Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.
план-конспект урока (6 класс)

Гульсина Гигантовна Ишмухаметова

 

Асыҡ дәрес өлгөһө

6 класс башҡорт теле  

“Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау”

Маҡсат: а) белем биреү-исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу, улар менән һөйләмдәр төҙөй белеү, уларҙы текстан таба белеү күнекмәләрен үткәреү. Ниндәй төркөмсәгә ҡарағанын билдәләп, яуапты иҫбатларға өйрәнеү.

б)тәрбиә-башҡорт халыҡ ижады өлгөләре-мәҡәлдәр менән эшләү. Мәҡәлдәрҙең тәрән мәғәнәле булыуы, тәрбиәүи элементтарын әйтеп китеү

в)телмәр үҫтереү- ребустарҙан, һүрәтләнгән күренештәрҙән мәҡәлдәрҙе әйтә белеү, улар менән һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәләре үткәреү.

Дәрес тибы: белем һәм күнекмәләрҙе комплекслы ҡулланыу дәресе.

Көтөлгән һөҙөмтәләр

Предмет

ҡылым тураһында белгәндәрҙе тулыландырыу; уҡыу һәм һөйләү телмәрен, фекер йөрөтөү һәләттәрен  үҫтереү, ижади һәләттәрен үҫтереүгә ярҙам итеү; логик һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү.        

Метапредмет

төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү; халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән танышыу.

 

Шәхсән

белем алыуҙа төрлө сығанаҡтар ҡулланыу; уйын уйнағанда бер-береһе менән эшләргә, бер береһен тыңларға өйрәнеү.

 

Метапредмет бәйләнеш: рус теле, башҡорт әҙәбиәте

Дәрестең ресурстары: 6-сы класс өсөн башҡорт теле дәреслеге, электрон дәреслек, компьютер, проектор.

 

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.
  2. Уҡыусыларҙы дәрес маҡсаты менән таныштырыу.
  3. Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡылым тураһында үтелгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, белемебеҙҙе нығытасаҡбыҙ. Уның өсөн иң башта нимә ул исем икәнен әйтеп үтәйек.

-нимә ул ҡылым?

-Ҡылымдың ниндәй формалары бар тип өйрәнгән инек?

Ҡылым

Һөйкәлеш

Төркөмсә

1

Хәбәр

1

Исем ҡылым

2

Бойороҡ

2

Уртаҡ ҡылым

3

Шарт

3

Сифат ҡылым

4

Теләк

4

Хәл ҡылым

 

 

Рус телендә шул уҡ төшөнсәләр бар. Уларҙың тәржемәләрен слайдтан уҡып белербеҙ.

Ҡылым

Һөйкәлеш (наклонение)

Төркөмсә (безличные формы глагола)

1

Хәбәр (изъявительное)

1

Исем ҡылым (имя действия)

2

Бойороҡ (повелительное)

2

Уртаҡ ҡылым (инфинитив)

3

Шарт (условное)

3

Сифат ҡылым (причастие)

4

Теләк (желательное)

4

Хәл ҡылым (деепричастие)

 

Миҫалдар килтерәйек.

Ҡылым

Һөйкәлеш (наклонение)

Төркөмсә (безличные формы глагола)

1

Хәбәр (изъявительное)

Уҡыйым-читаю

1

Исем ҡылым (имя действия)

Уҡыу-чтение

2

Бойороҡ (повелительное)

Уҡы-читай

2

Уртаҡ ҡылым (инфинитив)

Уҡырға-читать

3

Шарт (условное)

Уҡыр инем-читал бы

3

Сифат ҡылым (причастие)

Уҡыусы бала- читающий ребенок

4

Теләк (желательное)

Уҡығым килә-прочитал бы

4

Хәл ҡылым (деепричастие)

Уҡып һөйләй-рассказывает читая

 

Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошондай эш башҡарайыҡ.  Кем күберәк мәҡәл белә? Мин һеҙгә һүрәтләнгән күренештәрҙе уҡыйым, ә һеҙ шуларға ҡарата ниндәй мәҡәл ҡулланыр инегеҙ?

