"СЕРЛЕ ҠУМТА"
методическая разработка
Предварительный просмотр:
“СЕРЛЕ ҠУМТА” КОНКУРСЫ
- Хәйерле көн, уҡыусылар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бөгөн “Серле ҡумта” тип аталған конкурсҡа йыйылғанбыҙ. Конкурс бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Тиҙ уйлауҙы, тиҙлекте талап итә. Һәр яуап өсөн балдар ҡуйыласаҡ. Һәр ваҡыттағыса командалар менән ярышабыҙ.
- Уҡыусылар, ни өсөн был конкурс “Серле ҡумта” тип аталды икән?
(уҡыусыларҙың яуабы)
- Серле ҡумта эсендә командалар өсөн серле хаттар ята. Ул хаттарҙы асып, яуап бирер өсөн, тышында яҙылған йомаҡты сисер кәрәк буласаҡ. Әгәр йомаҡты сисә алмаһағыҙ, конверт асылмайынса ҡаласаҡ һәм һеҙ балдарһыҙ тороп ҡаласаҡһығыҙ! Аңлашылдымы? Йомаҡты сисергә 1 минут ваҡыт бирелә. Әҙерһегеҙме? Конкурсты башлайбыҙ!
БЕРЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (15 БАЛЛ)
Йомаҡ: Иртә торҙом, ике айырлы юлға төштөм.
Эш. Киләһе текстта ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә күп нөктәләр урынына синонимдар яҙып китегеҙ. Ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ.
...Хатип тигән икенсе малай ултыра. Ул ҡап-ҡара булып ҡояшта янған бурҫлыҡ битле. Күптәнән бирле бәке, тараҡ күрмәгән сөм-ҡара сәсе ал яҡтар тырпайып, өлтөк-өлтөк булып бысраҡҡа батҡан, ян-яҡтан уның ике ҡолағы өрпәйтеп тора, арт яҡтан-сәсе соҡор елкәһенә сысҡан ҡойроғо һымаҡ нәҙегәйеп барып төшкән. Хатип йыуантыҡ (....), төпөш (...) кәүҙәле. Күлдәгенең ике терһәге лә йыртылған (...). Елкәһе, ҡолаҡ эстәре, халыҡ әйтмешләй, шалҡан сәсһәң дә үҫерлек-ая ҡатҡан (кипкән) яланғая аяҡтары, ҡулдары себеш сығырҙай шырауланып ҡатҡан, ярылған. Хатиптың бындай (...) һынһыҙ ҡиәфәтен бары сөм-ҡара (....) үткер күҙҙәре генә матурлай (....).
ИКЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (20 БАЛЛ)
Йомаҡ: Ана тора бер үгеҙ,
Бер үҙенә дүрт мөгөҙ.
Мәҡәлдәрҙе дауам ит:
Аҡылың булһа - аҡылға эйәр, …
Атаһыҙ бала - туйҙа етем, …
Ит ашаһаң - дарыу, …
Ҡырмыҫҡа ла ҙур түгел, …
Һәр сәскәнең үҙ еҫе, …
ӨСӨНСӨ СЕРЛЕ ХАТ (10 БАЛЛ)
Йомаҡ: Дурт апайға бер яулыҡ
Таш-сы, таш-лы, таш- лыҡ. Был һүҙҙәрҙең ялғауҙары нисек атала?
ДҮРТЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (13 БАЛЛ)
Йомаҡ: Бәләкәй генә аҡ тана мөгөҙөм бар тип маҡтана.
Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған?
Фестивалға, лагерҙа, власте
Приискыға, артисты, власты
Фестивалгә, лагерҙа, часта.
БИШЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (15 БАЛЛ)
Йомаҡ: Тышта юҡ, урманда бар,
Өйҙә юҡ, мунсала бар.
Нөктә урынына төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуй.
- 7 ҡат үлсә, 1 ... …
- … … 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ.
