Разработка урока по башкирской литературе , 7 класс
план-конспект урока на тему
Разработка урока по башкирской литературе , 7 класс Мостай Кәрим. “Башҡортостан”. Исем.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urok_bashkirskogo_yazyka_7_klass.doc | 60.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Мостай Кәрим. “Башҡортостан”. Исем.
Маҡсат: 1) М.Кәримдең тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү, “Башҡортостан” исемле тексы менән таныштырыу, “Исем” темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу; 2) Һүҙлек запастарын арттырыу; 3)Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Урал тәбиғәтенә арналған репродукциялар, Башҡортостан картаһы, плакаттар, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, индивидуаль эш өсөн карточкалар, проектор.
Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Вәлишина Л.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2003.
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле.Инеш һүҙ.
Башҡортостан - ҡурай иле,
Башҡортостан –Урал ере,
Башҡортостан - ҡумыҙ теле,
Башҡортостан - ҡымыҙ сере.
( Ә.Үтәбай).
( таҡтала)
- Был шиғыр нимә тураһында? (Башҡортостан тураһында). Башҡортостан тураһында нимә әйтелә? ( Балаларҙың яуабы). Һеҙ уның автор менән килешәһегеҙме?( Балаларҙың яуабы) . Ни өсөн?
- Эйе, ысынлап та Башҡортостанды ҡурай, Урал тауҙары, ҡумыҙ һәм ҡымыҙһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бик күп яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, бейеүселәр Башҡортостанды данлап шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр ижад итәләр. Һеҙ ундай шағирҙарҙан, яҙыусыларҙан, йырсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ?
- Эйе, һеҙ һанап сыҡҡан барлыҡ шағирҙар һәм яҙыусылар араһынан Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим дә ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тыуған иленә тоғро ҡалып, дан йырлап иҫ китмәле бик күп шиғырҙар һәм әҫәрҙәр ижад итә. Тыуған еренә дан йырлаусы шағирҙы беҙҙең республикала ғына түгел, сит ерҙәрҙә лә беләләр. Ә беҙ инде республиканың граждандары булараҡ М.Кәримде белмәү мөмкин түгел. Тимәк, беҙ бөгөн кем һәм нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? ( яуап)
Яңы тема.
1.М.Кәримдең тормош юлы һәм ижадын иҫкә төшөрөү һәм теманы асыҡлау.
( таҡтала М.Кәримдең портреты һәм тормош юлы яҙылған )
а) Сылбырлап, берәр һөйләмләп, төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп уҡыу. Бының өсөн һәр береһенең алдында белешмә өсөн һүҙҙәр.
М.Кәрим .. йылда Башҡортостандың ... районы ... ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай. ... һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан … союзының идара рәйесе булып тора.
М.Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның..., ... , ..., ..., поэмалары, ... , ....., ... повестары, ..., ..., ... драмалары киң билдәле.
М.Кәримдең ... яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының ....исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.
( М.Кәримдең китаптар күргәҙмәһен дә күрһәтеп китеү).
Белешмә өсөн һүҙҙәр: 1909, Шишмә, Келәш, Бөйөк Ватан, Яҙыусылар,
Үлмәҫбай, Сер, Йылмайыу, Ҡара һыуҙар поэмалары, Беҙҙең өйҙөн йәме, Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, Өс таған повестары, Ташлама утты, Прометей!, Айгөл иле,Салауат, Ай тотолған төндә һ.б. драмалары, йөҙ, халыҡ, С.Юлаев.
Бында аҫтына һыҙылған һүҙҙәр бар, уларҙ аҫтына ниөсөн һыҙылды икән, шуларҙы уҡып ниндәй һорауҙарға яуап биреүен әйтегеҙ.
М.Кәрим( кем?) , ауыл( нимә?), ордендар( нимәләр?), миҙалдар
(нимәләр?), Башҡортостан (нимә?), идара рәйесе (кем?),
поэма (нимә?), повестар (нимәләр), драмалар (нимәләр?), шағир (кем?).
- Балалар, бирелгән һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Тимәк, беҙҙең бөгөнгө грамматик тема ниндәй? (яуап)
- Ниндәй һүҙ төркөмдәре кем? нимә? һорауҙарына яуап булып киләләр? Улар ни өсөн ҙур һәм бәләкәй хәрефтәр менән яҙылалар? Рус теленән нимәһе менән айырылалар?
- Тексты уҡыр алдынан әйҙәгеҙ башта һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.
( таҡтала)
дала-степь
мәшһүр-величественный,величавый
таҫма-лента
етеҙ-ловкий
иге-сиге булмаған-бескрайний
дан тотоу - ғорурланыу, славится
1)Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү һәм әйттереү.
2) Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөү ( тигеҙ далалар, мәшһүр..., таҫма кеүек һуҙылған йылғалар, етеҙ Ағиҙел, иге-сиге булмаған урмандар, байлығы менән дан тотоу).
3) Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемәләре менән һүҙлек дәфтәрҙәренә күсереп алыу.
