Дәрестәр
материал на тему

Гарипова Зульфия Равиловна

Ил улы С.Юлаев

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon il_uly_millt_koto_shagir_hm_batyr_salauat.doc61.5 КБ

Предварительный просмотр:

    Тема. Ил улы, милләт ҡото, шағир һәм батыр Салауат.

Маҡсат. Уҡыусыларҙы республикабыҙҙың тарихи әһәмиәткә эйә булған географик урындары менән таныштырыу; тарихи шәхестәр менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу; уларға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү; тыуған ер тарихына, тәбиғәткә һөйөү уятыу; С.Юлаев образы аша туған телде, илде ҡәҙерләгәй белгән, уның киләсәген ҡайғыртыусы, аңлы, белемле, илен, ерен, халҡын яҡларҙай йәш быуын тәрбиәләү; алынған мәғлүмәтте анализлау һәләтен үҫтереү, фәнни эш алымдарын өйрәнеү.

Йыһазлау. Башҡортостан картаһы, күргәҙмә (С.Юлаев тураһында материалдар), эпиграф, “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй” плакаты, Салауат районында төшкән фотоларҙан фотоальбом, раскладушка, Р.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр”, А.П.Лежневтың “Салауатты тотоу”, А.А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картиналары, проектор.

Дәрес-сәйәхәттең маршруты: Озерный – Малаяҙ – Ҡорғаҙаҡ - Әлкә - Тәкәй – Иҙрис (Салауат мәмерйәһе) – Озерный.

Дәрес барышы.

l. Ойоштороу.

- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡыҙҙар, егеттәр, ҡунаҡтар! Һәр эш маҡсатлы була. Бөгөн беҙ ҙә ҙур эшкә йомғаҡ яһап ҡуйырға тейешбеҙ. Беҙ быйыл июнь айында һеҙҙең менән Салауат районына сәйәхәткә барып йөрөп ҡайтҡан инек. “Салауат эҙҙәре буйлап” тип аталғайны ул. Унда алған тәьҫораттарыбыҙ менән генә бүлешергә һуңынан ваҡытыбыҙ булманы. Бына шуға ла мин һеҙҙе бөгөн уйҙа булһа ла бай тарихлы, башҡорт халҡының бөйөк улдары – Салауат Юлаев һәм Рәми Ғариповтың тыуып үҫкән еренә, йырҙарҙа йырланған йәмле, данлы Йүрүҙән яҡтарына юл алырға саҡырам.

   Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты – арҙаҡлы шәхестәребеҙгә бәйле хәтирәләрҙе, тарихты өйрәнеү, ер-һыу атамаларын туплау, мәғлүмәттәрҙе үҙебеҙҙең фәнни эштәрҙә ҡулланыу (йәғни һуңынан альбом, буклет итеп сығарыу).

   Сәйәхәтебеҙҙе башлар алдынан Салауат районы, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов тураһында ҡыҫҡаса әңгәмә үткәрәйек.

1.Салауат районы тураһында беҙ нимәләр белдек?(картанан Салауат районы территорияһы күрһәтелә, Н.Розалия Салауат районы тураһында һөйләп таныштырып китә).

2.Салауат ере республикабыҙға, илебеҙгә әллә күпме бихисап бөйөк шәхестәр биргән. Ошо райондан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙе атап үтегеҙ әле.(С.Юлаев,Ю.Аҙналин,Р.Ғарипов,Байыҡ сәсән, С.әлибай, Агиш Ғирфанов, сәнғәт эшмәкәрҙәре, билдәле артистар Мәжит Алкин, Хәбир Ғәлимов, Вәкил Шөғәйепов, Хәмиҙулла Яруллин, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосопов, башҡорт этнографы, фольклор, әҙәбиәт белгесе, телсе Фазлый Вилданов һ.б. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була).

3. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының Салауат районына ҡағылышлы осоро тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Крәҫтиәндәр һуғышы 3 этаптан тора: 1 этабы – С.Юлаев үҙ ғәсҡәрен 1773 йылдың 10 ноябрендә Пугачев ғәсҡәренә Биҡҡол ауылы эргәһендә килтереп ҡуша. Һуғыштың 2 этабында үткән юлы – Салауат ғәсҡәре менән Йүрүҙән йылғаһы буйлап түбән төшөп, Елдәк крепосына йүнәлә. Был йылға Абдулла ауылы эргәһенән үтә. Абдулла мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Хәким Сирай улы Хәкимовтың “ Салауат беҙҙең яҡта ла булған” тигән мәҡәләһе лә сыға һуңынан.

   Крәҫтиәндәр һуғышының 3 этабында Салауат дүрт иптәше: Раҡай Ғәлиев, уның бер туғаны писарь Әбдрәшит Ғәлиев, Юртым Адылов, Зәйнәш Сөләймәновтар менән бергә Миндеш ауылы эргәһендә тотола.

7 июлдә 1998 йылда “Башҡортостан” гәзитендә С.Таймасов үҙенең мәҡәләһендә уларҙың тотолоу урындарын конкретлаштырыбыраҡ бирә: “Был яуҙаштарҙың тотолоу урыны Ҡаратаулы ауылы эргәһендә Ҡаратау урманында булырға тейеш. Сөнки уларҙы тотҡас, яп-яҡын ауылға алып баралар. Был Ҡалмаҡлар ауылы була. Ә Миндеш ауылына тиклем 30 саҡрымлап ара була әле. Шулай булғас, тотолған урындарын Миндеш түгел, бәлки Ҡаратаулы ауылы тип йөрөтөргә кәрәктер”,-ти.

4. Р.Ғарипов, С.Юлаевтың шиғырҙарын һөйләп ишеттерегеҙ.

Артабан, уҡыусылар, һеҙгә һүҙ. Салауат ерендә нимәләр күрҙегеҙ, ниндәй тойғолар уянды һеҙҙә Салауат йөрөгән ерҙәрҙә йөрөгәндә.

1. Ю.Ләйсән Малаяҙ тураһында һөйләй.Экранда музейҙа төшөргән фотолар күрһәтелә.

- Ни өсөн музейҙың тышҡы яғында бөркөт, ат һындары ҡуйылған икән? (сөнки ир-егетте, батырҙы атһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ат тоғро дуҫ, яуҙаш. Бөркөт – Салауат бәләкәй сағынан ҡулына бөркөт эйәләтә, уның менән һунарға йөрөй. Шулай уҡ Салауат образын беҙ шул ҡош менән сағыштыра алабыҙ.Ҡыйғыр ҡош кеүек дошман өҫтөнә ябырылған).

2. М. Илгиз Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Янғантау тураһында һөйләй.

3. Ғ.Илсур Әлкә ауылы тураһында һәйләгәс, Ғ.Лиана С.Юлаевтың “Уралым” шиғырын ятҡа һөйләй.

4. Ғ. Рөстәм Салауат мәмерйәһе тураһында һөйләй.

  • Рәхмәт, уҡыусылар. Салауаттың тотолғандан һуңғы яҙмышы тураһында ниҙәр беләһегеҙ? (Юлай менән Салауатты Ырымбур, Өфө,Ҡазан, Мәскәү ҡалалары араһында йөрөтөп, яуға күтәргән ауылдарға алып барып, 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырып, Нөркә ауылында ҡолаҡтарын, танауҙарын ҡырҡып, 1775 йылдың 2 октябрендә Рогервик крепосына (хәҙерге Палдиски ҡалаһы) мәңгелек һөргөнгә ебәрәләр).
  • Халыҡ ижадында С.Юлаев төрлө яҡлап һүрәтләнә. Ул ҡыйыу яугир-егет, яу батыры, халҡының яҙмышы хаҡында тәрән уйланған кеше, тәбиғәтте һәм сәнғәтте яратҡан хыялға бай шағир.

   Салауат халыҡҡа таяна, халыҡ Салауатҡа. Әйтерһең дә улар бер бөтөн, Салауат бөтә талаптарға тап килә. Һәм ул халыҡтың идеялына әйләнеп китә.

