рабочая программа 5 класс по башкирскому языку
рабочая программа (5 класс) по теме

Шарипова Гулима Равиловна

составлена с учетом ФГОС

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_klass_tel_hm_zbit.docx65.94 КБ

Предварительный просмотр:

 

  • Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
  • Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
  • Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.

Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.

Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.

Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.

Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.

Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.

Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.

Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.

Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.

Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.

Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.

Әҙәби темалар.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.

Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.

Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири

уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).

Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.

«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма.

Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.

Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.

Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле.

Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.

Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.

Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.

А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.

Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.

Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

  • Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
  • Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
  • Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
  • Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  • 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  • Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

        -  Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;

  • Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
  • Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  • Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

      -Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

-Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

-Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

контроль күсереп яҙыу – 1,

һорауҙарға яуап – 1,

диктант – 4,

изложение – 1;

инша – 3

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш

                                                               


Календарь –тематик планлаштырыу

5 класс, йылына -  68 сәғәт

Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән

Тема

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмәләр

планл.

үткәрел.

1

Башкорт теленен үҙенсәлекле өндәре

05.09

2

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре

06.09

3

Башҡорт теленең тартынкы өндәре. Күнегеүҙәр.

12.09

4

Башҡорт теленең Һуҙынҡы өндәре. Башҡорт телендә ижек Күнегеүҙәр.

13.09

5

Йыл башында үткәрелә торған контроль диктант. Каникулда.

19.09

6

Хаталар өҫтөндә эш Синонимдар тураһында төшөнсә. Күнегеүҙәр.

20.09

7

Антонимдар тураһында төшөнсә. Күнегеүҙәр.

26.09

8

Омонидар тураһында төшөнсә. Күнегеүҙәр.

27.09

9

Синоноимдар. Антонимдар. Омонимдар.

03.10

10

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

04.10

11

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

10.10

12

Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

17.10

13

Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше

18.10

14

Алмаш. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

24.10

15

 Күсереп яҙыу. « Минең дуҫым »

25.10

16

 Хаталар өҫтөндә эш.Эйәлек алмаштары.

07.11

17

Эйәлек алмаштары.

08.11

18

 Күнегеүҙәр.

14.11

19

Башҡорт телендә ғ, һ, ң, ҫ тартынҡыларының урыны.

15.11

20

Ижек. Күнегеүҙәр.

21.11

21

Ижек. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү.

22.11

22

Н һәм ҫ хәрефтәренен урыны.

28.11

23

Мәҡәлдәр. Күнегеүҙәр.

29.11

24

Күнегеүҙәр.

05.12

25

Баҫым.

06.12

26

Баҫымлы һәм баҫымһыҙ өндөң әйтелеше.

12.12

27

Баҫым. Күнегеүҙәр.

13.12

28

Рус һәм башҡорт телендә баҫым.

19.12

29

 Контроль диктант.

 Тәбиғәтте һаҡлайыҡ

20.12

30

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

26.12

31

Башҡорт телендә ҡайһы хәрефтәрҙең ҡулланылмауы

27.12

32

Е хәрефенең әйтелеше менән яҙылышын сағыштырыу.

16.01

33

У,ү,в хәрефтәрен белдергән өндәр.

17.01

34

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Күнегеүҙәр.

23.01

35

 Күнегеүҙәр. Минең ғаиләм.

24.01

36

Һүҙьяһалыш.

30.01

37

Тамырҙаш  һүҙҙәр.

31.01

38

Күнегеүҙәр.

06.02

39

Һорауҙарға яуаптар.

Минең ғаиләм. Тамырҙаш һүҙҙәр. 

07.02

40

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

13.02

41

Ҡушма һүҙҙәр.

14.02

42

Ҡушма һүҙҙәр. Күнегеүҙәр.

20.02

43

Үҙләштерелгән һүҙҙәр.

21.02

44

Үҙләштерелгән һүҙҙәр. Күнегеүҙәр.

27.02

45

Синонимдар.

28.02

46

Омоним.

06.03

47

Синоним. Омоним. Күнегеүҙәр.

07.03

48

Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы.

13.03

49

Парлы һүҙҙәрҙең үҙенсәлектәре.

14.03

50

Күнегеүҙәр.

20.03

51

Диктант.

Көләс булһын әсәйҙәр.

21.03

52

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

03.04

53

Фразеологик берәмектәр.

04.04

54

Фразеологик берәмектәр. Күнегеүҙәр.

10.04

55

Ҡылым.

11.04

56

Ҡылымдарҙың ҡулланылышы.

17.04

57

Ҡылым. Күнегеүҙәр.

18.04

58

Ҡылымдарҙы ҡабатлау.

24.04

59

Сифат.

25.04

60

Сифат. Күнегеүҙәр.

02.05

61

Һан.

08.05

62

Һан. Күнегеүҙәр.

15.05

63

Контроль диктант.

Муйыл.

16.05

64

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр.

22.05

65

Һөйләм.

23.05

66

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

25.05

67

Ҡабатлау.

