Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланып ижади шәхес үҫтереү.
план-конспект урока
Ижади эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу арттырыу өсөн методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау, танып белеү һәләтлелеге тәрбиәләүҙең төп нигеҙҙәрен өйрәнеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_tele_drestrend_innovatsion_tehnologiyalar_kullanyp_izhadi_shhes_ustereu.doc | 126.5 КБ |
Предварительный просмотр:
“ Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланып ижади шәхес үҫтереү”
Автор: Күҙбаева Наилә Нәҙир ҡыҙы
Минең педагогик эшмәкәрлегем “ Башҡорт теле дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡулланып ижади шәхес үҫтереү” тип алынды.
Маҡсат:
башҡорт телен өйрәнгән балаларҙың танып белеү һәләтен, ҡыҙыҡһыныуын арттырған, логик фекерләүгә өйрәткән, төрлө яҡлап ижади шәхес итеп үҫтереүсе эффектлы алымдарҙы һайлап алыу һәм ҡулланыу.
Был маҡсатҡа ирешеү өсөн, ошондай бурыстар ҡуйылды:
1. Ижади эшкә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныу арттырыу өсөн методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау, танып белеү һәләтлелеге тәрбиәләүҙең төп нигеҙҙәрен өйрәнеү.
2. Һәр балала айырым шәхесте күрә белеү.
3. Уҡыусыларҙың белем алыуға эҙләнеүҙәр аша килеүен ойоштороу.
4. Балала үҙ көсөнә, үҙ-үҙенә ышаныс, логик фекерләү һәләтен үҫтереү.
5. Әҙәби әҫәр өлгөһөндә телде, мәҙәниәтте, сәнғәтте өйрәнеү аша кешелеклелек, әҙәплелек кеүек сифаттар, ижади юғарылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү.
6. Белем биреүҙә инновацион алымдар ҡулланыу.
Төп принциптар:
1. Уҡыусыларҙа ижади һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
2. Уҡыу материалын аңлы үҙләштереү принцибы. Башҡорт теленең орфографик, орфоэпик ҡағиҙәләрен һөйләү һәм яҙма телдәрҙә аңлап ҡулланыу, аңлата белеү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
3. Коммуникатив нигеҙҙә өйрәтеү принцибы. Уҡыусыларҙың телмәрҙәрен ситуатив күнегеүҙәр аша әҙерлекһеҙ телмәр тыуҙырыу, һөйләү күнекмәләрен автоматлаштырыу.
4. Функционаллек принцибы.Уҡыу эшмәкәрлеген тәбиғи аралашыу шарттарына яҡынайтып аралашыу.
5. Яңы заман талаптары, тормош менән менән бәйләп уҡытыу.
6. Уҡытыуҙа яңы технология алымдары ҡулланыу.
7. Ижади эшмәкәрлеккә өйрәтеү, тәрбиәләү, шәхес үҫтереү бурыстарын бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә тормошҡа ашырыу.
8. Үҙ аллы эшләргә, белем алырға, үҫешергә юл күрһәтеү.
Ижади шәхесте үҫтереү алымдары
✔ Проблемалы уҡытыу
Был системла уҡыусы эҙләнә, һорауға яуапты таба, дөрөҫлөктө үҙе аса.Проблемалы уҡытыу баланың танып-белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, фекерен үҫтерә, уҡыу процессына ҡыҙыҡһыныу арттыра, үҙ аллы эшләү күнекмәләре бирә.
✔ Эҙләнеү-тикшеренеү алымы
Уҡыусы эҙләнеүҙәр, тикшеренеүҙәр аша проблеманы хәл итә.
✔ Дифференциялау алымы
Был педагогик алым һәр уҡыусының мөмкинлеген һәм шәхси һәләтен иҫәпкә алып уҡытыуға ҡоролған.Уның үҙенсәлеге, белем, ҡыҙыҡһыныу, кимәле буйынса төркөмләп, парлап, индивидуаль эшләүгә нигеҙләнә.
✔ Проектлау алымы.