   Уның Бүгәсәү яуына барып ҡушылғас, һөйләгән телмәре, шулай уҡ шиғырҙары аша уны оратор, психолог тип әйтергәбуламы?

Артабан А.П.Лежневтың “Салауатты тотоу” картинаһын ҡарайыҡ.

-Кем үҙәктә?

-Уның йөҙө ниндәй?(нәфрәт тулы)

-Йылдың ниндәй миҙгеле һүрәтләнгән?

-Ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итә?(һалҡын)

-Һалдаттар нисек төшөрөлгән?(ҡаты тарихи дөрөҫлөк)

-Уларҙың һаны, ҡоралдары тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?(ҡамау,тотоу)

-Һуңғы моментта Салауат ни эшләй?(һәр ваҡыт һуңғы сара ҡала – бирелергәме йә һуғышырғамы)

А.А.Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһын ҡарау.

          -Ниңә ҡараңғы фон алынған?

          -Ҡара, ҡыҙыл төҫ менән нимә бәйле?(ҡан төҫө; алда Салауатты ҡаты яза көтә; уны ут менән ҡурҡытып, енәйәтен танытмаҡ булалар)

          -Һорау алыу үткәреү урыны ҡайҙа?(подвалда)

          - Ниңә Салауаттан дүрт кеше һорау ала?(уларҙың Сал. алдында көсһөҙлөгөн күрһәтә)

          - Улар үҙҙәрен нисек тота? (үҙ-үҙҙәренә ныҡ ышанып, оятһыҙҙар, уларға хәҙер бер ниндәй ҡурҡыныс янамай)

          - Салауат эше буйынса һорау алыуҙар күпме барған икән?(өҫ кейеменә ҡарап әйтеп була: яра юҡ, язаланған урыны юҡ)

          - Сал. үҙен нисек тота? (Дошман ҡамауында һүрәтләнгән.Киң яурынлы, үткер ҡарашлы булыуы уның көслөлөгөн күрһәтә. Күҙ ҡараштары үткер. Янып торған күҙҙәрендә дошманға нәфрәте асыҡ сағыла)

          - Сал. бында ниндәй – еңелгәнме, әллә, киреһенсә, еңгән кеше кеүекме?

          - Был турала нимә әйтә? (Ғорур күтәрелгән башы, төҙ ҡиәфәте. Тотолған, әммә еңелмәгән. Күҙҙәрендә бәҫен төшөрмәй һәм дәрәжәһен белеп, үҙен ҡыйыу тота. Әйтерһең дә Салауат беҙгә өндәшкән кеүек.) Ул беҙҙән нимә һорарға мөмкин?

Артабан Р.У.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр” (“Непокоренная волна”) картинаһын ҡарау.

Уҡытыусы 6 кластың дәреслегенән Сабир Шариповтың “Яҙмыш менән алыш” әҫәренән өҙөк уҡый. Шунан Ф.Гөлдәниә алға сығып М.Ямалетдиновтың шиғырын ятҡа һөйләй.

Балтикала тулҡын ҡоторғанда –

Гүйә, үрәпсегән аҫау ат –

Тулҡын – арғымаҡҡа һикереп менмәй

Нисек түҙҙе икән Салауат?

Ер йәшәреп, донъя йәмләнгәндә,

Кәкүк саҡырғанда тәүге ҡат,

Өҙөлөп-өҙөлөп ҡурай тарта алмай

Нисек түҙҙе икән Салауат?

Ҡиблаларға ҡарап, эркелешеп,

Ҡоштар үткән саҡта һауалап,

Илен һағынып йырҙар яҙа алмай

Нисек түҙҙе икән Салауат?

Ғәҙеллеккә ҡаршы ҡара золом

Иғлан иткән саҡта ғазауат,

Бығау менән ерҙе яра һуҡмай

Нисек түҙҙе икән Салауат?

- “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”.-тибеҙ. Салауат образын халыҡ нисек мәңгелләштерергә теләгән? ( С.Ю. ис. премия; ҡала, район, совхоз, колхоз, теплоход, урамдар, кинотеатр, һәйкәлдәр, хоккей командаһы; музей, Әлкә ауыл –филиалы, Палдискиҙа бюсы, музейы, урамы, гимназиялар бар; гербта)

- Герб- башҡорт хөкүмәтенең тамғаһы. Башҡорт икәнен беләләр.Символика, билдәһе. Тимәк, гербта күрһәтелеүе уны тағы ла юғары күтәрә, исемен мәңгелләштерә.

