Методик ҡумта
занимательные факты (6 класс)
XXI быуат –фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул уҡытыусылар алдына яңы бурыстар ҡуйҙы. Быға тиклем йәшәп килгән ғәҙәти дәрестәр, тәрбиә саралары менән генә сикләнеп ҡалмайынса, яңыса эш итеүҙе талап итә. Уҡыусыларға белем биреүҙе генә түгел, ә белем алырға, алған белемдәрен тормошта ҡулланырға өйрәтеүҙе төп бурыс итеп ҡуя. Был беҙҙән белем биреүҙең яңы алымдарын һәм методтарын ҡулланып эш итеүҙе, бөгөнгө көн талаптарына яуап биргән дәрестәр ойоштороуҙы талап итә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kurenekle_yaktashtar_turahynda_beleshm.docx | 18.42 КБ |
statya.docx | 18.78 КБ |
tehnologik_karta.docx | 23.79 КБ |
Предварительный просмотр:
Күренекле яҡташтар тураһында белешмә
Билдәле журналист, шағир, яҙыусы һәм драматург Рәсих Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килгән. Атаһы Нурғәли Әхмәтгәрәй улы менән әсәһе Орҡия Миңлеғәли ҡыҙы етем үҫә. Етемлектең әсеһен татып белгәнгә күрә, улар үҙҙәренең ике балаһы янына тәрбиәгә тағы ике баланы ала.
Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғас, Рәсихкә бәләкәйҙән колхозда эшләргә тура килә. Ул саҡта кеше “бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән девиз менән йәшәй.
Бәләкәйҙән күңеле сәнғәткә тартыла. Өлкән кластарҙа район мәҙәниәт йортонда киномеханик ярҙамсыһы булып эшләй. Урта мәктәпте тамамлағас, Тымыҡ океан флотында алты йыл тирәһе хеҙмәт итә. Шундағы гәзиттә тәүге мәҡәләләрен баҫтыра.
Демобилизацияланғас, тыуған яҡтарына ҡайта егет. Стәрлетамаҡта ул саҡтағы мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә эшләй. Тәржемәсе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары була. 1961 йылда “Кызыл таң” республика гәзитенә эшкә саҡырыла. Бында Рәсих Ханнанов, кесе әҙәби хеҙмәткәрҙән башлап баш мөхәррир вазифаһына тиклем етеп, 40 йыл хеҙмәт итә.
Ул Мәскәүҙәге Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Артабан инде Рәсәй профессиональ милли журналистикаһының иң сағыу вәкилдәренең береһенә әйләнә.
Әҙәби ижадын Р. Ханнанов мәктәп йылдарында уҡ Ҡырмыҫҡалы район гәзитендә мәҡәләләр баҫтырыуҙан башлай. Мостай Кәрим, Назар Нәжми кеүек арҙаҡлы яҙыусыларҙан ҡанатландырғыс һүҙҙәр ишетә. Дәртләнеп, “Онотма” тигән тәүге йыйынтығы өҫтөндә эшләй. Бындағы күп шиғырҙарына аҙаҡ көй яҙыла, улар популяр йырҙар булып китә.
Гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр, шулай уҡ очерктар, рецензиялар яҙыуҙан тыш, Р. Ханнанов төрлө әҙәби жанрҙарҙа ижад итә. Әҙиптең әҫәрҙәре киң билдәлелек ала. Бер-бер артлы йыйынтыҡтары донъя күрә, улар уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. “Бүтән донъя” тип аталған аҙаҡҡы китабы әҙиптең вафатынан һуң, быйылғы сентябрҙә баҫылып сыҡты.
Рәсих Ханнанов робағиҙар жанрында ижад итергә яратты. Бер нисә йыл элек улар Мәскәүҙә аудиокитап рәүешендә донъя күрҙе. Шағирҙың ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Башҡортостан һәм Татарстандың иң яҡшы композиторҙары менән берлектә 200-ҙән ашыу йыр яҙа ул. Билдәле йырсылар башҡарып ишеттереү менән, улар халыҡ араһында киң таралып китә. Иң популяр йырҙар Рим Хәсәнов һәм Тәлғәт Шәрипов менән берлектә яҙыла.
