эш программалары
рабочая программа (5, 6, 7, 8, 9 класс) на тему
Предварительный просмотр:
02-38
Башҡортостан Республикаһы
Баймаҡ районы муниципаль районының
Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Ҡаралған башҡорт теле һәм әҙәбиәте МБ ултырышында ______ Г.И.Яҡшыбаева протокол №1 «25»август 2016 й. | Килешелгән Раҫлайым Директор урынбаҫары 4-се лицей директоры ________/Р.Ф.Ильясов/ ____________Р.Ф.Хөснөтдинова Приказ № «26»август 2016 й. «26»август 2016 й. |
Баймаҡ 4-се лицейының
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Яҡшыбаева Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы тарафынан
төп дөйөм белем биреү кимәлендә
2016-2021 уҡыу йылдарына 5-9 кластар өсөн
«Башҡорт әҙәбиәте» төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар нигеҙендә
(авторы: М.Б.Юлмөхәмәтов - Өфө: Китап, 2011)
башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы төҙөлдө
Баймаҡ - 2016
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 5-9 кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы
Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү һәм формалаштырыу программаһының төп идеялары һәм положениелары, дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары күҙ уңында тотолдо.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәте». Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Төҙөүсе: М.Б.Юлмөхәмәтов. - Өфө: Китап, 2011. – 80 бит., нигеҙендә төҙөлдө.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
- Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
- Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
- ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
- ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
«Филология» буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, «Әҙәбиәт» фәне «Башҡорт теле» менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әәҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, уларҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.
«Әҙәбиәт» уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.
Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора.
Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла.
Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы – 5-8-се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.
Урта мәктәптең юғары – 9-11-се кластарында әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.
Заман ҡуйылған талаптарҙы, әҙәбиәттең үҫеш кимәлен, әҙәбиәт белеме, педагогика һәм психология фәндәре өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы, уҡытыусыларҙың ыңғай тәжрибәһен иҫәпкә алыу нигеҙендә программаларҙы камиллаштырыу буйынса ыңғай эштәр эшләнде.
Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә. 5-9-сы кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәнеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә
5-8-се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концентр, тарихи-хронологик һәм проблемалы-тематик принциптар, ә инде 9-сы кластан тарих-әҙәбиәт нигеҙендә өйрәнеү тәҡдим ителә.
Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителде.
Программала әҫәрҙәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителде. Юғары кластарҙа улар тәрәнерәк өйрәнелә.
Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйылды. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтә.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең шәхсән һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
- шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
- танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу.
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре түбәндәгеләрҙән тора:
- проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ поз ицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп эҙемтә бәйләнешен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
- эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
- төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегеңдә файҙаланыу.
5-9-сы кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
- танып белеү сфераһында:
- башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблеманы аңлау;
- художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
- әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
- әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү, әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау;
- әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
- ҡиммәт-ориентация сфераһында:
- башҡортәҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәтәре менән сағыштырыу;
- башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡараштарын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
- өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу;
- автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
3. коммуникатив сферала:
- төрлө жанрҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
- проза әҫәрҙәрен һәм уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаиалар ҡулланып һөйләй белеү;
- тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
- өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;
- эстетик сферала:
- һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
- әҙәби әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
- башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
Уҡыу предметының (курс) уҡыу планындағы урыны
Уҡыу планында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуға 5, 6, 7, 8, 9 кластарҙа 350 сәғәт бүленгән (5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы кластарҙа аҙнаһына 2-шәр сәғәт , һәр класта 35 уҡыу аҙнаһы).
Әҙәбиәт буйынса төп белем биреүҙә программа инвариант өлөшөн тәшкил итә һәм ул 308 сәғәткә иҫәпләнгән. Программаның вариатив өлөшө 42 сәғәт ( аҙналы уҡыу планында ҡаралған дөйөм сәғәттәр һанының 12%) тәшкил итә һәм эш программаһының авторҙары тарафынан формалаштырыла.
Уҡыу предметының (курс) программаһы йөкмәткеһе
5 класс
Белем бар байлыҡтан да артыҡ - 5 сәғәт.
