Педагогик концепция: "Проблемалы уҡытыу аша уҡыусыларҙың монологик телмәрен үҫтереү".
методическая разработка на тему

Аминева Лилия Искандаровна

Башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы: уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдары уҡысының телмәре ярлылана бара. Шунлыҡтан мин ошо проблемаға туҡталып, уның хәл итеү юлдарын эҙләргә булдым.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon pedagogik_kontseptsiya.doc121.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһының Мәғариф министрлығы

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернаты дөйөм белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы

Минең педагогик концепциям

Тема:

Проблемалы уҡытыу аша башҡорт  теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә монологик   һөйләү телмәрен үҫтереү

Башҡарҙы: юғары категориялы уҡытыусы

 Әминева Лилиә Искәндәр ҡыҙы

Өфө - 2017

План:

Инеш һүҙ

  1. Әҙәбиәт һәм тел дәрестәрендә монологик һөйләү телмәрен үҫтереү проблемаларын  өйрәнеү:
  1.  Монологик һөйләү телмәрен үҫтереүҙә инновацион  алымдар.
  1. Күрһәтелгән проблеманы хәл итеүҙә минең педагогик эшмәкәрлегем:
  1. Уҡыусыларҙың монологик һөйләү телмәр үҫешенең этаптары;
  2. Ҡулланылған технология һөҙөмтәләре.
  1. Йомғаҡлау.
  2. Ҡулланылған әҙәбиәт.

                                                            Инеш һүҙ

Билдәле булыуынса, XX быуаттың 90-сы йылдары илебеҙ тарихында ҡырҡа үҙгәрештәр заманы булараҡ үҙ урынын алды. Йәш быуында әхлаҡи, рухи һәм патриотик  яҡтан ныҡлы шәхес, һау – сәләмәт балалар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк биргән рухи байлыҡтарыбыҙ замана талаптарына яраҡһыҙ булып сыҡты. Күп кенә изге йолаларыбыҙ заман солғанышында юғалып ҡалды. Үҙ телен, тарихын, илен, халҡын һанламаған быуын барлыҡҡа килде. Ошо урында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың һүҙҙәренә туҡталғы килә: “Кеше үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә баш эйергә тейеш. Үткән һәм киләсәк – кешелектең ике ҡанаты ул”. Әлбиттә, юғалғанды кире ҡайтарыу күп көс, оҫталыҡ талап иткән процесс. Был эште башҡарыуҙа уҡыу йорттарының, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.                                                                                        Уҡыу – уҡытыу эшмәкәрлеген милли йүнәлештә алып барған инновацион уҡыу  йорттары алдында  уҡыусының ижади һәләтен үҫтереү, күңел донъяһын тейешле йүнәлештә тәрбиәләү, әхлаҡлы, белемле, үҙ халҡының үткәне һәм хәҙергеһе менән ҡыҙыҡһынған, уны хөрмәт иткән, команда менән берлектә еңеү өсөн көрәшкән, башҡаларҙы күҙәтеп, кәрәкле һығымта яһай белгән, үҙ – үҙен тәрбиәләгән шәхес үҫтереү бурысы ҡуйыла. Был бурыстар менән бер ыңғай уҡыусыларҙың логик фекерләү, һөйләү һәм уҡыу һәләтен үҫтереү, йәш быуында әүҙем тормош позицияһын булдырыу, тапшырылған эште намыҫ менән башҡарып сыға белеү кеүек талаптар ҙа тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә ил киңлегендә федераль дәүләт белем биреү стандарттары (ФГОС) индерелә. Был стандарттарға ярашлы белем биреү программаһы дөйөм бурыстарға нигеҙләнеп башҡарыла. Улар:                          1. Фәннилек, күргәҙмәлелек;                                                                         2. Системалылыҡ, дауамлылыҡ, күсәгилешлек;                                                          3. Материалды аңлы рәүештә үҙ аллы үҙләштерә, анализлай белеү;                                4. уҡыусының шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.                                          Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы рәүештә дәрестең дүрт йүнәлеше билдәләнә:                                                                                                     1. Телмәр үҫеше (коммуникация, фәнни-популяр, нәфис әҙәбиәт);                                      2. Шәхестең социаль яҡтан үҫеше (сығыш яһау, үҙ – үҙенә баһа биреү);                          3. Художестволы-эстетик үҫеш (музыка, ижад, художестволы ижад);                         4. Интеллектуаль үҫеш (эҙмә-эҙлекле фекер үҫеше).                                                  Яңы талаптар тәрбиә маҡсаттарын да үҙгәрә. Был осраҡта тәрбиә һәм белем биреү үҙ-ара  бәйле ике өлөшкә нигеҙләнеп башҡарыла:                                                              1. Уҡытыусы һәм балаларҙың уртаҡ эшмәкәрлеге;                                                 2. Балаларҙың үҙаллы эше.                                                                

  1. Әҙәбиәт һәм тел дәрестәрендә монологик телмәрҙе үҫтереү проблемаларын  өйрәнеү.

