10-сы класта туған (башҡорт) теленән эш программаһы
рабочая программа (10 класс) на тему

Зарипова Гюзель Маулитовна

Уҡыу әсбабы: Әсә теле: Урта мәктәптең 10-11-се  кластар өсөн.

Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө: Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

V—IX синыфтарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәр­ҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме — туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу.

           

Скачать:


Предварительный просмотр:

             Башҡортостан Республикаһының Учалы районы

муниципаль районының Ҡунаҡбай ауылы урта дөйөм белем биреү

мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы

Ҡаралған:                                                                            Килешелгән:

МБ ултырышында                                                  УТЭ буйынса  директорҙың  урынбаҫары

протокол  № 1                                                        ____________ /Үҙәнбаева В.Ғ../

«25»август 2017 й.                                                  «28» август 2017 й.

Раҫлайым:

мәктәп директоры

_____/Ямалиева  Э.С. /

Приказ № 205

«29» август 2017 й.

10-сы  класс өсөн туған(башҡорт) теленән эш программаһы

                                  дөйөм сәғәттәр һаны –34 сәғәт                                                                                           аҙнаһына – 1 сәғәт иҫәбенән

                                                                                      Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы төҙөнө

                                                                                             Ҡунаҡбай ауылы

                                                                                                   2017 йыл

                                                                      Аңлатма яҙыу

   Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

 Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән башҡорт мәктәптәре өсөн

башҡорт теленән программа нигеҙендә. (V-XI кластартар өсөн. Төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө, 2002) төҙөлдө.

Уҡыу әсбабы: Әсә теле: Урта мәктәптең 10-11-се  кластар өсөн.

Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө: Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

V—IX синыфтарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме — туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу.

           10-сы класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр:

- йәмғиәт тормошонда телдең роле, туған телдең әһәмиәте, йәмғиәт үҫешендәре роле, ижтимағи әһәмиәтен аңлы ҡабул итеү;

- ябай, ҡушма һөйләм синтаксисын, стилистикаһын иркен файҙалана белеү, уларҙа ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең әһәмиәтен билдәләү;

- тыныш билдәләре, текст, һөйләм интонацияһы, телмәр тибын аңлы ҡабул итеү;

- һүҙбәйләнеш, ябай, ҡушма һөйләм, тура телмәр, диалог, айырымланыу күренештәре менән эш итә белеү;

- теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, уларҙың схематик бирелеше, айыра  һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;

- ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр һәм уларҙың грамматик бирелеше;

- бөтә төр анализдар:фонетик, лексик, морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик, стилистик анализдарҙы үтәү;

- орфоэпия, графика, офография ҡағиҙәләре;

- текст һәм уның эсендәге һөйләмдәр, уларҙың стилдәре;

- телмәр төрҙәре (типтары) буйынса анализдар;

- һүрәтләү сараларын текстан таба белергә һәм ҡулланырға тейеш, башҡорт теленең һүҙлек байлығын белергә тейеш.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Туған (башҡорт) теле программаһын үҙләштереүҙең шәхсән һөҙөмтәләре:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау,интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Туған (башҡорт) телен үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

*телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, теке темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

*төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

*төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);

*төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт -дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

*һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

*стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

*алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә -эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

*тыңлаған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

*төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдә һәм яҙма текст төҙөй алыу;

*телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, текст логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

*төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог - һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог - фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

*ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистк нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

*телмәр этикет нормаларын һаҡлау, аралаша алыу,телмәр аралашыу процесында ым - ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

ҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

ҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет - ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3)аралашыу процесында тирә - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли - мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп фукциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифтә тулыһынса уның ролен аңлау;

3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары. Фәнни, публицистик, рәсми - эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ - мәғәнәүи телмәр төрҙәре ( хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре, телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын. Башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6)телдең төп берәмектәрен, граматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)һүҙгә төрлө анализ яһау төрҙәрен ( фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8)тел - һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

Уҡытыу предметының курс йөкмәткеһе

Тел һәм телмәр –4 сәғәт Әҙәби тел – халыҡтың рухи ихтыяжын хеҙмәтләндереүсе нормалаштырылған тел. Телмәр культураһы.Телмәрҙең тасуирлығы,аныҡлығы, дөрөҫлөгө, теүәллеге.

Лексика- 4 сәғәт Лексиканың төп төшөнсәләре. Башҡорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Төрлө ҡатлам лексик берәмектәрҙеңҡулланыу үҙенсәлектәре. Фразеология. Башҡорт теле фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының сығанаҡтары.Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу.

Фонетика. Орфоэпия-3 сәғәт. Фонетиканың төп төшөнсәләре. Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит.Башҡорт теленең алфавиты.Һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр.Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы.Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция. Һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография.