Мәжит Ғафури.Нурлы мәктәп
Рәшит Ниғмәти.” Хәйерле юл һеҙгә!”. Шиғырҙарҙа уҡыусыларҙың йәйге каникулын һәм уҡыуҙың тәүге көнөн тасуирлау.Уҡытыусы образы.Хеҙмәткә,уҡыуға мөхәббәт тәрбиәләү йәһәтенән шиғырҙарҙың әһәмиәте.
Раил Байбулатов. “Ағас һәйкәл”.Хикәйәлә малайҙарҙың дуҫлығы, бер-береһенә булған мөнәсәбәттәренең сағылышы.
Ризаитдин Фәхретдинов. “Белем” (“Нәсихәттәр”китабынан)
М.Кәрим. “Уҡытыусыма”. Шиғырҙа уҡытыусы образының бирелеше, тасуири-һүрәтләү саралары.
Уҡытыусы – ул ҙур исем! - 6сәғәт.
М.Кәрим. “Өс таған” . Балалар тормошон, улар араһындағы дуҫлыҡ тойғоһон һүрәтләү. Әҫәрҙең идеяһы һәм образдары.
Н.Нәжми. “Беренсе дәрес”. Шағирҙың ижадында,тормошонда тәүге уҡытыусыһының образы.
Л.Яҡшыбаева. “Бәхетең үҙең менән”. Әҫәрҙә уҡытыусы образы.
Килеп етте көҙҙөң алтыны - 6 сәғәт.
Д.Юлтый. “Көҙ”. Көҙгө тәбиғәт матурлығының сағылышы.
А.Карнай. “Урманда” Хикәйәлә көҙгө тәбиғәтте тасуирлау.Йөкмәткеһенең аллегорик характерҙа булыуы.Төп образдар.Тәбиғәтте тасуирларға өйрәтеүХикәйәнең йөкмәткеһе,образдары, художестволы үҙенсәлектәре.
Ғ.Рамазанов. “Ураҡ өҫтө”. Игенселәрҙе данлау
Ф.Аҡбулатова. “Атай икмәге”. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың аяныслы яҙмыштарын, уларҙың хыялдарын һүрәтләү.Балалар образдарының бирелеше.
Әҙәбиәт теорияһы. Тасуирлау тураһында. Сағыштырыу тураһында. Хикәйә тураһында.
Күңел күрке – тел - 2 сәғәт.
Ҡ.Аралбай.”Башҡорт теле.” Туған телебеҙгә дәүләт теле статусы бирелеүе менән ғорурланыу,шатланыу тойғоларын һүрәтләү.
Б.Бикбай. “Туған тел”, “Рус теле”.Туған тел һәм рус теленең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәтен,матурлығын,байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү,шиғыр теленең байлығы,образлылығы өҫтәндә күҙәтеүҙәр.Бөгөнгө көндә ике телдең дә дәүләт теле булыуы хаҡында мәғлүмәт биреү.
Р.Ғарипов. “Туған тел”. Туған телдең матурлығын,байлығын данлау, телгә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.
Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем
Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом - 3сәғәт.
М.Ғафури. “Балалар һәм китап”. Китап уҡыуға өндәү
Д.Бүләков. “Яралы китап”.Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халыҡтың берҙәмлеген,илдең азатлығын һаҡлау өсөн бөтә халыҡтың күтәрелеүен һүрәтләү.Һуғыштан һуң уҡыусыларҙың һуғышта ҡатнашыусыларҙы иҫкә төшөрөүҙәре.
Я.Ҡолмой. “Ҡыҙыҡлы китап”
Н.Иҙелбай. “Иң яҡын дуҫ” . Шиғырҙарҙа бала ғүмерендә китаптың роле,уның иң яҡын дуҫ булыуы, әһәмиәте һүрәтләнеүе. Балаларҙа китапты яратыу,уларға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Р.Фәхретдин “Китап һәм уҡыу”.
Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтер… - 11сәғәт.
Башҡорт халыҡ ижады.
