биткә,
Ағастарҙы һелкетә.
Ел бөтә,бөтә, бөтә,
Ағастар бейек булып үҫә.
4. Ни эшләй? һорауына яуап бирергә өйрәнеү (слаид).
Уҡытыусы ни эшләй? (уҡыта)
Һатыусы ни эшләй? (һата)
Тегеүсе ни эшләй? (тегә)
5. Дәфтәрҙә эш. 23 –сө бит 3-сө күнегеү.
Һығымта. Башҡорт телендә, ни эшләй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр һөйләмдең аҙағында киләләр.
V. Йомғаҡлау. Баһалау.
-Бөгөн беҙ нимәләр эшләнек?
VI. Өй эше. 24-се бит 4-се күнегеү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект урока математики в классе- комплекте по теме: в 6 классе "Применение распределительного свойства умножения" (повторение), в 5-м классе "Упрощение выражений"(изучение нового материала)
Конспект разработан для проведения урока математики в классе- комплекте, где сидят учащиеся 5 и 6 классов...
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)
Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...
"Географический КВН для учащихся 6-7 классов", "У нас в гостях Япония"для 9-11 классов, разработка урока "Африка" для 11 класса.
Данные методические разработки можно использовать во время проведения предметной недели географии в 6-11 классах. Разработка урока систематизирует знания учащихся по теме "Африка" в 11 классе....
Урок-игра в 5 классе по курсу « Природоведение, 5 класс» по теме: «Обобщение знаний по курсу «Природоведение, 5 класс»
Урок-игра-одна из современных образовательных технологий.На таких уроках у учащихся расширяется кругозор, развивается познавательная активность, формируются определенные умения и навыки, необходимые в...
Аҙыҡ – түлек темаһын өйрәнеү. Ҡайҙа? һорауы.
Аҙыҡ – түлек темаһын өйрәнеү. Ҡайҙа? һорауы. 5 класс...
Дәрес конспекты. 2 класс. Яңы күлдәк менән. Һеҙгә нимә күрһәтергә? һорауы.
Дәрес конспектында кейем атамаларын үҙләштереү, диалогик һөйләмде үҫтереү. әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәнеү тураһында....
Аҙыҡ – түлек темаһын өйрәнеү. Ҡайҙа? һорауы. (Презентация)
Аҙыҡ – түлек темаһын өйрәнеү. Ҡайҙа? һорауы. (Презентация)...