         Ер-һыу атамаларына килгәндә, беҙҙең күрше Белорет районында “Пугачев һәм Салауат ташы” бар. Имеш, ҡасандыр шул урынға баҫып Пугачев менән Салауат үҙ ғәскәренә юл һайлап торған. Учалы р-ң Науырыҙ ауылы эргәһендә Пугачев тауы бар.

- Ул үҙенең быуынын, замандаштарын нимәһе менән уҙҙырған? (Аҡылы менән; ул йондоҙ, ҡараңғы күк йөҙөндә яҡты йондоҙ. Хатта эстондар ҙа Салауатҡа һоҡланғандар, хөрмәт менән ҡарайҙар, сөнки уларҙа ысын булған ғорурланырлыҡ ундай батырҙары юҡ)

Салауаттың ярһыу атын

Уҙыр батырҙар тыуһын.

                                             Салауаттың утлы рухы

   Йәш күңелдәргә тулһын!

- Кемдәр улар ярһыу атты уҙыр батырҙар?

- “Салауаттың утлы рухы

   Йәш күңелдәргә тулһын!” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ.

lll. Йомғаҡлау.

- Эйе, ул батырҙар – һеҙ, Яңы Башҡортостандың яңы граждандары, Салауат Юлаевтың эшен, юлын дауам итеүселәр. Һеҙгә мөрәжәғәт итеп, тәүге президентыбыҙ Мортаза Рәхимов “Яңы Башҡортостандың яңы гражданы” тигән сығышында былай тигәйне:  “… Яңы Башҡортостандың яңы гражданы… батырыбыҙға, тарихыбыҙға битараф булырға тейеш түгел”.

    Һәр милләттең алға әйҙәп торған идеалы булырға тейеш. Уның йөҙөн билдәләүсе идеалы. Шундай шәхес булып тора Салауат. Әһәмиәтле дошманды башҡорт яңғыҙы ғына еңә алмай, ә рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар менән еңеүгә ирешеп була икәнлеген, берҙәмлекте аңлаған Салауат. Шуға символ булып тора.

          Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим әйткән бит: “Ә бит асылда һәр башҡорт:”Мин милләттең ҡеүәтен, абруйын һаҡлайым. Мин уның ышанысы һәм таянысы. Мин – суверенлы Башҡортостандың ышанысы һәм таянысы…”- тип үҙен раҫларға тейеш”. Ошо һүҙҙәр һәр кем өсөн йәшәү мәғәнәһенә әйләнһә ине. Шуға мин һәр берегеҙ өсөн был һүҙҙәрҙең тормошта маяҡ, ориентир булып тороуын теләйем.

lV.Өйгә эш.  Уҡыусылар, бөгөн яһаған сығыштарығыҙҙы “биш”кә баһалайым, һеҙгә өйҙә шул эштәрегеҙҙе фотолар менән биҙәп, буклеттар эшләп килтереп тапшырырға ҡалды.

Уҡыусыларҙың сығышы.

   Беҙ Малаяҙ ауылына килеп кергәс тә, уның матурлығына, таҙалығына хайран ҡалдыҡ. Музей алдында күмәкләп фотоға төштөк. Бында ҡуланан (бронзанан) ҡойолған алты фигура тора. Улар “Көрәш”, “Оран”, “Саҡырыу”, “Иреклек”, “Хушлашыу”, “Йыр”, “Хәтер”(“Память”) символы булып торалар. Шулай уҡ ат, бөркөт һындары бар.

   Музей алты өлөштән тора. Ул Халыҡ музейы нигеҙендә 1987 йылда ойошторолған. Унда 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы этаптарын сағылдырыусы документаль материалдар тупланған.