Әкиәттәр. “Алпамыша батыр”, “Әминбәк”, “Ҡәмән менән Сәмән,картуф сәсәкн Сәлмән”, “Айыу менән бал ҡорттары”. Халыҡ аҡылының һәм халыҡтың әхлаҡ ҡараштарының сағылышы. Әкиәттәрҙә хыял һәм ысынбарлыҡты, изгелекте һәм яуызлыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйыу. Ыңғай герой һәм уның дошмандары. Әкиәттәрҙең традицион үҙенсәлектәре.
Йомаҡтар.Мәҡәлдәр. Халыҡ тәжрибәһенең сағылышы. Образлы фекерҙәр.
Башҡорт халыҡ йырҙары. Башҡорт фольклорында йыр жанры. Оҙон һәм ҡыҫҡа көйлө йырҙар, таҡмаҡтар.
Әҙәбиәт теорияһы. Синоним һәм омонимдар. Антонимдар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Әкиәт һөйләүселәр тураһында
Боронғонан аманат - 2сәғәт.
С.Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”.
Азатлыҡ өсөн көрәш. Батырлыҡ,кешелеклелек темаһы.
Ғәбдерәхим Усман. “Егет булһаң”
“Ҡармасан менән Сәрмәсән”
С.Яҡшығолов. “Дим буйында яҙғы таң”. Туған тәбиғәт менән һоҡланыу.
Я.Юмаев. “Шәкерт”.
Килеп етте ҡыштың һыуығы… - 2сәғәт.
Н.Нәжми. “Беренсе ҡар”.
Г.Юнысова. “Ҡотло булһын Яңы йыл”.
С.Сурина. “Ҡышты ҡаршылағанда”
Х.Назар. “Яуа ҡарҙар” Ҡышты тасуирлау. Ҡышҡы тәбиғәт менән һоҡланыу тойғолары тәрбиәләү.
Башҡортостан – тыуған төйәгем - 3сәғәт.
Р.Ғарипов. “Башҡортостан”
И.Кинйәбулатов. “Дуҫлыҡ төйәге”
Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ - 4 сәғәт.
Р.Шәкүр. “Урал батыр иле-сал Урал”. Шағирҙың Урал ерлеге менән һоҡланыуы, ғорурланыуы, сал Уралдың тарихи үткәнен тасуирлау, Урал батыр иленең данын һәм шанын һүрәтләү.
Р.Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. Шағирҙың Ватан тураһында уйланыуҙары һәм балаға аңларлыҡ итеп һөйләүе, төп йөкмәткеһе,идея мәғәнәһе, төп образдары.
А.Йәғәфәрова “Урал иле”
Изгеләрҙән-изге әсәйҙәр – 4 сәғәт.
К Кинйәбулатова “Әсә күңеле”. Әсә күңеленең изгелеклелек һәм мәрхәмәтле булыуын тасуирлау.
Х.Назар. “Таҡта сәй”
Ғ.Вәлиев. “Әсәйем фатихаһы”
Яҙ килә, яҙ!(4сәғәт)
Р.Назаров. “Яҙ башы.
Д.Бүләков. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”
Ш.Бикҡол.“Яҙғы уйҙар”
Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет тураһында.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай - 6 сәғәт.
Р.Ниғмәти.”Еңеүселәргә дан!”
Й.Мостафин. “Ыласын”. Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға ихтирам тәрбиәләү.
М.Кәрим.”Билдәһеҙ һалдат”.
Т.Ғиниәтуллин. “Миҙал”. Хикәйәлә һуғыш ветеранының халыҡ тарафынан нисек иғтибарға мохтаж булыуын күрһәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү.
Тәбиғәт донъяһында - 5 сәғәт.
Р.Ғарипов “Һабантурғай”.
А.Карнай.”Турғай”
З.Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. Олатай һәм уның ейәненең тәбиғәткә мөнәсәбәте.
Т.Йосопов. “Ерән ҡашҡа”. Йәйге урман тәбиғәтен,йәнлектәрҙе,хайуандарҙы һүрәтләү.
С.Агиш. “Турыҡай”. Хикәйәлә Турыҡайҙың батырлығы, үҙенең өйөрөн һаҡлау өсөн бүреләр менән алышҡа инеүен һүрәтләү.
Йәмле йәй килде - 3 сәғәт.
К.Кинйәбулатова. “Барыһы ла тыуған еремдә”.