28.05

68

Йомғаҡлау.

30.05

                                                             


Календарь –тематик планлаштырыу

5 класс, йылына -  68 сәғәт

Аҙнаға 2 сәғәт иҫәбенән

Тема

Дата

Иҫкәрмәләр

Планлаш.

Үткәрелгән

1

С.Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

02.09

2

Б.Бикбай. Туған тел.

05.09

3

“Әминбәк” әкиәте. Әкиәт  тураһында төшөнсә.

09.09

4

“Әминбәк” әкиәте. Әминбәктең  һынауҙар үткәне.

12.09

5

Б.Ноғоманов.

  “Йәнбикә менән Көҙбикә”

16.09

6

Һорауҙарға яуаптар.

К.Кинйәбулатова. Көҙ еткәс.

19.09

7

Хаталар өҫтөндә эш.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.

23.09

8

А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.

26.09

9

Тыуған ер. Ҡобайыр

30.09

10

Р.Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары.

03.10

11

А.Йәғәфәрова. Дуслык менән шаярмайҙар

07.10

12

Д.Бураҡаев. Урал  тауҙары

10.10

13

Т.Ғәниева. Уралиә тигән ил.

14.10

14

Ф.Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан.

17.10

15

М. Кәрим. Сыйырсык балаһы

21.10

16

Ә.Вәхитов.

 Аҡһаҡал аманаты

24.10

16

Инша.  Көҙ.

28.10

17

Хаталар өҫтөндә эш.Ф.Иҫәнғолов. Хәмит күпере.

05.11

18

Ф.Иҫәнғолов.  Йылмайыу.

07.11

19

Ф.Иҫәнғолов. Йылмайыу.Аҡыл эйәһе һәм ҡарт.

11.11

20

Ф.Иҫәнғолов. Йылмайыу. Йылмайыуҙың  хаҡы.

14.11

21

Р.Ғарипов. Алма.

18.11

22

С.Әлибаев. Ҡыш.

21.11

23

Н.Мусин. Ҡоралайҙар.

25.11

24

В.Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда.

28.11

25

М.Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. Әлфиә.

02.12

26

Изложение.   Әсә йыры.

05.12

27

Башҡорт халыҡ ижады. Аҡъял батыр.

09.12

28

Аҡъял батыр әкиәте.

12.12

29

Йомаҡтар. Мәҡәлдәр.

16.12

30

Башҡорт халыҡ йырҙары. Таҡмаҡтар.

19.12

31

Р.Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң.

23.12

32

Инша.   Ҡыш.

26.12

33

Хаталар өҫтөндә эш.

Ф.Туғыҙбаева. Яңы күлдәк.

30.12

34

Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән.

16.01

35

Ҡәмән менән Сәмәндең картуф артынан барыуҙары.

20.01

36

Д.Бүләков. Яралы китап.

23.01

37

Ғ.Рамазанов. Ағайым хаты.

27.01

38

Ә.Вәхитов. Өс бөртөк бойҙай.

30.01

39

М.Кәрим. Дан кәпәс түгел.

03.02

40

Н.Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

06.02

41

Н.Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

10.02

42

Хикәйә тураһында төшөнсә. Ә.Әминев. Әсикмәк.

13.02

43

Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы.  К.Кинйәбулатова  Әсә күңеле.

17.02

44

Әсә йөрәге. Ҡобайыр.

20.02

45

Ғ.Аллаяров. Таҫтамал.

24.02

46

Р.Назаров. Яҙ килә.

27.02

47

З.Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ.

03.03

48

С.Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән?

06.03

49

М.Кәрим. Һеңлемдең төшө.

10.03

50

Р.Ғарипов.Торналар. Һабантурғай.

13.03

51

Йәнләндереү тураһында төшөнсә. Айыу менән бал ҡорттары.

17.03

52

Инша.  Яҙ килә.

20.03

53

Б.Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу.

03.04

54

Ғ.Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

07.04

55

Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

10.04

56

М.Кәрим. Өс таған(повестан өҙөк).

14.04

57

А.Игебаев. Еңеү көнө.

17.04

58

 Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан!

21.04

59

К.Мәргән. Ҡурайсының үлеме.

24.04

60

В. Исхаҡов. Миҙал  һәм малай.

28.04

61

Р.Назаров. тракторсы йыры.

05.05

62

З.Хисмәтуллин. Урман ҡунағы.

08.05

63

С. Агиш. Турыҡай.

12.05

64

Мәҫәл  һәм аллегория тураһында төшөнсә.

 М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған.

15.05

65

С.Муллабаев. Йомарт йәй.

19.05

66

Б. Рафиков Йондоҙ һанаусы малай.

22.05

67

 Йомғаҡлау.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һорауҙарға яуаптар.

26.05

68

Хаталар  өҫтөндә эш.Йомғаҡлау.

29.05

Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

  • Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
  • 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

  • Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2008
  • Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.
  • Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  • Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».
  • Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...