"Ҡушма һөйләм" темаһын ҡабатлау,8класс
презентация к уроку (8 класс) на тему

Калимуллина Сания Даяновна

"Ҡушма һөйләм" темаһын ҡабатлау,8класс

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kushma_hoylm_temahyn_kabatlau.pptx66.32 КБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

«Ҡушма һөйләм» темаһын ҡабатлау. Үҙ аллы эштәр.

Слайд 2

Һөйләм төрҙәре: Ябай һөйләмдәр: ... , ... . Теҙмә ҡушма һөйләмдәр: ... , ... . Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр: ... , ... .

Слайд 3

1. Ризаитдин Фәхретдинов әҫәрҙәре менән кешеләр аңына мәҙәниәт орлоҡтары сәсте. 2. Сәлих ағай Бөгөлмәлә йәрминкә ваҡытында Ризаның бер төркөм шәриҡтәштәренә тап булған. 3 . Улар, сәй мәжлесе ойоштороп, төн ауышҡансы, мәҙрәсәлә үткән йылдарын, шул ыңғайҙа Ризаны изге һүҙҙәр менән иҫкә алып ултыралар.

Слайд 4

4. Риза сабыр, һалҡын ғына тәбиғәтле, аҙ һүҙле, ошо аҙ һүҙҙе лә үлсәп кенә һөйләүсән, һәр саҡ уйланыусан һәм зирәк булыуы өҫтөнә, бик тә тырыш ине. 5. Әҙәм балаһының ғүмере бик ҡыҫҡа, ошо ҡыҫҡа ғүмерҙе лә бушҡа уҙҙырыу – енәйәт. 6. А лда шундай бурыс тора: ғалимдың шәхси фондын бөтә тулылығы менән бер урынға тупларға кәрәк.

Слайд 5

Тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе яҙырға. Һөйләм төрөн билдәләргә. 1. Ҡар аҫтында беленер-беленмәҫ тар ғына юл бар шул юлдан яҙмайыҡ. 2. Юлсы бик йонсоған әммә уның рухи көсө бар ул кешегә теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә.

Слайд 6

3. Ул юлды ла яҡшы белә баланды ла ағасын һындырмай ҡарап йыйҙыра. 4. Нимә ул ҡыуыш урыны ҡыуышы үҙе булмағас. 5. Әсәйем ситкә ҡарап күҙендәге йәшен һөрттө. 6. Киске тауыш һыу буйлап әллә ҡайҙарға таралғанға бөтә ауыл тыңлай ине уларҙың йырын.

Слайд 7

Яуаптар. Ябай һөйләмдәр: 1 , 2 . Теҙмә ҡушма һөйләмдәр: 4, 5 . Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр: 3 , 6 .

Слайд 8

1. Ҡар аҫтында беленер-беленмәҫ тар ғына юл бар - шул юлдан яҙмайыҡ. 2. Юлсы бик йонсоған, әммә уның рухи көсө бар - ул кешегә теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә . ( 1-эйәртеүле ҡушма һөйләм., 2- ҡатнаш ҡушма һөйләм.)

Слайд 9

3. Ул юлды ла яҡшы белә, баланды ла ағасын һындырмай, ҡарап йыйҙыра. 4. Нимә ул ҡыуыш урыны, ҡыуышы үҙе булмағас. 5. Әсәйем ситкә ҡарап күҙендәге йәшен һөрттө. 6. Киске тауыш һыу буйлап әллә ҡайҙарға таралғанға, бөтә ауыл тыңлай ине уларҙың йырын . (3-теҙмә ҡушма һөйләм, 4-эйәртеүле ҡушма һөйләм, 5-ябай һөйләм, 6-эйәртеүле ҡушма һөйләм.)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Башҡорт теленән дәрес планы...

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Дәрескә презентация...

Ҡушма һөйләм

Ҡушма һөйләмдәрҙе тикшереү өсөн...

Ҡушма һүҙҙәр.

Урок в 5 классе для учащихся, изучающий башкирский язык как родной....

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (тест)

8-се класта башҡорт теле буйынса тест һорауҙары. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.3-сө сирек...

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (карточкалар)

8-се класта "Теҙмә ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса карточкалар. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләү, тыныш билдәләрен ҡуйыу...

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,8класс һәм 16-19 быуаттар әҙәбиәте,9класс...