Башҡорт теле. Р.Бикбаев. Уралыма.
план-конспект урока (9 класс)
Предварительный просмотр:
| ||||||||
Укытыусы | Харисова Гөлнара Марс ҡыҙы | |||||||
Октябрьский ҡалаһы ҡала округының 12 дөйөм белем биреү мәктәбе | ||||||||
Предмет | Башҡорт теле, 9 класс | |||||||
Тема | Р.Бикбаев. Уралыма. | |||||||
Маҡсат | 1.Рауил Бикбаев тураһында мәғлүмәт биреү, «Уралыма” шиғыры менән танышыу,. | |||||||
2. Шиғырҙарға анализ яһау; уҡылғандар буйынса фекер йөрөтөргә, уларҙы иҫбатларға өйрәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; һорауҙарға аңлы яуап биреү . | ||||||||
3. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, экологик культура тәрбиәләү. | ||||||||
Шәхси - тәбиғәтте һаҡлауҙа үҙеңдә яуаплылыҡ хисе булдырыу һәм уның киләсәгенә үҙ өлөшөңдөң дә | ||||||||
Планлаштырылган | булыуын аңүңлау | |||||||
һөҙөмтә | Метапредмет | |||||||
ТБУУЭ – кәрәкле информация туплау, кәрәкле мәғлүмәтте айырып алыу, анализлау. | ||||||||
КУУЭ – фекерҙе дөрөҫ, асыҡ әйтеп биреү, диалог төҙөүҙә һәм коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу. | ||||||||
РУУЭ – Эштәрҙең өйрәнелгән төрҙәрен активлаштырыу, баһа биреү | ||||||||
Предмет – Р.Бикбаевтың «Уралыма» шиғырының эстәлеген белеү | ||||||||
Предмет ара бәйләнеш | Тәбиғәт, экология | |||||||
Эште ойоштороу төрҙәре | фронталь, индивидуаль, парлы | |||||||
Материал | Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класс өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.Өфө:Китап,2017 | |||||||
Йыһазландырыу | Р.Бикбаевтың портреты, ноутбук, проектор, презентация | |||||||
Дәрестең структураһы | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге | Көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешеүгә йүнәлтелгән | Планлаштырыған һөҙөмтәләр ШУЭ –шәхсән уҡыу эшмәкәрлеге ТБЭ- танып белеү эшмәкәрлеге КУЭ- коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеге РУЭ- регулятив уҡыу эшмәкәрлеге |
1 этап. Ойоштороу, уҡыусыларҙы уҡыуға мотивациялау. 2 мин. | Иҫәнләшеү, балаларҙы эшкә әҙерләү, уҡыуға мотивациялау, дәрескә уңай психологик шарттар булдырыу.
| Иҫәнләшеү,уҡытыусыға иғтибар итеү. Дәрестә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен формалаштыру.
| 1 этап. Ойоштороу. « Әссәләмәғәләйкүм!» йырын тыңлау(«Ынйылар» ансамбле башҡарыуында). Хәйерле көн уҡыусылар. Ҡәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ,йыр тыңлап китәйек әле, бер-беребеҙгә хәйерле иртә теләйек. | ШУЭ – уҡытыусы һәм иптәшләреңде хөрмәт итеү, бер – береңә уңыштар теләү, дәрескә әҙерлеккә баһа бирү Метапредмет: КУЭ – класташтар,уҡытыусы менән хеҙмәттәшлек итеү,һорауҙарға яуап биреү. РУЭ – эште башҡарыр өсөн үҙ-үҙеңде әҙерләү |
2 этап. Белемдәрҙе актуальләш тереү-3 мин Маҡсат: алдағы дәрестә алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. | Фронталь эш ойоштороу. | Һорауҙарга яуап бирәләр. | 2 этап. Белемдәрҙе актуальләштереү. Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек? - Н.Мусиндың «Башҡортостан тәбиғәте» тексты менән таныштыҡ. - Текста күтәрелгән төп проблема? -Автор тәбиғәтте нимә менән сағыштырған? | ШУЭ – үҙ фекереңде әйтә белеү, үҙ-үҙеңде һынау Метапредмет: ТБЭ – төп мәғлүмәтте билдәләү КУЭ – башҡаларҙың һөйләмен тыңлау, аңлау, дөөҫс яуап бирә белеү. РУЭ – хаталарҙы табып төҙәтеү, үҙконтроль, үҙрегуляция П –өйрәнелгән әҫәр эстәлеге буйынса һорауҙарғга яуап биреү |