Ф.Иҫәнғолов. “Хәмит күпер”. Әҫәрҙә хеҙмәт темаһының сағылышы.
А.Игебаев. “Һыу буйында балыҡсы”
М.Әбсәләмов. “Йомағужа тирәктәре”
Әҙәбиәт теорияһы. Характеристика тураһында.
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте - 4 сәғәт.
М.Йәлил. “Йырҙарым”. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады. Шиғырҙарының яҙмышы ,концентрацион лагерҙа яҙылғаны тураһында.
Дәрдмәнд. “Нурый менән Зәйнәб”. Әхлаҡ ҡағиҙәләренең бирелеше.
С.Моҡанов. “Минең республикам.” Шағирҙың үҙенең тыуған республикаһын данлауы, уның менән ғорурланыуы.
6 класс
Алтын һуҡмаҡ – 4 сәғәт.
Ф.Ғөбәйҙуллина. “Башҡортостан флагы”. С.Әлибаев.“Мәктәп юлы”. Я.Вәлиев. “Беренсе көн” Я.Ҡолмой.Мәктәп. Р.Фәхретдин.Мәктәп.
З. Биишева. Башҡорт теле.- 1 с. Туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау. Ҡ.Аралбаев “Башҡорт ҡоролтайына”. Р.Бикбаев “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк
Ил ҡеүәте – икмәктә. – 4 сәғәт.
Д. Бүләков “Ҡара икмәк”. Ф.Чанышева “Икмәк еҫе”. Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһе.
Халыҡ һүҙен ташлама. – 4 сәғәт.
“Урал батыр” әкиәте. Батырҙар тураһында әкиәттәр. “Ҡариҙел”. Легенда тураһында. Бәйеттәр. Таҡмаҡтар.
Уҡытыусы! Ошо исемдән дә юғарыраҡ ниндәй исем бар! – 7 сәғәт.
К.Кинйәбулатова “Уҡытыусым” Л.Яҡшыбаева “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә…” Р.Шаммас “Уҡытыусыға”. Ф.Иҫәнғолов “Уҡытыусы Ғүмәров”.
Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. – 5 сәғәт.
Яҙма ҡомартҡыларыбыҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Сәйф Сараи. Парсалар.
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.Т.Йосопов “Ай Уралым, Уралым”. Н. Иҙелбай “Салауат ташы”. Жәлил Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр.”
Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек, Салауаттай батыр юҡ икән… – 4 сәғәт.
Салауат Юлаев шиғырҙары. “Юлай менән Салауат” (эпостан өҙөк) М.Иҙелбаев. “Төш”. Образ тураһында төшөнсә. Рәми Ғарипов “Салауат батыр”.
Башҡортостан – Гөлбостан… – 5 сәғәт.
Ш.Бабич “Башҡортостан” шиғыры. Ялыҡ Бурнаҡ улы. З.Биишева “Башҡортостан”. Н.Нәжми “Башҡортостан”.
Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын. – 7 сәғәт.
Ҡурай (башҡорт халыҡ йыры). Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”. Ҡ.Аралбай “Йомабай ҡурайы”.
Әсәй күңеле – тулы ҡояш. – 3 сәғәт.
А.Игебаев “Әсәйемә”. Йыһат Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе”. Р.Ғарипов “Әсәм ҡулдары”. Бер әсәнең зарыҡҡаны (башҡорт халыҡ әкиәте)
Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! – 4 сәғәт.
Шайморатов генерал (йыр). Ә.Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”. Т.Килмөхәмәтов “Турайғыр”хикәйәһе.
Тәбиғәт донъяһында. – 5 сәғәт.
Г.Юнысова “Талы бөгөлөп тора”. Ф.Ғөбәйҙуллина “Умырзая”хикәйә. А.Игебаев “Сыйырсығым”.
Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. Сәлмән Яҡупов “Ҡарабаш турғай”.
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте. – 5 сәғәт.
Ғабдулла Туҡай “Шүрәле” әҫәре. Виталий Бианки “Ҡоторған тейен”. Ибраһим Йосопов “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”шиғыры.
