5-9 синыфтар өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы
календарно-тематическое планирование по теме

Валеева Альфия Рафкатовна

5-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

 

Аңлатма яҙыу

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа кимәле:   базалы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,

   Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «20-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-        башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;

-        башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;

-        бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1.      Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.      Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.      Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.      Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.      Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6.      Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

 

 

Әҙәбиәт.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

1.      Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

2.      Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

3.      Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;

4.      Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

5.      8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

6.      Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

7.      Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

8.      Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

9.      Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

1.      Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2.      Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3.      Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

-        контроль күсереп яҙыу – 1,

-        һорауҙарға яуап – 1,

-        контроль диктант – 2,

-        изложение – 1;

-        инша – 4.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

1.   Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

2.   5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.

3.   Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

4.   Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

5.   Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

6.   Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

7.   Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

8.   Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

-        телевизор

-        видеомагнитофон

-        DVD плеер

-        компьютер

-        принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

1.      Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

2.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

3.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

5.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

6.      Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7.      Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

8.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

 

6-сы  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

 

Аңлатма яҙыу.

Программа  бөтәһе34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.                 Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2.                 Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.

3.                 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.

4.                 Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «2-се гимназияһы» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

 

Программа  буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:  

-        Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

-        Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

-        Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

-        Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

-        Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

 

 

 

 

6-сы класс өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар

1.      Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

2.      Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

3.      Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

4.      Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

5.      Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

~        телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

~        телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

~        бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 6-сы класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Йырым минең- Башҡортостан. – 4 сәғәт. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 2 сәғәт. “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. –3  cәғәт.  Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.

Уралып ятҡан Уралтау. – 1 сәғәт.   Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем, сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

 Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 1 сәғәт.  Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә.  Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала.  – 5 сәғәт.   Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡор йолалары.  – 2  сәғәт.  А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Башҡорт аштары. – 4  сәғәт.   Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.

Әсәм теле- сәсән теле – 4  сәғәт.  Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа – 2 сәғәт. .  Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.

Тылсымлы әкиәттәр. – 6  сәғәт.   Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар :

1.   Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

*   текстың планын төҙөү;

*   текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

*     тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

*     5-6  шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3.  Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

        *  тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

        *    әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

        * текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

       * иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү,  каммилаштыра  белеү күнекмәләре.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

  1. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль-техник ҡулланмалар.

-        телевизор;

-        видеомагнитофон;

-        магнитофон;

-        мультимедиапроектор;

-        электрон таҡта.

 

Төп әҙәбиәт.

1.      Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С.,

 Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008

2.      Салихова М.Т., Шафикова  С. Х. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы  (5-11-се  кластар өсөн) -  Өфө:   Китап, 1997.

3.      Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 5- 11 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

1.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

4.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5.      Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.      Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

7.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө:Эшлекле династия, 2008.

 

 

7-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

 

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се класы  өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:   

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

2.      Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

 

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы:

Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «18-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе:

Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

1.      Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

·         текстың планын төҙөү;

·         текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

·         текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

·         тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

·         6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

·         тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

·         әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

·         текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

 

V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

 

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуап - 1

Диктант - 1

Инша - 1

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:

- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

- һүҙлек диктанттары;

- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;

- һорауҙарға яуаптар;

- тестарға яуаптар яҙыу;

- изложениелар;

- иншалар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

8-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

 

Аңлатма яҙыу.

Программа  бөтәһе 35 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.      Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.– Өфө: Китап, 2009.

2.      Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.

3.      Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы .– Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.

4.      Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

5.      Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.

 

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.

 

      Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа “Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 3-сө гимназияһы” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

·         Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

·         Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

·         дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

·         Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

·         Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

·         Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

·         текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

 

 

8-се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар:

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Һылтанма:  эш программаһы ҠМБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) һәм туған (башҡорт) теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол № 4 , 13 ғинуар  2010 йыл.)

 

 

Программа йөкмәткеһе өс йүнәлештән тора:

·         телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

·         телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

·         бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә мәсьәләһе лә күтәрелә.

 

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар :

1.      Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

·         текстың планын төҙөү;

·         текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

·         текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

·         тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

·         6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

·         тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

·         әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

·         текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау :

     Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тестар;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

     Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

        Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Иҫәбе

Диктант

3

Контроль инша

1

 

 

 

 

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

·         карточкалар менән эш;

·         тест;

·         һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

·         текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

·         терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

·         һүҙлек диктанты;

·         һөйләмдәр төҙөү;

·         һүҙлек менән эш;

·         һүрәтләү иншаһы;

·         синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә һ.б.)

 

 

9-сы  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан  Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

Программа кимәле : базис

 

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

1.      Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.      Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.      Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

4.      Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

5.      Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

6.      Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

 

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1.      «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

2.      Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2001.

3.      М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма.  Өфө, “Китап”, 2002.

4.      Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.

5.      Ринат Камал: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.

6.      Раҡаева А.С., Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теленән контроль һорауҙар». Өфө, Педкнига – 2008 й.