Рәсих Ханнанов – уңышлы драматург та. Ул – 17 пьеса, музыкаль комедия авторы. Уларҙың күбеһе Башҡортостан һәм Татарстан, Урта Азия театрҙарында ҡуйыла.
Бөгөнгө “Ҡөрьән әлифбаһы” гәзитенең мөхәррире, имам Рауил Төхвәтуллин менән берлектә Ислам һәм бөгөнгө Рәсәй кешеләренең донъяға ҡарашы проблемаларын күтәргән “Кемгә ышанырға?” тигән публицистик китабын баҫтырып сығара. Ул уҡыусыларҙа йәнле ҡыҙыҡһыныу уята, шуға ла дауамын, икенсе китапты ла сығарырға тура килә.
Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүҙән тыш, Р. Ханнанов тыуған яҡ тарихын өйрәнә, күп кенә билдәле шәхестәргә иғтибарҙы йүнәлтә. Йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге абруйлы журналистар премияһын булдырыуға ҙур өлөш индерә. Уның күп яҡлы хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ә. Атнабаев исемендәге премиялар менән баһалана. Баш ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн Өфөнөң йәмәғәт премияһы менән бүләкләнә.
2019 йылда Р. Ханнановҡа республиканың Халыҡтар дуҫлығы ордены, Татарстан Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе тапшырыла. Яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәренең наградалары араһында күп һанлы миҙалдар, почет билдәләре, грамоталар була, улар араһында Рәсәй Журналистар союзының “Ватан журналистикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” тигән иҫтәлекле билдә лә бар. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Бөтә донъя татарҙар конгресының почет грамоталары менән билдәләнә.
Тыуған яғында ла әҙипте хөрмәтләйҙәр. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы, тыуған ауылында уның исемен йөрөткән урам бар.
Рәсих Нурғәли улы 88 йәшендә, 2020 йылдың 28 сентябрендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уның эшен хәҙер балалары менән ейәндәре дауам итә.
Хәҙер Рәсих Ханнановтың ижады менән электрон китапханаларҙа һәм Фейсбуктағы сәхифә аша ла танышырға мөмкин.
Яҙыусының әҫәрҙәре бер нисә проект аша ла билдәле. Шуларҙың береһе – башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткәндәр өсөн “Аҡ күгәрсен” халыҡ-ара шиғриәт конкурсы. Ул мәҙәни башланғыстар буйынса Рәсәй Президенты фондының грантына лайыҡ булды. Конкурс 2021 йылдың 28 октябрендә, шағирҙың 90 йыллыҡ юбилейы көнөндә, башлана. Һөҙөмтәләр 2022 йылдың 21 мартында, Бөтә донъя шиғриәт көнөндә, иғлан ителәсәк.
Икенсе проект – “Тиктормаҫ” тигән ижади оҫтахана төҙөү. Уны “Аҡбуҙат” хәйриә фонды тормошҡа ашыра. Ул Бөтә Рәсәй Инвалидтар йәмғиәте ағзаларына анимация серҙәрен өйрәтеүгә арнала. Аҙаҡтан улар ҡатнашлығында балалар өсөн башҡорт телендә йәнһүрәттәр сығарыу күҙ уңында тотола.
Предварительный просмотр:
«Ҡатын-ҡыҙ яҙмышында... ҺУҒЫШ... »
Бүҙәнәкәй тигән, һай, аҫыл ҡош
Юрғалайҙыр оло юл менән.
Маңлайҙарға яҙған, һай, яҙмышты
Һепереп ташлап булмай ҡул менән.
Имән ағасҡайы, һай, тал булмаҫ,
Ҡайын һыуҡайҙары бал булмаҫ.
Ҡаҙандарҙа ҡайнап, һыу ҡуйырмаҫ,
Маңлайҙағы яҙмыш юйылмаҫ...
Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында урындағы Ағинәйҙәр ойошмаһы үткәргән “Бауырһаҡ байрамында” ишетергә тура килде был йырҙы. Халыҡтың тормош тәжрибәһен, күңел кисерештәрен тәбиғәт менән бер рәттән һүрәтләгән был әҫәрҙе йотлоғоп тыңланым. Башҡарыусыһына ла һүҙ әйтерлекме: килешле генә итеп башҡорт милли костюмын кейгән көр тауышлы, теремек инәйгә һис кенә лә 80 йәш бирерлек түгел. Сираттағы осрашыуҙа уға был йыр менән ҡыҙыҡһыныуымды белдерҙем. Әңгәмәләшсем Ҡаһарманова Әнисә Ислам ҡыҙы бик ихлас ризалыҡ бирҙе.
- Инәйемдең (диал.) яратып йырлаған йыры был, - тип һүҙ башланы ул.
- Һәр ваҡыт шул йырҙы көйләп йөрөр ине. Бәләкәйҙән был йыр күңелемә һеңеп ҡалған. Хәҙер уның иҫтәлеге итеп был әҫәр менән сәхнәләрҙә сығыш яһайым. Шул ваҡыттағы меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек инәйемдең яҙмышында ла Бөйөк Ватан һуғышының әсе һөрөмө ята. Ҡаһарманова Гөлсирә Сәхиулла ҡыҙы 1919 йылдың 8 майында йәмле Ҡыҙылғы йылғаһы буйында ултырған Ибраһим ауылында доньяға килә. Ике йәш ваҡытында әсәһе үлеп китә, атаһы үгәй инәй алып ҡайта. Бәләкәйҙән етемлек тормошоноң әсе емештәрен татып үҫергә тура килә уға. Үгәй әсәйҙең бик ҡыйырһытыуҙарын беҙгә илай-илай һөйләй торғайны, - тип һүҙен дауам итте Әнисә Ислам ҡыҙы.
- Шуғалырмы, бөтә йөрәк йылыһын биреп үҫтерҙе беҙҙе...Әй...Балалар иркәләп, етеш тормошта йәшәү яҙманы шул уларға, - әңгәмәләшсем көрһөнөп ҡуя.
- Уларҙың йәшлеген аяуһыҙ һуғыш уты көйрәтте... 1911 йылғы атайым Ҡаһарманов Ислам Бәҙетдин улы менән өйләнешеп йәшәй башлағас, 1939 йылдың март айында мин, оло ҡыҙҙары Әнисә, доньяға килгәнмен. Атайым башта фин һуғышына киткән, унан иҫән-һау әйләнеп ҡайта алған. Уларҙың матур тормоштары Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, туҡталып ҡалған, сөнки атайым июнь айында уҡ тәүгеләрҙән булып һалдаттар сафына баҫҡан. Ул киткәс, бөтә ауырлыҡ инәйемдең иңенә төшкән, етмәһә, икенсегә йөклө булып ҡалған. Октябрь айында һеңлем тыуған, ләкин йәш бала бәпләп ултырырға ваҡыты булмаған уның. Инәйемдең һуғыш ваҡытында эшләгән эштәрен һанаһаң, ҡул бармаҡтары ла етмәҫ кеүек... Шундай ауыр ваҡытта ауылда хат ташыусы булып эшләне, һәр йортҡа килгән аһ-зарҙы йөрәге аша үткәрә ине. Беҙ, аҙыраҡ үҫә төшкәс, уға ярҙам итә инек. Ауыл халҡынан һөт йыйып, Ҡарлыман станцияһына алып барып тапшырыусы ла ул булды. Ул саҡтарҙа беҙҙең “дувырҙа” “Дуваш” тигән үгеҙ бар ине, инәйемә һөт ташырға бер көн шуны биргәндәр. Ул үгеҙгә бер кем дә яҡын бара алмай ине. Флягаларын ултыртып, әрәмә буйынан китеп барғанда үгеҙе быны түбәнгә алып төшөп киткән, ярай үҙе иҫән ҡотолған. Шунан ҡайтҡас үкһеп-үкһеп илауҙары әле лә күҙ алдымда. Башҡа ул үгеҙҙе бирмәгәндәр уға. Элек баҫыуҙа, иген сәскәндә, сифат тикшереп йөрөүсе кеше була торғайны, инәйем был эште лә башҡарҙы.
