рабочая программа по родному башкирскому языку
рабочая программа (7 класс) по теме

см.вложение

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon poyasnitelnaya_zapiska_7kl.doc285.5 КБ

Предварительный просмотр:

2.Аңлатма яҙыу

2.1. Норматив хоҡуҡи документтар

    7  класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы Тикеев Д.С.,Хажин В.И., Толомбаев Х.А.,Вилданов, Ә.Х.,Дәүләтшина, М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә. авторлығында  төҙөлгән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (2008) нигеҙендә төҙөлгән.                                                              

2.2. Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

     Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты: башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

    Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш  рус телендә алып барыла.

    Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.  

    1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

     Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының   «Мәғариф тураһында» законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә:«Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

  • башҡорт мөхитендә тыуып  үҫкән  һәм башҡорт мәктәбендә  әсә  телендә уҡыған балалар;
  • башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;
  • башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик  күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе  төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

  • Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
  • Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
  • Башҡорт телен  туған теленә таянып өйрәнеү.
  • Башҡорт телен  тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

2.3.Уҡытыуҙың   маҡсаты   һәм  бурыстары.

  • уҡыусыларҙы башҡорт  әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә,йәмәғәт урындарында,хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү;
  • башҡорт теленең фонетик,лексик,грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү;
  • башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы,әҙәби китаптарҙы үҙ-аллы уҡып аңлау  күнекмәләрен биреү;
  • үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу;
  • телде өйрәнеү  барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы,бай мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте,башҡорт йолалары,күренекле шәхестәре,тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу,уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү,башҡорт  халҡына,уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү;
  • бөтә һаналғандарға таянып,рус һәм башҡорт телдәрен,әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә,балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү,уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

2.4.Предметтың  уҡыу планындағы урыны.

Туған  башҡорт  теле һәм әҙәбиәте  предметы 7 класта база  кимәлендә өйрәнелә. 7-се урта  мәктәптең  уҡыу планында  предметҡа аҙнаһына 3сәғәт бүленгән, йылына  102 сәғәт  тура килә.

2.5. Уҡыусыларҙың  әҙерлегенә талаптар.

  • һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.
  • бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;
  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
  • тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү;
  • ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;
  • иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

2.6.Универсаль уҡыу күнекмәләре.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

3.Уҡыу- тематик  планы


п/п

Бүлек  исемлеге, темалар

Сәғәттәр

һаны

Шул  иҫәптән

контроль эштәр

Иҫкәрмә

1.

Халыҡ  ижады  тураһында.

8 сәғәт

1

2.

Риүәйәт  һәм  легендалар

7 сәғәт

1

3.

Йырҙар

5 сәғәт

-

4.

Таҡмаҡтар

2сәғәт

-

5.

Алтын көҙ

4 сәғәт

1

6.

Уҡыу - белем шишмәһе

5 сәғәт

1

7.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек

6 сәғәт

1

8.

Хеҙмәте юҡтың- хөрмәте юҡ

8 сәғәт

1

9.

Башҡортостан-ғәзиз ерем

4сәғәт

1

10.

Ап-аҡ  ҡарҙар яуа

7сәғәт

-

11.

Ил намыҫы - ир күңелендә

11 сәғәт

2

12.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр

6 сәғәт

1

13.

Эх, күңелле яҙ килә!

7 сәғәт

1

14.

Тел - тере шишмә

6 сәғәт

1

15.

Йәмле  йәй

7 сәғәт

-

16.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәнде ҡабатлау

3 сәғәт

-

17.

Морфология  буйынса үтелгәнде  ҡабатлау

6 сәғәт

1

Бөтәһе:

102

13

4. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Әкиәттәр - 8 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легөндалар - 7 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреш        

Йырҙар - 5 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Таҡмаҡтар - 2 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ - 4 сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.  

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Уҡыу - белем шишмәһе - 5 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 6 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 8 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре:  килеш,  һан,  эйәлек  категориялары  менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 4 сәғәт.

Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында   килеүсе   сифат   ҡылымдарҙың   һан,   эйәлек,   килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ карҙар яуа - 7 сәғәт.

К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 11 сәғәт.

Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 6 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Эх, күңелле яҙ килә! - 7 сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Тел - тере шишмә - 6 сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Йәмле йәй - 7 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. (3 сәғәт). 

