Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес (дәрес -суд)
план-конспект урока (8 класс) по теме

Мунасипова Гульсум Мубаряковна

·         Әмир Әминевтың тормош юлы һәм ижады тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен киңәйтеү;

·         “Ҡытайгород” повесенең йөкмәткеһен анализлау, әҫәрҙең идея-проблематикаһын  һәм образдар системаһын өйрәнеү, әҫәрҙең йөкмәткеһе аша уҡыусыларҙың ил, ер, милләт төшөнсәһе тураһында аң-белем даирәһен киңәйтеү;

·         әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе нигеҙендә әҙиптең шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; илгә, телгә, милләткә кәрәкле булып үҫеү теләге уятыу; үҙеңдең фекереңде ҡыйыу еткереү һәм  дәлилдәр менән иҫбатларға өйрәтеү.

Скачать:

Предварительный просмотр:

Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес

(дәрес -суд)

Маҡсат:

  • Әмир Әминевтың тормош юлы һәм ижады тураһында уҡыусыларҙың белемдәрен киңәйтеү;
  • “Ҡытайгород” повесенең йөкмәткеһен анализлау, әҫәрҙең идея-проблематикаһын  һәм образдар системаһын өйрәнеү, әҫәрҙең йөкмәткеһе аша уҡыусыларҙың ил, ер, милләт төшөнсәһе тураһында аң-белем даирәһен киңәйтеү;
  • әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе нигеҙендә әҙиптең шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү; илгә, телгә, милләткә кәрәкле булып үҫеү теләге уятыу; үҙеңдең фекереңде ҡыйыу еткереү һәм  дәлилдәр менән иҫбатларға өйрәтеү. 

Йыһазландырыу: Әмир Әминевтың тормошо һәм ижадына арналған презентация; яҙыусының китаптар күргәҙмәһе, проектор.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу.
  2. Уҡытыусының инеш һүҙе.

     Әмир Әминев – хәҙерге башҡорт прозаһында емешле ижад иткән яҙыусы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙа нәшер ителгән әҙәби баҫманың – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире. Яҙыусы сығышы менән тәүге башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриның яҡташы – Ғафури районының Һабай ауылынан. Был затлы нәҫелдән Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдинов (уның “Ер рухы” картинаһы менән танышбыҙ),   «Салауат күпере», «Ҡайын суҡтары», «Сейәлетүбә» китаптары аша һеҙгә яғшы таныш булған яҙыусы Әнүр Вәхитов, яҙыусының бер туған ҡустыһы, юморескалар оҫтаһы, талантлы журналист Марат Әминев, башҡа бик күп талантлы табибтар, юристар, нефтселәр сыҡҡан. Данлы Уҡлыҡая, йәмле Еҙем, тоҙло шишмәләр иле был төбәк кешеһенә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам бирәлер. Юлыҡ, Өфөнөң 1-се һанлы интернат-мәктәбендә белем ала. Мәскәүҙә  М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем ала.    

      Һәр ижадсының – шағир булһынмы, яҙыусы йә йырсы булһынмы – үҙенең аудиторияһы була. Әмир Әминевтың иһә повесть-хикәйәләрен (“Мең дә бер ғазап», «Танкист», «Ҡытай-город», «Бер кәмәлә» повестары, «Бүре балалары», «Сөңгөл» хикәйәһе һ.б.) барыһы ла яратып уҡый, сөнки уның яҙған әҫәрҙәре бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың проблемаһын сағылдыра. Яҙыусы-оҫта тәржемәсе. Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле яҙыусы Анатолий Генатуллиндың (Талха Ғиниәтуллин), шулай уҡ яҙыусылар Андрей Платонов, Валентин Распутин, Василий Беловтың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән.

3. Теманы билдәләү. Маҡсат ҡуйыу.