- 5те эшләгәнсе 1ҙе … …
- 100 … …, 100 … …
- … 1 еңер, … 1000 …
- 1 ағас …, 40 …
- 6 йәшәр юлдан ҡайтһа, 60 йәшәр … …
- … … 4
- 2 … 1 булһа, 50 … 100 була.
- 1… 2 ҡуян.
АЛТЫНСЫ СЕРЛЕ ХАТ (17 БАЛЛ)
Йомаҡ: Тимер башлы йылан үҙ ҡойроғон тешләгән
Рус телендә бирелгән фразеологизмдарҙың башҡорт телендәге парҙарын тап:
- Два сапога пара
- Душа нараспашку
- Глаза на мокром месте
- Сыграть в ящик
- Кот наплакал
- Бить баклуши
- Пристал как банный лист
- Водить за нос
- Выеденного яйца не стоит
- Кошки на душе скребут
ЕТЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (12 БАЛЛ)
Йомаҡ: Үҙе уҡый белмәһә лә ғүмер буйы яҙыша.
“Металл” һүҙен килеш менән үҙгәртеп яҙырға.
ҺИГЕҘЕНСЕ СЕРЛЕ ХАТ (20 БАЛЛ)
Йомаҡ: Үҙенән башы ҙур
- Фразеологизмдарҙың синонимик варианттарын яҙығыҙ:
- А) баш ҡатыу
- Б) борсаҡ бешмәү
- В) тамаҡ ялғау
- Г) һөрән һалыу
ТУҒЫҘЫНСЫ СЕРЛЕ ХАТ (25 БАЛЛ)
Йомаҡ: Бер үк ерҙә ятабыҙ,
Дуҫ йәшәйбеҙ тыштан беҙ.
Ысынлап та уның менән
Татыу түгел, дошман беҙ.
Русса тексты тәржемә итеп, Һандарҙы дөрөҫ ҡулланып яҙығыҙ.
Первый трамвай в Уфе был пущен в 1937 году. Первый трамвайный путь был длиною около девяти километров. Город обслуживало всего 13 трамвайных вагонов. Первый троллейбус в Уфе появился в 1962 году. Маршрут был один – от монумента Дружбы до сельхозинститута.
УНЫНСЫ СЕРЛЕ ХАТ (15 БАЛЛ)
Йомаҡ: Өй түбәмдә сатлы ҡамсы
Һөйләмдәрҙе уҡығыҙ һәм аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә һорау яҙығыҙ.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр. Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарға күренһә, ҡар тиҙ ҡайтыр. Күп өргән эт тешләмәҫ. Ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Һалҡын ел иҫә.
- Афарин, уҡыусылар. Серле ҡумтаның серле хаттары оҡшанымы? Үҙегеҙгә тейешле һығымталар яһағанһығыҙҙыр тип уйлайым.
- Эштәрегеҙ тикшерелеп, балдарығыҙ плакатҡа яҙылыр!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Физика - табигать серләре ачкычы
Материал включает в себя познавательное мероприятие для младших классов, которую готовят старшеклассники для повышения интереса к знаниям о природе....
Театр – серле һәм гаҗәеп иҗат ул...
1 нче алып баручы. Хәерле көн кадерле кунаклар,укытучылар,укучылар!Бүгенге безнең кичәбез Әлмәт драма театрына багышлана. 2 нче алып баручы. Татар театры туган көннән Тукай әйтк...
Серле утрау
Викторина в 6 классе по географии....
Тема: Бәхетле булу серләре
Максат: 1. Өйләнү яки кияүгә чыгу проблемасы буенча сөйләргә, фикер йөртергә өйрәтү....
Әкиятләрнең серле дөньясы
Минем бу Ф. Яруллин иҗатына багышланган әдәби кичә үрнәге башлангыч класслар каршында үткәрелде. Кичә укучыларга бик ошады. Тиздән Фәнис Яруллинның туган көне җитә. Шул уңайдан бу кичәне үткәрергә бик...
Методик ҡумта
Методик ҡумта...
Методик ҡумта
XXI быуат –фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Быға тиклем йәшәп килгән ғәҙәти дәрестәр, т...