Уның махсус белеме булмаһа ла, иҫәп-хисапҡа оҫта ине, агент булып, ауыл халҡынан налог йыйыу ҙа уның елкәһенә төштө. Тотош илдә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта ауылдаштар менән нисек уртаҡ тел табып эшләгәндер, иҫең китерлек. Беҙҙе ҡосоп күҙ йәштәренә ирек бирһә лә, зарланманы инәйем, рухы менән ныҡ булды. Атайым һуғыштан ҡайта алманы, йорт тирәһен нығытыу, утын-бесән хәстәрләү кеүек көндәлек мәшәҡәттәр уның алдына баҫты. Ләкин беҙ кәмселлек күреп үҫмәнек, һәр эштә инәйемә ярҙам итергә тырыша инек. Сөгөлдөр баҫыуында уның уң ҡулы булдыҡ: ҡул менән утау, тәпкеләү, көрәк менән сығарыу, таҙартыу беҙҙең осор балаларының бөтөн уйын мәлен алды. Машинаға тейәү, унан шәкәр заводына алып барып бушатыу ҙа инәйемдәр кеүек тылда ал-ял белмәй хеҙмәт тирен түгеүселәр иңендә булды. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла байтаҡ ауырлыҡтар менән аяҡҡа баҫтыҡ, әммә зарланманыҡ, колхозға килгән командировочныйҙарҙы ла йортҡа беҙгә төшөрәләр ине, юҡлыҡ тип торманыҡ, урын тар булһа ла, күңел киң булды... Әле йылдар шәлкеменән үткән ғүмерҙе байҡайым да инәйемдең моңһоуланып, һағышлы йырҙар йырлағанын иҫләп, үҙәгем өҙөлә. Уның моңо тормошон ҡәһәрле һуғыш уты теткеләгән барса тол ҡатын-ҡыҙҙарҙың, етем ҡалған сабыйҙарҙың, яу яландарында ятып ҡалған атайҙарыбыҙҙың яҙмыш йыры булып ғүмер буйына мине оҙата килде.
Һеңлем менән инәйемдең май айында 80 йәшен тәбрикләнек, 21 июндә йоҡоға киткән мәлендә баҡыйлыҡҡа күсте, йәне йәннәттә булһын. 22 июндә, ҡасандыр аяуһыҙ һуғыш башланған көн, мәңгелек йортона ҡуйҙыҡ, -тип тамамланы һүҙен Әнисә Ислам ҡыҙы.
Әйтергә кәрәк,был хәтирәләр еңел бирелмәне уға. Ни тиһәң дә уның бала саҡ йылдары ошо тотош илгә килгән ауыр йылдар менән бәйле бит. Бөгөнгө көндә булмышына инәләренең рухи көсөн алып, хәҙерге һәм киләсәк быуындарға сыҙамлыҡтың, миһырбанлыҡтың өлгөһө булып беҙҙең арала йәшәй улар. Үҙ сиратында беҙ, илебеҙең күк йөҙө тыныс, өҫтәлебеҙҙә яңы бешкән икмәк булһын өсөн йәш ғүмерҙәрен аямай дошман менән көрәшеүҙә фронтта ла, тылда ла алғы рәттә барыусыларҙың рухын хәтерҙә тоторға бурыслыбыҙ!