Морфология буйынса үтелгәндәрҙө ҡабатлауға, бәйләнешле телмәр үҫтереү -6 сәғәт.

Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү.

Изложение, ирекле темаға инша яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү.

Ғариза тураһында төшөнсә, эш ҡағыҙҙарын яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

5.Уҡыусыларҙың  белем  кимәленә талаптар.

Уҡыусылар башҡорт  теле  һәм әҙәбиәтен өйрәнеп,7-се  класта  түбәндәгеләрҙе  белергә тейеш:  

  • өйрәнелгән  материалды анализлай, сағыштыра, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре  буйынса  классификациялай, дөйөмләштерә белергә;
  • предметҡа,күренешкә  ҡарата үҙ фекерен әйтә  һәм уны  иҫбатлай  белергә;
  • әхлаҡи  һәм  эстетик тәрбиә  алырға;
  • туған  телдә дөрөҫ  итеп  аралаша  белергә;
  • башҡорт  теленең фонетик, морфологик,пунктуацион  кимәлен тейешенсә белергә;
  • телмәр  эшмәкәрлегенең яҙма һәм  һөйләү  төрҙәрен тейешенсә белергә;

6.Уҡыу-методик  әсбаптәр  исемлеге.

 Хөснитдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б.,Тикеев Д.С.,Ҡаһарманова Ғ.Ғ. авторлығында рус  мәктәптәренең 7-се  класында  уҡыусы  башҡорт  балалары өсөн  дәреслек (Өфө-2010).

7.Төп  һәм  өҫтәлмә әҙәбиәт исемлеге.

  1. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы
  2. “Башҡортостан” гәзите
  3. “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары
  4. С. Галин “Тел асҡысы халыҡта”, 1999
  5. Башҡорт халыҡ ижады, алтынсы том
  6. Башҡорт халыҡ  йырҙары
  7. УсмановаМ.Ғ.Башҡорт  теле
  8. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  9. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  10. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.
  11. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.
  12. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  13. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш.–Өфө:Эшлекле династия, 2008.

Ҡулланыласаҡ сайттар:

  1. Машинный  фонд башкирского языка;
  2. www.yeshlek.ru;
  3. sarmanai.narod.ru;
  4. asultash.info;
  5. suraman.narod.ru;
  6. skazka.110mb.com;
  7. husainov.com;
  8. www.akmulla.ru;
  9. www.bashskazki.ru;
  10. www.bashklip.ru ;
  11. www.bashkort.com;
  12. www. yeshlek.ru/kitap/;
  13. информационно-образовательный портал.
  14. живой  журнал;
  15. «Остаз.ру»;
  16.  «Башҡортостан  уҡытыусыһы» » журналы сайты, «Ағиҙел» журналы сайты.

8.Программаға  өҫтәмә

7 класс өсөн  календарь-тематик  план

Аҙнаһына- 3сәғәт
бөтәһе – 102 сәғәт

Лексик тема.Грамматик тема

Уҡыусы

өйрәнергә

тейеш

Уҡыусы белергә

тейеш

Үткәреү ваҡыты

план

фактик

Инеш дәрес.Теле  барҙың – иле бар.Фонетика  буйынса үтелгәндәрҙе  ҡабатлау

Фонетика фәненең

нигеҙен,анализ яһай алырға

Ҡобайыр,фольклорҡарһүҙ һүҙҙәренең мәғәнәһен, тел тураһында ирекле һөйләшә алырға

Әкиәттәр  тураһында.Етем  төлкө әкиәте.Һүҙъяһалыш тураһында  үтелгәндәрҙе  ҡабатлау.

Әкиәтте  ролләп  уҡырға  өйрәнергә, аллегория төшөнсәһенең мәғәнәһен төшөнөргә

Тормош-көнкүреш,батман

һүҙҙәренең мәғәнәһен, йөкмәткеһе  буйынса ?-ға яуап  бирә

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола,аллегория  төшөнсәләрен ҡабатлау.Алтын  алма әкиәте

Ижади эшләргә,әкиәт уйлап сығарырға

Көнсөллөк,үңәс, мәйет,бәлтерәп һүҙҙәренең мәғәнәһен,

Эпитет, гипербола,аллегория  төшөнсәләрен

Морфология буйынса үтелгәнде  ҡабатлау.Әбйәлил әкиәте

Һүҙ  төркөмдәрен айыра белергә,исемдәргә морфологик анализ  яһай белергә

Һалабаш,күл эйәһе,таллыҡ һүҙҙәренең мәғәнәһен.

