Дәрес эшкәртмәһе. З.Биишева. Эй,һөйөклө, башҡорт теле..
методическая разработка (7 класс) на тему

Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы

Дәрес темаһы

 “Эй, һөйөклө башҡорт теле...” (З.Биишеваның «Башҡорт теле” шиғыры)

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты:З.Биишеваның тормошон һәм ижадын ҡабатлау, шиғырҙың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү.

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, үҙ фекереңде, үҙ ҡарашыңды белдереп сығыш яһарға өйрәнеү, уҡыусыларҙың  һүҙ байлығын, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.

Тәрбиәүи: З.Биишева ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү, әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирамлылыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: З.Биишева ижадын өйрәнеү,тема буйынса үҙ фекереңде булдырыу, бөгөнгө көн күҙлегенән сығып фекер йөрөтөү,  бәйләнешле телмәр төҙөү .

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: шиғырҙан тасуирлау сараларын табырға, айырырға, төркөмләргә өйрәнеү ;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, үҙеңде туған халҡыңдың бер өлөшө итеп тойоу, башҡа туғандаш халыҡтарҙың теленә иғтибарлы,ихтирамлы булыу.

 

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon razrabotka_uroka_z.biisheva_bashkort_tele.doc77.5 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрестең технологик картаһы

Дәрес темаһы

 “Эй, һөйөклө башҡорт теле...” (З.Биишеваның «Башҡорт теле” шиғыры)

Дәрес төрө

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаты

Белем биреү маҡсаты:З.Биишеваның тормошон һәм ижадын ҡабатлау, шиғырҙың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү.

Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, үҙ фекереңде, үҙ ҡарашыңды белдереп сығыш яһарға өйрәнеү, уҡыусыларҙың  һүҙ байлығын, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.

Тәрбиәүи: З.Биишева ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү, әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирамлылыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: З.Биишева ижадын өйрәнеү,тема буйынса үҙ фекереңде булдырыу, бөгөнгө көн күҙлегенән сығып фекер йөрөтөү,  бәйләнешле телмәр төҙөү .

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: шиғырҙан тасуирлау сараларын табырға, айырырға, төркөмләргә өйрәнеү ;

в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, үҙеңде туған халҡыңдың бер өлөшө итеп тойоу, башҡа туғандаш халыҡтарҙың теленә иғтибарлы,ихтирамлы булыу.

Йыһазландырыу

 Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рум мәктәптәренең :-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: “Китап”, 2012., мультимедиа проекторы, компьютер,3 конверт, карточкалар.

Предмет-ара бәйләнеш

 Психология, рәсем дәресе

Дәрес этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусылар

эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)

I.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

 I.- һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Хәйерле көн!

- Хәлдәрегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә комплименттар әйтешеп алайыҡ.

 II. Дәресебеҙҙең девизы:

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!

Уҡыусылар бер-береһенә комплименттар әйтәләр.

Дәрестең девизын хор менән ҡабатлайҙар..

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: яңы мәғлүмәт алыуға, белемдәрҙе киңәйтеүгә, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

- Уҡыусылар, слайдҡа иғтибар итегеҙ әле. Унда нимәләр яҙылған? Беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ, күҙаллайыҡ әле.

Прогнозлау (күҙаллау).

-Эйе, беҙ бөгөн башҡорт  теле – туған телебеҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

-Ә һеҙҙеңсә нимә ул туған тел?

- Бөтә кешеләр ҙә туған телен беләме, туған телендә аралашамы?

-Уҡыусылар, һеҙ туған тел тип ниндәй телде иҫәпләйһегеҙ?

-  Кеше ниндәй телде туған теле тип иҫәпләй ала?

 Слайдтан билдәле шәхестәрҙең туған тел тураһында әйткән һүҙҙәрен уҡыйҙар. Нимә тураһында һүҙ барыуын билдәләйҙәр.

Уҡыусылар яуап бирә.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау.

Коммуникатив: иптәшеңде тыңлай белеү, үҙеңдең ҡарашыңды белдереп диалог ҡороу,  әңгәмәлә ҡатнашыу.

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

III. Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
  • Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

(Туған тел тураһында шиғыр уҡырбыҙ. Туған телдең матурлығын күрһәтеүсе билдәләрҙе табырбыҙ. Туған телдең әһәмиәте, туған телде  өйрәнеү, белеү тураһында әүгәмә ҡорорбоҙ. )

 Туған тел, уның әһәмиәте  тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Танып белеү: логик фекерләү  алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

IV. Яңы материалды өйрәнеү.

Уҡыу проблемаһын сисеү.

  •  Дәреслектең 78-се битен асайыҡ. Шиғырҙы тасуири итеп уҡып сығайыҡ.
  • Һүҙлек эше: һығылма(бил) – гибкий (стан)ңнәфис – изящный, нежный

Йор – остроумный

Хикмәтле – мудреный, причудливый

Зирәк - смекалистый

  • Шиғырҙа туған тел нисек тасуирлана? Был шиғырҙы уҡығандан һуң ниндәй ассоциациялар күҙ алдығыҙға килде.

