Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. Мәҡәлә.
статья (11 класс)
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
ukyusylarzyn_izhadi_hlten_ustereu._statya.doc | 46.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы,
Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү
Һәр балала тыумыштан уҡ ниндәйҙер кимәлдә үҙенсәлекле ижади һәләт һалынған. Ә уҡытыусы был осраҡта үҙенең педагогик тойомлауы аша ошо мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмай үҫтерергә һәм юғары уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Шул ваҡытта хәҙерге заман технологияларын оҫта ҡулланып эш иткән осраҡта ла бала уҡытыусының йылы мөнәсәбәтенә, үҙенә ҡарата ышанысына ла мохтаж.
Йәмғиәтебеҙгә ижади яҡтан һәләтле бала күп кәрәк. Һәр тел уҡытыусыһының маҡсаты үҙ фекерен дөрөҫ, аныҡ итеп әйтә белгән, үҙен бар яҡлап аса алған, ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерен белдергән, хистәрен асып бирә алған бала тәрбиәләү.
Бөгөнгө көндә йәшерен батырыны юҡ бала уҡыуға бик теләмәй килә, ҡайһы саҡ бөтөнләй ҡыҙыҡһыныуы булмай. Шул саҡта дәрескә ылыҡтырыу маҡсатында 5-6 синыфтарҙа түбәндәге эш алымдарын алырға мөмкин.
1) Дәрестең инеш өлөшөндә балала фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур. Мәҫәлән, күп дәрестәрҙе беҙ уҡыусылар менән бер-беребеҙгә ҡағыҙҙан яһалған йөрәк йәки сәскәләр бүләк итеүҙән башлайбыҙ. Бүләк биргән саҡта матур йылы һәм тылсымлы һүҙҙәр ҙә әйтеү кәрәк. Мәҫәлән, “Мин был сәскәне һиңә бүләк итәм, сөнки...”, “Йөрәгемдән сыҡҡан иң ялҡынлы һүҙҙәр һиңә генә” һ.б.
2) Дәрестең практик өлөшөндә интеллектуаль һәләтте асҡан төрлө һорауҙар ярҙамында ял минуты үткәрергә була.
- Әкиәт нимә менән башлана?
- Осоп китә, йөҙөп китә,
Ваҡыт еткәс, иреп бөтә. (Йомаҡтың яуабын тап.)
- Китаптың беренсе бите нисек атала?
- Әкиәттәрҙә ҡуян ниндәй сифаттар хас? һ.б.
3) Таҡтала ике предмет яҙыла. Ул предметтар бер –береһенә бөтөнләй бәйле булмауы мөмкин. Уҡыусылар ошо ике предмет исемен бер-береһенә бәйләп төрлө ҡыҙыҡлы һөйләмдәр төҙөйҙәр. Мәҫәлән, сәскә – китап, ҡәләм – айыу, компьютер – күпер.
4) Мин кем?
- Һин бал ҡортона әйләндең тип күҙ алдына килтер. Үҙеңдең бал ҡортона әйләнеүең тарихын күҙ алдына килтер һәм тасуирла. Был осраҡта уҡытыусы уҡыусыға төрлө һорауҙар бирергә мөмкин. Һинең яратҡан эшең. Һин нимәнән ҡурҡаһың? Күпме ваҡыттан һин кире үҙ хәлеңә ҡайтырға теләр инең? Ни өсөн? һ.б.
- Уҡыусыларға төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар әйтергә була. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында көн аша алма һуты аға, ти. Һин ни эшләр инең? (Уҡыусылар был күренешкә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтә)
5) Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлергә. Төрлө предмет атамалары яҙылған карточкалар таратыла. Карточкала яҙылған предмет тураһында һин исемен әйтмәй генә һөйләргә тейешһең һәм иптәштәрең уның нимә тураһында һүҙ барыуын әйтәләр.
6) Уҡыусыларға яҙма һәм һөйләү телмәрендә һүрәтләү сараларын ҡулланырға өйрәнгән саҡта төрлө эш төрҙәре ҡулланып була. Мәҫәлән, бәпембә, ҡар бөртөгө, ҡарлуғас, күл кеүек һүҙҙәргә сағыштырыу, эпитет, метафоралар уйлау. Башта улар менән һүҙбәйләнеш, аҙаҡ һөйләмдәр уйлау.
7) “Матрёшка” уйыны. Йәғни йыйнаҡ һөйләмде тарҡау һөйләмгә әйләндереү. Мәҫәлән, Имән үҫә. Мәғрүр имән үҫә. Ҡурыуҙы ла мәғрүр имән үҫә.
8) Һәр кемгә шиғыр яҙыу һәләте бирелмәй, ул кемдәргәлер бик ауыр бирелә. Был осраҡта уҡыусылар менән рифмалы һүҙҙәр табабыҙ, бындай эштәрҙе төркөмдә эшләү ҙә отошло. Бер төркөм рифма уйлай, берәүҙәр шиғыр яҙа, өсөнсөләр уға көй уйлай, ә дүртенсе төркөм һүрәт төшөрә. Һәр бала үҙе теләгән төркөмдө һайлаһа һөҙөмтә юғарыраҡ буласаҡ.
9) Дәрестең йомғаҡлау өлөшөндә уҡыусылар үҙҙәрендә оҡшамаған сифатты ҡағыҙ биттәренә яҙалар, уҡыйҙар һәм йомарлап ҡый биҙрәһенә ырғыталар. Йәки үҙҙәрендә тәрбиәләргә теләгән ыңғай сифаттарҙы дәфтәрҙәренә яҙалар.
Уҡыусының һөйләү телмәре менән берлектә яҙма телмәре лә сағыу, нәфис һәм ҡыйыу булып үҫергә тейеш. Бының өсөн уҡыусынан күргән белгәнен, образлы һәм тойғоло итеп бирә белеү, уй-фекерен башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек итеп яҙа алыу һәләтен үҫтереү зарур. Ижади эш ваҡытында уҡыусының эске донъяһы сағыла, уның үҫеше, донъяға ҡарашы, тормошҡа мөнәсәбәттәре күренә.
Ижади ҡарашлы уҡытыусы ғына заманға ярашлы ижадҡа маһир уҡыусы тәрбиәләй ала. Бөгөнгө көндә уҡытыусыларҙың эше иҫ китмәле күп, ә йәмғиәт беҙгә ҙур һөҙөмтә көтә. Ә был эштәрҙе йырып сығыр өсөн, уҡытыусы үҙе лә заман менән бергә атлаған, уҡыусылар менән бер тулҡында булыуы кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ижади ҡарашлы шәхестән генә ижади шәхес үҫә ала.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе 7-9 синыфтарҙа бер аҙ ҡатмарлыраҡ һәм йәш үҙенсәлегенә ярашлы эш алымдары менән ҡыҙыҡтырырға була.
- “Хат яҙ” алымы. Уҡыусыларға хат яҙыу тәртибен өйрәтеү. Уларҙан үҙҙәренең туғандарына, билдәле шәхестәргә хат яҙҙырыу.
- “Ҡотлау һүҙе”. Һәр байрам айҡанлы дуҫтарға, туғандарға, таныштарға ҡотлау һүҙҙәре яҙыу. Ҡотлауҙарҙы дәрестә телдән һөйләргә өйрәтеү, аҙаҡ яҙма вариантын әҙерләү. Ҡотлау һүҙҙәрен бер хәрефкә генә башланған теләктәр теҙмәһенән дә яҙҙырыу отошло. Мәҫәлән, бәхет, батырлыҡ, байлыҡ, баҙнатлылыҡ, баҙыҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, белдеклелек, белеклелек, белермәнлек, берҙәмлек йәки бошонма, бойоҡма, боларма, болғанма, борсолма, буталма, бәйләнмә һ.б.
- Иғлан, афиша, рекламалар яҙыу. Тыуған яҡтың гүзәл һәм матур, данлы урындарына рекламалар эшләү. Иң уңышлыларын интернет селтәрҙәренә тәҡдим итеү.
- Ваҡытлы матбуғат менән берҙәмлек булдырыу. Уҡыусылар менән берлектә шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр ижад итеү. Гәзит-журнал биттәренә мәҡәлә яҙыу.
- “Танышайыҡ.” Уҡыусыларға интервью төрҙәре тураһында белешмә бирелә. Һәр ғаилә ағзаһынан, дуҫтарҙан төрлө темаларға интервью алыу.
- Проект төҙөү. Проекттар менән синыф алдында сығыш яһау. Мәҫәлән, “Уңышлы уҡыусы”, “Минең йәшәү маҡсаттарым”, “Йәнтөйәгебеҙ”, “Яҡташ яҙыусылар”, “Дарыу үләндәре”, “Мин һайлаясаҡ һөнәр” кеүек темаларға проект эштәре тәҡдим итеү.
Үрҙә һаналған ябай ғына эш төрҙәре уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята ала. Уҡыусының ижади һәләтен асыуҙа ла ниндәйҙер бер этәргес булыуы мөмкин. Ижади эшмәкәрлектә кеше үҫешә, тәжрибә туплай, тәбиғи һәләттәре асыла. Ижади шәхес – ул милли ғорурлыҡ һәм илебеҙҙең ысын байлығы.
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү процесы дәрестәрҙә нигеҙ һалынһа һәм тәүге аҙымдар яһалһа, артабан ул кластан тыш эштәрҙә ҡанат йәйергә, үҫеп китергә мөмкинлек ала. Ижади эшләүсе уҡытыусы үҙ фәне буйынса өҫтәлмә дәрес йәки түңәрәк алып бара. Бигерәк тә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары был эштән азат түгел. Улар мөмкинлектәренә ҡарап, төрлө түңәрәктәргә етәкселек итәләр. Йәш хәбәрселәр, драма, фольклор, халыҡ йолаларын һәм тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү, тасуири уҡыу һәм башҡа түңәрәктәр алып барыла.
Беҙҙең мәктәптә “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге бик уңышлы эшләй. Түңәрәк ағзалары “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре, “Аманат” һәм “Аҡбуҙат” журналдары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Уҡыусылар дуҫтары, үҙҙәре йәшәгән урын, булған ваҡиға, күренеш һәм хәлдәр, уларҙы борсоған ваҡиғалар тураһында яҙып ебәрәләр. Шулай уҡ шиғриәт һәм проза менән мауығыусылар үҙҙәренең ижади һәләтен һынап ҡарайҙар. Хәбәрселек аша уҡыусылар журналистика өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһайҙар.
Түңәрәк эше йыл дауамында алып барыла. Ултырышында һәр уҡыусының ижадына анализ яһала, тәҡдимдәр һәм кәңәштәр бирелә. Уҡыусылар бер-береһенең ижадын тыңларға һәм баһаларға өйрәнә. Һуңғы йылдарҙа мәктәптең тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы “Йәншишмә” һәм “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе” исемен йөрөтә. Сығарылыш ың байтағы һөнәре буйынса филология һәм журналистика өлкәһен һайланы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...
Гәзит биттәрендә уҡыусылар ижады
Уҡыусылар ижады...
Гәзит биттәрендә уҡыусылар ижады
Уҡыусылар ижады...
Педагогик концепция: "Проблемалы уҡытыу аша уҡыусыларҙың монологик телмәрен үҫтереү".
Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдары уҡысының телмәре ярлылана бара. Шунлыҡтан мин ошо проблемаға туҡталып, уның хәл итеү юлдарын эҙләр...
Уҡыусыларҙың сенсор һәләттәрен үҫтереү алымдары
Портфолиога...
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары
Педагогик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илде...
Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланып ижади шәхес үҫтереү.
Ижади эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу арттырыу өсөн методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау, танып белеү һәләтлелеге тәрбиәләүҙең төп нигеҙҙәр...