 Һүҙ составы һәм һүҙьяһалыш – 2 сәғәт Тамыр һәм яһалма һүҙ. Һүҙ һәм форма яһаусы ялғауҙар.Һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡайһы бер ялғауҙарҙың күп мәғәнәлелеге, омоним ялғауҙар.

 Грамматика. Морфология -15 сәғәт Һүҙ төркөмдәре системаһы.Һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә бүлеүҙең принциптары. Телмәрҙә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең роле. Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе.Һүҙ формаһының барлыҡҡа килеү ысулдары, уларҙың һүҙбәйләнеш һәм һөйләм эсендә урыны, тәғәйенләнеше.Һүҙ төркөмдәренең төп категориялары.Һан, эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш. Килештәрҙең мәғәнәләре.

Яҙма эштәр- 6 сәғәт

                                                          Календарь-тематик план

п/п

       

           Темалар

Сәғәт һаны

         Үтәлеү

        ваkыты

         Иçкәрмә

Планлашт.

  фактик

  1.

Тел  һәм уның вазифаһы. Телдәрҙең күп төрлөлөгө. Үле һәм тере телдәр.  

1

7.09.

  2.

Башҡорт теленең функциональ үҫеше. Башҡорт теле ҡәрҙәш телдәр араһында.

1

14.09.

  3.

 Тел тураһында фән бүлектәре. Тел һәм телмәр. Әҙәби тел.  Телмәр мәҙәниәте.

1

21.09.

  4.

 Дөрөҫ әйтелеш нормалары. Һүҙ эсендәге баҫым. Логик баҫым.

1

28.09.

  5.

 Контроль диктант “Дуҫтар”

1

5.10.

 6  

Лексика. Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәлеге.

1

12.10.

  7.

 Омонимдар. Омофондар.

Синонимдар. Антонимдар.

1

19.10.

  8.

 Төп башҡорт һүҙҙәре. Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Калькалар.

1

26.10.

 9.

Неологизмдар. Профессионализмдар. Диалект һүҙҙәре. Фразеология.

1

9.11.

 10.

Б.т.үҫ.  “ Тәбиғәт ҡосағында” темаһына инша.

1

16.11.

11

Фонетика. Интонация. Ижектәр. Баҫым.

23.11.

 12.

 Редукция. Протеза. Эпентеза. Элизия. Фонетик анализ.

1

30.11.

 13.

 Графика. Орфоэпия. Орфография.

1

7.12.

 14.

Б.т.үҫ. Изложение “Тылдың ярҙамы”

1

14.12.

15.

 Һүҙ составы.

1

21.12.

16.

Һүҙьяһалыш.

28.12.

17.

Б.т.үҫ. “Тәүге kар”. Инша-эссе.

1

18.01.

18.

Грамматика. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре.  

1

25.01

 19.

Исем.

1

1.02.

20.

 Исем. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категорияһы.

1

8.02.

 

21

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

15.02.

22.

Сифат.

1

22.02.

 23.

Һан.

1

1.03.

24

Б.т.үҫ. Автобиография, резюме яҙыу.

1

15.03.

25.

Алмаш.

1

22.03.

26.

Исем һәм сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

5.04.

 27.

Һан һәм алмаш буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

12.04.

 28.

Ҡылым. Ҡылымдың лексик-семантик төркөмдәре.

Күсемле, күсемһеҙ ҡылымдар.

1

19.04.

 29.

Ҡылымдарҙың грамматик категориялары.

Һөйкәлеш.  Бойороҡ, шарт, теләк  һөйкәлештәре.

1

26.04.

 30.

Йүнәлеш категорияһы.

1

3.05.

 31.

Ҡылым төркөмсәләре. Сифат, исем, хәл, уртаҡ ҡылымдар.

1

10.05.

 

 32.

Контроль диктант “Үҫеш юлдары.

1

17.05.

33.

Ҡылым рәүешлеге.

1

24.05.

34.

Ҡылым күләмдәре

1

31.05.

Ҡушымта

                                                                           Башҡорт төркөмдәре өсөн.

                                                                   Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә.Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: Iкласта-3 орфограмма,  II -4/1  , III-  5/2 ,  IV-6/2 , V -8/3  VI-10/3 ,  VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6    

Диктантты баһалағанда төҙәтелә,әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1)мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2)әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3)автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4)механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1)ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3)бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4)үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.

«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион ,  1орфографик, 3 пунктуацион:  2/2,1/3,2/3

«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,

          өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9

«1»- уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5»-бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4»-эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3»-яртыһынан әҙерегә дөрөҫ эшләнһә.

«2»-бер эш тә дөрөҫ эшләнмәһә.