3 сө этап. Уҡыу маҡсатын ҡуйыу. 7 мин | Уҡыусыларҙы активлаштыру. 27,23,1, 16, 37, 17, 1 Уралыма Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә Уралыма шиғыры һәм уның авторы Р.Бикбаев менән ташышасаҡбыҙ. Р.Бикбаев тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.(Портрет,1-се слайд) Бикбаев Рауил Төхвәт улы 1938 йылда Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Өфөләге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас,аспирантурала уҡыған. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, ғалим дәрәжәһе алған. Ул БашҡортостанРеспубликаһының дәүләт гимны һүҙҙәренең авторы (икенсе авторы – Рәшит Шәкүр, Фәрит Иҙрисов музыкаһы). ( 3 слайдта уның тураһында мәғлүмәт яҙыла : Башҡортостандың халыҡ шағиры; Филология фәндәре докторы; Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялары лауреаты; Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялары лауреаты; Башҡортостан Ҡоролтайының депутаты; Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны һүҙҙәренең авторы; ) | Алфавит нигеҙендә криптограмма сисеү. Дәрестең темаһы буйынса фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен билдәләү. | Уҡыусылар, криптограмманы сисегеҙ әле. 27,23,1, 16, 37, 17, 1 - Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? - Уралыма Тимәк, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәбеҙ? - Урал тураһында. - Һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә? -яуаптар
| РУЭ – уҡыу мәсьәләһен ҡуя белеү, планлаштырыу. |
4 се этап. Уҡыу мәсьәләһен сисеү 12 мин. | Фронталь эш ойоштороу. Мәғлүмәт табыуға йүнәлеш биреү. Р. Бикбаевтың«Уралыма» шиғырын уҡып сыға
Текстың эстәлеген уҡыусыларға дөрөҫ итеп еткереү. Һүҙлек өҫтөндә эш.(2-се слайд) Эштең үтәлешенә контроль булдырыу. | Һорауға яуап биреүҙә ҡатнашыу. Эште үтәү Уҡытыусыны тыңлай, уҡытыусы һорауына яуап бирә, һөҙөмтә яһай. | 15 се биттән «Уралыма» шиғырын уҡыу. Һүҙлек эше:һын – тышҡы тән төҙөлөшө, кәүҙә, буй; ҡын – билгә тағып йөрөй торған үткер ҡоралдың һауыты; килмешәк – ситтән килгән, ят ырыу,сит яҡ кешеһе; баҡһам (бағыу) – ҡараһам, күҙ йүнәлтеү; иңдәреңдә – кәүҙәнең бер ҡулбаштан икенсе ҡулбашҡа ҡәҙәр булған артҡы өлөшө; яурын; һорауҙаға яуап биреү. Һорауҙар: -Уралдың үткәнен автор нисек һүрәтләй? (1, 2-се куплетты яңынан уҡып үҙ һүҙҙәре менән һөйләйҙәр).- Авторға нимә йәшәү көсө бирә? (3-сө куплетта яуап табалар). - Уның күңеле ни өсөн тыныс? (4-се куплет). - Автор Уралды нимәгә оҡшата? - Ни өсөн уны ҡандан ҡынға кергән ҡылыс менән сағыштыра? - Һеҙ Урал тураһында тағы нимәләр өҫтәп әйтер инегеҙ? (Боронғо башҡорттар өсөн Тыуған ил һәм Урал төшөнсәһе айырылғыһыҙ булған. Башҡорттарҙың иң изге уйҙары, йырҙары, көйҙәре, легендалары Уралға арналған. Беҙҙең илебеҙҙең тәбиғәте бик бай һәм ғәжәп матур ул. Башҡортостандағы ҡуйы урмандарға, аллы-гөллө сәскәләргә, йәм-йәшел үләндәргә, бейек тауҙарға һоҡланып туймаҫһың). Һүрәтләү сараларын эҙләү, табыу. 1.-Таш һыныңды, Урал, оҡшатамын Ҡандан ҡынға кергән ҡылысҡа. Был – сағыштырыу, шағир Уралды ҡылысҡа оҡшата. 2.-Шишмәләрең минең йөрәк аша Сылтыр-сылтыр ағып үтәләр. Йөрәгемә, гүйә, ҡаным түгел, Шул шишмәләр йәшәү илтәләр. Был юлдарҙа йәнләндереү ҡулланылған.