Ниндәйҙер проблема өҫтөндә ентекле, эҙмә – эҙлекле эшләү. Был технология балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, реаль тормош менән бәйле үҫә, фәнни эш алымдарын үҙләштереп төркөмдә эшләй белеү күнекмәһе булдырыла, үҙ-үҙеңде контолләү арта, белем яҡшыраҡ нығытыла, ижади фекерләү һәләтен үҫтерә, иң мөһиме - белемде эҙләнеҙәр аша табырға һәм файҙаланырға мөмкинселек бирә .
Проектлауҙың этаптары:
1) проекттың башы (уҡыусылар проблеманы асыҡлай, маҡсатын билдәй)
2) планлаштырыу (бурыстарҙы билдәләйҙәр, мәғлүмәт сығанаҡтарын асыҡлайҙар)
3) ҡарар ҡабул итеү (мәғлүмәт менән эшләйҙәр, йыйылған материалдарҙы анализлайҙар, кәрәклеһен һайлап алалар)
4) эшләү (проектлау барышында эҙләнәләр, тикшерәләр, һөҙөмтәләрен эшкәртәләр)
5) һөҙөмтәне баһалау (проектты анализлайҙар)
6) проектты яҡлау (доклад әҙерләү, һөҙөмтәләргә нигеҙләнеп яҡлау)
Башҡорт теле дәресендә ижади шәхес үҫтереүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында түбәндәге ижади эш төрҙәре ҡулланам:
❖ Традицион булмаған дәрестәр ( дәрес-уйын, дәрес-ярыш, дәрес-лекция, дәрес-сәйәхәт, дәрес-осрашыу, дәрес-ринг, дәрес-йыйын һ.б.).
❖ Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссвордтар һ.б.
❖ Сәнғәт ( йыр, музыка ҡоралдары, бейеү).
❖ Яҙма эш ( картина буйынса инша, ижади изложениелар, иншалар…).
❖ Ижади характерҙағы эштәр ( шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр ижад итеү).
❖ Халыҡ ижадын өйрәнеү.
❖ Шәжәрә төҙөү.
❖ Рецензия, докладтар, сығыштар.
❖ Сәхнәләштереүҙәр әҙерләү.
❖ Эҙләнеп - тикшеренеү эшенә йәлеп итеү.
❖ Уҡыусыларҙың ижади эштәрен балалар баҫмаларына ебәреү.
❖ Рефераттар, папкалар төҙөү.
❖ Синыфтан тыш сараларҙа ҡатнашыу.
Дәрес – уҡытыусының ижади эше. “Дәрес- ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхләҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”, - тип яҙған В. А. Сухомлинский. Шул осҡондо тоҡандырыу өсөн, бөгөнгө уҡытыусы төрлө яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан – яңы алымдар, информацион технологияларҙы ҡулланыусы шәхес булырға тейеш. Информацион технологиялар телде өйрәнеүҙә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле методы, аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектлы сараһы булып тора. Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Хәҙер башҡорт Интернет селтәрендә бик күп сайттар барлыҡҡа килде. Башҡорт йырҙары, башҡорт әҙәбиәте, фотоальбомдар, тарихи сайттарҙа уҡыусылар ҡыҙыҡһынып дәрескә кәрәкле материалдарҙы эҙләй, ҡуллана.
Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була : лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектән файҙаланыу); дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр( орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр, текстар төҙөү, редакторлау; видеофильмдар ҡарау, видеороликтар эшләү, күрһәтеү һ.б.
“Башҡорт теле.ru” дәреслектәрен дә файҙаланам. Был дәреслек бөтә кластарҙа ла урынлы, сөнки рус мәктәбендә уҡыған балаларҙың һүҙлек байлығы ҙур түгел, ә сағыу төҫтәге һүрәттәр, йыр, музыка, шиғыр, кроссворд, уйындар, мәҡәләләр, көләмәстәр, диалогтар башҡорт телендә төрлө темаға аралашырға, грамоталы уҡырға, яҙырға өйрәтә.
Ғөмүмән, компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкиселек бирә.
Баланың үҙ аллы ижади эшләү һәләтен үҫтереүҙә һүҙлек эштәре һис шикһеҙ ярҙам итә. Һүҙлек эшен төрлөләндереү аша ғына баланың һүҙгә, һүҙ байлығына, мәғәнәһенә мөнәсәбәтен, иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереп була.Тимәк, уҡыусының ижади үҫешендә һүҙлектәр мөһим роль уйнай.