7.      Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

8.      Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

 

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.      Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

2.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

3.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу  планы»на ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын     ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

1.      Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе талаптарға ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

2.      Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырыла. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡлана. Башҡортостандың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте өйрәнелә.

3.      Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 18 сәғәт

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.  Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Сәсәндәр ижады – 2 сәғәт

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр – 2  сәғәт.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Салауат Юлаев – 4 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Аҡмулла – 2 сәғәт.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Өмөтбаев – 1 сәғәт.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Ризаитдин Фәхретдин – 1 сәғәт.

Р. Фәхретдиндең тормошо һәм ижады. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов – 1 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов – 1 сәғәт.

Ф. Сөләймәнов «Тимербай – ҡурайсы”. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.

Мәжит Ғафури – 2 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Ш.Бабич – 1 сәғәт.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

1.      Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен  һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2.      Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

-          Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.

-          12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

-          Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3.      Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү

-          Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4.      Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

-          Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

-          Һүҙлектәр менән файҙалана белеү

-          Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

4.      Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

5.      Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

6.      Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

Әҙәбиәт исемлеге

1.      Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

2.      Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

3.      Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4.      Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

5.      Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

6.      Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7.      Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

8.      Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

9.      Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. Өфө: Китап, 2001й.

10.  Әбсәләмов З.З. Башҡортса-русса грамматик-оргографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993й.

11.  Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006 й.

12.  Ғ.Ғ.Хөсәйенов һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). Өфө: Китап, 1990-1996й.

13.  Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү / Ишмѳхәмәт Шарапов. – Ѳфѳ : Китап, 2008. – 96 б.

14.  Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2000й.

15.  Күсәйев А.Н. Русса-башҡортса техника терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2003й.

16.  Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

17.  Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

18.  Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. Өфө: Китап, 2003 й.

19.  Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.

20.  Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965й.

21.  Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. Өфө: Китап, 2010 й.

22.  Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.

23.  Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkort_tele_rabochaya_prgramma_2_oktyabrya.doc296.5 КБ

Предварительный просмотр:

5-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Аңлатма яҙыу

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа кимәле:   базалы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.

Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,

   Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «20-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  «Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
  • башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
  • бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
  4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

Әҙәбиәт.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
  4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  5. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
  8. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
  9. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

  • контроль күсереп яҙыу – 1,
  • һорауҙарға яуап – 1,
  • контроль диктант – 2,
  • изложение – 1;
  • инша – 4.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  1. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
  2. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
  3. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
  4. Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  6. Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
  7. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
  8. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль – техник ҡулланмалар.

  • телевизор
  • видеомагнитофон
  • DVD плеер
  • компьютер
  • принтер

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  6. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  7. Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6-сы  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Программа  бөтәһе34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.
  3. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.
  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «2-се гимназияһы» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа  буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:  

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6-сы класс өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар

  1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;
  2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
  3. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;
  4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу
  5. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 6-сы класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :

Йырым минең- Башҡортостан. – 4 сәғәт. З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 2 сәғәт. Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. –3  cәғәт.  Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.

Уралып ятҡан Уралтау. – 1 сәғәт.   Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем, сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

 Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 1 сәғәт.  Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә.  Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.

Тау башында балҡый бер ҡала.  – 5 сәғәт.   Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.

Башҡор йолалары.  – 2  сәғәт.  А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.

Башҡорт аштары. – 4  сәғәт.   Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше. Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.

Әсәм теле- сәсән теле – 4  сәғәт.  Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Башҡорттар китте һуғышҡа – 2 сәғәт. .  Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.

Тылсымлы әкиәттәр. – 6  сәғәт.   Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар :

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

*   текстың планын төҙөү;

*   текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

*     тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

*     5-6  шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3.  Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

        *  тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

        *    әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

        * текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4.Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

       * иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү,  каммилаштыра  белеү күнекмәләре.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

  1. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Материаль-техник ҡулланмалар.

  • телевизор;
  • видеомагнитофон;
  • магнитофон;
  • мультимедиапроектор;
  • электрон таҡта.

Төп әҙәбиәт.

  1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класс башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С.,

 Хажин В.И.,һ.б. – Өфө: Китап, 2008

  1. Салихова М.Т., Шафикова  С. Х. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы  (5-11-се  кластар өсөн) -  Өфө:   Китап, 1997.
  2. Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 5- 11 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө :

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  3. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  4. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  5. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  6. Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө:Эшлекле династия, 2008.

7-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се класы  өсөн туған башҡорт тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Дәреслек: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:   

  1. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  2. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплексы:

Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2002. – 256 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «18-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе:

Һүҙ. Һүҙ төҙөлөшө. Һүҙъяһалыш. Морфология: һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик һәм семантик категориялары.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

V. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуап - 1

Диктант - 1

Инша - 1

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Уларҙың ҡайһы берҙәре башланғыс кластарҙа, майлылары юғары кластарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай ук яҙма эштәр (бигерәк тә юғары кластарҙа) уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә мөмкин:

- һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

- һүҙлек диктанттары;

- аңлатмалы, иҫкәртмәле, һайланма диктанттар;

- һорауҙарға яуаптар;

- тестарға яуаптар яҙыу;

- изложениелар;

- иншалар.