Бөгөн беҙ дәрестә үҙебеҙҙе суд залында итеп хис итәсәкбеҙ. Алдан ролдәр бүлеп бирелде – судья, прокурор,  Һыбай ауылы кешеләре, ҡытай бизнесмены, уларҙың адвокаттары, шаһиттар – “Алға” колхозының  шул ваҡыттағы рәйесе, хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы министры урынбаҫары.

Судья. Бөгөн ҡараласаҡ эш шунан ғибарәт – Һыбай ауылы кешеләре үҙҙәренең ерен ҡайтарыуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт иттеләр. Беҙ һәр яҡты ла тыңлап ғәҙел хөкөм сығарырға тейешбеҙ. Иң тәүге һүҙҙе Һыбай ауылы кешеләре исеменән сығыш яһаусы Фәйзуллаға бирәйек.

Фәйзулла. Үҙ еребеҙҙә тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡайҙандыр ауыл ерен һатып алыу маҡсаты менән Ҡытай бизнесмены килә тигән хәбәр таралды. Ауыл геү килеп ҡалды. Беҙ тәүҙә ышанманыҡ та. Сөнки тарих төпкөлөнә төшөп ҡараһаң ҡасандыр йәйрәп ятҡан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәре алдаҡ һәм ҡурҡытыу юлы менән тартып алыныуы һаман да телгән-телгә күсеп бәйән ителә. Беҙ тарих ҡабатланмаҫ тип уйлағайныҡ.

Судья. Артабан ваҡиға нисек үҫте?

Фәйзулла. Ауыл хужалығы министрлығынан бер түрә килеп, йыйылыш йыйҙылар. Унда аныҡ ҡына әйттеләр, ысынлап та ҡытайҙан бер бай килеп ерҙәрегеҙҙе һатып ала тип.

Судья. Артабан һүҙҙе ауыл хужалығы министры урынбаҫарына бирәйек. Ошо хәл булыуын танмайһығыҙмы?

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Был мәсъәлә хөкүмәт кимәлендә хәл ителгән. Шулай булғас, ауыл кешеләренән һорап тороу ҙа кәрәкмәй ине.

Судья. Улай булғас, ниңә йыйылыш йыйҙығыҙ?

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Хәҙер бит ҡағыҙ заманаһы. Йыйылыштың протоколын төҙөп, ҡултамғаларын йыйып һалып ҡуйырға кәрәк ине. Сөнки тота килеп кешеләрҙе ауылдарына ҡыуып булмай ҙа инде. Бына бит кәрәге тейҙе ул ҡағыҙҙарҙың – унда һәр кемдең ҡултамғаһы бар.

Ауыл халҡының адвокаты. Хөрмәтле судья, был ҡағыҙҙа ике кешенең ҡултамғаһы юҡ!

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Булмаһа ни, күпселек ҡултамға ҡуйҙы ла инде.

Судья. Ауыл халҡы исеменән кем сығыш яһарға теләй? Һеҙҙе ҡултамға ҡуйырға күндерҙеләрме, әллә үҙегеҙ хәл иттегеҙме?

Рәсүл. Мин һөйләйем. Беҙҙең менән ипләп кәңәш итмәнеләр. Мәсъәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙылар. Фәйзулла менән Нәғимә әйтеп ҡаранылар, әммә уларҙы береһе лә тыңламаны. Ҡытай бизнесменын икмәк-тоҙ, ҡурай менән ҡаршы алырға кешеләрҙе колхоз рәйесе Өфөнән саҡырҙы. Беҙҙе тағы ла тыңламанылар. Йыйылыш аҙағында әҙер генә торған кешеләр рәттәр буйлап йөрөп алдан уҡ әҙерләнгән ҡағыҙҙарға халыҡтан ҡултамғалар йыя ла башланылар. Исемлек миңә килеп еткәндә, күпселектең ҡултамғаһы тора ине.