Ни өсөн мин педагогик концепция темаһын “Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә монологик телмәрҙе үҫтереү” тип алдым? Балаларҙың телмәрен үҫтереү, минең ҡарашҡа, бөгөнгө уҡытыу системаһында төп маҡсаттарҙың береһе булырға тейеш. Төп маҡсатым булып: уҡыусыны үҙләштерелгән материалға таянып үҙ фекерен ҡыйыу рәүештә башҡаларға еткерә, уны яҡлай белергә өйрәтеү. Нигеҙле итеп һөйләй белеү, тимәк, фекерләй белеү тигән һүҙ. Фекерен башҡаларға еткерерлек итеп телмәрен төҙөй белгән кеше  йәмғиәттә үҙен юғалтмаясаҡ, уның тулы ағзаһы буласаҡ, үҙ урынын  таба аласаҡ. Бына ни өсөн уҡыусыларҙың фекерләй белеүенә генә түгел, ә телмәрен конструктив рәүештә төҙөй белеүенә лә ныҡлы иғтибар бирер кәрәк. Был осраҡта мин проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланам.                                                        Проблемалы уҡытыуҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙың өйрәнеү, танып белеү эшмәкәрлеген арттырыу, активлаштырыу, интеллектуаль һәләттәрен асыу.                Проблемалы уҡытыуҙың төп йүнәлештәре:                                                1. Проблемалы ситуация булдырыу;                                                        2. Проблеманың мөһим өлөштәрен билдәләү;                                                3. Проблеманы хәл итеү юлдарын табыу;                                                        4. Башҡарылған эштең дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау.                                        Бындай алгоритм менән дәрес материалын үҙләштереү уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, яңы материал өҫтөндә эшләргә ынтылыш булып тора. Дәрес темаһынан сығып фәнни эш тә яҙырға мөмкин. Монологик телмәр үҫтереү алымын әҙәбиәт дәресендә генә ҡулланырға була икән тип уйларға ярамай. Башҡорт теле дәресендә төрлө проблемалы ситуацияларға таянып телмәрҙе яңы һүҙҙәр менән байытыу өҫтөндә эшләргә мөмкин. Мәҫәлән, берәй һүҙҙең килеп сығышына туҡталып, уға бәйле тарихи мәғлүмәттәргә таянырға була. Был осраҡта уҡыусы үҙ фекерен фәнни стилдә эҙмә – эҙлекле еткерергә бурыслы. Бындай алым уҡыусының үҙ аллы танып белеү һәләтен үҫтерә, фекерләү процессын активлаштыра. Уҡытыусы үҙ сиратында проблемалы ситуацияны тыуҙырырлыҡ, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырып бәхәскә инерлек һорауҙар бирә белергә бурыслы - был бик мөһим. Проблемалы ситуация дәрес башынан алып аҙағына тиклем тема менән бергә үрелеп килергә тейеш.                        

  1. Монологик телмәрҙе өйрәнеүҙә инновацион алымдар.