Ижади диктант. Әбйәлил

Тылсымлы  әкиәттәр.Алтын  тамсы

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштерергә,хеҙмәт тураһында фекер алыша белергә

Тамаҡ ялғау,хәлдән тайыу,күҙе шарҙай,мал аҫрау һүҙҙәренең мәғәнәһен

Тормош-көнкүреш  әкиәттәре.Һаранбай  менән Зиннәт ағай әкиәте

Әкиәтте һөйләргә  өйрәнергә

Шатлығы  эсенә һыймай,энәһенән ебенә һүҙҙәренең мәғәнәһен

Әкиәттәр  темаһы  буйынса йомғаҡлау дәресе

Өйрәнелгән әкиәттәрҙең ҡайһытемаға ҡарауын айыра  белергә

Баҙрап,ҡыңғырау һүҙҙәренең мәғәнәһен

Риүәйәттәр  һәм легендалар. Уларҙың  тематик  бүленеше.Ҡылым  тураһында  белешмә

Ҡылымдарҙы һүҙ  төркөмө буйынса айыра  белергә

Сүмес,йәмғеһе,сапсаҡ,ҡулбаш һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Ырым-ышаныу риүәйәттәре. Сыңрау  торна риүәйәте.Үҙ  аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар

Сыңрау торна  риүәйәтенең  йөкмәткеһен өйрәнергә, үҙ аллы һәм  ярҙамсы ҡылымдарҙы айыра  белергә

Аяуһыҙ,ғәскәр һүҙҙәренең мәғәнәһен

Бошман- ҡыпсаҡ  риүәйәте. Ҡылымдарҙың  затлы, затһыҙ, барлыҡ-юҡлыҡ    формалары

Ҡылымдарҙың  затлы, затһыҙ, барлыҡ-юҡлыҡ    формаларын айыра  белергә,уларҙы телмәрҙә  ҡуллана белергә

Теҙ сүкмәй, хыянатсы, йыйын  майҙаны һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Тормош-көнкүреш риүәйәттәре. Ғилмияза  риүәйәте

Ҡуштан,күҙҙән  юғалыу, эҙенә  төшөү

Ҡуштан,күҙҙән  юғалыу, эҙенә  төшөү һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше. Хәбәр  һөйкәлеше  ҡылымдарының  хәҙерге  заманы

Хәбәр  һөйкәлеше    хәҙерге  заман  ҡылымдарын яҙма һәм һөйләү телмәрендә ҡуллана алырға

Хәүеф-хәтәр, тәнҡитләү һүҙҙәренең  мәғәнәһен,ҡылым һөйкәлештәрен

Т.Ү. Кластан  тыш  уҡыу.

Ҡылымдарҙың затлы  формаларының  үҙенсәлектәре

Ҡылымдарҙың  затлы формаларын  айыра белергә

Ҡылымдарҙың затлы  формаларын ҡуллана  белергә

Т.Ү. Изложение

Йырҙар  тураһында  төшөнсә.Тыуған  ил һәм халыҡ  берҙәмлеге  тураһында йырҙар

Уҡылған  йырҙарҙың идея-тематик йөкмәткеһен билдәләй  белергә

Ҡая,төйәк,ҡорбан  булыу,ҡушаҡлап сабыу һүҙҙәренең мәғәнәһен

Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар

Йырҙарҙың   риүәйәттәрен, мәғәнәһен  аңларға

Зар  илау, уҡа ғына

һүҙҙәренең мәғәнәһен

Хәбәр  һөйкәлеше  ҡылымдарының  үткән  заманы

Хәбәр  һөйкәлеше  үткән  заман ҡылымдарын практикала ҡуллана белергә

Шаһитлы,

шаһитһыҙ һүҙҙәренең мәғәнәһен

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Ҡылымдың  категорияларын айыра  белергә