Йәштәр исеменән бер вәкил. Мин китеү яғында булдым, ҡултамғамды ла ҡуйғайным,  сөнки ауылда йәштәргә эш юҡ, булһа ла аҡсаһы юҡ. Кистәрен ҡайҙа барырға белмәй ҡаңғырабыҙ. Ергә йәбешеп ятыу – иҫкелек ҡалдығы тип уйлап, бик яңылышҡан булғанмын.  Айыҡ, маҡсатлы йәштәргә ауылда ла бынамын итеп йәшәргә була.

Судья. Шул ваҡыттағы колхоз рәйесенә һүҙ бирәйек.

Колхоз рәйесе. Мин нимә тип әйтәйем. Өҫтән килгән ҡарарҙы үтәү - ул минең бурысым.

Судья. Ул милләт,  тел мәсъәләһенә ҡағылһаламы?

Колхоз рәйесе. Мин милләт, тел өсөн яуап тотмайым. Минән ит, һөт, иген һорайҙар.

Судья. Ул ваҡыттағы хакимиәт башлығы ни әйтер?

Хакимиәт башлығы. Мин дә өҫтән килгән күрһәтмәне үтәнем. Минең бер ғәйебем дә юҡ. Шул кешеләр өсөн тырышаһың-тырышаһың, аңламайҙар, рәхмәт әйтер урынға яуапҡа тарртырып маташалар.

Фәйзулла. Нимә өсөн рәхмәт әйтергә?

Хакимиәт башлығы. Ҡала ҡаласы ашап, утын-бесән тип ҡайғырмай йәшәйһегеҙ бит! Һеҙҙән һуң ана “Авангард”, “Еҙем”, “Салауат”, “Ағиҙел” ауылы кешеләре лә ерен һатты...

Фәйзулла. Эйе, ҡала тормошоноң еңеллектәре күп... Әммә әҙәм балаһы бөгөнгө көн менән генә көн итә алмай, ул иртәгәһен дә уйларға бурыслы. Ә иртәгәһе көн – беҙҙең балалар, ейәндәр. Беҙ уларҙы ерҙән айырабыҙ, телдән яҙҙырабыҙ. Телдән яҙҙыңмы – милләт бөттө тигән һүҙ...

Судья. Ҡытай бизнесмены Чжан Синға һүҙ бирелә. Ниңә Һыбай ауылы ерҙәрен алырға булдығыҙ?

Чжан Син. Бер йыл элек беҙҙә Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан делегация килгәйне. Беҙ уларҙы бик хөрмәтләп ҡунаҡ иттек. Мин беҙҙә халыҡ күп, ер бик аҙ һәм ҡиммәт тигәс, Башҡортостанға саҡырҙылар, ер вәғәҙә иттеләр, әлбиттә бушҡа түгел. Һеҙ килеүгә халыҡты әҙерләйбеҙ тинеләр.

Ҡытайҙың адвокаты. Чжан Синдың ғәйебен күрмәйем. Ул – алдаҡ ҡорбаны. Ҡытай халҡы бик егәрле, ҡайҙа йәшәһәк тә – ә ҡытай кварталдары планетаның һәр ҙур ҡалаһында бар - беҙ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап, ҡәҙерләп йәшәйбеҙ. Шуға Һыбай халҡының талабын аңлап ҡарайбыҙ.

Судья. Был сетерекле эш буйынса тикшереү эштәре оҙаҡ барҙы. Хәҙер шуның һөҙөмтәһен уҡып ишеттерер өсөн һүҙҙе прокурорға бирәбеҙ.

Прокурор. Был эште бик ентекләп тикшергәндән һуң шундай ҡарар ҡабул ителде:

  1. Шул ваҡыттағы ауыл хужалығы министры урынбаҫары, “Алға” колхозы рәйесе һәм хакимиәт башлығының эшмәкәрлеген ҡытай бизнесменынан ришүәт алыуҙа, шулай уҡ милләткә, телгә, ер мәсъәләһенә ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлектәре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға.
  2. Ер һатыу Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының законында ҡабул ителмәгәнгә күрә, Һыбай ауылының ерҙәрен һатыу буйынса килешеүҙе  ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләргә.
  3. Һыбай ауылы кешеләренә тыуған ауылға ҡайтырға рөхсәт бирергә, бының өсөн Һыбай ауылы халҡы менән “Ҡытайгород” вәкилдәре менән айырым килешеү төҙөргә.

Уҡытыусы. Прокурорҙың ҡарары менән килешәһегеҙме, уҡыусылар?  

  • Әҫәр ниндәй ҡырҡыу проблемаларҙы күтәргән? (Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе ҡурсалау, рухыбыҙҙы һаҡлау, ата-бабалар васыятына тоғро булыу, айыҡ тормош алып барыу, ауыл йәшәйеше менән ҡала араһындағы айырмалыҡтар, йәштәргә эш табыу, халыҡты ҡайғырта белеүсе етәкселәр мәсъәләһе һ.б.) Бына шундай әҫәрҙе тыуҙырғаны өсөн Әмир Әминевҡа бик дәрәжәле Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булды.

  • Әҙәбиәттә шундай ҡырҡыу проблемалар күтәргән ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
  • Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы  -  “Урал батыр”эпосында ла беҙ ата-бабаларыбыҙҙың киләсәк тормошто, тәбиғәтте уйлағанын, ҡурсалағанын күрәбеҙ.  Хатта Урал батыр Тереһыу шишмәһен үҙе эсмәгән, ә тирә-яғына бөрккән, был яҡты донъяның мәңге йәшәүен, йәшеллеккә күмелеүен, сәскә атыуын теләгән, киләсәк быуынды ҡайғыртҡан...
  • Рәми Ғариповтың, Зәйнәб Биишеваның тел тураһындағы шиғырҙары...
  • Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы...

  1. Һуңғы һүҙ урынына. 

Әҫәр фантасмогорик жанрҙа ижад ителгән, беҙ шул жанрҙы дәрестә үҫтереп, үҙебеҙҙең күҙаллауыбыҙҙы кәүҙәләндерергә тырыштыҡ. Әлбиттә, тормошта ғәҙеллек һәр ваҡыт еңергә тейеш. Тик бының өсөн һәр кем күңелендә тыуған иленә, тыуған милләтенә, мәҙәниәтенә һөйөү һаҡларға тейеш һәм халҡыбыҙ рухының һаҡсыһы булып, уяу, белемле, намыҫ менән килешеп йәшәргә тейешбеҙ.

Өйгә эш. Әҫәрҙең үҙегеҙгә оҡшаған урынын һөйләргә әҙерләнеп килергә.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Философско-этическая проблематика пьесы "На дне"

Проблематика пьесы М.Горького "На дне". Правда мечты и правда реальности. Спор о человеке....

"Китап укып елый алганнарның күңелендә булмый каралык"

Укучыларда китап укуга кызыксыну уятырга мөмкинлек бирәчәк тәрбия сәгате....

"Яздан аерып булмый Тукайны!"

125-летие Г.Тукая посвящается."Яздан аерып булмый Тукайны!"...

Эссе "Тиңләп булмый Сезнең эшне башка белән"

Тиңләп булмый Сезнең эшне башка белән....

Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” повесенең проблематикаһы буйынса традицион булмаған дәрес (дәрес - репортаж)

Дәрес Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" әҫәрен өйрәнеү менән бергә, "репортаж" термины өҫтөндә эшләү, ижади эшкә ылыҡтырыу менән отошло. Дәрестең маҡсаттары: Әмир Әминевтың “Ҡытайгород” әҫәренең проблематик...

Бәхетле булмый кара... Хикәя. Шәхси язмаларым.

Август аеның икенче яртысы булса да, көннәр эссе торды быел. Бакчаларда  беренче уңышлар да җыела башлады. Бигрәк тә, дәлия чәчәкләре  шаулап чәчәккә төренде. Берсе-берсе кушуч зурлыгында, ә...

"Интернет ҡоло булмаһындар"

Ата-әсәләргә кәңәштәр...