Б.Бикбай "Ҡаһым түрә" драмаһына анализ
презентация к уроку (8 класс) на тему
Б.Бикбай "Ҡаһым түрә" драмаһына анализ
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kahym_tur_dramahyna_analiz.pptx | 277.29 КБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Б.Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы тарихи дуҫлыҡты, башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын һәм был һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыуға арналған .
Б өйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡта милли ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләү бурысын ҡуя. (Әҫәр 1941-1942 йылдарҙа яҙыла). Башҡорт халҡының үҙенең бер ваҡыт азатлыҡҡа сығасағына ышанысы көслө һәм ныҡ.
Бөйөк полководец Кутузов тураһындағы халыҡ йырын индергән: Рәсәй ҙә генә иле, һай, ил икән, Донъяла иң гүзәл ер икән! Һай,Кутузов , Полководец икән, Кутузов! Ирҙәре лә батыр, һай, ир икән, Ил дошманын яуҙа еңә икән! – тигән юлдар б өтә Рәсәйгә, рус халҡына гимн булып яңғырай.
Рус классик әҙәбиәте һәм халыҡ ижады традицияларын дауам итеп, Рәсәйҙең сит ил баҫып алыусыларына ҡаршы алып барған Ватан һуғышы бөтә халыҡ һуғышы итеп бирелә һәм был һуғышта Рәсәйҙең еңеүе халыҡтың патриотизмы һөҙөмтәһе итеп баһалана. Быны беҙ рус крепостной крәҫтиәндәре Иван, Архип образдары аша ла, башҡорт халҡынан фронтҡа бүләк алып килеүсе Сабырғол менән Мәрҙән образдарында ла күрәбеҙ.
Башында Ҡаһым торған халыҡ образдары. Патриотизм темаһы, нигеҙҙә, Ҡаһым, Яков Семенов, Аҡназар, Аҡйегет, Аҫылбикә, Иван, Архип, Садыҡай, Егор, Байыҡ, Йәдкәр образдары аша асыла.
Халыҡ образына ҡапма-ҡаршы реакцион офицер вәкиле майор Фольгнер һәм сотник Ҡолтүбә образдары һүрәтләнә. Уларға кешене күрә алмау, власть һөйөү һәм үҙ-үҙен артыҡ ныҡ яратыу кеүек сифаттар хас.
Төп конфликт. Ил өсөн янып йөрөгән халыҡ менән, ил өҫтөнә ҙур ауырлыҡ төшкәндә лә үҙ мәнфәғәттәре менән генә йәшәүсе реакцион офицерҙарҙың ҡапма- ҡаршы ҡуйылыуы. Ошо ҡаршылыҡтың һөҙөмтәһе булып уларҙың әҫәр финалында Ҡаһымды ағыулауҙары тора.
Ғәмәли эштәр. 1. Драмалағы шиғри юлдар тураһында ни әйтерһегеҙ? 2. Әҫәрҙәге йырҙар тураһында? 4. Ниндәй әйтем – мәҡәлдәр ҡулланылған?
Яуаптар . 1. Пьесаның теле бик үҙенсәлекле: йәнле һөйләү менән бергә автор персонаждар телмәренә шиғыр юлдарын да индерә. Бының сәбәбе – халыҡтың бай патриотик рухын, күтәренке хис – тойғоһон, көрәшкә ынтылышын, сәсәнлеген күрһәтеү. Шиғыр юлдары менән күберәк Тыуған иленә бирелгән патриоттар (Ҡаһым түрә, Байыҡ сәсән, Аҫылбикә һ.б. һөйләшә).
2. Әҫәрҙә йыр күп алынған. Ул «Урал» йыры менән асыла, «Ҡаһым түрә» йыры менән тамамлана. Бының тәрән символик мәғәнәһе бар. Пьесаның башында һалдаттар тыуған Уралын һағына, уны һаҡлаған ир-егеттәрҙең ҡаһарманлығына һоҡлана. («Эх, булған да ирҙәр!»), үҙҙәренең һаман да һуғышҡа инмәүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдерә.
Патриотик йыр яугирҙарҙы тиҙерәк Тыуған илде дошмандарҙан азат итеүгә рухландыра. Ә драманың аҙағында яңғыраған «Ҡаһым түрә» йыры иһә батыр һуғышсыға ода (маҡтау) булып яңғырай. Ғөмүмән, пьесала йыр халыҡтың һуғышсан традицияларын асыуҙа мөһим роль уйнай. Кутузовҡа арнап сығарылған йырҙар, Байыҡ сәсәндең ҡобайырҙары был фекерҙе раҫлай.
Мәҡәл-әйтемдәр. 3. «Иле берҙәмдең-көнө берҙәм» (Байыҡ); «Ирҙәр һуғышта, түрәләрҙең күңел хушта», «…оя бит, тыуған-үҫкән оя бит», «Ярай инде,еңеп ҡайтҡас, маңлай яҙып туя һөйләшербеҙ», «Ир хурлама-боҫторор…халыҡ бит ул-көс» (Сабырғол); «Булыр бала биләүҙән» (Аҡйегет); «…бай балалары йомшаҡ урында, мужик балалары кәлтә ҡырында тыуалар»,
«Атҡан, сапҡан – һыуға батҡан, эт тә тоймаҫ» (Иван); «Көлгәнгә көлә етә, артынан һөрә етә» (Ядкәр); «Уйы ҡыйыҡтың – уғы ҡыйыҡ; Эш теләктә түгел, беләктә. Сәйер кеше һин ,Ҡолтүбә, сәйер! Теләгең дә тиктәҫ түгелдер!..» (Аҫылбикә) һ.б. «Бындай саҡта ҡылыс үҙе приказ», «Үтә һаҡлыҡ үҙе ҡурҡаҡлыҡ» (Ҡолтүбә).
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Драма әсәрләренә анализ.
Драма әсәрләренә анализ. Кәрим Тинчурин "Сүнгән йолдызлар" әсәренә анализ....
Урок-анализ по драме Н.Островского "Бесприданница".
Урок-анализ по драме Н.Островского "Бесприданица"....
"Написанная вопреки всем правилам..." (Сравнительный анализ драмы А.П. Чехова "Чайка" и пьесы П.М. Невежина "Вторая молодость")
Урок в 10 классе - опыт сопоставительного анализа драмы А.П. Чехова "Чайка" и неизвестной сейчас, но имевшей оглушительный успех в конце 19 века пьесы П. Невежина "Вторая молодость" (текст был найден ...
МЕТОДИЧЕСКАЯ РАЗРАБОТКА ОТКРЫТОГО ЗАНЯТИЯ ПО ЛИТЕРАТУРЕ Тема: «А. Н. Островский. Драма «Гроза». Семейный и социальный конфликт в драме. Своеобразие конфликта и основные стадии развития действия»
В архиве находится презентация и разработка заняти по "Грозе" А.Н.Островского, а видеофайл сможете посмотреть в разделе видео на моей странице. Очень рекомендую. Сама разработка обычна, а вот видео за...
Драма әсәренә анализ
Драмам әсәренә анализ ясау өчен үрнәк таблица...
Вопросы и задания для анализа образа Катерины (драма А.Н.Островского "Гроза")
Вопросы и задания фокусируют внимание на сущностных чертах характера Катерины....
конспект урока по теме "«Анализ 2 и 3 действия драмы А.Н Островского «Гроза». Характеристика героев»"
конспект урока по драме "Гроза" А.Н. Островского...