Ҡылымдың зат,заман  категорияларын

Контроль диктант

Хаталар өҫтәндә эш.Контон  башлыҡтары тураһында  йырҙар

Йырҙарҙың  идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлай  белергә

Тәфтиләү, ҡарғыш, алтынланды  яурыны һүҙҙәренең

мәғәнәһен

Ҡатын-ҡыҙ  яҙмышы тураһында  йырҙар

Йырҙарҙың  идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлай  белергә

Ғәзиз  баш,ҡибла

Һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Таҡмаҡтар  тураһында  төшөнсә

Таҡмаҡтарҙың халыҡ ижадындағы  тотҡан  урынын асыҡларға

Бейеү,уйын таҡмаҡтары һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Киләсәк  заман  хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары

Киләсәк  заман  хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын практикала  ҡуллана белергә

Ҡылымдарҙың заман  категорияһын  үҙләштерергә

Алтын көҙ. М.Тажи.Алтын көҙ.Метафора  тураһында  төшөнсә

Метафора төшөнсәһен  аңларға

Шиғырҙы  тасуири уҡый белергә

М.Ғафури. Ҡыр  ҡаҙы.

Уҡылған  әҫәрҙе  анализлай белергә

Дәртләнеү, һоло, тары һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Бойороҡ һөйкәлеше  ҡылымдары

Бойороҡ  һөйкәлеше ҡылымдарын  текстан  дөрөҫ таба алырға

Бойороҡ  һөйкәлеше  ҡылымдары практикала  ҡуллана белергә

Т.Ү.Көҙ  темаһына  әҫәрҙәр уҡыу

Уҡыу-белем  шишмәһе. Р.Байбулатов.Күңел  күҙҙәре

Әҫәр йөкмәткеһен

үҙләштерергә

Меҫкен, һыу кеүек эскән, күңел  төшөнкөлөгө  һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә дуҫлыҡ,тоғролоҡ  темалары

Әҫәрҙең идея-тематик

йөкмәткеһен үҙләштерергә,образдарҙы  баһаларға

Бәхәс,билдә һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Н.Мусин.Тайғаҡ  баҫма.

Хикәйәнең образдарын баһаларға,

әхлаҡи яҡтан анализларға

Әрбәк-һәрбәк, бәкәлгә  һуғыу, аҙапланып  һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең образдар  системаһы.Теләк  һөйкәлеше  ҡылымдары

Теләк  һөйкәлеше  ҡылымдарын практикала ҡулланырға

Ҡуңыс,тир бөрсөктәре  һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Т.Ү Инша. Ысын  дуҫлыҡ

Дуҫлыҡта-берҙәмлек. Б.Бикбай. Рус  теле

Шиғырҙы тасури уҡырға өйрәнергә

Юшатыр, кәләш,шөкөр һүҙҙәренең  мәғәнәһен,яттан белергә

Шарт   һөйкәлеше ҡылымдары

Шарт   һөйкәлеше ҡылымдарын  практикала  ҡулланырға

Ыңғырашыу,йөрәге  яна  һүҙҙәренең  мәғәнәһен,шарт һөйкәлеше ҡылымдарына  миҫалдар килтерә белергә


Ш.Бикҡол.Дуҫлыҡ.М.Кәрим . Миләш

Шиғырҙарҙы анализлай  белергә

Теҙ сүкмә,изге хис,атҡара, мохтаж  һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Р.Бикбаев.Һарыбай

Тасуири уҡырға,әҫәрҙе анализларға

Гәпләште,аласыҡ, тырыз, хәтһеҙ  ара һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең  идея- тематик йөкмәткеһе

Тулы  анализ  бирергә

өйрәнергә

Үрһәләнеү,шөкәтһеҙ,һиҫкәнеү,мөлдөрәп  ҡарау һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Ә.Бикчәнтәев.  Бакенщиктар  илаҡ  булмай.

Аңлы уҡырға,анализларға,әҫәрҙең ыңғай  яҡтарын баһаларға

Ирек ҡуя, бакенщик

һүҙҙәренең  мәғәнәһен,йөкмәткеһен үҙләштерергә

Т.Ү.Изложение

Ижади фекер  йөрөтөргә

Хеҙмәте юҡтың – хөрмәте юҡ. М.Ғафури. Гөлдәр  баҡсаһында.