-Бәләкәй сағым ине. Мин әсәйемә бер көн мәктәптән килеп, үҙемдең уҡыу алдынғыһы-отличник булырға теләүемде белдерҙем. Әсәйем ҡуш ҡуллап риза булды, ләкин шул уҡ ваҡытта ул уҡыуҙың еңел түгеллеген бер мәҡәл менән әйтеп бирҙе. Ниндәй мәҡәл әйтте ул?

-Ә икенсе тапҡыр дәрес ваҡытында мәсьәләне сисә алмай ултырыуымдан уңайһыҙланып, ҡыйыуһыҙ ғына уҡытыусыма өндәштем. Ул мине бер мәҡәл әйтеп, тынысландырҙы. Ул ниндәй мәҡәл әйтте икән?

-Йүгереү буйынса ярыш бара ине. Дамир команданы көтмәй йүгерҙе лә китте. Алдан килһә лә, уны еңеүсе итмәнеләр. Етмәһә, уның класының очкоһы кәмене. Ниндәй мәҡәл әйтергә булыр ине?

-Эңер төшкәс, Сәлимә өләсәләренә барырға сыҡты. Яр башынан үткәндә, яр аҫтынан ниндәйҙер бер йән эйәһе сығып килгәндәй тойолдо. Ул аяғы ергә теймәй йүгерергә тотондо. Иртәнсәк шул урынды ҡараһа, бер ағастың аҡтарылып ятыуын күрҙе. Шунда уҡ иҫенә бер мәҡәл килеп төштө.

Уҡыу—энә менән ҡойо ҡаҙыу.

Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп.

Ашыҡҡан ашҡа бешкән.

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә.

Был мәҡәлдәр беҙҙең алдыбыҙҙа. Һәр береһен аңланыҡ. Шул мәҡәлдәрҙән беҙгә кәрәкле ҡылымдарҙы табайыҡ.

Мәҡәлдәрҙе табабыҙ, төркөмсәһен билдәләйбеҙ һәм ни өсөн шул төркөмсәгә ҡарауын иҫбатлайбыҙ.

 

 Хәҙер ребус сисеп ҡарайыҡ.

C:\Program Files (x86)\ФРКиК\Bashkort Tele 8\media\Ай Уралым, Уралым.html

 

Беҙ өйрәнгән ҡылымдарҙы текстан табып өйрәнәйек.

C:\Program Files (x86)\ФРКиК\Bashkort Tele 8\media\уҡыу өсөн текстар.html

Өфө тураһында тексты уҡып, унан ҡылым төркөмсәләрен, затлы ҡылымдарҙы табайыҡ.

  1. Рефлекция. Бөгөнгө теманы яҙайыҡ.
  2. Өйгә эш биреү. Ребустан тапҡан ҡылымға тормош күренешен яҙып килтерергә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 6_klass.docx21.06 КБ

Предварительный просмотр:

Тема. Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге.”

Маҡсат.Ф.Аҡбулатованың биографияһы менән танышыу,”Атай икмәге” хикәйәһенең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларға икмәктең ҡәҙере тураһында аңлатыу; һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен булдырыу.

Йыһазландырыу: Ф.Аҡбулатованың портреты, икмәк, картуф һүрәттәре, презентация.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле. Психологик уңай тыуҙырыу.

Һаумыһығыҙ,балалар!

Тыштағы матурлыҡҡа күҙ һалайыҡ.Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып, матур көнгә рәхмәт әйтеп баштарыбыҙҙы эйәйек.Аяҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡояшҡа һонолайыҡ. Бармаҡ остарына йылы бөтә тәнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан ап-аҡ ҡарҙан дәрт алабыҙ. Бер – беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар теләйек.

-Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

Фонетик-орфоэпик күнегеү. (хор менән ҡабатлайҙар)

Икмәк! Икмәк!

Ошо ғорур һүҙҙе

Ер йөҙөнән бер ни юя алмаҫ,

Ошо һүҙҙә – бөтә тормош нигеҙе,

Икмәк булһа, тормош юғалмаҫ!

Рәдиф Тимершин.

(Эпиграф уҡыла.)

Һәр бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын,

Аңҡып торһон икмәк еҫтәре.

Рәшит Шәкүр.


Бөгөн дәрестә Фәрзәнә Аҡбулатованың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышырбыҙ һәм “Атай икмәге” хикәйәһенең өсөнсө өлөшөн үҙләштереп, анализларбыҙ.

Өйгә эште тикшереү. Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһенең беренсе, икенсе өлөшөн уҡып килергә ине.

(Алдан әҙерләнгән ике уҡыусы Миҙхәт менән ҡустыһы Мотаһарҙың һөйләшеүен сәхнәләштерә.)

Яңы теманы аңлатыу.

-Число һәм теманы дәфтәрҙәргә яҙабыҙ.

(Экрандан бер уҡыусы биографияһын уҡый.)

Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2- се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Башҡортостан газетаһы редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпаниһының “Ижад” берекмәһенә эшкә саҡырыла, әлеге мәлдә ошо берекмәнең етәксеһе.

Фәрзәнә Аҡбулатова – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. “Атай икмәге”, “Зәңгәр ҡаялар” исемле китаптары донъя күрҙе. 1996 йылда “Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш, ” “Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге ” тигән фантастик повестары һәм “Атай икмәге”исемле китабы өсөн уға Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелде.

Әҫәрҙе тасуири уҡыу.

Хәҙер, уҡыусылар, “Атай икмәге”хикәйәһенең өсөнсө өлөшөн рольдәргә бүлеп уҡыйбыҙ. Үҙем автор. Иғтибар менән күҙәтеп барығыҙ.

Һүҙлек эше.

ыумас – затируха

гөрләүек – ручей

көлсә-әсе ҡамырҙан табала бешергән йәймә

йыуа – дикий лук

болдор – крыльцо

-Һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙабыҙ

Ял минуты.

Ҡояш ҡарай йылмайып,(ҡара ҡаршы ҡарап йылмайышыу)

Иҫәләр йылы елдәр. (ҡулдары менән ел иҫкән хәрәкәт яһайҙар)

Шатланып йылы көнгә,

Туҡ башаҡтар бейейҙәр. (Бейеү хәрәкәте яһайҙар)


Әҫәрҙе анализлау.

Әңгәмә методы менән әҫәрҙе анализлау.

1)Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнә ? Хәл – ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? Бөйөк Ватан һуғышы осоро. Хәл - ваҡиғалар Миҙхәт исемле малай исеменән һүрәтләнә.

2)Әҫәрҙең башында ниндәй йыл миҙгел е һүрәтләнә?

3)Ғәлләм ағайҙың ғаиләһендә нисә кеше? Улар кемдәр?

4)Балалар ни өсөн ҡарҙа ялан аяҡ уйнайҙар?

5)Мотаһар ни өсөн илай ? Ул нимә һорай?

6)Миҙхәт ниңә Хәҙисә инәйҙәр өйөнә бара?

7)Хәҙисә инәйҙең өйөндә ниндәй ваҡиға була? Ни өсөн Миҙхәт картуф урынына ҡатыҡ алып ҡайта?

8) Ни өсөн Мотаһар картуф, көлсә һүрәттәре төшөрә?

9) Миҙхәтте ҡустыһының һүрәттәре ниңә тетрәндерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) с 156

10) Миҙхәт ҡустыһының үлемен нисек кисерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) с 159

Темаһын билдәләү. Әҫәрҙә ниндәй тема күтәрелгән?

Хикәйә икмәк ҡәҙере, ауыр һуғыш ваҡытындағы аслыҡ йыпдары тураһында.