7 класс
М.Ямалетдинов. “Көрәш, кеше!”, Ғ.Дәүләди. “Ҡоролтайға барам” -2 сәғәт
Шиғырҙарҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың азатлыҡ. Яҡтылыҡ көрәше традицияларына таяныу, халыҡты берләштереү, йәмғиәтте яңылыҡ, шәфҡәтлелек, гуманлыҡ өсөн яңы көрәшкә өндәү.
И.Бураҡаев “Башҡорт көсө” - 2 сәғәт
Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт ғәскәрҙәренең Сыңғыҙхан ғәскәре менән көрәше. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарының рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туҡанлыҡҡа. Берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика.
Ғ.Хөсәйенов “Ете ырыу”,”Алдар батыр ҡиссаһы”-5 сәғәт
Яҙыусының биографияһы. Әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.
Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»
Б.Рафиҡов “Эйәрләнгән ат” -4 сәғәт
Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Рогервик крепосы тотҡондарының тормошо. Образдарға характеристика.
Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары”-4 сәғәт
Яҙыусының тормош юлы. Романда башҡорттарҙың XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре күрһәткән батырлыҡтар. Кутузов, Ҡаһым түрә, Буранбай образдары.
Синыфтан тыш уҡыу-2 сәғәт.”Мәзин йортонда”
Йырҙар, риүәйәттәр - 5 сәғәт
Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).
Сеңләүҙәр - 2 сәғәт
Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйле булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙының ауыр яҙмышы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән сеңләү жанрының да бөтөүе. Сеңләүҙәрҙең әһәмиәте.
С.Юлаев- 2 сәғәт.
Тормош юлы. 1773-1774 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауаттың тотҡан урыны. Шағир-импровизатор. Шиғырҙары. Салауат образы әҙәбиәттә, сәнғәттә.
Әҙәбиәт теорияһы-1с.Импровизация һәм импровизатор. Һүрәтләү саралары. Метафора.
“Йәнтүрә “ хикәйәһе -1 сәғәт.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары күрһәткән батырлыҡтар. Йәнтүрә. Аҫылбикә образдары. Уларҙың батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ сифаттары.
Аҡмулла-3 сәғәт. Тормош юлы. Ижадында мәғрифәтселек идеялары,мораль –этик проблемалар.
М.Ғафури – 3 сәғәт. Яҙыусының биографияһы. Шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуҙарын күрһәтеү. Шиғырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы-1с. Шиғыр төҙөлөшө тураһында. Ритм. Рифма. Строфа.
Ш.Бабич-3 сәғәт.
Тормош юлы. Ҡурай образы аша башҡорт халҡының данлы үткәнен сағылдырыу.
Синыфтан тыш уҡыу-1сәғәт Р.Бикбайҙың Ш.Бабич тураһындағы монографияһы.
Д.Юлтый- 3 сәғәт “Тимеркәй фәлсәфәһе”
Яҙыусының тормош юлы. Ябай кешенең фажиғәле яҙмышын. Эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Сәмси образы.Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттары.
Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә – 1 сәғәт
Һ.Дәүләтшина-3 сәғәт Яҙыусының тормош юлы. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.
Әҙәбиәт теорияһы-1с. Портрет. Повесть. Юмор һәм сатира.
Р.Ниғмәти-3 сәғәт “Йәмле Ағиҙел буйында” поэмаһында Ағиҙел образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.
Синыфтан тыш уҡыу-1сәғәт. Ә.Лотфуллин тураһында әңгәмә
М. Кәрим-5 сәғәт Тормош юлы. ”Айгөл иле”драмаһының йөкмәткеһе,темаһы. Идеяһы. Драмалағы образдар. Художестволы үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы-1с. Драма тураһында төшөнсә.Сюжет элементтары.
Р.Өмөтбаев-4 сәғәт. ”Атлы башҡорт” әҫәрендә Ватан һуғышы ваҡиғаларын, яугирҙар һәм ат образын һүрәтләү.
Синыфтан тыш уҡыу-1сәғәт Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тормош юлы һәм ижады.
Т.ү”Минең яратҡан геройым”-1сәғәт
Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. (3 сәғәт).
8 класс
Ә. Моратов., Р. Бикбаев - 2сәғәт
Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға. Демократик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.