Тасуири уҡырға өйрәнергә,телмәр күнекмәләрен шымартырға

Йән  шатлана, күҙҙәр  ҡамаша,ҡара эсле, тар күңелле, хаҡһыҙ, саң һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Ж.Кейекбаев. Оморҙаҡ  бабай.

Аңлы уҡырға,уҡығанды  анализларға

Күрән, ғәрлек һүҙҙәренең  мәғәнәһен,йөкмәткеһен үҙләштерергә

Хикәйәнең идея-тематик  йөкмәткеһе. Ҡылым  төркөмсәләре.

Ҡылым төркөмсәләре  

төшөнсәһен аңларға

Ҡуш күренә,тишек ут,  баҙлай һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Исем  ҡылым. Исем ҡылымдарҙың  яһалышы

Исем  ҡылымдарҙың үҙенсәлектәрен таба белергә

Исем ҡылымдарҙы телмәрҙә билдәләй белергә

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ж.Кейекбаев. Туғандар  һәм  таныштар

Әҫәрҙе  анализларға

Әхирәт, аршын, һөбә, ҡолға, камзул,тай- тулаҡ

һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Контроль  диктант.

Әҙәбиәт  теорияһы.Герой  тураһында  төшөнсә.Уртаҡ ҡылым

Уртаҡ  ҡылымдарҙы танып белергә.

Аяғына  һыу  төшөр,кешенең аты  уҙғансы, үҙеңдең  тайың  уҙһын

һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Башҡортостан-ғәзиз  ерем. Сифат  ҡылым.Үткән  заман  сифат  ҡылым

Сифат ҡылымдарҙы танып  белергә

Үткән  заман  сифат  ҡылымдарҙы  практикала ҡуллана белергә

Ә.Үтәбай.

Башҡортостан.

Шиғырҙы анализлай  белергә,тасуири уҡырға

Ерһенеү,илһенеү, йән  тетрәткес һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Хәҙерге  заман сифат  ҡылым.

Хәҙерге заман  ҡылымдарын телмәрҙә дөрөҫ  ҡуллана белергә

Хәҙерге  заман сифат  ҡылымдарын  практикала ҡуллана  белергә

Киләсәк  заман  сифат  ҡылым

Киләсәк  заман  сифат  ҡылымдарын телмәрҙә дөрөҫ  ҡуллана белергә

Киләсәк  заман  сифат  ҡылымдарын  практикала ҡуллана  белергә

М.Кәрим.Ҡайын  япрағы  тураһында. Ижади  эш.Һорауҙарға  яуаптар.

Ижади фекерләргә өйрәнергә

Көйҙөрмәк, өммәт, ҡаһарман һүҙҙәренең  мәғәнәһен,шиғырҙы  яттан һөйләргә

Ап-аҡ  ҡарҙар  яуа. К.Кинйәбулатова

Һаумы  аҡ  ҡыш

Шиғырҙарҙы  тасуири  уҡырға.Автор тураһында мәғлүмәтле  булырға

 Сынығыу, ҡырыҫ һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Хәл  ҡылым.Уның яһалышы.

Хәл  ҡылымдарҙы  яһарға өйрәнергә

Хәл  ҡылымдарҙы  практикала  ҡуллана  белергә

Хәл  ҡылымдың  төрҙәре.

Хәл  ҡылымдың төрҙәрен айырырға  өйрәнергә

Ат йөҙҙөрөү, яҫма

һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Яҙма эш. Хәл ҡылымдарҙы  өйрәнеү  буйынса

Хәл ҡылымдарҙы  үҙ-аллы  практикала  ҡуллана белергә

Ә.Әһлиуллин. Биҙәкле  сана.

Әҫәр  йөкмәткеһен анализлай белергә

Бишмәт,тула  ойоҡ, мыҫҡал һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә  дуҫлыҡ, татыулыҡ  мотивы.

Образдарға  ҡылыҡһырлама бирергә

Көйәнтә, йыла, сана үрсәһе, сабата,сәкмән,

киндер, ситән

Т.Ү.Кластан  тыш  уҡыу.Ҡыш  темаһына шиғырҙар  уҡыу

Телмәр байытырға, ижади фекерләргә

Уҡылғанды  аңлата  белергә

Ил  намыҫы – ир күңелендә. Р.Шәкүр.Һаҡта  тора  илдең  улдары

Тема буйынса фекер алышырға

Ҡыйғыр, имен-аман һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Ф.Аҡбулатова. Атай  икмәге.