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.Фактик хаталар юҡ.

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.Эштең һүҙлеге бай.

5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-1,телмәр яғынан 1 кәмселек булырға мөмкин.

1орфографик,  1 пунктуацион йә 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 2,телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин.

2орфографик,2пунктуацион йәки 1 орфографик,

3 пунктуацион йәки 4пунктуацион,

2  грамматик хата

“3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4.Эштә йөкмәтке яғынан -4,телмәре яғынан 5 хата булыуы мөмкин.

4 орфографик,4 пунктуацион,

4 грамматик хата

3/5,3/7

“2”

1.Эш теманы асмай.

2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4.Эштең йөкмәткеһендә-8 ,телмәрендә-7-нән күберәк хата ебәрелгән.

7/7,6/8,5/9,8/8  орфографик/пунктуацион,7грамматик хата .

Диктант  “Дуҫтар»

Бала саҡ дуҫлығы! Үҙенең хәйләһеҙ бер ҡатлылығы менән оҙаҡ хәтерҙә һаҡлана ул. Ә инде үҫмер саҡта ла, егет булғас та дауам итһә- онотолмай, һис ҡасан да онотолмай. Ул дуҫтар, ир- егет булғас, яңынан осрашһалар, уларҙың бер- береһенә булған яҡты тойғолары ғүмер таңындағы ҡабатланмаҫ йәмен һаҡлай, яҙҙар һәм көҙҙәр аша улар менән бергә атлай.

Рәшит менән Сабир тап бына шундай дуҫтар ине.

Берҙән- бер көндө, йәй үтеп барғанда, Сабир Рәшитте ҡалаға уҡырға оҙатты. Һуңғы төндә улар аҙбар башында, кипкән бесән өҫтөндә, таң атҡансы һөйләшеп яттылар.

Август аҙаҡтарында ғына була торған аяҙ йылы төн, күк йөҙөндә иҫәпһеҙ йондоҙҙар йымылдай. Улар, төпһөҙ киңлеккә һыйыша алмағандай, бер туҡтауһыҙ атылалар. Әле яңы ғына офоҡта балҡыған утлы юлға һоҡланырға өлгөрмәйһең, һинең түбәң өҫтҡңдә икенсеһе, селпәрәмә килеп, ут көлтәләре сәсә, ә ҡайҙалыр алыҫта, бик бейектә, серле ятҡылығы менән күк донъяһын уртаға бүлеп, Ҡош Юлы ярылып ята.

Был төндөң сихри матурлығына һоҡланыпмы, айырылышҡанда һәр саҡ була торған эс бошоуҙы еңә алмайынсамы, дуҫтар оҙаҡ ҡына һөйләшмәй яттылар.( Д. Исламов.)

Контроль диктант.                 Үҫеш юлдары.

 Башҡорт совет әҙәбиәте үҫешенең тәүге осоронда поэзия өҫтөнлөк итте, шул уҡ ваҡытта, әкренләп булһа ла, проза һәм драматургия ла үҫә башланы. 1918— 1920 йылдарҙа Мәжит Ғафуриҙың хикәйәләр китабы, Афзал Таһировтың очерктары һәм хикәйәләре, Шәһит Хоҙайбирҙиндың очерктары һәм публицистик мәҡәләләре, Әхнәф Танғатаровтың нәҫерҙәре баҫылып сыҡты. Башҡорт совет прозаһы ана шулай ваҡ жанрҙарҙан, публицистик характерҙағы сәсмә әҫәрҙәрҙән яралды. Фронт шарттарында, 1919 йылда, башҡорт совет театры барлыҡҡа килде. Башта һәүәҫкәр артистар, ҡыҙыл армеецтар тарафынан башҡарылған был театр сәхнәһендә урыҫ һәм татар драматургтарының пьесалары менән бергә башҡорт драматургтарының яңы пьесалары ла уйнала башланы. Мөхәммәтша Буранғолдоң «Ашҡаҙар» пьесаһы ошо йылдарҙа ҡуйылды, А. Таһировтың агитпьесалары Ырымбур сәхнәләрендә уйналды. 1920 йылда Д. Юлтый «Ҡарағол», Хәбибулла Иб- раһимов «Башмағым» тигән пьесаларын яҙҙылар, һәм был сәхнә әҫәрҙәре аҙаҡ драматургиябыҙҙың алтын фондына ингән, милли театр репертуарында ҙур урын алған әҫәрҙәр булып китте. Оло быуын драматургтарының һәйбәт традицияларын сағыштырмаса йәш әҙиптәр дауам итәләр. Улар рәтендә Мостай Кәрим, Әсғәт Мирзаһитов, Нәжиб Асанбаев, Илшат Йомағоловтарҙы күрһәтергә мөмкин. Уларҙың көн үҙәгенә һуҡҡан әҫәрҙәрен тамашасылар яратып ҡабул итте. Тормош дауам итә. (М. Ғәйнуллин, Ғ. Хөсәйенов буйынса.) Эш. Текстың фәнни стилдә яҙылыуын миҫалдар менән иҫбат итергә.