. | Метапредмет: ТБУЭ – информация менән эшләү, анализ, һығымта яһау КУЭ – фекереңде дөрөҫ итеп еткерә белеү, иҫбатлау, һөйләм төҙөү РУЭ – дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләй белеү, планлаштырыу. П – шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу |
Ял минуты 2 мин | Ялды ойоштора | Ял итә | Ял минуты | РУУЭ – үҙрегуляция |
5 се этап.Белемдәрҙе нығытыу 6 мин. | Уҡыусыларҙы активлаштыра. Эштең үтәлешенә контроль булдыра. | Өлгө буйынса эште үтәйҙәр, бер –береһен баһалайҙар . | Дәфтәрҙә эш. -үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн 2-се күнегеүҙе эшләү 1.Һеҙ сәскәләр яратаһығыҙмы? 2.Иптәшегеҙ сәскәләр яратамы? Ниндәй сәскәләр ярата? Шул турала диалог төҙөгөҙ. Текстың эстәлеге буйынса һорау төҙөгөҙ. Иптәшеңә яҙған һорауыңды күрһәт. Уның һорауына яуап бир. Һорауға яуап бир: Тәбиғәтте һаҡлау өсөн һин нимә эшләй алаһың? | ШУЭ – бер-береңде тыңлай белеү КУЭ – класташтарың менән эште ойоштора белеү, башҡаларҙың һөйләүен тыңлай, аңлай белеү, үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай белеү, аралашыуҙа тел сараларын урынлы файҙаланыу. РУЭ – алгоритм буенса эшләү, фараз итеү П – тема буйынса диалог төҙөй белеү |
6 сы этап. Белемдәрҙе йомғаҡлау. 7 мин. | Уҡыусыларҙы активлаштыра. Уҡыусыларға ярҙамға шиғыр уҡый. 1.Ҡарағайҙар, Солоҡ ҡына тотор ҡарағайҙар ! Улар менән бергә ерегеп үҫкән Халыҡтың да Ай-вайына ҡарамайҙар, Ҡарағайҙы ҡыра ағайҙар, Әйтерһең дә, ҡырағайҙар ! 2. Кеше мейеһендә һыр артҡанға Яланғасланамы ер йөҙө? Барыһын ҡырып, барыһын емереп бөтөп, Яп-яланғас ер йөҙөндә кеше Ҡалырғамы итә бер үҙе? | Шәхси фекерен формалаштыра, уны иҫбатлай.
| Бер нисә уҡыусының яуабы тыңланыла. Тимәк, беҙ тәбиғәтте һаҡлау өсөн үҙ өлөшөбезҙе индерә алабыҙ. Һез тәбиғәтте һаҡлар өсөн ниндәйкәңәштәр бирер инегеҙ? 1.Береги леса (урмандарҙы һаҡла) 2.Не загрязняй реки (йылғаларҙы бысратма) 3.Выращивай цветы (сәскәләр үҫтер) 4.Не разбрасывай мусор (сүп ташлама) 5.Не ломай деревья (ағастарҙы һындырма) 6.Не рви цветы (сәскәләрҙе әҙмә) 7.Не убивай птиц (ҡошларҙы үлтермә) 8.Сделай зимой птицам кормушки (ҡыш көнө ҡоштарға тағараҡтар яһа) 9. Не разводи костер в лесу (урманда ут яҡма) | ШУЭ- тәбиғәтте һаҡлауҙа яуаплылык хисе булдырыу һәм уның киләсәге тураһында ҡайғыртыу. КУЭ – үҙ фекереңде тулы белдереү, әңгәмәсеңдең фекерҙәрен тыңлап, уртаҡ фекергә килеү. РУЭ - эшләгән эштә хаталар булган осраҡта, төҙәтмәләр индерә белеү |
Өй эше. 2 мин. | Өй эшен аңлатыу 1.Шиғырҙы тасуири уҡырға укырга. 2.5-се күнегеүҙе үтәргә | Өй эшенең аңлашылмаған өлөшөн асыҡлау. |
| ТБУЭ – аңлау. РУЭ – эште ойоштора белеү. |
6 этап. Рефлексия. Баһалау. 4 мин. | Дәрестә тыуган ауырлыҡтар тураһында һорай, дәрескә йомғаҡ яһай, уҡыусыларҙың эшенә баһа бирә | Мин нимә белдем? Нисек баһаланым? Үз фекерҙәрен әйтәләр, һорауҙар бирәләр. | -Бөгөнгө дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ? -Кем ул Рауил Бикбаев? | ШУУГ – дәрестең маҡсаты һәм һөҙөмтәһе араһында бәйләнеште баһалау. Метапредмет: КУЭ – фекереңде телдән әйтеп еткерә белеү. РУУГ – үҙ-үҙеңде баһалау |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рауил Бикбаев. Биография. Презентация
12 декабря 2013 года отмечается юбилей народного поэта Башкортостан Рауиля Бикбаева. Данных о поэте много, но очень мало фотоматериалов. Эта презентация будет полезна во всех классах при изучении жизн...
Рауил Бикбаевтың "Уралыма", \' Салауат ҡылысы\' шиғырҙарын өйрәнеү.
Туған әҙәбиәтенән дәрес планы...
Р.Бикбаев" Уралыма" шиғыры
Дәрес планы...
Презентация Р.Бикбаев
Презентация...
Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс
Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Рауил Бикбаев. «Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар». Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.
Ҡышҡы матурлыҡты күреү, тойоу, тасуирлау һәләтенә өйрәтеү....
Теле барҙың – иле бар, Иле барҙың – көнө бар. Р. Бикбаев. “Туған тел.” Күрмә диктант. Дәрес-сәйәхәт.
Башҡортостандың халыҡ шағиры хаҡында белешмә алыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү...