Сифат темаһын ҡабатлау.
методическая разработка (6 класс) по теме

Был дәрес рус мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле  итеп өйрәнгәндә  "Сифат" темаһын үтеп бөткәс  үткәрелә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл attestaciya_6_kl.docx22.48 КБ

Предварительный просмотр:

6 класс                                                                                    09.11.2010 й.

Тема: Сифат темаһын  ҡабатлау.

Маҡсат: cифат, сифат дәрәжәләре тураһында алған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу; телмәр үҫтереү;уҡыусыларҙа зирәклек, отҡорлоҡ, иғтибар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта, карточкалар, таблицалар.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу мәле .Фонетик - орфоэпик күнегеү.

         - Һаумыһығыҙ уҡыусылар !

           Кәйефтәрегеҙ нисек?

           Ҡояшлы иртә кеүек.

           Башҡорт телен, дәүләт телен өйрәнергә тип килдек!

  1. Афарин, ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
  2. Бер аҙ тел шымартып алайыҡ: (слайд 1)

Ел ниндәй төҫтә була?

Ел иҫә, ел иҫә,

Иртән дә иҫә, кис тә.

Кемдең, кемдең күргәне бар:

Ел була ниндәй төҫтә?

          -Ел йәшел, - ти Нәсимә.

          -Юҡ, һары, - ти Рәсимә.

           Тимербулат: “Ел, - ти, - аҡ”.

          - Юҡ, зәңгәр,-ти Абдулхаҡ.

(уҡытыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы, үҙ аллы уҡыу,һүҙлек эше, тәржемә итеү, хор менән уҡыу)

  1. Нәсимә, Рәсимә, Абдулхаҡ ниндәй һорау өҫтөндә баш ваталар? Какой же вопрос задают ребята друг-другу?
  2. Йәгеҙ, уҡыусылар, ел ниндәй төҫтә була икән, яуап бирәйек әле. Эйе,елдең төҫө юҡ.

II.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын уҡыусыларға еткереү.

  1. Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй һорауына яуап биргән һүҙҙәр өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, үткәндәрҙе ҡабатларбыҙ.

Слова, которые отвечают на вопрос какой? относятся …к какой части речи? А на башкирском языке … да ,сифат тип атала.  

III. Төп  өлөш.

  1. а)Дәфтәрҙәргә число һәм теманы яҙыу.

(Туғыҙынсы ноябрь.

Класс эше.

Сифат темаһын ҡабатлау.)

б) “Ел ниндәй төҫтә була?” шиғырынан сифаттарҙы табып яҙығыҙ. (йәшел, һары,аҡ,зәңгәр)

2. “Билдәләрен билдәлә” уйыны. ( Уҡыусылар дәфтәрҙәренә билдәне белдергән һүҙҙәрҙе яҙалар).

1) Ҡар ниндәй була? Снег какой? (Аҡ,йомшаҡ,һалҡын , епшек һ.б.)

2) Мамыҡтың билдәләрен һана. Перечисли признаки ваты.(Еңел,..)

3) Алтын ниндәй? Золото какое? (Һары, ялтыр, ҡаты…)

4) Япраҡтар ниндәй булалар? Листья какими бывают?(йәшел, һары, ҡыҙыл, ҡоро…)

5) Лимондың билдәләрен яҙ. Напиши признаки лимона.(әсе,һары…)

6) Ҡором ниндәй? Сажа какая? (ҡара…)

-бына , беҙ һеҙҙең менән предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙөк. Мы с вами вспомнили слова, которые обозначают признаки предмета и отвечают на вопрос ниндәй?

3. Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау. (слайд 2)

- А теперь скажите мне это что? Был нимәләр?

- Был китаптар.

- Китаптың тышлығы ниндәй төҫтә?Какого цвета обложка книги?

- Йәшел.

- Ә бына был китаптарҙың тышлығы тураһында нимә әйтеләһегеҙ?

- Йәм-йәшел, йәшкелт.

- Дөрөҫ. Правильно.Значит сейчас мы с вами вспомним какую тему? Тимәк хәҙер беҙ һеҙҙең менән ниндәй теманы иҫкә төшөрәсәкбеҙ икән?( Степени сравнения прилагательных. Сифат дәрәжәләре.)

- Башҡорт телендә ниндәй сифат дәрәжәләре була?(төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре) (таблица 1) (слайд 3)

- Как образуется сравнительная степень прилагательных? Сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе  нисек яһала?

- Как образуется превосходная степень прилагательных? Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе  нисек яһала?

- Как образуется уменьшительная степень прилагательных? Сифаттың аҙһытыу  дәрәжәһе  нисек яһала?

В башкирском языке не все прилагательные имеют уменьшительную степень. Например:ҡыҫка.

4. Сифаттарҙы төрлө дәрәжәгә ҡуйып яҙыу.

 Образуйте из данных прилагательных сравнительную, превосходную, уменьшительную степень. (карточкаларҙа һәм таҡтала)  (карточка 2)

төп дәр.

сағыштырыу дәр.

артыҡлыҡ  дәр.

аҙһытыу дәр.

Һоро

Ал

Күк

Әсе

Насар

5. Бирелгән сифаттарҙы дәрәжәләренә ҡарап тарҡатып яҙығыҙ. Запишите прилагательные, распределив их по степеням  сравнения.

121-се күнегеү.

Аҡ, йәшел, ап-аҡ, йомшаҡ,йоп-йоҡа, ҡыҙғылт, еңел, һары, йоҡараҡ, ҡыҙыл, йоҡа, йәшкелт, һарыраҡ,ҡып-ҡыҙыл, еңелерәк, һап-һары, йомшағыраҡ, еп-еңел,аҡһыл,һарғылт,йоп-йомшаҡ,ағыраҡ,йәп-йәшел, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк.

төп дәр.

сағыштырыу дәр.

артыҡлыҡ  дәр.

аҙһытыу дәр.

- Бик яҡшы, уҡыусылар, афарин!

IV. Йомғаҡлау. Баһалау.

V. Өй эше.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Сифат

Сифат...

"Һан" темаһын ҡабатлау

"Һан" темаһын ҡабатлау дәрес өлгөһө....

8-се кластарҙа "Ҡобайырҙар" темаһын ҡабатлау.

Һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусының рухи донъяһына ниндәй ҙә кимәлдә йоғонто яһарға бурыслы. Был осраҡта уҡытыусы төрлө алымдар ҡуллана."Ҡобайырҙар" темаһын йомғаҡлаған осраҡта ил батырҙарын иҫкә алып, кешел...

"Ҡушма һөйләм" темаһын ҡабатлау,8класс

quot;Ҡушма һөйләм" темаһын ҡабатлау,8класс...

Йыл миҙгелдәре.«Сифат» темаһын ҡабатлау.

сайт учителя башкирского языка и литературы...