З.Биишева "Башҡорт теле"шиғыры
план-конспект урока (6 класс) на тему
З.Биишева "Башҡорт теле" шиғырында туған телгә һөйөү тәрбиәләй.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
З.Биишева"Башҡорт теле" шиғыры | 27.01 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Муниципальное общеообразовательное Архангел районы муниципаль районының бюджетное учреждение средняя
Абҙан ауылы урта дөйөм биреү мәктәбе общеобразовательная школа
муниципаль бюджет дөйөм белем с.Абзаново муниципального района
биреү учреждениеһы Архангельский район Республики
Башкортостан
Тема:
З.Биишева ”Башҡорт теле”
Башҡарҙы :Башҡортостан Республикаһы
Архангел районы Абҙан урта дөйөм
белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ғизәтуллина
Филүзә Фәрит ҡыҙы
Выполнила: учитель МОБУ СОШ с.Абзаново
муниципального района Архангельский
район РБ Гизатуллина Ф.Ф.
Тема: Зәйнәб Биишева ”Башҡорт теле”.
Маҡсат:1.З.Биишеваның тормош юлы менән танышыу;
2.”Башҡорт теле” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү,һүҙ байлыҡтарын
арттырыу;
3.Шиғырҙа автор позицияһының сағылышын танырға өйрәтеү,башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү,тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Йыһазлау: З.Биишева портреты,китаптары,тел тураһында мәҡәлдәр,интерактив таҡта.
Дәрес этабы | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге | |
1Ойоштороу. Психологик инеш | Һаумыһығыҙ, уҡыусылар | Уҡыусылар хор менән ҡабатлайҙар Бөгөн беҙҙә “Башҡорт теле”, Яратам һине ,телем: Рәхмәт һиңә,һинең аша Алам мин яҡшы белем | ||
2. Маҡсатҡа сығыу | Уҡыусылар яңы теманы башлар алдынан кроссворд сисеп алайыҡ.Әгәр ҙә Һеҙ кроссвордты дөрөҫ сисһәгеҙ,вертикаль рәүештә бөгөн үтеләсәк теманың исеме килеп сығасаҡ.(Интерактив таҡтала һорауҙар яҙылған,уҡыусылар яуапты дөрөҫ әйткән һайын һүҙ асыла 1.Балдан татлы- 2.Донъя тотҡаһы- 3.Башҡорттарҙың төп ризығы- 4.Һыйыр ағынан әҙерләнгән аҙыҡ- 5.Атайымдың йә әсәйемдең атаһы- 6.Башҡорт музыка ҡоралы- 7.Баш кейеме- 8.Аяҡ кейеме- 9.Башҡорттарҙың өҫ кейеме- 10.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәскә таға торған әйбере- 11.Ҡулға таға торған биҙәнеү әйбере- | 1.Бала Б 2.Атай А 3.Аш Ш 4.Ҡорот Ҡ 5.Олатай О 6.Ҡурай Р 7.Түбәтәй Т 8.Ҡата Т 9.Елән Е 10.Сулпы Л 11.Беләҙек Е | Яуаптарҙы дөрөҫ әйтә белеү | |
3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу | -Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? -Дөрөҫ,бөгөн үҙебеҙҙең туған телебеҙ-башҡорт теле,уның матурлығы, нескәлеге тураһында һөйләшәсәкбеҙ. -Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй булыр икән? Башҡортостандың күренекле халыҡ яҙыусыһы З.Биишева ошо темаға арналған”Башҡорт теле” шиғыры менән танышырбыҙ. -Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ ҙа бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ. -Ә хәҙер был шиғырҙың авторы тураһында әңгәмәләшеп алайыҡ. (интерактив таҡтаға З.Биишеваның портреты,төрлө йылдарҙа төшкән фотолары төшә) Түбәндәге план буйынса һөйләү. А)З.Биишеваның бала сағы,үкһеҙ етем ҡалыуы Б)Уҡыуы В)Баймаҡ районы Темәс ауылында эшләүе Г)Башҡортостан китап нәшриәтендә, “Пионер”Журналында эшләүе; Д)З.Биишеваның төрлө жанрҙарҙа эшләүе; Е)Ижадының юғары баһа алыуы; Ж)З.Биишева исемен мәңгеләштереү Башҡорт теле шиғырын тасуири уҡыу (уҡытыусы иң тәүҙә үҙе уҡый) | -Башҡорт теле -Яуаптар Уҡыусылар дәфтәрҙәрен асып теманы яҙалар - -үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәтте туплап ултыралар Уҡыусылар сылбыр буйынса уҡыйҙар | ||
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Тейешле мәғлүмәтте табыу һәм айырып ала белеү. Төрлө рәүештә бирелгән мәғлүмәтте ҡабул итеү һәм аңлау. | ||||
