Мин - уҡытыусы (Эссе)
материал по теме

Шакирова Гульсибар Исканьяровна

О миссии, о предназначении профессии  учителя

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ukytyusy_-_ilde_bizgn_honr.docx21.8 КБ

Предварительный просмотр:

Мин – уҡытыусы

 (Эссе)

                                                                                “Мерой нашего солнечного света

                                                                                  является тот блеск, который мы

                                                                                  зажигаем в глазах других людей”

                                                                                                                            П. Брегг

        Илебеҙҙә бик күп һөнәрҙәр бар. Әммә беҙҙе дауам итеүсе, илебеҙҙе төҙөүсе, тормошобоҙҙо йәмләндереүсе  киләсәк быуынды үҫтереүсе, уҡытыусы, тәрбиәләүсе кеүек етди һөнәр - ул һәр саҡта ла иң яуаплыһы, иң ихтирамлыһы, иң билдәлеһе булып тора. Сөнки педагогҡа донъялағы иң наҙлы, иң хисле, иң һығылмалы һәм үтә күренмәле әйбер -  бала күңеле ышанып тапшырылған. Һәр заман, һәр тел уны үҙенсә атап йөрөтә: хәлфә, мөғәлим, гувернер, уҡытыусы, репетитор, етәксе, әйҙәүсе, ойоштороусы һәм башҡалар. Ләкин улар ниндәй генә исем менән атап йөрөтөлмәһен - уларҙың барыһының да эше кескәй баланан тәүфиҡлы, зиһенле, отҡор, зауыҡлы, һәләтле, илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр, маҡсатлы оло кеше тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. “Алтындан баһалы, ожмах  ниғмәттәренән ҡәҙерле булған  нәмә - тәрбиәле балалар,”– тигән бөйөк мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин бин Фәхретдин.  Уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә ысын  күңелдән рәхмәт белдереүсе, донъяла киң  билдәлелек яулаған  уҡыусылар ҙа бик күп. Миҫалға М. Аҡмулланың “Шиһабетдин Мәржәни”, М. Кәримдең “Уҡытыусыма” шиғырҙарын алырға мөмкин.

                 “Уҡытыусы!

                 Ниндәй гүзәл исем!

                 Кеше итеп һине әҙерләй.

                 Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

                 Кескенән һөйә, ҡәҙерләй,”- тип яҙа Рәми Ғарипов та. Уҡытыусыға арналған башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр ҙә бихисап. Был уҡытыусының кешелек тарихындағы роле хаҡында һөйләй.

        Заман башҡа заң башҡа. Йылдар үтә килә, уҡытыу һәм тәрбиә эше лә бик ҙур үҙгәрештәр кисерә, әлбиттә. Хәҙерге уҡытыусы эшендә “арт һабағын уҡытырға” тотоноп китмәй, ә психологик, педагогик алымдарҙы тейешле кимәлдә ҡулланып эш итә. Профессиональ уҡытыусы  – ул  бала күңеленең нескә ҡылдарына бик аяулы һәм һаҡ ҡына ҡағылыусы оҫта психолог. Сөнки бер йылы ҡараш, урынлы әйтелгән хуплау һүҙе, башҡалар алдында үрнәк итеп ҡуйыу, баланан ярҙам һорау кеүек тәү ҡарамаҡҡа ябай, ваҡ – төйәк булып күренгән алымдар баланы күктәргә күтәреүе, хатта алдағы тормошона маяҡ булып ҡалҡып сығыуы ла бар.  Киреһенсә, яңылыш ҡына, уйлап әйтелмәгән бер генә һүҙ ҙә, ым – ишара ла, хатта ҡараш та бала күңелен ғүмерлеккә яралауы мөмкин. Әгәр шундай хәл килеп тыуа ҡала икән, бала йөрәге уҡытыусыны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк,  улар араһында уртаҡ тел дә табылмаясаҡ. Ошо конфликттың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта криминаль характер алыуын да тормош күрһәтеп тора.  Йылдар үткәс, оло кеше күҙлегенән ҡарап, һаҡһыҙ рәнйеш алған баланың ул саҡтағы кисерештәрен анализлап, үҙен уҡытыусы урынына ҡуйып ҡарап, ул уҡытыусыны аҡлағандар ҙа күп, ләкин баласаҡ йылдарын ғына кире ҡайтарып булмай.

        Уҡытыусы – оратор. Ул, бала һүҙ тылсымын тойһон, тыңлаһын, әңгәмәгә ҡушылып китһен, телмәрен ҡорғанда уҡытыусыны өлгө итеп алһын өсөн, һүҙ  оҫтаһы булып сығыш яһарға тейеш. Телмәр – уҡытыусы һөнәрендә иң мөһим компоненттарҙың береһе. Әгәр балаға, айырыуса үҫмерҙәргә, уҡытыусының фактик хаталар ебәреүе, интонацияға иғтибар итмәй бер тон менән һөйләүе, дикцияһы, һөйләү манераһы, ым – ишаралары йәки һүҙ запасы етмәүе оҡшамай икән – һөйләүсенең шунда уҡ тағы бер исем менән аталып йөрөтөлә башлауы, көләмәс геройына әйләнеп китеүе бар. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыусыға был тема айырыуса актуаль. Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүсе кешеләргә ем булмау өсөн - үҙеңдең баһаңды төшөрмәү зарур. Сөнки бындай шарттарҙа эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыһы милләттең йөҙөн күрһәтеүсегә лә әйләнеп китә.