Текст өҫтөндә эш:
- Беренсе ҡат бер баланан уҡытыла
- Икенсе ҡат уҡыусылар үҙ аллы уҡыйҙар, аңлашылмаған һүҙҙәргә аңлатма бирелә.
- Сылбырлы уҡыу, абзацлап уҡыу һәм шунда уҡ тәржемә итеү.
- Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү:
( таҡтала Башҡортостан картаһы һүрәте)
а) Урал тауҙарын картанан табып күрһәтегеҙ........................................................................................................
б) Урал исемен әйтеү менән нимә күҙ алдына килә?
.........................................................................................................
г) Беҙ йәшәгән төбәктә ниндәй күл-йылғалар, тауҙар бар?
.................................................................................................................................................................................................................................................
5) Текстың йөкмәткеһен үҙләштереү өсөн һорауҙар:
а) Ә был текста тәбиғәт нисек һүрәтләнгән? Әйтелгәндәргә һеҙ нимәләр өҫтәй алыр инегеҙ?
...................................................................................................................................
б) Башҡортостандың байлығы тураһында яҙған урынды уҡып күрһәтегеҙ.
...................................................................................................................................
в) Грамматика буйынса эш.
- текстан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табығыҙ, яҙылышын аңлатығыҙ. Күсереп яҙып ҡуйығыҙ.
....................................................................................................................................
- бирелгән һүҙҙәр янына текстан “кем?”, “нимә?” һорауына яуап булып килеүсе һүҙҙәрҙе табып яҙырға. ( таҡтала)
бейек...., иге-сиге булмаған...., һалҡын..., сәскәле..., таҫма-таҫма булып һуҙылған..., данлыҡлы..., етеҙ..., .. ................................................................................................................
Дәресте йомғаҡлау.
Индивидуаль карточкалар таратып биреү һәм яуап биреү.
1.М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?2. М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? 3. Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә ит: бай, дан тота, дала, етеҙ, иге-сиге булмаған. 4.Башҡортостанда ниндәй йылғалар һәм күлдәр бар? 5.Башҡортостан нимәләр менән дан тота? 6.Башҡорт телендә исемдәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Рус теленән нимәһе менән айырылалар? 7.Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһыһы ҙур хәреф менән яҙыла: урал, тау, йылға, башҡортостан, ҡариҙел, ағиҙел.
Баһалау.
Өй эше: 33-сө күнегеү.
“Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесы “Өс таған” повесы “Ташлама утты,Прометей!”драмаһы “Айгөл иле”драмаһы “Салауат” драмаһы “Ай тотолған төндә” драмаһы 100 халыҡ С.Юлаев педагогия | Бөйөк Ватан һуғышы Яҙыусылар союзы “Үлмәҫбай” поэмаһы “Сер” поэмаһы “Йылмайыу” поэмаһы “Ҡара һыуҙар” поэмаһы “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы Шишмә Келәш 1909 |
“Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесы “Өс таған” повесы “Ташлама утты,Прометей!”драмаһы “Айгөл иле”драмаһы “Салауат” драмаһы “Ай тотолған төндә” драмаһы 100 халыҡ С.Юлаев | Бөйөк Ватан һуғышы Яҙыусылар союзы “Үлмәҫбай” поэмаһы “Сер” поэмаһы “Йылмайыу” поэмаһы “Ҡара һыуҙар” поэмаһы “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы Шишмә Келәш 1909 |
1.М.Кәрим ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
2. М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
3. Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә ит: бай, дан тота, дала, етеҙ, иге-сиге булмаған.
4.Башҡортостанда ниндәй йылғалар һәм күлдәр бар?
5.Башҡортостан нимәләр менән дан тота?
6.Башҡорт телендә исемдәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? Рус теленән нимәһе менән айырылалар?
7.Бирелгән һүҙҙәрҙең ҡайһыһы ҙур хәреф менән яҙыла: урал, тау, йылға, башҡортостан, ҡариҙел, ағиҙел.
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)
1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ: өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.
2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ: таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.
3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт: көҙ, болон.
4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)
1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ: өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.
2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ: таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.
3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт: көҙ, болон.
4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)
1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ: өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.
2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ: таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.
3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт: көҙ, болон.
4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?
Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары(4-се класс)
1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ: өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.
2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ: таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.
3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт: көҙ, болон.
4.Хат һүҙен эйәлек заты менән үҙгәрт.5.“Кәмһетелгәндәр” романының авторы кем?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Презентация к уроку по башкирской литературе.
Ш. Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғыры буйынса дәрескә презентация....
Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.
Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...
Разработка урока по башкирской литературе
Разработка урока по башкирской литературе Рәми Ғариповтың «Урал йөрәге» шиғри хикәйәте...
Разработка урока по башкирской литературе для 8класса
Тема. Н.Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе » әҫәрендә социаль-көнкүреш ысынбарлыҡ....
Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Б. Бикбай. Туған тел".
Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Б. Бикбай. Туған тел"....
Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр".
Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр"....
Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.
Асыҡ дәрес өлгөһө6 класс башҡорт теле “Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау”Маҡсат: а) белем биреү-исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу, улар менән һөйлә...