Традицион булмаған дәрес төрҙәре
Дәрес төрө | Тема |
Дәрес – уйын | Башҡорт теле. “Башҡорт халыҡ уйындары”. |
Дәрес – ярыш | Башҡорт теле. “Һан”. |
Дәрес – лексия | Башҡорт әҙәбиәте. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәт”. |
Дәрес – сәйәхәт | Башҡорт теле. “Спорт иленә сәйәхәт”. |
Дәрес – осрашыу | Башҡорт теле. “Һөнәрҙәр”. |
Дәрес – ринг | Башҡорт теле. “Фонетика” буйыса ҡабатлау. |
Дәрес – йыйын | Башҡорт әҙәбиәте. “Халыҡ ижады” темаһын йомғаҡлау. |
Дәрес – хеҙмәт (ҡатнаш дәрес) | Башҡорт теле. “Төҫтәр”.(Төрлө төҫтәге флажоктар эшләп була) |
Дәрес-консультация | Башҡорт әҙәбиәте. “Н. Мусиндың тормошо һәм ижады. “Мәңгелек урман” романы.” |
Һәр дәресте темаға ярашлы артикуляцион күнегеүҙән башлайым.
Мәҫәлән, “Йорт ҡоштары” темаһына ошондай шиғыр юлы алам.
Урамдан килә ата- ҡаҙ,
Бәпкәләрен эйәртеп,
Уларҙы үҙе шикелле
Ҡаңғылдарға өйрәтеп.
Түбәндәге эш төрҙәре алам:
✔ уҡытыусы уҡый;
✔ үҙ аллы уҡыйҙар;
✔ аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙабыҙ, уларҙы һүҙлектән эҙләп, шиғырҙы тәржемә итәләр;
✔ япраҡ ҡыштырлаған кеүек, буксирлап, шатланып, илап, айыу, сысҡан һ.б булып уҡытыу;
✔ Ҡ өн-хәрефенә ижектәр уҡыу, һүҙҙәр уйлау, һүҙбәйләйнештәр, һөйләмдәр төҙөү кеүек эштәр башҡарабыҙ;
✔ Ҡҡ өн-хәрефен матур яҙҙырыу минуты ла үткәрәм.
Артикуляцион күнегеүҙән сығып, уҡыусылар ниндәй тема үтәсәкте билдәләйҙәр.
Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, ребустар, кроссвордтар)
“Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлектә, зирәклектә, тапҡырлыҡта, иғтибарлылыҡта, һиҙгерлектә ярыша. Бындай һәләттәрҙе һәр кем үҙе өсөн уйнағанда ғына түгел, күмәкләп уйнағанда күрһәтергә тырыша. Сөнки уның уңышы – команданың уңышы, команданың уңышы – уның уңышы. Шуға күрә уйындарҙа бер-береңә арҡаланыу, бер - береңә һалыныу насар ғәҙәт иҫәпләнә. Шул иһә бала – сағаны үҫтерә, коллективлыҡ тойғоһо тәрбиәләүенә булыша”, - тип яҙа күренекле фольклор белгесе Ә. М. Сөләймәнов.
Күренекле педагогтар Г. К. Селевко, С. А. Шмаков, Л. Н. Петрановская, Л. И.Пироговалар хеҙмәттәрендә уйын балаларҙың белем алыуында, ижади үҫеүендә,
уйлап сығарыу һәләттәрен үҫтереүендә мөһим роль уйнауын иҫбатлайҙар.
Мнемоһүрәттәр – схемалар
Мнемоника- информация һалынған схема, йәғни конкрет булмаған шартлы билдәләрҙән образдарға күсеү. Мнемоюл-тәбиғәт күренештәре менән танышҡанда, хайуандарҙы һүрәтләгәндә һәм хикәйә төҙөгәндә бик ҡулайлы. Баланың фекерен байыта, иғтибарын туплай, тасуири һөйләү һәләтен үҫтерә.
“Һүҙҙәр сылбыры” уйыны. Мәҫәлән, КӨҘ, ҘУР, РУЧКА, АЛМА…
Хәҙер ошо һүҙҙәрҙән һәйләмдәр, хикәйә төҙөйөк.