   Тарихи ҡомартҡылар – риүәйәттәр буйынса Салауаттыҡы тип һаналған эйәр һәм ҡылыс. 1773 – 1775 йылдарҙа булған һуғышты тасуирлаған экспонаттар, һүрәттәр күп. Яугирҙарҙы һынландырғандар. Салауат йәшәгән Тәкәй ауылы төшөрөлгән һүрәт. Бында рәссам Салауат йәшәгән ауылдың ысынында ҡайһы тирәлә ултырғанлығын әйтеп бирә.

   Башҡорттарҙың тормош – көнкүреше һүрәтләнгән тирмә эсе, әйберҙәр, эш ҡоралдары, һауыт – һаба, Салауаттың тормошо хаҡында документтар һәм архив материалдар.

   Шулай уҡ музейҙа диңгеҙ экспонаттары ла бар. Был экспонаттарҙы бер нисә йыл дауамында йыйып, һуңынан музейға тапшырған моряктар собраниеһы секретары Ахунов үҙе Салауат районыныҡы.

   Артабан беҙ Ҡорғаҙаҡҡа юл тоттоҡ. Тәүҙә Р.Ғарипов маҡтап йырлаған  Йүрүҙән буйында ултырып туйынып алдыҡ. Йүрүҙәнде арҡырыһынан буйына кисеп сыҡтыҡ. Бәлки, ҡасандыр Салауат дошмандан ҡасып аты менән Йүрүҙәнде кисеп сыҡҡанда йылға тәрән булғандыр, әммә бөгөнгө көндә ул һайығайғандан- һайығая.

   Ниһәйәт, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе. Көндөң эҫелегенән, автобуста йонсоп барыуҙан арып Ҡорғаҙаҡҡа ябырылдыҡ. Эй һыуының һалҡынлығы,эй һыуының тәмлелеге! Һыуының дауаһы тураһында алтаҡтала яҙып ҡуйылған. Бында Менделеев таблицаһындағы бөтә төр химик элементтар бар икән. Ысынлап та нимәһенә иғтибар иттек – һыу иҫкермәй, ниндәй эҫе көндө лә температураһы үҙгәрмәй, бер t – ла ҡала.

   Алыҫ түгел “Янғантау” шифаханаһы бар. Әҙәбиәттә Янғантау тураһындағы тәүге мәғлүмәт Петр Симон Палластың  1773 йылда яҙылған “Рәсәй империяһы провинциялары буйлап сәйәхәт” тигән китабында бирелә. “Из открытых трещин (расселин) поднимается беспрестанно тонкий, против солнца дрожащий жаркий пар, к которому рукой прикоснуться невозможно; брошенные же туда березовая кора или сухие щепы в одну минуту пламенем загорались, в плохую погоду и в теплые ночи кажется он тонким красным пламенем или огненным паром на несколько аршин вышиной”,-тип яҙа ул.

   Янғантауҙа бөтә тәбиғәттең матурлығы ер-әсәнән. Таҙа, саф һауа, иҫ киткес гүзәл тәбиғәт.

   Артабан беҙ Әлкә ауылына юл тоттоҡ. Әлкә ауылы бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, өс ҡатлы мәктәбе менән дан тота. Бында яҡын-тирәнән килеп интернатта ятып уҡыйҙар икән. Бында шулай уҡ Салауат Юлаевтың мемориаль музейы бүлеге - Әлкә урта мәктәбенең этнография музейы бар. Был бүлек 2003 йылда асылған.

   Шайтан –Көҙөй ырыуына ете ауыл: Иҙрис, Йонос, Миндеш, Мусабай, Шағанай, Әлкә, Яхъя ауылдары инә. Ете ауылдың атаһы Дөрмән Шайтан булған. Дөрмән Шайтандың ҡыҙы – Гөлбикә, Гөлбикәнең ире - Әлкә. Гөлбикә шишмәһе лә бар, Әлкә ауылы халҡы гөрләтеп донъя көтә. Тимәк, тормош дауам итә, тоҡомдарың йәшәй, үрсей, Салауат! Улар ихлас, ҡунаҡсыл.

