Проект методы
статья по теме

Гареева Альбина Рашитовна

Статья

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon proekt_metody.doc35 КБ

Предварительный просмотр:

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Орджоникидзе районының

98-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

туған телдәр буйынса директор урынбаҫары,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Гәрәева Альбина Рәшит ҡыҙы

Башҡорт теле дәрестәрендә проект методын ҡулланыу

Хәҙерге уҡыу-уҡытыу процесында заман талаптарына яуап биргән яңы алымдар, технологиялар ҡулланыу мөһим. Ошондай яңы алымдарҙың береһе – проект методы.

Нимә ул проект методикаһы? Проект эше – ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү һәм эш аҙағында күҙгә күренерлек матур биҙәлешле, тотоп ҡарарлыҡ һөҙөмтә сығарыу, уны ҡулланыу. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлаша барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙа үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм  төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуын күҙ уңында тота. Шулай  уҡ уҡыусыларҙың төрлө проект эштәрҙе башҡарғанда логик фекерләү, танып белеү һәләттәре, һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә.

Проект методын ҡулланыуҙың ыңғай яҡтары:

Тел буйынса программала төрлө материал менән таныштырыу, бик күп эш төрҙәре тураһында төшөнсә биреү ҡарала.

Уҡыусы дәрестәрҙә төп белем ала, эш төрҙәре, ҡағиҙәләр менән таныша.

Был метод ҡыҙыҡһыныусанлыҡты, һәр яңы эш төрөн ихлас, дәртле итеп башҡарыу теләген уята.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар:

уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, уларҙы күҙ уңында тотоп эште тормошҡа ашырырға өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойоштороуға, төп көстө актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары).

Уҡыусыны теге йәки был проектты (моделде) уйлап сығарыу алымдарына берәмләп өйрәтеү өсөн төрлө типтағы ижади күнегеүҙәр төҙөп, уларҙы эшләтеү мотлаҡ.

Уҡыусыны проект эшләү этаптары менән таныштырырға, уларҙы мөмкин тиклем дәрестәрҙә ҡуллана башларға кәрәк.

Уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, уларҙы күҙ уңында тотоп эште тормошҡа ашырырға өйрәтеү мөһим.

Проек өҫтөндә эш этаптары:

Проект темаһын тәҡдим итеү. Мәсьәлә ҡуйыу.

Эштең дөйөм йүнәлешен һайлау. Балаларҙы төркөмдәргә бүлеү. Эш планын төҙөү. Информация йыйыу алымдарын һайлау һәм эҙләнеүҙе башлау. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.

Проектты презентациялау (тапшырыу) һәм яҡлау.

Йомғаҡлау. Һығымта яһау.

Проект методикаһын ҡулланыу түбәндәге бурыстарҙы үтәй:

Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм телде өйрәнеүгә теләк уята.

Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙаллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.

Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.

Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.

Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.

Бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.

-проблемалы өлкә эҙләп табыла;

- проек темаһын асыҡлау (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө варианттар араһында ни өсөн ошо вариан һайланғанын аңлатырға);

-эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала;

был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б. );

-эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

Эҙләнеү һәм эште планлаштырыу этабында түбәндәге бурыстар үтәлә:

Проблемалы өлкә эҙләп табыла

Проект темаһын асыҡлау .

Эшләнәсәк проекттың формаһы, йөкмәткеһе ниндәй була ала.

Был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар.

Эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

Йомғаҡлау этабы. Эшләнгән проекттың планлаштырыу этабында уға ҡуйылған талаптарға тап килеүе, килмәүе билдәләнә, һөҙөмтә баһалана, проект яҡлана.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә проект методы

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә проект методын  куллану укучыларның активлыгын үстерә, мөстәкыйльлек тәрбияли, телгә мәхәббәт уята.....

Проект "Методы и приемы ТРИЗ для развития речи и творчества дошкольников

.Цель проекта- помочь детям овладеть современной  методологией творчества для дальнейшего использования её в различных видах детской деятельности, в быту, в будущей жизни, используя элементы теор...

Проект "Метод проектов в урочной и внеурочной деятельности"

Статья "Метод проектов в урочной и внеурочной деятельности", где учитель делится опытом работы проектной деятельности....

Поисково-исследовательский этап метода проекта: метод обучения в команде"

Данную методическую разработку "Поисково-исследовательский этап метода проекта: метод обучения в команде" можно рекомедовать педагогам дополнительного образования ОУ в помощь при реализации творческих...

Статья по теме: Педагогический проект. Метод проекта в образовательном процессе: Международный школьный проект в рамках подготовки к устному экзамену на немецкий языковой диплом.

Эта статья может вызвать интерес у учителей немецкого языка, а также у учащихся, изучающих немецкий язык. В проекте принимали учащиеся 10 а класса нашей школы ГБОУ СОШ № 481. Тема проекта - &quo...

Педагогический проект "Метод проектов как основа формирования УУД на уроках истории и обществознания"

В настоящее время в рамках реализации ФГОС у учителя возникают различные вопросы об этапах и методах формирования УУД у учащихся. Данный педагогический проект представляет мою точку зрения и предлагае...

Педагогический проект "Метод учебных проектов как условие формирования ключевых компетенций учащихся на уроках технологии

Цель педагогического проекта: систематизировать, методически обосновать и экспериментально проверить эффективность применения технологии метода проектов для формирования ключевых компетенций учащихся ...