Проблеманы асыҡлау: Ниндәй проблемалар күтәрелә?

бөгөнгө көндә кешеләр, бигрәк тә йәштәр икмәктең ҡәҙерен белеп етмәйҙәр, ҡайһы бер уҡыусылар икмәкте иҙәнгә ташлайҙар, был бик йәмһеҙ күренеш,икмәк һынығын ҡулға алғас ашап бөтөрөргә кәрәк, икмәкте баҫып ашарға ярамай.

Әҫәрҙең идеяһын билдәләү: Әҫәҙәң ниндәй идеяһы?

икмәктең ҡәҙеренбелергә, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта икмәкһеҙ йәшәп булмай.

Әҫәрҙең жанрын билдәләү.Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай?

Хикәйә, сөнки сюжет бер хәл- вағиғаға ҡоролған. Әҫәрҙә бер нисә генә герой һүрәтләнә.(Миҙхәт, Мотаһар, әсәһе, атаһы)


-Хәҙер халыҡ ижадын иҫкә төшөрәйек.

Икмәк һүҙе мәҡәлдәрҙә:

Икмәкте хурлама, ҙурла.

Икмәк тоҙҙан баш тартма

Икмәктән оло аш юҡ.

Ҡара икмәккә туйған ас түгел.

Икмәк –ил байлығы.

Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.

Игенле ил – ҡеүәтле ил.

Икмәк валсығын иҙәнгә, ергә төшөрмә, гонаһ булыр.


Икмәк тураһында экрандан шиғыр юлдарын уҡып китәйек.

Өҫтәлдән бер валсыҡ төшөп китһә,

Әсәй әйтер ине ашығып:

“Икмәктән һин оло булма, балам,

Ғүмер итмәһәңдә асығып.”

Әсә балаһына ниҙәр өйрәткән?

Һеҙ икмәкте нисек һаҡлайһығыҙ?

Баланың эшмәкәрлеген, хеҙмәтен баһалау.Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөнҙур рәхмәт.Билдәләр ҡуйыу.


Йомғаҡлау.

_ Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһен уҡып үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһем алдығыҙ?

-Шулай итеп, Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһе тәрән мәғәнәгә эйә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла нығыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй.Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ – түлек, кейергә – кейем – һалым, йөрөргә техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ – зарлы хаттар ғына ебәрелмәне.

Был хикәйәлә ауыр һуғыш йылдарында кешеләрҙең аслыҡтан интегеүе, балаларҙың ауыр яҙмышы һүрәтләнә.

Әҫәрҙең төп мәғәнәһе: икмәк – иң ҡәҙерле аҙыҡ һәм ул бер ваҡытта ла үҙ баһаһын юғалтырға тейеш түгел.

“ Бөтә ғаилә йыйылып, табынға ултырыр алдынан, күкрәктәренә терәп, ҡатындарҙың икмәк телгәнен күргәнегеҙ барҙыр?! Күпереп торған аҡ ҡалас киҫеүе үҙе бер ҡыуаныс.Шунда бер нәмәгә иғтибар итегеҙ: хужабикә, икмәк киҫеп бөткәндән һуң , өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы һаҡлыҡ менән генә усына һепереп төшөрә лә, бер бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, ауыҙына ҡаба. Нимә был?! Ҡытлыҡтанмы әллә һаранлыҡтанмы? Юҡ, тегеһе лә, быныһы ла түгел. Был – икмәккә табыныуҙан.”

Әнғәм Атнабаев.

Өй эше.Өсөнсө өлөшөн уҡып, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.

Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...

Разработка урока по башкирской литературе

Разработка урока по башкирской литературе    Рәми Ғариповтың  «Урал   йөрәге» шиғри хикәйәте...

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Б. Бикбай. Туған тел".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Б. Бикбай. Туған тел"....

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр"....

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: «Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?»

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: «Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?»...

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Мостай Кәрим. Миләш".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Мостай Кәрим. Миләш"....