Туған әҙәбиәттән 7-се класс өсөн тәғәйенләнгән эш программаһы
рабочая программа (7 класс) на тему

 

Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан,иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы  белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әҙәбиәт  тәрәнәйтелеп өйрәнелә.Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән,әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре  индерелгән.

7-се  класҡа тематик планды  үрҙә күрһәтелгән программа һәм дәреслектәргә таянып төҙөнөм.Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға сәғәт һаны икенсе темаларҙан алып өҫтәлде. Был бөтә үҙгәрештәр уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,әҫәрҙәрҙе, темаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү маҡсатынан сығып эшләнелде.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 7_kl._rab._programma_zbit.docx26.69 КБ

Предварительный просмотр:

Бөтәһе- 70   сәғәт, аҙнаһына- 2 сәғәт

Был эш программаһы уҡытыу планына ярашлы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһына(  Ғималова М., Хөсәйенов Ғ.,Байғарин А. Башҡорт әҙәбиәтенән программа.Өфө-2011 )  нигеҙләнеп төҙөлдө.

Дәреслек:Ғималова М.Х.,Хөсәйенов Ғ.Туған әҙәбиәт.7-се класс.Өфө.Китап-2008

Туған әҙәбиәттән эш төрҙәре буйынса сәғәттәр бүленеше.

Класс

Текст өйрәнеү

Телмәр үҫтереү

Кластан тыш уҡыу

Бөтәһе

һөйләү

яҙыу

7

55

3

6

5

70

                                                                  Туған әҙәбиәттән 7-се класс өсөн тәғәйенләнгән

                                                                     эш программаһына аңлатма яҙыу.

Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан,иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы  белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әҙәбиәт  тәрәнәйтелеп өйрәнелә.Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән,әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре  индерелгән.

7-се  класҡа тематик планды  үрҙә күрһәтелгән программа һәм дәреслектәргә таянып төҙөнөм.Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға сәғәт һаны икенсе темаларҙан алып өҫтәлде. Был бөтә үҙгәрештәр уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,әҫәрҙәрҙе, темаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү маҡсатынан сығып эшләнелде.

Темалар

Прогр.б-са/

үҙгәртел.(планл.)

тестар

иншалар

М.Ямалетдинов,Ғ.Дәүләди

2/2

И .Бураҡаев тормошо,ижады

2/2

Ғ.Хөсәйенов

5/5

 Б.Рафиҡов

4/3

1

      2

Я.Хамматов

4/4

       

Башҡорт халыҡ ижады.Йырҙар,риүәйәттәр,сеңләүҙәр.

7/7

        1

      2

“Ерәнсә сәсән” әкиәте

2/2

С.Юлаев

2/2

        1

2

“Йәнтүрә”хикәйәһе

1/1

М.Аҡмулла

3/3

1

М.Ғафури

2/2

       1

Ш.Бабич

3/3

       

Д.Юлтый

3/3

Һ.Дәүләтшина

3/3

2

Р.Ниғмәти

М.Кәрим      

Р.Өмөтбаев                                                          

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Кластан тыш уҡыу  

2/2

4/4

4/4

4

5

     

Бөтәһе

           70/70

4

9

                                   

                         Уҡыу курсының йөкмәткеһе

     7-се класта әҙәбиәт уҡытыу халыҡ ижадының йырҙар,сеңләүҙәр темаһы менәнбашланып,С.Юлаев,М.Аҡмулла,М.Ғафури,Ш.Бабич,Д.Юлтый,Һ.Дәүләт-шина,Р.Ниғмәти ижадтарын үҙ эсенә ала.

           7-се класта  халыҡ ижадының “Ҡобайырҙар”темаһы ҙур ғына урын алып тора.

           Әҙәбиәтте өйрәнеү Шафиҡ Әминев,Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең “Ҡөрьән” китабы хаҡында белешмә биреүҙән башлана,тарихилыҡ принцибын тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә» романынан өҙөк,Б.Бикбайҙың “Ер” поэмаһы , “Ҡаһым түрә” әҫәрҙәрен өйрәнеү күҙ уңында

тотолған.Әҙәбиәттең һуңғыраҡ осорҙо сағылдырған Р.Ниғмәти,М.Кәрим,Н.Мусин әҫәрҙәрен өйрәнгәндән һуң Р.Ғарипов,Б.Бикбай,Т.Ғиниәтуллин,Р.Назаров,Ҡ.Аралбай,Ф.Туғыҙбаева ижад-

тарын өйрәнеү юлы менән бөгөнгө әҙәбиәттең төп һәм мөһим үҙенсәлектәрен

өйрәнеү мөмкинлеге тыуа.

         Әҫәрҙәр  тарихи хронологик принципта өйрәнелә.

           Ятлау өсөн әҫәрҙәр.

Башҡорт халыҡ йырҙары:”Урал”,”Салауат”,”Азамат”,”Илсе Ғайса”,”Ҡолой кантон”

С.Юлаев.»Тыуған илем”,”Уралыма”

М.Ғафури.”Мин ҡайҙа?”,”Үҙем һәм халҡым”,”Гөлдәр баҡсаһында”

Аҡмулла.”Аттың ниһен маҡтайһың?”