8-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Программа  бөтәһе 35 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.

Программа  кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.– Өфө: Китап, 2009.
  2. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2008. – 352 бит.
  3. Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы .– Өфө : Китап, 1996. – 320 бит.
  4. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.
  5. Баһауетдинова М. И., Йәғәфәрова Г. Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.

        Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа “Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 3-сө гимназияһы” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

8-се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар:

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Һылтанма:  эш программаһы ҠМБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) һәм туған (башҡорт) теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол № 4 , 13 ғинуар  2010 йыл.)

Программа йөкмәткеһе өс йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә мәсьәләһе лә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар :

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау :

     Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тестар;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

     Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

        Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Иҫәбе

Диктант

3

Контроль инша

1

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;
  • тест;
  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
  • текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
  • терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
  • һүҙлек диктанты;
  • һөйләмдәр төҙөү;
  • һүҙлек менән эш;
  • һүрәтләү иншаһы;
  • синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә һ.б.)

9-сы  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Аңлатма яҙыу.

Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан  Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Эш прогаммаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Дәреслек: Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001

Программа кимәле : базис

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
  3. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  5. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  6. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

  1. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
  2. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2001.
  3. М.Ғ Усманова, З.М Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма.  Өфө, “Китап”, 2002.
  4. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.
  5. Ринат Камал: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.
  6. Раҡаева А.С., Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теленән контроль һорауҙар». Өфө, Педкнига – 2008 й.
  7. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.
  8. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001
  2. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  3. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет  дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу  планы»на ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын     ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе талаптарға ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.
  2. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырыла. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡлана. Башҡортостандың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте өйрәнелә.
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар – 18 сәғәт

Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.  Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.

Сәсәндәр ижады – 2 сәғәт

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрәләр – 2  сәғәт.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Салауат Юлаев – 4 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Картиналар буйынса эш. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Аҡмулла – 2 сәғәт.

Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Өмөтбаев – 1 сәғәт.

М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Ризаитдин Фәхретдин – 1 сәғәт.

Р. Фәхретдиндең тормошо һәм ижады. Һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре.

Сафуан Яҡшығолов – 1 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Фәтхелҡадир Сөләймәнов – 1 сәғәт.

Ф. Сөләймәнов «Тимербай – ҡурайсы”. Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.

Мәжит Ғафури – 2 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

Ш.Бабич – 1 сәғәт.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен  һөйләп биреү.

Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

  1. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.
  • Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.
  • 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
  • Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
  1. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү
  • Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
  1. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.
  • Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.
  • Һүҙлектәр менән файҙалана белеү
  • Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Әҙәбиәт исемлеге

  1. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге.– Өфө: Китап, 2001
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  5. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әбүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  6. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  7. Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  9. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар. Рауил Бикбаев. Өфө: Китап, 2001й.
  10. Әбсәләмов З.З. Башҡортса-русса грамматик-оргографик һүҙлек. Рус мәктәптәрендә уҡыған башҡорт балалары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 1993й.
  11. Хажин В.И. Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса кеҫә һүҙлеге. Өфө: Китап, 2006 й.
  12. Ғ.Ғ.Хөсәйенов һ.б. Башҡорт әҙәбиәте тарихы (6 томда). Өфө: Китап, 1990-1996й.
  13. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү / Ишмѳхәмәт Шарапов. – Ѳфѳ : Китап, 2008. – 96 б.
  14. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2000й.
  15. Күсәйев А.Н. Русса-башҡортса техника терминдары һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2003й.
  16. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.
  17. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.
  18. Әхмәҙиев Р.Х. Драматургияла жанр формалары. Өфө: Китап, 2003 й.
  19. Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.
  20. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965й.
  21. Шәхиев Р.В. Әҙәбиәттә герой орбитаһы: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, рецензиялар, ижади портреттар. Өфө: Китап, 2010 й.
  22. Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.
  23. Шарапов И. Ә. Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Өфө: Китап, 2007 й.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы (5 класс)

Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы муниципаль районының Иҫке Күл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбемуниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы   Ҡаралған...

башҡорт теленән эш программаһы (2 класс)

М.С.Дәүләтшина, Х.А.Толомбаев. Башҡорт теле 1-2 кластар өсөн дәреслек....

башҡорт теленән эш программаһы (3 класс)

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусылар өсөн...

башҡорт теленән эш программаһы (4 класс)

Рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн...

10-сы класта туған (башҡорт) теленән эш программаһы

Уҡыу әсбабы: Әсә теле: Урта мәктәптең 10-11-се  кластар өсөн.Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө: Китап, 2014.Программа кимәле : базисV—IX синыфтарҙың программаһы әсә телен...

Башҡорт теленән эш программа

Башҡорт теленән эш программа...