Әлиә Сәхибгәрәева
Ҡырмыҫҡалы райыны
Олокүл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенә технологик карта
Дәрес темаһы:
М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры
Дәрес төрө:
Яңы тема өйрәнеү дәресе
Класс: 6 класс
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: темаға ҡағылышлы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланып логик яҡтан дөрөҫ һәм бәйләнешле булған һөйләмдәр төҙөй белеү, М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу;
Метапредмет (предмет- ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, ; бергә төҙөлгән план буйынса эшләү; үҙеңдең фекереңде әйтә белеү;
б) танып белеү: яңы белемде дәреслеккә, интернет селтәренә, башҡа сығанаҡтарға таянып алырға өйрәнеү, шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү ;
в) коммуникатив:үҙ- ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү;
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: бөйөк әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт, үҙҙаллылыҡ сифаттарын тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, интерактив таҡта, презентация.
Предмет- ара бәйләнеш
Башҡорт теле,тарих
Дәрес этаптары
Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ
1.Ойоштороу мәле.
Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.
Сәләмләү.
Һаумы,ҡояш!
Һаумы,яҡты көн!
Мин сәләмәт,мин матур,
Салауат кеүек батыр!
Бер –берегеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ һәр бер-беҙгә яҡшы теләктә ҡалайыҡ
Фонетик күнегеү: (башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау)
- Уҡыусылар башҡорт теленә генә хас нисә өн бар?( 9 өн бар)
- Әйҙәгеҙ уларҙы иҫкә төшөрөп, ҡабатлап китәйек һәм һүҙҙәр менән нығытып ҡуяйыҡ .
( хәрефтәр күрһәтеп әйтә барыу)
Ә – әтәс, мәктәп
Ө – өкө, өй
Ү – үтек, үгеҙ
Ҡ – ҡар, ҡыш
Ғ – турғай, ҡарға
Һ – Һандыҡ, һарыҡ
Ҙ – ҡаҙ, ҡыҙ
Ҫ – кеҫә
Ң - саңғы
- Эйе, ошо өндәрҙе дөрөҫ әйтһәк һеҙҙең телегеҙ мотлаҡ матур булыр.
- Әйҙәгеҙ, ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ.
Минең яратҡан миҙгелем-ҡыш. Беҙ дуҫтар менән ҡар малай яһайбыҙ,саңғы шыуабыҙ.
2.Өй эшен тикшереү.
Бер- нисә уҡыусыны тыңлап үтәйек.
3. Дәрес темаһын белдереү.
-Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән 5-се класта «Дан кәпәс түгел», «Сыйырсыҡ балаһы» хикәйәләрен уҡып киткәйнек. Был хикәйәләрҙең авторын билдәләп китәйек . (М.Кәрим)
-Мин өҙөктәр менән таныштырам, уҡыусылар, һеҙ ниндәй әҫәрҙән икәнен табығыҙ.
(Интерактив таҡтала презентациянан әҫәрҙән өҙөктәр уҡыла)
"-Әйҙә, улым өйгә инәйек әле.
-Беҙ, ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башына...
-Хәҙер китерһегеҙ. Айҙар әҙ генә сабыр итер.
Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды."
-Бына , әсәй, сыйырсыҡ балаһы тоттом, оянан ҡолап төштө,- тине Әлфиә. - Ярма бирсе тиҙерәк.
-Бар , хәҙер үк кәртә башына сығарып ҡуй үҙен,- тине әсәһе, - инәһе табып алыр."
"Төндә кескәй ҡыҙ шундай төш күрҙе.Ҡурҡыныс ҡара урманда ул аҙашып йөрөй , имеш. Тирә- яғында бүреләр олой, айыуҙар үкерә, әллә ниндәй йәмһеҙ ҡоштар ҡысҡыра, быҙау ҙурлығы ала бесәй, күҙҙәрен йылтыратып, уға ташланырға самалай."
-Ә был юлдар тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.
Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Икенсеһе- минең тәнемдә.
(Шиғри юлдар, һуғыш темаһына, бәлки Мостай Кәрим һүҙҙәрелер.)
-Тимәк, беҙ һеҙҙең менән, нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
(М.Кәримдең ошо шиғыры менән танышасаҡбыҙ)
-Эйе, дәрестең темаһы "М.Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" тигән шиғыры."
- М.Кәримдең биографияһын өйҙә үҙ аллы ҡарап килергә ине.
6.Яңы тема менән таныштырыу.