Контроль изложение                                    Тылдың ярҙамы 

Бөйөк Ватан һуғышында хәрәкәт итеүсе армияларға тыл делегациялары әленән- әле килеп тора ине. Был матур йоланы тыуған Башҡортостаныбыҙ делегациялары ла айырыуса ихласлыҡ менән башҡарҙы. Өлкә партия ойошмаһының, республика хөкүмәтенең делегациялары Башҡорт атлы дивизияһында әллә нисә мәртәбә ҡу- наҡта булдылар. Юлда барғанда, Калач станцияһына етәрәк, беҙ Башҡортостан вәкилдәренең килеүен ишеттек. Тыуған яҡтан килгән ҡунаҡтар, беҙҙе эҙләп, Тербу-ныға барғандар, ләкин тапмағандар икән. Әммә юғары хәрби штабтар ярҙамында беҙҙең эҙгә төшә алғандар һәм бына — Калачта осрашыу... Был осрашыу ифрат йылы булды. Ҡунаҡтар беҙгә 10 вагон бүләк алып килгән, уларҙың һигеҙенә һоло тейәлгәйне. Аҙаҡтан һалдаттар, хатта аттар ҙа, тәм-томдо һиҙеп, Калачҡа йылғырыраҡ юрттырҙылар, тип көлөштөләр. Республика хөкүмәте бик бай бүләктәр — йылы кейем, бирсәткә, аяҡ кейемдәре ебәргән. Меңәрләгән һуғышсыға шәхси бүләктәр ҙә бар ине, уларҙы Башҡортостан кешеләре үҙҙәренең уландарына, ирҙәренә, ҡустыларына һәм иптәштәренә ебәргәндәр. Полк комиссары майор Әлибаев миңә хром итек бирҙе. Уның размеры тап минеке — 44- се. Итек эсендә бәләкәс кенә хат киҫәге ята ине. Унда: «В этих сапогах ни шагу назад!»— тип яҙылғайны. Калач станцияһы ҙур хәрби объект ине. Дошман самолеттары уны теләһә ҡасан утҡа тотоу зары мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, комдив полктарҙы станция тирәһендә туҡтатырға ҡарар итте, һәм беҙ ҡәҙерле ҡунаҡтар менән яҡындан күрешеү бәхетенә ирештек. Көн буйы улар частан-часҡа йөрөнөләр, һуғышсылар менән осраштылар, үҙҙәренең тылдағы героик хеҙмәттәре тураһында һөйләнеләр, беҙҙең уңыштарға ҡыуандылар. Дивизияның ритмлы тормошо туҡталманы, кискә тиклем вагондар бушатылды, ылауҙар тейәлде. Кискә ҡарай тревога иғлан ителде, һәм дивизия яңынан маршҡа сыҡты. Ҡунаҡтар ҙа беҙҙең арттан төштө. Усть-Хоперск районында дивизия бер тәүлеккә яҡын ялға туҡтағанда, беҙ тыуған яҡтан килгән ҡунаҡтарҙы оҙатып ебәрҙек. Тағы ла бер тәү лек үтеүгә беҙҙең марш тамамланды, һәм алғы һыҙыҡтан 12—15 саҡрым алыҫлашып бөттөк. Тирә-яҡта семтеп алырлыҡ та үҫемлек юҡ ине, шунлыҡтан аттар менән ылауҙарҙы ышыҡлау, аттарҙы ашатыу бигерәк ҡыйынға тура килде. Өс-дүрт көн торғас, Шайморатов полк командирҙарын һәм комиссарҙарын саҡыртып алып, алда торған бурыстарҙы аңлатып бирҙе. Т. Кусимов.

Инша темалары:

“ Тәбиғәт ҡосағында”

“Тәүге kар”. Инша-эссе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы (5 класс)

Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы муниципаль районының Иҫке Күл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбемуниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы   Ҡаралған...

5-9 синыфтар өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы

5-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Аңлатма яҙыуДәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класынд...

башҡорт теленән эш программаһы (2 класс)

М.С.Дәүләтшина, Х.А.Толомбаев. Башҡорт теле 1-2 кластар өсөн дәреслек....

башҡорт теленән эш программаһы (3 класс)

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусылар өсөн...

башҡорт теленән эш программаһы (4 класс)

Рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн...

Башҡорт теленән эш программа

Башҡорт теленән эш программа...