Сәнғәт
Дәрестәремдә йыш ҡына сәнғәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәм, сөнки халыҡтың йыр - моң мираҫы – ул бала күңелендә рух осҡондары тоҡандыра. Милли көйҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ – балаларға оло ҡыуаныс, рухи ләззәт, илһам бирә. Һәр кем йырға тартыла. Мин дә дәрестәремдә үткән темаға тап килгән йырҙар өйрәтәм. Был эш төрө балаларҙың телде өйрәнеүҙә, уны тормошта ҡулланыуҙа ,уҡыусының ижади үҫешендә ҙур этәргес тип уйлайым.Уҡыу йылы башланыу менән “Ерем, илем, телем” йырын өйрәттем. Был йыр тыуған илгә, телгә һөйөү хисе тәрбиәләй, халыҡҡа ихтирам хисе тәрбиәләй.
“Мәктәп” темаһын үткәндә “Мәктәбем” йырын , “ Ҡыш” темаһына “Тышта ҡар яуа” , Салауат Юлаев тураһында үткәндә Рәми Гарипов һүҙҙәренә “Салауат батыр”, 23 февраль, 9 Май байрамдары алдынан “Ерҙән һалдат атлай…”, “Олатайым миҙалдары” кеүек йырҙарҙы өйрәтәм.
Балалар өсөн йырҙарҙы яҙған Гөлдәр Ишҡыуатова, Альбина Имаева ижадына һоҡланам, яратам, ҡулланам.
Йырҙы өйрәтеү үҙе бер ҙур эш талап итә: йырҙың һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү, тәржемә итеү,темаһын аңлау, тасуири уҡыу һ.б.
Сәнғәт өлкәһендә эшләгән йырсыларыбыҙ, артистарыбыҙ тураһында
9 мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән, “Тамаша”, “Аманат”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарынан алам. Артистарыбыҙ тормошо һәм ижады тураһында уҡыусылар менән папка булдырҙым, ә инде йырҙарын аудиояҙманан тыңлатам.
Данлыҡлы, донъяға билдәле ҡурайсылар - Азат Айытҡолов, Азат Биксурин, Рушан Биктимеров, ҡумыҙсылар - Роберт Заһретдинов, Миндеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың уйнауҙарын тыңлайбыҙ, бейеүселәрҙе ҡарайбыҙ.Үҙем ҡумыҙҙа уйнайым, уҡыусыларҙы ла өйрәтәм.
Яҙма эш.
Телдең үҙе кеүек, яҙма телмәр ҙә кешелек йәмғиәтендә аралашыу – коммуникация функцияһын үтәй. Шуға күрә мәктәп алдына яҙма телмәрҙе сағыу, нәфис һәм ҡыйыу аралашыу сараһы итеү бурысы ҡуйыла. Бының өсөн уҡыусынан белгән – күргәнен, үҙ тәжрибәһен ҡыҫҡа, аныҡ образлы һәм тойғоло итеп бирә белеү, уй – фекерен нигеҙләп, иҫбатлап, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итерлек кимәлдә яҙа алыу һәләтенә эйә булыуы талап ителә.
Тел арлашыу процессында камиллашҡан кеүек, яҙма телмәр ҙә күнегеүҙәр ваҡытында камиллаша, шымара.
Л.Т. Выготский, Н. И. Жинкин, А. Н. Соколов,Т. А. Ладыженская, М. Р. Львов
һымаҡ психологтар һәм методистар яҙыу телмәренең үҙенсәлектәрен, айырмалыҡтарын һәм механизмын өйрәнеп, фәнни нигеҙен барлыҡҡа килтергәндәр, уның өҫтөндә эшләү юлдарын асып биргәндәр.
Инша темаһы – яҙма эштә яуап бирәһе һорау, асыҡлайһы, хәл итәһе мәсьәлә. Шуға күрә тема һайлап алғас та, нимә тураһында яҙасаҡты күҙ алдына килтереү мөһим.Иншаның төп фекере – ҡуйған һорауға яуап.
Инша яҙыуҙың механизмы: һүҙҙәр, һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр, һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр, һөйләмдәрҙән текст. Был эш инша яҙырға өйрәтеүҙә ҙур ярҙам. Иншаны түбәндәге тәртиптә яҙырға өйрәтеп була:
✔ Теманы яҙ.
