"Алмаш" темаһы буйынса дәрес. Ғайсарова Р.Ф.
методическая разработка на тему

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

Әҙәбиәт менән башҡорт теле буйынса дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл almash_temahy.docx5.68 КБ

Предварительный просмотр:

«Алмаш» темаһын әҙәбиәт мнән бәйләп өйрәнеү.

Дәрес-ярыш.

Дәрес барышы:

1. Фонетик күнегеүҙәр.

2. Кроссворд сисеү. Теманы билдәләү.

1) Һунарға йөрөтөү өсөн ҡулға эйәләштерелгән йыртҡыс ҡош.

2) Боронғо дәүерҙә йәшәгән әҙип.

3) Пәйғәмбәр, аҡыл эйәһе

4) Күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, өс хәрби Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградланган, алтын сәғәт һәм көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән батыр.

5) Ырыу тарихы.

6) Республикалағы балалар журналы.

7) Ҡылыс Ҡашҡа улы Һабрау сәсән яратып уйнаған музыка ҡоралы.

8) БР халыҡ шағиры, ошо юлдар авторы: Мин халҡымдың сәскә күңеленән

Бал ҡортондай сәскә йыямын... Шиғыр нисек атала? ( йыр тыңлау, портретын күрһәтеү, китаптар ҡарау).

  • Шулай итеп, бөгөнгө дәрес  “Алмаштар”  темаһына арнала һәм ярыш формаһында буласаҡ.

3. Үткәндәрҙе ҡабатлау.

А) Лексика бүлеге нимәне өйрәнә?

Б) Нимә ул синонимдар?  Миҫалдар.

В) Нимә ул антонимдар?

Г) Омонимдар тип нимәгә әйтәләр?

Д) Һүҙ төркөмдәрен фәндең ниндәй бүлеге өйрәнә?

Е) Нимә ул алмаш?

Ж) Алмаштар нисек үҙгәрә?

З) Нисә төркөмсәһе бар?

4. Тест һорауҙарына яуаптар

Алмаштар ниндәй мәғәнә белдерә?

А) дөйөм мәғәнә

Б) уртаҡ мәғәнә

В) конкрет әйберҙе аңлата.

Һөйләмдең ниндәй киҫәктәре булып киләләр?

А) баш киҫәге

Б)эйәрсән киҫәге

В) бөтәһе лә

Ниндәй һүҙ төркөмдәрен алмаштыра улар?

А) үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен

Б) ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен

В) исем менән ҡылымды ғына

Башҡа һүҙ төркөмдәренән нимәһе менән айырыла?

А) килеш, һан, зат менән үҙгәрмәй

Б) һорауҙары юҡ

В) һөйләм киҫәге булмай

5.Рәттәр буйынса ярыш.

1)Перфокарталар менән эш. Бирелгән һөйләмдәргә алмаштар ҡуйып яҙырға, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға.

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Ни сәсһәң, шуны урырһың.

Һаулыҡты хеҙмәткә һалһаң, ул үҫкәндән-үҫер.

Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында.

2). Алмаштар ҡулланып, бәйләнешле текст төҙөргә. Коллектив инша “Белем алыу- тырышлыҡ”.

3).Һуңғы һөйләмде дәфтәргә яҙыу. Синтаксик анализ яһау, алмаштарҙың төрөн билдәләү.

Ял минуты.

4).Таҡтала алмаштарҙың төрөн билдәләргә (1-әр уҡыусы).

Белмәү ғәйеп түгел ул, белергә тырышмау ғәйеп.

Белемен булдырған- үҙ башын һаҡлаған.

  • Бындай аҡыллы һүҙҙәрҙе беҙгә ата-бабаларыбыҙ әйтеп ҡалдырған. Мәҡәлдәрҙә нимә сағылған?
  • Башҡорттар борон-борондан әҙәпле булған. Насар ҡылыҡты исеме менән әйтергә уңайһыҙланып, тапҡыр һүҙҙәр- фразелогизмдар ҡулланған.

6. Эш. Алмаштар ҡулланып, ошо һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөргә.

Кәкре ҡайынға терәү-

Айыу майы һөртөү-

Танау күтәреү-

  • Башҡорт халыҡ шағиры Р.Ғарипов ижады ла беҙҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, кешенең иң матур сифаттарын күрһәтә, туған телде, илде, халҡыңды яратырға, ҡәҙерен белергә саҡыра, ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа өндәй. Уның аманатына  тоғро булыуыбыҙҙы шиғырҙарын һөйләп иҫбат итәйек.

7. Шиғриәт минуттары.

8. Шиғырҙар буйынса күнегеүҙәр.

!) алмаштарға грамматик анализ

!) килеш менән үҙгәртергә.

9. Уҡытыусы  “Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән әле...”  шиғырын уҡый.

  • Шағир нимә тураһында хыялланған, нимәгә өмөтләнгән?

Йомғаҡлау. Ярһыу йөрәкле шағир үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерен телен, халҡын данлап, дөрөҫлөк өсөн көрәшеп үткәргән. Бынан күп йылдар элек ул Башҡортостанын- үҙ аллы, башҡорт телен дәүләт теле итеп күрергә теләгән. Һәм уның хыялы ниһайәт тормошҡа ашты.

10. Алмаш тураһында ижади эштәр уҡыла.

  • Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәгә өлгәштек?

 Өй эше бирелә. Р. Ғариповтың шиғырҙарынан алмаштар табырға.

(Дәресте йыр менән тамамларға мөмкин )


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....