Һ.Дәүләтшина.”Айбикә” хикәйәһенән өҙөк    

М.Кәрим.”Айгөл иле” драмаһынан өҙөк( уҡытыусы һайлауы буйынса)

Р.Ниғмәти.”Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһынан өҙөк

Р.Өмөтбаев.”Атлы башҡорт” әҫәренән өҙөк

            Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр

М.Ғафури.”Тормош баҫҡыстары”,”Ант”

С.Агиш.”Әхмәҙулла”

К.Мәргән.”Ҡариҙел”

Ғ.Хөсәйенов.”Батырҙар ҡиссаһы”

З.Биишева.”Салауаттың һуңғы монологы”

И.Ғиззәтуллин.”Яңынан сафта”,”Үлгәндән һуң утыҙ йыл”

А.Игебаев.Шиғырҙар.Поэмалар

Ә.Вахитов.”Шәжәрә”

Д.Бүләков.”Ауылымдың аҡ өйҙәре”,”Килмешәк”

Ш.Анаҡ.”Моңдар иле”

С.Злобин.”Салауат Юлаев”

Я.Хамматов.”Төньяҡ амурҙары”

Н.Мусин.”Кеше һуҡмағы”

  7-се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын,композицион үҙенсәлектәрен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;

-әҙәби процесс, художестволы әҙәбиәттең теле,тип,прототип,роман-эпопея,лирик герой,тема кеүек төшөнсәләрҙе;

-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.

1-се төр күнекмәләр:

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;

-телдең өйрәнелгән һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;

-эпик һәм лирик ,лиро-эпик,драматик әҫәрҙәрҙе ҡыҫҡаса анализлай белеү;

-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-проблемалы һорауҙар ҡуя белеү һәм яуап эҙләү;

2-се төр күнекмәләр:

-төрлө стилдәге текстарҙы дөрөҫ,етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

-әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен ҡыҫҡартып һөйләп биреү(телдән йәки яҙма);

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки фекер йөрөтөү характерындағы инша төҙөү;

-әҫәрҙәргә план төҙөү.

-һүҙлектәр менән эш итеү;

-төрлө темаларға әңгәмә алып барыу,текстар төҙөү;

-бирелгән темаларға эҙләнеү эштәре алып барыу,конспекттар төҙөү,сығыштар яһау;

-әҙәби,сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.

             Белем биреүҙә файҙаланылған әсбаптар һәм методик ҡулланмалар:

  1. Башҡорт теле (5-9) һәм әҙәбиәтенән 5-11) тест һорауҙары.И.Ә.Шарапов.Өфө-2006           
  2. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн

      ҡулланма.М.И.Баһаутдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.

    3.  Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө-2008

    4. Башҡорт теле,башҡорт әҙәбиәте .Электрон дәреслектәр.7-9,10-11, педколледждар өсөн.

    5.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008.

МБ ултырышында ҡаралды                               Тикшерелде                                                                      Раҫлайым

протокол № 1                                        директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре                                    Яңыбай урта мәктәбе   директоры

дата                                                          урынбаҫары                 / Ишмөхәмәтова Ф.Ә/                                         /   Хужәхмәтов ӘМ/  

МБ етәксеһе                                                      дата                                                                                      Приказ №

                        /Ҡотошова Л.И./                                                                                                                              дата  

                                Яңыбай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  7-се класы өсөн  

                                2011– 2012 уҡыу йылына туған әҙәбиәттән эш программаһы

 

                                                      Төҙөнө: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                        Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙы


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА по ОБЖ 10 класс Количество часов__34__ Учитель Шаповалов В.Н. Программа разработана на основе программы Т.А. Смирнов, Б.О. Хренников Москва «Просвещение» 2012 г

Программа для 10-х классов предназначена для изучения тем в области безопасности жизнедеятельности учащимися с учетом их потребностей в повышении  уровня культуры в области безопасности жиз...

Рабочая программа по русскому языку 8 класс к учебнику Т. А. Ладыженская и рабочая программа по литературе 8 класс Курдюмова Т.Ф.

Рабочая программа и тематическое планирование  8 класс по русскому языку и литературе...

Рабочая программа курса химии для 8-9 классов в рамках ФГОС, созданная на основе авторской программы О.С.Габриеляна.Тематическое планирование 8-9 классы.

Программа включает шесть разделов:1. «Пояснительная записка», где охарактеризован вклад предмета в достижение целей ос-новного общего образования; сформулированы цели, задачи и основные результаты изу...

Рабочая программа по Музыке 5 класс (в рамках ФГОС ООО) на основе авторской программы «Музыка. 5-7 классы» Г. П. Сергеева, Е. Д. Критская

Рабочая программа по музыке для 5 класса составлена в соответствии с Федеральным ба­зисным планом, Примерной программой общего образования по музыке и содержанием про­граммы «Музыка. 5-7...

Рабочая программа по Музыке 6 класс (в рамках ФГОС ООО) на основе авторской программы «Музыка. 5-7 классы» Г. П. Сергеева, Е. Д. Критская

Рабочая программа по музыке для 6 класса составлена в соответствии с Федеральным ба­зисным планом, Примерной программой общего образования по музыке и содержанием про­граммы «Музыка. 5-7...

Рабочая программа по Музыке 7 класс (в рамках ФГОС ООО) на основе авторской программы «Музыка. 5-7 классы» Г. П. Сергеева, Е. Д. Критская

Рабочая программа по музыке для 7 класса составлена в соответствии с Федеральным ба­зисным планом, Примерной программой общего образования по музыке и содержанием про­граммы «Музыка. 5-7...