✔ Иншаны нисек башлау тураһында уйла, бер һөйләм менән ҡараламаға яҙ.
✔ Артабан иншаны нисек дауам итәсәгеңде уйла, бер һөйләм менән яҙып ҡуй.
✔ Иншаның нисә бүлектән торасағын билдәлә, план төҙө.
✔ Эстән генә бер бүлектең йөкмәткеһен һөйләп сыҡ, ҡараламаға яҙылышы яңынан ауыр һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй.
✔ Был һүҙҙәрҙең яҙылышын орфографик һүҙлектән ҡара.
✔ Һәр бер һөйләмде эстән генә әйтеп, иншаны план буйыса ҡараламаға яҙ.
✔ Яҙғаныңды тотош уҡы.
✔ Үҙеңә оҡшамаған ереңде төҙәт, алмаштыр.
✔ Иншаны күсереп яҙ.
✔ Иғтибар менән уҡып сыҡ.
✔ Хаталары булһа, төҙәт.
✔ Кәрәкһеҙ тип һаналған һүҙҙәрҙе һыҙ, уның урынына һайлаған һүҙҙе өҫтөнә яҙып ҡуй.Өҫтәмә һүҙ, һөйләмдәрҙе дәфтәр ситенә яҙ.
Ижади, ирекле темаға яҙылған иншалар уҡыусының шәхси күҙәтеүенә нигеҙләнә. Балалар тормошо бындай иншалар өсөн ҙур материл бирә.Тәбиғәт менән осрашыу, сәйәхәт, ғаилә, яратҡан кешеләрең, дуҫлыҡ – бөтәһе лә уҡыусыға яҡын өлкәләр. Улар баланы күҙәтеүсән, иғтибарлы булырға, ишетергә - тыңларға, уйланырға, уратып алған донъяны һәм кешеләрҙе аңларға, хыялланырға өйрәтә.
“Ҡар ҡыштың биҙәге”, “Дуҫлыҡ ҡасан башлана?”, “Йәйҙең иң матур көнө”, “Әгәр мин тылсымсы булһам” кеүек темалар уҡыусыны уйларға, баһа бирергә, фекерләргә өйрәтә.
“Яҙ килде” темаһына иншаға әҙерлек дәресендә түбәндәге эш төрҙәре үткәрергә:
✔ яҙ билдәләре күренә башлау менән уҡыусыларға тәбиғәтте күҙәтеү буйынса эш планын биреү;
✔ күҙәтеүҙе йомғаҡлау;
✔ телдән бәләкәй хикәйә төҙөтөү;
✔ яҙ тураһында шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү;
✔ яҙ тураһында мәҡәл - әйтемдәрҙе, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрөү.
Инша яҙғанда терәк текстарға ла таянам.
Башҡорт теле дәресендә ижади характерҙағы бик күп яҙма эштәр башҡарыла. Улар, ярҙамсы эш төрҙәре булараҡ, яҙма телмәрҙе камиллаштыра, уҡыусының ижади фекерләүен, хыялын, фантазияһын эшкә егә, үҙ фекерен һәм эшен һөйләп бирергә өйрәтә.
Уҡыусыларҙың ижади үҫешендә ижади изложениелар ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Ижади изложениеларҙа йөкмәткене биреү менән бергә уны дауам итеп, яҙып бөтөрөү, йәки тексҡа ҡарата мөнәсәбәт белдереү һорала .
Ижади характерҙағы эштәр.
Башҡорт теле дәресендә ижади характерҙағы күп яҙма эштәр башҡарыла. Улар, ярҙамсы эш төрҙәре булараҡ , яҙма телмәрҙе камиллаштыра, уҡыусының ижади фекерләүен, хыялын, фантазияһын эшкә егә, үҙ фекерен һәм эшен һөйләп бирергә өйрәтә.
Дәрестә яҙма телмәр үҫтереүгә түбәндәге эштәр булышлыҡ итә:
✔ йомаҡ уйлап табыу;
✔ хат яҙыу;
✔ шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр ижад итеү;
✔ уҡыған әҫәргә тура килгән мәҡәлдәр табып яҙыу;
✔ ҡотлау яҙыу;
✔ иғландар яҙыу;
✔ афишалар яҙыу;
✔ рекламалар яҙыу;
✔ гәзит – журналға мәҡәлә яҙыу;
Шиғырҙы яҙырға нисек өйрәтәм? Әлбиттә, ентекләп ниндәй ҙә булһа шиғырҙы ентекләп тикшереү, анализлау мөһим. Мәҫәлән, яҙ темаһына “Гөрләүек” исемле шиғыр.
Уҡытыусы ҡысҡырып уҡығандан һуң, балалар үҙ аллы уҡыйҙар. Шиғыр, ниңә һуң ул шиғыр ? тигән проблемалы һорау ҡуям.(Балалар шиғыр икәнен, дүрт юлдан торғанын, һәр юлы ҙур хәрефтән башлап яҙылыуын әйтә алалар.)
Гөрләп аҡ һин, гөрләүегем,
Тәрән йылғаға ҡарап.
Ә мин һиндә йөҙҙөрөргә,
Яһаным ҡағыҙ карап.
Уҡыусылар менән берлектә шиғырҙың ижек, баҫым, пауза ритмы, рифмаларҙы билдәләгәс, түбәндәге таблица төҙөлә, һығымта яһала.
| Ижек Ритмы | Баҫым ритмы | Пауза ритмы | Рифмалы һүҙҙәр | Башҡа үҙенсәлектәре |
Гөрләп аҡ һин, гөрләүегем |
8 |
4 8 |
4 /,8// |
| Текс дүртәр юллыҡта һалынған.Һәр |
Тәрән йылғаға ҡарап. |
7
|
7 |
7 //
|
ҡарап | юлы ҙур хәрефтән башлап яҙылған. |
Ә мин һиндә йөҙҙөрөргә |
8 |
4 8 |
4 /, 8// |
|
|
Яһаным ҡағыҙ карап. |
7 |
7 |
7 // |
карап |
|
Таҡтаға аҙашҡан шиғыр юлдары яҙам.Уҡыусылар дөрөҫ итеп төҙәтергә тейеш.
“Ҡурҡаҡ ҡуян”,-тип
Кәрәк икән, мин
Әйтәләр юҡҡа
Керемен утҡа.
Таҡтаға терәк һүҙҙәр бирәм. Балаларҙы ике төркөмгә бүлеп, шиғыр яҙҙырам.
….. ҡарҙар ….. ҡарпыш
….. тауҙар ….. тоҡос
….. балалар ….. күҙем
….. саналар ….. үҙем
6 Эй, яуа ла ҡарҙар,
6 Бейегәйә тауҙар.
7 Шатланышып балалар,
7 Һөйрәп сыға саналар.
Был эш төрө уҡыусыларҙы дөрөҫ, грамоталы яҙырға өйрәтә.
Әкиәт яҙҙырыу
❖ Әкиәтте үҙем башлайым. Мәҫәлән, борон заманда әтәс менән өйрәк бик дуҫ булған. Әтәс һыуҙа йөҙә белгән, өйрәк - белмәгән. Әтәс йөҙөргә өйрәтә башлаған. Шул саҡ әтәсте ҡапыл суртан һыу төбөнә һәйрәй башлаған...Хәҙер дауам итегеҙ, уҡыусылар. Башта һөйләтәм, аҙаҡ яҙҙырам.
❖ Тексты моделләштереү ҙә бик уңайлы. Мәҫәлән, “Минең әсәйем кем?”
себеш |
бесәй |
эт |
әтәс |
быҙау | |||||||
|
|
|
|
|
|
|
|
|
| ||||||
|
|
| |||||
| |||||||
| |||||||
|
тауыҡ |
Халыҡ ижадын өйрәнеү
Башҡорт халыҡ ижады - быуаттар буйы һаҡланып, быуындан быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле мираҫ, хатта хәтер ҙә ул.
“Башҡорт халыҡ йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, күңел, рух булмышының ыңғай, камил йәшәйешен тәьмин иткән борон мираҫ.Уны инҡар итеү-алтынды бысраҡҡа буяп ташлауға бәрәбәр,”- тип яҙа ғалим Ә.Сөләймәнов.
Башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф – ғәҙәттәре менән танышҡанда төрлө слайдтарҙан халҡыбыҙҙың боронғо һәм хәҙергеһе менән сағыштырып уҡыусылар менән бергәләп тикшеренеү эштәре алып барабыҙ. X класта “Туй йолалары” темаһына уҡыусылар үҙҙәре хәҙерге туй йолалары тураһында сығыш яһанылар.Төрлө милләттең йолалары менән сағыштырып, киләсәк быуын алдына тормош менән бәйле, ысын барлыҡҡа күҙ асыусы фәһемле юлдар һайлау мөмкинлеге уятыла.
Ғөмүмән, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, кеүек афористик жанрҙарға, әкиәт, легенда-риүәйәт, эпос, ҡобайырҙарға халҡыбыҙҙың культураһының төп асылы һалынған, тәрбиә принциптары бирелгән. Халыҡ педагогикаһының, этномәҙәниәттең ижади шәхес үҫтереүҙә роле ҙур.
Шәжәрә.
XIX быуаттың икенсе яртыһында арҙаҡлы мәғрифәтсе – ғалим һәм әҙип М. Өмөтбаев аҫаба башҡорттоң өс нәмәне – йондоҙҙарға ҡарап эш итеүҙе, халыҡ ижады өлгөләрен һәм үҙ ырыуыңдың тарихын 11 быуынғаса белергә тейешлеге хаҡында яҙып ҡалдырған.Ҡан-ҡәрҙәштәрең, ырыуҙаштарың, халҡың тураһындағы тарихи мәғлүмәттәрҙе тулы килеш хәтергә уйып булмай. Ә бына тарихи сығанаҡтарҙа , шәжәрәләрҙә теркәлгән мәғлүмәттәр киләһе быуындарға барып етә, артабан үҫтереүҙе талап итә, эҙләнеүҙәргә этәргес бирә. Ошондай изге эште дауам итерҙәй , үҙ затының, халҡының яҙмышына битараф булмаған шәхестәр тәрбиәләй ул шәжәрә өйрәнеү.
“Ғаилә” темаһын үткәндә был теманы ентекләп өйрәнәбеҙ. Уҡыусылар был эшкә бик ҡыҙыҡһынып, ижади ҡарайҙар, үҙҙәренең шәжәрәһен ентекләп өйрәнәләр. Ата-әсәләре менән берлектә бик матур итеп биҙәп, фотолар менән тулыландырып, компьютерҙа эшләгән эштәр бар. (Мәҫәлән, 5-се синыф уҡыусыһы Хәйруллин Данил атаһы менән берлектә , архивтан ентекләп эҙләнеп, Хәйруллиндарҙың 8 быуынын белгәндәр, Алла бирһа, район кимәлендә уҙғарылған бәйгелә ҡатнашырға иҫәп тотам).
Арҙаҡлы шәхестәр
Халыҡтың бөйөклөгө һәм көсө шәхестәр һаны менән билдәләнә. Халыҡ – шәхесте, шәхес – халыҡты үҫтерә. Арҙаҡлы шәхестәрҙе яҡынса ошондай төрҙәргә бүләбеҙ :
Дәүләт эшмәкәрҙәре
Яҙыусылар, шағирҙар
Сәнғәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
Сәйәсәт һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре
Башҡорт хәрбиҙәре
Күтәрелештәр етәкселәре
Фән эшмәкәрҙәре
Шәхестәрҙең тарихта, күбеһенсә, яҡты эҙ ҡалдырғаны алына. Ғөмүмән, беҙ хәҙер йәмғиәттә шәхескә иғтибар артҡан осорҙа йәшәйбеҙ һәм атаҡлы кешеләрҙең тормоштағы роле хаҡында дәрестең ниндәй йүнәлештә булыуына ҡарамаҫтан һәр ваҡыт иҫкәртеп торабыҙ. Сөнки ул төрлө яҡлап та отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә үҙ тыуған яғы,уның күренекле шәхестәре менән ғорурлыҡ тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләнә. Өсөнсөнән, был бай материал балаларға рухи-әхләҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Дүртенсенән, арҙаҡлы шәхестәр һәм яҙыусылар менән осрашҡанда, балалар әңгәмәләшеү серҙәренә өйрәнә. Һәр йылды юбиляр яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады тураһында рефераттар, альбомдар эшләйбеҙ.( 2011 йылда “ Аманат”журналының хәбәрсеһе Нурия Фазлыева менән бик фәһемле осрашыу үткәрҙек. Балаларҙың күҙҙәре янып китте, күптәре журналға яҙылды. Ғөмүмән, уҡыусының ижади үҫешендә журналдың роле бик ҙур.)
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙең роле ҙур.
Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙәге эштәр, бәхәсләшеү, фекер алышыу,тормоштан миҫалдар килтереү, әңгәмәләшеү- барыһы ла уҡыусылар күңеленә үтеп инә, ижади һәләтен үҫтерә.
- Әҫәрҙән мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе яҙып алығыҙ. ( Мәҫәлән, С.Ағиш “Ҡунаҡ һәм намыҫ”)
- Әҫәр нимәгә өйрәтә?
- Драма әҫәрҙәрен уҡығас, сценарий яҙырға.
- Әҫәр буйынса һүрәт эшләргә. Уның буйынса һөйләргә.
- Презентация эшләргә. (Башҡорт халыҡ йолалары)
- Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың ижадын рус яҙыусылары менән сағыштырыу. (Рәшит Ниғмәти һәм Маяковский , Рәми Гариповтың Марина Цветаева кеүек репрессия тураһында поэмалары “Табыныу”-“Преклонание”, Сәғит Ағиш-Чехов.)
Сәхнәләштереү
Һәр дәресемдә темаға ярашлы диалог ҡулланам. Диалогтарҙы Ф. Ғ. Хисамединованың башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһынан алам. Диалогтан сығып, уҡыусыларҙан диалог төҙөтәм.
Диалаог төрҙәре
Мәғлүмәт менән алмашыу -Ял көнө театрға барҙым. -Ә мин Ҡашҡаҙан паркына барҙым. | Фекер алышыу, тәьҫораттар менән уртаҡлашыу -Кисә “Атайымдың ҡыҙҙары”н ҡараным. -Мин дә ҡараным, был серияһы оҡшаны. | Бергәләп план төҙөү -Бөгөн эштәрҙе тиҙерәк бөтөрөп кинотеатрға барайыҡ. -Бик һәйбәт, әйҙә. | Бәхәс ҡороу
-Мин хоккей уйындары ҡараға яратам. -Ә мин бер ҡыҙығын да тапмайым. |
“Ғаилә”, “Минең йәйге каникулым” темаларын үткәндә, уҡыусыларҙан туғандарының фотоларынан стенд эшләйбеҙ.Улар менән яҡындан танышыу өсөн диалог төҙөйбөҙ.
Әкиәттәрҙе уҡығас, мәҫәлән “Кем көслө?” әкиәтен моделләштереү, аҙаҡ ошо модель буйынса сәхнәләштерәбеҙ.
Дәрестә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Әҫәрҙең йөкмәткеһен белеү генә түгел, ә уның эсендә булыу, унда ҡатнашыу, фекереңде белдереү, матур образдарға һоҡланыу, фәһем алыу, кире образдарға нәфрәтләнеү, һабаҡ алыу-былар барыһы ла уҡыусыны уйландыра, һоҡландыра, илһамландыра. Мәҫәлән, Н. Мусиндың “Һунарсы хикәйәттәре” буйынса презентациялар ҙа эшләнеләр.
Мәктәп, район, ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа, конференцияларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуҙар баланың ижади шәхес булып үҫеүендә бик ныҡ булышлыҡ итә. Үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреп уҡыусылар тағы ла нығыраҡ ҡанатлана, илһамлана, дәртләнә.
Ижади шәхес үҫтереүҙең диапазоны киң. Шуның өсөн бөгөнгө уҡытыусыға алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеп, яңы технологиялар ҡулланып, уны көндәлек эштә файҙаланып, профессиональ яҡтан үҫешеп, ата – әсәләр менән яҡында булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә, матур күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Ә тырышып эшләү, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.Тик арымай-талмай, ҡанатланып, илһамланып, ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»
ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...
Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу
Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...
Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.
Проект эше...
Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".
Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....
Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу
Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....