Ҡобайырҙар – 4 сәғәт
Ҡобайырҙарҙа XVI – XVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға , бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. Ҡобайырҙарҙың поэтик үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.
Шафиҡ Әминев- Тамъяни – 1сәғәт
“Урал “, “Башҡорт бабаларының тарихы” шиғырҙары.
Мөхәммәт пәйғәмбәр. “Ҡөрьән китабы”- 1 сәғәт
Р. Бикбаев «Хәҙистәр», М. Ямалетдинов «Ҡөрьән сүрәләре» -2 сәғәт
Ғ. Ибраһимов – 4 сәғәт
“Кинйә” романына өҙөк. Романда сағылдырылғаносор,социаль- тарихи шарттар, халыҡ тормошо һөм көрәшенең сағылышы.
Б.Бикбай – 4 сәғәт
Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. “Ер” поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөнбыуаттар буйы алып барған көрәшен һөм азатлыҡ яулауын һүрәтләү. Лирик герой образы. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре.
“Ҡаһым түрә” драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу.
Ғ. Сәләм -3 сәғәт
Ғ.Сәләмдең биографияһы. “Шоңҡар” поэмаһының темаһы,идеяһы, йөкмәткеһе.Төп образдар. Композиция үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис тураһында төшөнсә.
З. Биишева - 2 сәғәт.
“Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһе.
М.Кәрим – 4 сәғәт.
М.Кәримдең биографияһы.”«Үлмәҫбай” поэмаһы. Башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү.
”Алыҫ юлға эйәрләйҙәр”, “Йәшәйһе бар” шиғырҙарында кеше ғәмере,йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.
Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре.
Н.Мусин – 3 сәғәт.
“Йыртҡыс тиреһе” романынан өҙөк.
Р. Ғарипов –4 сәғәт.
“Урал йөрәге”, “Аманат”,”Уйҙарым”
Ғ. Хөсәйенов -2 сәғәт
“Һуңғы тарпан” хикәйәте.
Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.
Р. Бикбаев - 4 сәғәт.
”Башҡортостан бында башлана”, ”Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”, ”Дауыл”. “Барып етһен ине хаттарым”, “Йәншишмәбеһ ошо тупраҡта” шиғырҙарында тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге,тәбиғәтте һаҡлау проблемалары.
Т. Ғиниәтуллин - 4 сәғәт
“ Мәтрүшкә еҫе”,”Әсә һәм бала” әҫәрҙәрендә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеге, эске донъяһының сафлығы.
Н.Нәжми – 2 сәғәт.
Ҡ.Аралбаев – 2 сәғәт.
Ф.Туғыҙбаева –2 сәғәт.
Ә.Әминев –2 сәғәт.
Р.Камал –2 сәғәт.
Х.Назар –2 сәғәт.
9 класс
Инеш - 1 сәғәт
Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.
Халыҡ ижады – 8 сәғәт
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Башҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары.
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар.
“Урал батыр” эпосы. Уның боронғолоғо,мифологик нигеҙе. Төп идеяһы – халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршыы көрәште данлау. Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художестволы үҙенсәлектәре.
“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы. Тарих һәм халыҡ эпосы. Иҙеүкәй образы. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар.
Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте – 4 сәғәт
Боронғо әҙәбиәт.боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. М.Ҡашғари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. Боронғо әҙәби әҫәрҙәрҙең «Ҡиссаи Йософ» , “Буҙйегет” поэмалары.
Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары. Ҡотб, Сәйеф Сараи, Хәрәзми, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль үҙенсәлектәре.
XVIII быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ- тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.
Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады – 3 сәғәт
Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, Ерәнсә сәсән, Байыҡ сәсән, Буранбай-Йәркәй сәсән, Ишмөхәмәт сәсән, Ғәбит сәсән. Уларҙың тормошо һәм ижады.
Салауат Юлаев – 3 сәғәт.
Яугир - шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.
Т.Ялсығол – әл- Башҡорди – 1cәғәт.
Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге.
Ғәбдрәхим Усман– 1cәғәт.
Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге.
19-сы быуат әҙәбиәте – 1cәғәт.
М.Аҡмулла – 5сәғәт.