         Ғөмүмән, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары мәктәп тормошонда үҙҙәре айырым урын алып тора. “Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы күпмелер кимәлдә балаларҙа донъяға дөрөҫ, айыҡ ҡараш, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейешле философ та, сәйәсмән дә, тарихсы ла, этнограф та, әҙәбиәтсе лә, фольклорсы ла, музыкант та, хореограф та, артис та, оратор ҙа... булырға тейеш,” – тип әйтә профессор Ғ.С. Ҡунафин.  Һанап кителгән һөнәрҙәрҙең тәүге үрнәктәрен уҡытыусы күрһәтә, баланың һөнәр һайлауына тәүге шытымдар ебәрә. Бының өсөн уға үҙ –үҙе өҫтөндә һәр ваҡыт  эшләргә, бик мәғлүмәтле булырға кәрәк. Был өлкәлә хөрмәтле уҡытыусыларым Башкортостан республикаһының мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Нафиҡов Ҡасим Хәйретдин улының, тарих уҡытыусыһы Шәрипова Рәйсә Мөстәҡим ҡыҙының эшен юғары баһалайым.    Совет осоронда тыуған төбәк тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә бик иғтибар ителмәне. Ләкин улар беҙҙе илһөйәр, эшһөйәр, ижади ҡарашлы итеп тәрбиәләүгә өлгәштеләр. Ҡасим ағай  республика, хатта бөтә Рәсәй тарихында ҙур әһәмиәткә эйә “Башҡорттарҙың Аҡ батшаға ҡушылыуы, Шәғәле Шаҡман бей тарихы” темаһын тәүгеләрҙән булып өйрәнә башланы. Ҡаһарман ауылына ҡағылышлы бөтә легендаларҙы, тарихты беҙ экскурсияларға сығып өйрәндек. Математика уҡытыусыһы Харисов Мансур Әхмәт улының төрлө яҡлап һәләтле булыуы мине әле лә һоҡландыра. Ул уҫал да, шаян да, оҫта һүрәт төшөрөүсе лә булды. Буласаҡ һөнәр һайлауымда ла уларҙың өлгөһө ярылып ята. Мин дә уҡытыусыларым һымаҡ тел, тарих, әҙәбиәт өлкәһендә тәрән белемле булып, уны башҡаларға ла еткереү теләге менән яна башланым. Ошо теләгем мине Белорет педагогия училищеһына алып килде. Бында тасуири уҡыу, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимина Татьяна Николаевнаның дәрестәрен әле лә һағынып иҫкә алам.

        Уҡытыусы – ул публика кешеһе. Ҡайҙа ғына бармаһын, нимә генә эшләмәһен тәрбиә эше менән шөғөлләнеүсе башҡаларға өлгө булып тора. Үҙен – үҙе тотошо ла, ҡылған ғәмәлдәре лә, өҫ – башы ла күркәм булырға тейеш. Тейеш тием, сөнки тормоштоң үҙ яҙылмаған ҡанундары бар, йәмғиәт уҡытыусыны идеал итеп ҡабул итергә күнеккән. Был ҡараш дөрөҫ тә, сөнки үҙе тәртипһеҙ кешенең бала тәрбиәләү эшенә тотонорға хаҡы юҡ. Хәҙер был турала рәсми закон да бар.  Рәсәй Федерацияһында хөкөм ҡарары яҙылған кешене мәғариф тармағында эшкә  алмайҙар. Уҡытыусы исемен күтәрмәҫтәй кеше үҙе лә тәрбиә эшендә оҙаҡ тотҡарланмай.

         Уҡытыусы һәр саҡта ла уҡытыусы булып ҡала. Сөнки башҡаларға өлгөлө тормош көткән, файҙалы эше менән билдәле булып киткән, маҡсаттарына ирешкән уҡыусылары менән сикһеҙ ғорурлана, яҙыҡ юлға төшкәндәре өсөн көйөнә, яҙмыштары өсөн борсола.

        Ләкин илебеҙҙә уҡытыусы һөнәренә тейешле кимәлдә иғтибар артһа, бик тә мәслихәт булыр ине, минеңсә. Сөнки хәҙерге ваҡытта заман менән бергә атлау өсөн, уҡытыусы күп белергә, сәйәхәт итергә, мәҙәни сараларҙа, йыйындарҙа ҡатнашырға үҙ бәҫен төшөрмәҫлек кейенә лә белергә тейеш. Ә уҡытыусының әлеге эш хаҡы уны меҫкен хәлгә төшөргәндән төшөрөүе генә күңелде ҡыра. Шулай ҙа уҡытыусы эшенең һәр саҡта ла позитивҡа ҡоролоуы, үҫешкә алып барыуы, матур хыялдар менән үрелеп барыуы уны маҡтаулы, мәңге йәш, күркәм итә. Уҡытыусы – ул илде биҙәгән һөнәр. Мин уҡытыусы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Ошо исемгә тап төшөрмәй, уны лайыҡлы йөрөтөргә тырышам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"

Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар....

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Мин - уҡытыусы (эссе)

Мин ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланым? Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ,  бурыстарым ниндәй?...

Мин-уҡытыусы(эссе)

Педагогик эссе...

Мин –уҡытыусы! (эссе).

Мин –уҡытыусы! (эссе)....