Йөкмәткеһен үҙләштерергә

Ҡаҙ  тәпәйе,туҫтаҡ һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә  Ватан  һуғышы темаһы

Уҡылғанды  аңлай  белергә

гонаһ һүҙенең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең  идея-тематик  йөкмәткеһе

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Йөкмәткеһен  һөйләй  белергә

Рәүеш.Рәүештәрҙең белдергән  мәғәнәһе.

Рәүеште  аңлатҡан  һүҙҙәрҙе  таный  белергә 

Йөҙ түбән, байтаҡ,юрамал һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Һайланма  диктант

Ижади фекерләргә

В.Исхаҡов.Кеше  күңеле – тәрән  даръя.

Әҫәр йөкмәткеһен үҙләштерергә

Иңрәп  ятҡан, күҙҙәрҙе тазырайтып һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә  һуғыш осоронда тылдағы  халыҡтың  тормошо

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Туйыралыҡ, ябалаҡ,бауыр киҫәгем һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Рәүеш  дәрәжәләре, рәүеш  төркөмсәләре

Рәүеш  дәрәжәләре, рәүеш  төркөмсәләрен  айырырға  өйрәнеү

Баштан-аяҡ,әрәмгә, һыбай, бишләтә, ифрат, ғәжәп һүҙҙәренең  мәғәнәһен

А.Баһуманов.Ҡайҙа  һин,генерал?


Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Тоҫмаллап,салғый, пәйҙә  булыу,һоноу һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Рәүештәрҙең яһалышы

Рәүештәрҙе  яһай , практикала  ҡуллана  белергә

Урыҡ-һурыҡ,илке-һалҡы,һирәк-мирәк

һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.  Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр. Г.Юнысова. Әсәйҙәр байрамы.

Автор тураһында белешмә табырға, үҙ-аллы  эшләргә өйрәнергә

Нәфис,ҡәҙер һүҙҙәренең  мәғәнәһен, уҡылғанды  аңлата  белергә

Контроль диктант

Хаталар өҫтөндә  эш.Ф.Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ  май.

Әҫәр йөкмәткеһен үҙләштерә белергә

Билсән, төпрә, тасҡау һүҙҙәренең  мәғәнәһен, образдарға характеристика бирергә

Теркәүестәр.

Ә.Бикчәнтәев.    Яраланған бүре күҙҙәре.

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Бисара,ҡуйын дәфтәре, аймылыш,үҙәгем өҙөлөп китте һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Г.Яҡупова.Мейес әбей.

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Йөкмәткеһен план буйынса һөйләй белергә

Кластан тыш уҡыу

Үҙ-аллы фекер алырға

Уҡылғанды һөйләй белергә

Эх,күңелле яҙ килә!Р.Ниғмәти.Яҙ килде.

Автор тураһында өҫтәлмә белешмә табырға  өйрәнергә,үҙ фекереңдеәйтергә өйрәнергә

Тәрән һулыш, киң күкрәк, шөңгөр һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Т.Ү. Инша. Шаулап-гөрләп яҙ килә.

Ижади фекерләргә өйрәнергә

Һ.Дәүләтшина. Айбикә.

Уҡылғанды планлаштырырға өйрәнергә

Иҫәңгерәтә, ойотто, эркет һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә ҡатын- ҡыҙҙың  рухи  үҫеше.

Әҫәрҙең  идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

Образдарға характеристика  бирә белергә

Бәйләүестәр

Телмәрҙә ярҙамсы һүҙҙәрҙе билдәләргә өйрәнергә

Бәйләүестәрҙе телмәрҙә  ҡуллана  белергә

Бәйләүестәрҙең  бүленеше

Бәйләүестәрҙе  төркөмдәргә  бүлергә  өйрәнергә

Бәйләүестәрҙе яҙма телмәрҙә  ҡуллана  белергә

Бәйләнешле телмәр  үҫтереү.Кластан тыш  уҡыу

Үҙ-аллы фекер йөрөтөргә  өйрәнеү

Уҡылғандың  йөкмәткеһен һөйләргә  өйрәнергә

Тел-тере шишмә. Ҡ.Аралбай. Башҡорт  теле.

