"Һәләтле балалар менән эшләү" программаһы
материал ( класс) по теме

Һәләтле балалар менән эшләү программаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл raslayym.docx28.65 КБ

Предварительный просмотр:

                                                                                                                      “Раҫлайым”

                                                                                      Мәктәп директоры :

                                                                                                                 _______/Хәжиәхмәтова Г.Т./

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғайсарова Рәшиҙә Факил ҡыҙының

 2015-2016  уҡыу йылына

“Һәләтле балалар менән эшләү” программаһы

Уҡытыуҙың төрлө этабында уҡытыусының психологик күҙәтеүҙәр алып барыуы һәм уҡыусыларҙағы үҙгәреште өйрәнеп тороуы һорала; дәрестә ҡулланылған метод һәм алымдар уҡыусыларҙың һәләттәре үҫеүенә ни дәрәжәлә тьәҫир итә, уҡыусы күпме үҙ аллы эшләй ала, дәрестә ҡатнашыу дәрәжәһе нисек, фән менән ҡыҙыҡһыныуы үҫәме, хәтер һәм иғтибарлыҡ дәрәжәһе, ихтыяры, фекерләү дәрәжәһе нисек, уның актив йәки пассив булыуы, анализлай һәм йомғаҡлай белеү һәләте, эш темпы нисек, ни өсөн теге йәки был уҡыусы материалды аңламай йәки биремдәрҙе эшләргә өлгөрмәй һәм башҡа шундай мәсьәләләр менән уҡытыусы ҡыҙыҡһынып тороға тейеш.

Дәрес материалы, ҡулланылған метод һәм алымдар, күнегеүҙәр уҡыусыларҙың йәш һәм белем айырмалыҡтарын, дөйөм үҫеш дәрәжәһен, психологик үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп һайлана.

Уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү процесында уҡытыусының уҡыу эшен әүҙемләштереү,  бөтөн уҡыусыларҙың интеллектуаль, ижади көстәрен, һәләттәрен белем алыуға туплауы, уларҙың үҙенә генә хас үҙенсәлектәрен (психикаһы, ҡыҙыҡһыныуы, ихтыяжы, ынтылышы, һәләте, белем үҙләштереү дәрәжәһе, фекерләү дәрәжәһе, хәтере, ихтыяр көсө, һиҙгерлеге, эмоционаллеге), ыңғай һәм кәмселекле яҡтарҙы, уларҙың белем дәрәжәләрен даими өйрәнеүе талап ителә. Шул ваҡытта ғына ул уҡыусыларға дифференциаль һәм айырым (индивидуаль) яҡын килә һәм кәмселектәрен булдырмау сараларын күрә.

                   “Айырым шәхес менән эшләү өсөн, уны белергә һәм коллективта үҫтерергә кәрәк.  Әгәр минең  күҙаллауымда айырым шәхестәр , унда - бында һибелеп, коллективтан тыш йәшәй икән, әгәр мин уларға коллектив  үлсәүенән башҡа ғына яҡын киләм икән, мин бынан бер нимә сығара алмаясаҡмын”

                                        Күренекле педагог А. С. Макаренко

“Һәләтле балалар программаһы”нигеҙендә

 түбәндәге йүнәлештәр буйынса эш алып барыла:

-уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләү;

-гуманитар стилдәге фекерләү һәләтен формалаштырыу;

-шәхестең үҙ-үҙенә ышанғанлыҡ, үҙ-үҙен күрһәтеү, үҙ-үҙен раҫлау, үҙ пландарын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә рухи мөмкинселектәрен үҫтереү;

-“һәләтле балаларҙың” фәнни-ғәмәли күнекмәләрен, ижади мөмкинселектәрен үҫтереү;

                       

Бурыстар һәм маҡсаттар:

1.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау.

2.  Үҙ фекерен әсә телендә телдән һәм яҙма рәүештә  эҙлекле, йыйнаҡ, теүәл һәм матур итеп бирергә өйрәтеү, уҡыусының фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

3.  Уҡыусының һүҙлек хазинаһын байытыу.

4.  Әҙәбиәттән белем биреү, күнекмәләр булдырыу.

5.  Уҡыусыла милли рух, үҙ халҡының сәнғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү.

6.   Уҡыусының тыумыштан булған һәләтенә үҫергә ярҙам итеү, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

   7. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар   булдырыу.

Уҡусылар өсөн эйә булырға тейешле белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләр

1. Уҡыу-уҡытыу процессында уҡыусыны аңлап һәм әүҙем рәүештә белем алыуға әҙерләү, алған белемдәрен, оҫталыҡтарын, күнекмәләрен нығытыу;

2. Башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем биреү, уларҙы ирекле аралашырға өйрәтеү, башҡорт доньяһы тураһында күп яҡлы мәғлүмәт еткереү;

3 . Уҡусыларҙы тестар менән эшләргә өйрәтеү;

4. Башҡорт әҙәби теленең үҫеш үҙенсәлектәрен теүәл күҙ алдына килтереү, тел үҫеп торһон өсөн, уның көндәлек ҡулланышын тәьмин итеү юлдарын белеү;

6 .Төрлө стилдәрҙе айыра белеү, уларҙы файҙалана белеү;

7 .Әҙәби әҫәрҙең жанрын таныу, әҫәрҙең төп  идеяһын аңлау, уны миҫалдар менән раҫлау;

8.Һүҙлектәрҙең төрҙәрен, төҙөлөшөн белеп, уларҙы иркен файҙалана алыу;

10. Уҡыусыларҙың телдәр белеү дәрәжәләрен камиллаштырыу, үҫтереү;

“Һәләтле балалар” исемлеге,

 улар тураһында мәғлүмәт

Ф. И.

класс

һөҙөмтәләр

1

Хәзиәхмәтова

Айһылыу

9

төрлө ижади конкурстарҙа һәм олимпиадала ҡатнаша

2

Ишкинина

Алһыу

8

төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша

3

Мостафина

Аделина

7

төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша

4

Ғайсаров

Искәндәр

5

төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша

5

Галиуллин

Динис

5

төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша

6

Хәзиәхмәтов

Айҙар

5

төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша

Һәләтле балалар  менән эш планы

Эштең йөкмәткеһе

Үтәлеү ваҡыты

Кластар

1

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау. Программа төҙөү.

Сентябрь

5-9

2

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһында әүҙем ҡатнашыу

План буйынса

5-9

3

“Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсында ҡатнашыу

Октябрь

                5-9

4

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп олимпиадаһына әҙерлек һәм ҡатнашыу

Ноябрь

5-9

5

Конференцияларҙа ҡатнашыу

Уҡыу йылы барышында

5-9

6

Район олимпиадаһына әҙерләнеү һәм ҡатнашыу

Декабрь

7 кл.- Мостафина Аделина

8 кл.- Ишкинина Алһыу    

9 кл.- Хәзиәхмәтова       Айһылыу

7

Республика һәм район баҫмаларына ебәрерлек эштәр әҙерләү (“Инйәр”, “Йәншишмә”, “Аманат” һ.б. )

Уҡыу йылы барышында

5-9

8

Район күләмендәге төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашыу (“Һаумы, һаумы әкиәт”, “Урал батыр” һ.б.)

Уҡыу йылы барышында

5-9

9

Әҙәби әҫәрҙәргә слайдтар эшләү, интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләргә өйрәтеү

Уҡыу йылы барышында

5-9

10

Рефераттар, ижади эштәр башҡарыу

Уҡыу йылы барышында

5-9

11

Консультациялар, семинарҙар

Уҡыу йылы барышында

5-9


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә сәләтле балалар белән эшләү программасы

Безнең балаларыбыз тиз үсә. Тик шуны истә тотарга кирәк: бүген без сәләт, омтылышларын үстерергә ярдәм иткәндә генә, алар мөстәкыйль яши, тормышта яңа үрләр яулый ала. Аеруча сәләтле балаларны...

Сәләтле балалар белән эшләү.Табигать фәннәреннән олимпиадаларга әзерләү.

Әлеге тестны 8-9 нчы классларда географиядән олимпиадага әзерләгән вакытта кулланырга мөмкин. Сораулар фәннең төрле юнәлешләреннән алынды....

"Яр Чаллы шәһәре Мәгариф идарәсе "16 нчы "Огниво"Балалар иҗат үзәге"

"Үз тарихын тирән төшеп эзләп тапкан халык,киләчәген дә шулкадәр ерак күрә ала"дигән фәнни-гамәли конференциядә чыгыш ясаган өчен диплом....

Авторлык программа. ” Сәләтле балалар белән эшләү,татар теле фәненнән олимпиадаларга әзерләү.”

Олимпиадага әзерләнү һәм анда катнашу белем алуда зур әһәмияткә ия. Чөнки олимпиадалар укучыларның танып белү активлыгын камилләштерергә һәм үстерергә, фәнни-популяр һәм башка төр өстәмә әдәбият...

"Рус телендә сөйләшүче балалар өчен татар теле һәм әдәби уку”предметыннан программа 1 – 4 нче сыйныфлар, (Казан, "Мәгариф", 2011 ел, төзүчеләр: Р.З.Хәйдәрова, Р.Л.Малафеева ) һәм “Урта (тулы) гомуми белем бирү мәктәбендә рус телле балаларга татар телен к

На сегодняшний день для учащихся с ограниченными возможностями здоровья нет специальных учебников для преподавания татарского языка и литературы в русскоязычных группах, поэтому перед учителем остро в...