Тормошо һәм ижад юлы. Мәғрифәтсе. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы. Шиғыр оҫтаһы. Аҡмулла образы әҙәбиәттә һәм сәнғәттә.
М.Өмөтбаев – 4 сәғәт.
М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
Р.Фәхретдинов – 4 сәғәт.
Тормошо, дини эшмәкәрлеге. Журналист. Мәғрифәтсе . Тарихсы. “Сәлимә”, “Әсмә” әҫәрҙәре.
20-се быуат башында әҙәбиәт – 1cәғәт.
Башҡортостанда милли әҙәбиәттең тыуыуы. Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү.
Сафуан Яҡшығолов – 2 сәғәт.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижады.
Ф. Сөләймәнов – 3 сәғәт.
Тормош юлы. Әҙәби ижады. Әҙәби-ғилми ижадының халыҡ-ара әһәмиәте.
Мәжит Ғафури – 6 сәғәт.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижады. Шиғриәте. Проза әҫәрҙәре.
Ш.Бабич – 6 сәғәт.
Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Романтик. Сатирик.Шиғыр оҫтаһы. Башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.
Тематик план
Бүлектәр (сәғәт) | Класс (сәғәт) | ||||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | |
Башҡорт халыҡ ижады. (50 сәғәт) | 10 | 10 | 10 | 8 | 8 |
Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡор тәҙәбиәте. (10 сәғәт) | 3 | 8 | 2 | 3 | 4 |
XIX быуат әҙәбиәте. (20 сәғәт) | 2 | 3 | 14 | ||
XXбыуат башында әҙәбиәт. (15 сәғәт) | 3 | 6 | 18 | ||
Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы. (3 сәғәт) | 1 | 3 | |||
Утыҙынсы йылдар әҙәбиәта. (3 сәғәт) | 3 | ||||
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте. (10 сәғәт) | 4 | 1 | 3 | 9 | |
Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте. (20 сәғәт) | 6 | 5 | 4 | ||
Хәҙерге әҙәбиәт. (105 сәғәт) | 24 | 34 | 28 | 39 | 19 |
Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте. (10 сәғәт) | 5 | 5 | |||
Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр. (10 сәғәт) | 5 | 5 | |||
Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле. (10 сәғәт) | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 |
Кластан тыш уҡыу. | 5 | 5 | 5 | 5 | 5 |
Предмет буйынса планлаштырылған һөҙөмтәләр:
- Шәхси һөҙөмтәләр:
- Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу.
- Этник һәм милли сағылышын таныу:
- үҙалыллыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
- мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
- һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
- атай- әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға.
- Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу.
- Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу.
- Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау.
- Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу.
- Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ – әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең ьойғоларын уртаҡлаша алыу.
- Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.
- Метапредмет һөҙөмтәләр:
- Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу.
- Уҡыу процессына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя,эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
- Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу.
- Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү.
- Предмет һөҙөмтәләр:
- Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.
- Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау.
- Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү.
- Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.
- Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ- ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау.
- Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү.
- Танып белеү, ғәмәли, коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теленнән эш программалары (1,3,4- сыйныфлар өчен, рус төркеме)
Здесь можно познакомиться с рабочей программой для детей русскояз.обучением. По учебникам Р..З.Хайдаровой и Ф.Сафиуллиной...
6 нчы сыйныфның рус төркеменә татар теле һәм әдәбиятыннан Р.Хәйдарова дәреслеге буенча төзелгән эш программалары
Татар теле һәм әдәбиятын аерып укыту сәбәпле, татар теле һәм татар әдәбиятына эш программасын аерым төзедем. Һәр программа титул битеннән, аңлатма язуыннан, календарь-тематик планнан тора. Планла...
10, 11 нче сыйныф рус төркемнәре өчен татар теле һәм татар әдәбиятыннан эш программалары ( дәреслек Хәйдарова Р.З.)
эш программалары...
татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары
татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...
татар теленнән Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары
Р.З.Хәйдәрова дәреслеге буенча эш программалары...
Әдәбияттан эш программалары
А.Яхин методикасы белән укытучылар өчен...
Татар теленнэн эш программалары
А.Яхин методикасы буенча эшләүче мөгаллимнәргә...