(Уҡытыусының сығышы презентация менән аралашып килә)
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән М.Кәримдең һуғыш йылдары тураһында һөйләшеп китәбеҙ. Һуғыш - иң ҡурҡыныс бәлә.
Был хәл М.Кәрим менән 1942 йылда була. Ул артиллерияла элемтәселәр начальнигы була. Дошман танкылары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.Кәрим ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була.
19 йыл үткәс, М.Кәрим был хаҡта «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып, уны радио, телевизорҙа уҡығандан һуң, М.Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған була, ә исеме шиғырҙа әйтелмәй. Шуғалыр ҙа, хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә В.Фомин балалар йортонан була.
Кемдәрҙән хат килгән – барыһына ла яуап яҙған М.Кәрим.
7. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры буйынса эш.
-Хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән шиғыр буйынса эш алып барайыҡ.
Һүҙлек эше:
епшек- мокрый
әрнеү- ныть или болеть
ярсыҡ- осколок
гонаһ-грех
(Һәр һүҙ менән һөйләмдәр уйланыла, миҫалдар килтерелә.)
Уҡытыусы уҡый.
Үҙ аллы уҡыу.
Эстәлеген аңлауҙы тикшереү: - Шиғырҙа ниндәй яра турында һүҙ бара?
- Яраның авторға ҡағылышы бармы? (Үпкәһе яраланған, комсомол билеты тишелгән.)
- «Бәлки үсем кәмер дошманға, тәнемдәге тимер эреһә» тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн ҡар яуған һайын авторҙың яраһы һыҙлай?
( Тәбиғәт менән кеше бер-береһенә бәйле һ.б.)
8. Ял минуты.
Йомшаҡ ҡар яуа,
Яуа ла яуа.
Аҡ мамыҡ менән
Ҡарҙар ҡаплана.
Буран да сығыр,
Ҡарҙы йүгертер.
Сана шыуырға
Тауҙар өлгөртөр.
9. Ә хәҙер ҡысҡырып тасуири уҡыйбыҙ.
-Ниндәй кәйеф менән уҡырһығыҙ? ( Күңелһеҙ,ҡайғылы)
-Ни өсөн?
берәмләп;
парлап;
төркөмләп уҡыу.
10. Дәфтәрҙә эш. (Төркөмдәрҙә эш.)
Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, аҙна көнөн , класс эше тип яҙабыҙ.
1.Шиғырҙа осраған һандарҙы яҙып алығыҙ.
2.Һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ.
11. Дәресте йомғаҡлау.
Маҡсатҡа ирештекме?
- Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?
-Был шиғырҙың тарихы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
-Дәрестән ниндәй кәйеф менән китәһегеҙ?
- Үҙегеҙгә билдә ҡуйығыҙ.
12. Өй эше биреү:
Шиғырҙы ятларға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок по методике преподавания математике по теме: Методика ознакомления с составной задачей.
Цели урока:1. Познакомить студентов с методикой работы над составной задачей.2. Учить использовать схемы при работе над задачей.3....
Соотношение методики Н. Аха и методики Л. Выготского-Н. Аха в исследовании генезиса понятий
Эссе об исследовательских методиках классиков психологии по исследованию понятийного мышления...
Методики на развитие воображения. Методики на владение своим голосом.
Ребенок выбирает определенную роль. Описывает как он выглядит, говорит, одевается, передвигается и т.д. Большое внимание уделяется тому, как он будет себя вести, чем заниматься, исполняя эту роль...
Методика изучения уровня воспитанности учащихся по методике Капустина
Данная методика позволяет классному руководителю выявить у учащихся уровень воспитанности - сформированности таких качеств, как бережное отношение к природе, школе, любознательность, прилежание, эстет...
Методика для изучения социализированности личности учащегося (методика М.И.Рожкова)
Методика для изучения социализированности личности учащегося (по методике М.И.Рожкова)...
Методик ҡумта
Методик ҡумта...
"СЕРЛЕ ҠУМТА"
КОНКУРС...