Туған  тел тураһында фекер йөрөтөргә

Телгә  йоҡмаҫ, төйнәлгән тел,  нарыҡланыу һүҙҙәренең  мәғәнәһен

М.Кәрим.Оҙон-Оҙаҡ бала  саҡ.

Әҫәр йөкмәткеһе  буйынса  план  төҙөргә

Йөкмәткеһен һөйләй белергә Ғәмәл,донъя тотҡаһы һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә  әҙәп-әхлаҡ  мәсьәләләре

Кендек, Оло инәй образдарына характеристика бирергә өйрәнергә

Нахаҡ,ҡыҫтау һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең идея- тематик   йөкмәткеһе

Йөкмәткеһе буйынса ?-ға яуап  бирергә өйрәнергә  

Мәзин, аҙан,һыҡмыр

һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙә Оло инәй, Кендек  образдары

Йөкмәткеһен  анализлай  белергә

Олаға, нуҡта, күпкәк һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Т.Ү.Изложение

Ижади  фекерләргә

Киҫәксәләр, уларҙың  бүленеше.

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе өйрәнеү

Ярҙамсы һүҙҙәрҙе практикала ҡуллана  белергә

Йәмле  йәй. М.Ғафури. Болон. Мөнәсәбәт  һүҙҙәр.

Автор  тураһында үҙ-аллы  белем  алырға  өйрәнергә

Мөнәсәбәт  һүҙҙәрҙе  практикала ҡуллана

белергә

Х.Назар.Йәйге йәшен.Ымлыҡтар

Ымлыҡтарҙы  яҙма  телмәрҙә ҡулланырға

өйрәнергә

Иҙрәп, ыуыҙ,  семәрләй, салыш-солош һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Аңлатмалы  диктант

Ымлыҡтарҙы дөрөҫ яҙырға өйрәнергә

Ымлыҡтарҙың  яҙылышын  белергә

Н.Игеҙйәнова.Өйөрөлмәк.

Төп образдарға характеристика  бирергә

Тол, хозурлыҡ, ыжғыр һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең идея-тематик  йөкмәткеһе

Әҫәрҙең идея-тематик  йөкмәткеһе билдәләргә өйрәнергә

Ғауға,ҡобараһы  осто һүҙҙәренең  мәғәнәһен

Әҫәрҙең  образдар системаһы

Әҫәрҙең  образдар системаһын асыҡларға  өйрәнергә

Йөкмәткеһен  һөйләй белергә

Әҙәбиәттән  бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Тест һорауҙары буйынса яуап бирергә

Әҙәбиәттән үтелгәндәрҙе  белергә

Тел буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Морфологик  анализ  эшләй белергә

Һүҙ төркөмдәрен айыра  белергә

Тест  һорауҙары буйынса   йыллыҡ контроль эш

Үҙ-аллы эшләргә

Хаталар  өҫтөндә эш.

Хаталарҙы анализлай белергә

Һөйләмдәрҙе анализларға

Бәйләнешле  телмәр  үҫтереү.Ә.Сәитов.

Бесәндән  ҡайтыу.

Үҙ фекереңде  әйтә  белергә

Һүрәтләмә төҙөп  яҙа

белергә

Йомғаҡлау дәресе

Үтелгәнде  йомғаҡлай  белергә


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программапо математике для 5 класса.Разработано в соответствии с ФГОС ООО

Пояснительная записка к рабочей программе по математике. 5 класс. Данная рабочая программа по математике для 5 класса разработана на ФГОС по программе ООО, с учетом требований федерального компонента ...

Рабочая программапо обществознанию для 9 класса

Рабочая программа составлена в соответствии с требованиями ФГОС....

рабочая программапо физической культуре

рабочая программа по физической культуре (ФГОС)...

Рабочая программапо немецкому языку для 8 класса

Рабочая программапо немецкому языку для 8 класса к учебнику И.Л. Бим на 2013-2014 учебный год...

Рабочая программапо природоведению 5 кл (надомное обучение детей с ограничеснными возможностями здоровья)

Рабочая программасоставлена по курсу природоведения 5 класс, с использованием УМК А. А. Плешакова, Н. И. Сонина. Рабочая программа сосотавлена с учётом ограниченных возможностей здоровья учащихс...