  • Әйҙәгеҙ, туған телдең ассоциатив рәттәрен билдәләйек (һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис, диңгеҙҙәй тәрән, һандуғастай йырсы, гөл-сәскәләй наҙлы һ.б.)
  • Уҡыусылар бөгөнгө көндә был шиғыр актуаль яңғыраймы?
  • Һәр башҡорт башҡорт телен беләме?
  • Башҡорт теле йәшәһен өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?
  • Туған тел тураһында башҡа шағирҙарҙың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

(Әңгәмә. Тәбиғәттең иң ҡиммәтле, иң серле бүләктәренең береһе ул- туған тел.  Туған тел- ул аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул ҡанға/генга һалынған , быуындан-быуынға күсә килгән һәләтте үҫтереүсе төп шарт. Ҡан хәтерен уятыусы ла, һәләтте асыусы ла, үҫтереүсе лә – туған тел. Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң- нерв күҙәнәктәрен  дауалаусы сараларҙың береһе. .(Мәрйәм Бураҡаева)

 Дәреслектең 78-се битен асып шиғырҙы 1-2 уҡыусы тасуири уҡый.

 Һөйләмдәр төҙөйҙәр.

 

Уҡыусылар төркөмдәрҙә эшләйҙәр һәм бер –бер артлы яуап бирәләр.

Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнашалар, был проблемаға үҙҙәренең ҡарашын белдерәләр.

Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлау, үҙеңдең ҡарашыңды нигеҙләү ,эштәрен яҡлай белеү.

Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ фекерҙәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Шәхси: һәр кем туған телен белергә, өйрәнергә  кәрәклеген аңлай, үҙҙәрендә илһәйәрлек, телһөйәрлек хисе арта.

V. Ял минуты

Урындарҙы алмашыу. Уҡытыусы алдан әҙерләгән карточкаларҙы тарата. Унда З. Биишеваның тормошо һәм ижадынан мәғлүмәттәр бирелә.

-Кемдең карточкаһында әҙибәнең    повестары тураһында һүҙ бара, урынын күршеһе менән алмашһын.

-Кемдең карточкаһында Һөнәрсегә характеристика бирелә? һ.б.

 Уҡыусылар урындарын алмашалар.

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

  1. Яҙыу машинкаһы уйыны.

  1. -Ә хәҙер, уҡыусылар, тағы ла шиғырҙың йөкмәткеһенә әйләнеп ҡайтайыҡ әле.
  2. –Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү:

а) Шиғырҙың теле ниндәй?

б)Автор туған телде тасуирлау өсөн ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған?

в) Күсереп алған эпитеттарға ҡарап, шағирәнең туған теленә мөнәсәбәтен билдәләгеҙ. Туған телегеҙгә ҡарата һеҙ был эпитеттарҙы ҡуллана алаһығыҙмы?

г) Башҡорт теле нимәләр менән сағыштырыла ?

      4.-Шиғыр ниндәй хистәр менән яҙылған?

      5. Автор был шиғыр менән беҙгә нимә әйтергә теләгән йәғни шиғырҙың идеяһы нимә?

      6. Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр    беләһегеҙ?

      7.Башҡорт телен пропагандалаған ниндәй эмблема эшләр инегеҙ?(ижади эш)

 Уҡыусылар темаға ярашлы бер-бер артлы һүҙҙәр әйтәләр. Һөҙөмтәлә тулы бер һөйләм килеп сыға.:

1.З.Биишеваның тормошо һәм ижады буйынса.

2.Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса.

Һорауҙарға яуаптар бирәләр? Шиғырҙан эпитеттар, сағыштырыуҙар, метафоралар, йәнләндереүҙәрҙе табалар, тел тураһында мәҡәлдәр әйтәләр.

Парҙар менән эш.

Уҡыусылар парҙарға бүленеп уҡытыусы тәҡдим иткән темаға төрлө тамғалар, символдар ярҙамында эмблема төшөрәләр.

Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу

Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү

VII. Өйгә эш

  1.  Шиғырҙы ятларға.
  2. Авторға эйәреп шиғыр яҙып ҡарарға.
  3. “Мәңге йәшә, башҡорт теле!” тигән темаға проект эшенә материалдар әҙерләргә.

Көндәлеккә өй эшен яҙалар.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: шиғыр ятлау

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

Рефлекция ( Ҡағыҙ битендә һул ҡулды төшөрәләр. Һәр бер бармаҡ нидәйҙер позицияны аңлата, шулар буйынса үҙеңдең фекереңде әйтергә)

  • Баш бармаҡ - Миңә был тема бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы булды...
  • Күрһәтеү бармағы - Был һорау буйынса етди күрһәтмәләр алдым...
  • Уртансы бармаҡ - Миңә...ауыр булды, оҡшаманы.
  • Исемһеҙ бармаҡ - Психологик мөхиткә минең баһам.
  • Сәтәкәй бармаҡ- Миңә нимәлер етмәне.

Уҡыусыларҙы баһалау. Ҡул сабып алайыҡ.

- 1-се төркөм З.Биишеваның биографияһын яҡшы өйрәнгән – алҡыштар.

-Әңгәмәлә Камил менән Илдан әүҙемлек күрһәтте – алҡыштар.

- Эмблеманы оҫта төшөргән парҙарға алҡыштар.

Шулай итеп, З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыры идея-тематикаһы яғынан бөгөн дә актуаль яңғырай. Уҡыусылар, туған тел беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҙур бүләк. Мин һеҙҙе киләсәктә туған телен яратҡан, хөрмәт иткән һәм уны һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индергән шәхестәр итеп күргем килә.

  • Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

 Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы, девизды иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.

 Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙүҫеш, үҙеңде баһалау һәләте үҫә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Зайнаб Биишева

Зайнаб Биишева...

Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой

Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"

План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....

внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"

внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....

З.Биишева "Башҡорт теле"шиғыры

З.Биишева "Башҡорт теле" шиғырында   туған телгә һөйөү тәрбиәләй....