IV.Танып-белеү эшмәкәрлеге.Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | -Шиғирҙа нимә тураһында һүҙ бара? -З.Биишева төрлө сағыштырыуҙар ҡулланып башҡорт теленең ниндәй сифаттарын аса? -Башҡорт теле тағы ниндәй? -Ни өсөн шағирә башҡорт телен ҡарт тип атай ? -Олпат тип ғәҙәттә кешегә әйтәләр,ә әҙибә телде олпат тип атай ни өсөн? -Ни өсөн башҡорт телен хиҡмәтле,ти шағирә? -Шағир башҡорт телен нимәләр менән сағыштыра,тиңләй? -Башҡорт теленең олпатлығын нимәләр менән сағыштыра? -Башҡорт теленең зирәклеге, йор булыуы нимәгә сағыштырыла? -Тимәк,З.Биишева “Башҡорт теле”шиғырында төп һүрәтләү сараһы итеп нимәне ҡулланған? -Шиғырҙың һуңғы ике строфаһында нимә хаҡында һүҙ бара? --Азат.Шат,тип телебеҙ менән ғорурлана автор.Ни өсөн? -З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғыры һеҙҙе нимәгә өйрәтә? -Беҙгә матур,бай бөйөк туған телебеҙҙе яҡшы белер,иркен һөйләшер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? -шиғырҙың төп идеяһы нимәгә ҡайтып ҡала? -Төп идея: телде һаҡларға,яратырға артабан үҫтерергә кәрәк. Был шиғырға композитор Айрат ҡобағошов көй яҙған. -Йыр һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты? -ә хәҙер,әйҙәгеҙ,күмәкләп ошо Йырҙы йырлап ҡарайыҡ. | -яуаптар ошолай булырға мөмкин: З.Биишева туған телгә ҡылыҡһырлама бирә -Башҡорт теле йомарт,моңло наҙлы,бай,ҡарт,олпат йор. -илһамлы,хикмәтле, һөйөклө,мәрхәмәтле. -Сөнки ул боронғо тел. -Шағирҙар йәнһеҙ күренештең сифатын асыу өсөн ҡуллана. -Олпат,тимәк,күркәм, мөһабәт,хөрмәтле. -Башҡорт теленең серҙәре күп,уның был сифаттарын ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә күрергә мөмкин. -Һандуғасҡа,тал сыбыҡҡа,гөл сәскәгә. -Урал тауына,ҡурайға. -Диңгеҙҙәргә,айға, көнгә, ҡаяларға -Сағыштырыуҙар. -Халҡының тарихына,героик көрәшенә байҡау яһала. Республикаға исем биргән халҡыбыҙҙың теле Дәүләт теле статусы алды. -Телде өйрәнергә, һаҡларға өйрәтә. -Тырышып уҡырға,белем алырға. Яуаптар: -Туған тел кешеләргә дуҫлыҡ юлын асҡан,йәшәүгә көс-ҡеүәт биргән,шуға ла автор үҙ теле хаҡлы рәүештә ғорурлана,уның тарихына,бөгөнгө йәшәйешенә һәм бәхетле киләсәген данлай. Уҡыусылар компьютерҙан йырҙы тыңлайҙар. Яуаптар. Күмәк йыр. | ||
V. Яңы белемдәрҙе нығытыу, үҙаллы ҡуллана белеү | Шиғырҙы тасуири уҡыу | -уҡыусылар шиғырҙы тасуири уҡыу | универсаль уҡыу эшмәкәрлеген башҡаларҙың телмәрен ишетеү һәм тыңлау ; үҙ фекереңә ышандыра белеү. | |
VI.Рефлексив анализ | -Бөгөн дәрестә үҙең өсөн ниндәй фәһем алдың? | -Яуаптар | ||
VII. Дәресте йомғаҡлау, баһалау | Уҡыусыларға баһа ҡуйыла. | |||
VIII.Өйгә эш | З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын ятларға. | Уҡыусылар көндәлектәренә өйгә эште яҙалар. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Зайнаб Биишева
Зайнаб Биишева...
Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой
Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...
разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "
Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...
план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"
План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....
внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"
внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 8 класс. Зәйнәб Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» (Хасбулат олатай хикәйәте).
Зәйнәб Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» (Хасбулат олатай хикәйәте)....
Дәрес эшкәртмәһе. З.Биишева. Эй,һөйөклө, башҡорт теле..
Дәрес темаһы “Эй, һөйөклө башҡорт теле...” (З.Биишеваның «Башҡорт теле” шиғыры)Дәрес төрөЯңы материалды өйрәнеү.Дәрес маҡсатыБелем биреү маҡсаты:З.Биишеваның тормошон һәм ...