   Бына Салауаттың тыуып- үҫкән төйәге – элекке Тәкәй ауылы ултырған изге урын. Тәкәй ауылы Һарыҡондоҙ йылғаһының Көҫкөндөгә ҡойған тәңгәлендә урынлашҡан булған. Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң Екатеринаның бойороғо буйынса Тәкәй яндырыла, ере һөрөп ҡуйыла. Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң шулай уҡ Мрат, Аҙналы, Йортбикә ауылдары яндырыла.

   Тәкәй ауылы эргәһендә 1991 йылда обелиск ҡуйыла. Ул 1997 йылда “Тәкәй ауылы урыны” һәм “Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли геройы” тип яҙылған мәрмәр стелла менән алмаштырыла. Музейҙа күргән картина буйынса беҙ Салауаттың ауылының ысынбарлыҡта бер аҙ түбәнерәк ултырғанын бепдек. Быны Әлкә мәктәбенең тарих уҡытыусыһы ла иҫбатланы.

   Тағы ҡыуандырғаны – беҙ килеп төшкәндә бында беҙҙән алдараҡ килгән ҡунаҡтар бар ине. Улар Өфө ҡалаһынан килгән билдәле шәхестәр: Т.Ғарипова, Ә.Сөләймәновтар ине. Т.Ғарипова беҙҙе күргәс: ”Шунда уҡ былар учалылар тип уйланым да инде, сөнки бында күбеһенсә учалылар килә”,- тип ҡыуанып килеп күреште. Улар Малаяҙға Байыҡ сәсәндең тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған конференцияға килгәндәр икән.

   Ниндәй матур был яҡтар! Һәм ошо матурлыҡты данлаған да инде үҙенең шиғырҙарында легендар Салауат Юлаев.

Артабан юлыбыҙ Иҙрис ауылы эргәһендә йәмле Йүрүҙән ярында урынлашҡан Салауат мәмерйәһенә ята. Уны Иҙрис ауылына яҡын булғаны өсөн Иҙрис мәмерйәһе тип әйтәләр. Был мәмерйә хаҡында тәүге мәғлүмәт 1770 йылда Санкт- Петербургтағы фәндәр академияһының экспедиция етәксеһе, географ һәм сәйәхәтсе Петр Паллас тарафынан билдәле. Ә дүрт йылдан һуң 1774 йылда был мәмерйәлә Салауат Юлаев бер төркөм яуҙаштары менән йәшеренеп ята. Был хаҡта бик күп мәғлүмәттәр аша беләбеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 нче дәрестә әдәбият дәресе конспекты

“ҖИКТЕРЕП  ПАР АТ, КАЗАНГА ТУП – ТУРЫ КИТТЕМ КАРАП”...

Географиядән дәрестән тыш чара эшкәртмәсе. "Күп белергә теләсәң"

Әлеге кичә  эшкәртмәсе 6-7 нче сыйныф укучылары өчен төзелде....

"Сәламәтлек театры" Дәрестән тыш чара (эшчәнлек)

Дәрестән тыш эшчәнлеккә менә дигән чара!...

Дәрестә куллану өчен карточкалар.

Индивидуаль эшне оештыру өчен карточкалар....

Тарих, җәмгыять белеме дәресләрендә, туган якны өйрәнү, дәрестән тыш эшчәнлектә укучыларда толерант аң формалаштыру.

Опыт работы по воспитанию толерантности на уроках истории и обществознания (на татарском языке)...

Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану.

Ризаэддин Фәхреддин мирасын дәрестә һәм дәрестән тыш чараларда куллану....

Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгыш

Сез дә ФДББС сыйныфларында эшлисезме? Проектлар эшләү сезнең өчен дә әһәмиятлеме? Дәрестә һәм дәрестән тыш эшчәнлектә проект эшчәнлеген куллану тәҗрибәсеннән чыгышымны тәкъдим итәм....


 

Комментарии

Шарипова Айгуль Минивасильевна

Зөлфиә Рәвиловна, ҙур рәхмәт һеҙгә Салауат Юлаев хаҡында дәрес эшкәртмәһенә. Бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Бәлки иҫләйһеңдер ҙә 2009 йылда бергә конкурста ҡатнашҡайныҡ.