Мәғариф өлкәһендә әленән әле төрлө реформалар, үҙгәрештәр булып тора. Әлбиттә, ниндәй генә яңылыҡ булмаһын, уның нигеҙендә традицион алымдар ята. Билдәләнгән темаға ҡарата үҙ педагогик тәжрибәмдән сығып яңы методтар булдырғанмындыр тип уйламайым, әммә бөгөнгө заман балаларының психологик аспекттарын, донъяға булған ҡараштарын иҫәпкә алып, уҡытыусы тарафынан һәр алымға ниндәй ҙә булһа үҙгәреш индерелә.                                                                   Билдәле булыуынса, балаларҙың  һөйләү телмәре бер кимәлдә булмай. Ул төрлөсә үҫешә. Бының сәбәптәре күп һәм төрлө. Был осраҡта баланың ғаиләлә ниндәй тәрбиә алыуы, уның аралашыу даирәһе ҙур роль уйнай.  Имтихандарҙы тест формаһында биреү ҙә телмәрҙе ярлыландыра. Күп осраҡта уҡыусы үҙенең күргән – белгәнен образлы итеп һүрәтләп бирә белмәй. Ошо күренештәрҙе иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың монологик телмәр үҫтереү методикаһының принциптары, уҡытыусының эш алымдары билдәләнә. Монологик һөйләү телмәре бер кешенең телмәре булып тора, йәғни тыңлаусы менән һөйләүсе араһында контакт диалогтағы кеүек ныҡлы түгел. Монологик һөйләү телмәре мәғлүмәтте киңерәк, тулыраҡ тапшырырға мөмкинлек бирә. Һөйләүсе телмәрен алдан әҙерләп, терәк һүҙҙәргә йәки планға, ҡайһы берҙә тулы текстҡа таянып еткерә.         Монологик һөйләү телмәре – бәйләнешле телмәр. Был телмәрҙе ҡулланғанда һөйләйәсәк ситуацияны төшөнөү, уға ҡағылышлы материалдарҙы туплау, бер системаға һалыу талап ителә. Монологик һөйләү телмәренең төп маҡсаты: эҙмә –эҙлекле итеп телмәр төҙөү, телмәргә контроль яһау.                                                                         Монологик һөйләү телмәрен үҫтереү буйынса түбәндәге күнегеүҙәр тәҡдим ителә:                1. ишеткән, уҡыған, үҙ башыңдан үткән ваҡиғаларҙы һөйләү (план, терәк һүҙҙәр ярҙамында һәм уларҙан башҡа);                                                                                2. йөкмәткене ҡыҫҡартып, тулы һәм өҫтәлмәләр менән байытып һөйләү;                        3. үҙ телмәреңдә модаллекте бирә белеү;                                                                4. һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе синонимдары менән алмаштырып һөйләү;                                5. текстың өлөштәре араһындағы бәйләнеште бирә белеү;                                        6. иҫбатлауҙар, дәлилләүҙәр килтерә белеү;                                                        7. телмәргә һығымта яһау һ.б.[1]                                                                Монологик һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләгәндә проблемалы ситуацияларҙың барлыҡ шарттарын да үтәргә тырышам, сөнки ошо осраҡта ғына уңышлы әңгәмә килеп сыға. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен үҙләштергәндә һорау бирәм: “Алтын ҡуллы Һөнәрсене көршәктәрен бушлай таратыуҙа ғәйепләп буламы? Әгәр ҙә ғәйепләп булһа, ни өсөн?” Уҡыусылар башта аптырап ҡала: кемдер, юҡ, ти, кемдер, эйе, ти. Һәр кем үҙенең ҡарашын иҫбатларға тырыша, һөҙөмтәлә бәхәс килеп сыға. Аҙаҡтан дөйөм һығымта яһала.                 Әйтергә кәрәк, уҡыусыларға тәҡдим ителгән төрлө эш алымдары үтелгән материалды нығытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, тасуири уҡыу һәм телмәр ишетеү һәләтен дә үҫтерә. Монологик һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләгәндә педагогика, психология һәм логика фәндәрен бергә ҡарайым. Тел, телмәр һәм фекерләү кешенең донъяға булған ҡарашын тулыһынса сағылдыра, йәғни ул ижтимағи күренеш. Шунлыҡтан әҙәбиәт дәрестәрендә күберәк уҡыусыларға сығыш яһарға мөмкинселек биреү төп бурыс булып тора. Шулай уҡ әҙәбиәт дәрестәре уҡыусыларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү сараһы ла. Уҡытыу процессы ике яҡлы, йәғни уҡытыусы һәм уҡыусы хеҙмәттәшлек итә. Бер яҡлы ғына аралашыуҙы булдырырға ярамай. Уҡытыусы үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрергә тейеш.

Күрһәтелгән проблеманы хәл итеүҙә минең педагогик эшмәкәрлегем:

  1. Уҡыусыларҙа монологик һөйләү телмәренең үҫеш этаптары.

Башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрендә монологик телмәрҙе үҫтереү маҡсатында традицион алымдарға мөрәжәғәт итәм, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө тормош талаптарынан сығып түбәндәге маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы билдәләйем:

1. үҙләштерелгән материалдарҙан сығып дәрестең проблемаһын, маҡсатын уҡыусы тарафынан үҙ аллы билдәләү;                                                                                2. маҡсатты ҡабул итеү (быға тиклем алынған белемде анализлау, уҡыу технологияһын һайлау);                                                                                 3. алынған белемде, мәғлүмәтте нығытыу;                                                             4. бирелгән темаға ижади проект эшләү.

Әлбиттә, уҡыу – уҡытыу технологияларының уңышы объектив һәм субъектив факторҙарға бәйләнгән. Төп факторҙар булып уҡыусыларҙың һаулығы, психологик үҙенсәлектәре тора. Шунлыҡтан дәрес үткәреүҙе планлаштырғанда һәр ваҡыт түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алам:

  1. уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәре;
  2. уҡыусыларҙың минималь ваҡытын һәм көсөн сарыф итеп оптималь һөҙөмтәләргә ирешеү;                                                                                                                              3.      психологик комфорт булдырыу.                                                         Тағы ла шуны иҫәпкә алыр кәрәк: уҡыусыларҙың кластан тыш эштәрҙә ҡатнашыуы монологик һөйләү телмәрен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Кластан тыш эштәрҙең йөкмәткеһе, ғәҙәттә, уҡыу-уҡытыу программаһына нигеҙләнеп башҡарыла. Дәрестә үтелгән материалды бындай сараларҙа дауам итеп, уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү -  бик отошло момент. Был осраҡта уҡыусыларҙың логик фекерләүен, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, рухи яҡтан үҫешен төрлө мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, ҡыҙыҡлы грамматик мәсьәләләр, лекция, әңгәмә, уйындар ярҙамында теоретик белем алыу, уны тормошта практик ҡулланыу күнекмәһен биреү – төп маҡсат булып тора.        Ошоларҙан сығып дәрестән тыш  эшмәкәрлек түбәндәге йүнәлештәрҙә ойошторола:                                1. Дәрестән тыш эшмәкәрлектең практик  булыуы (доклад, реферат әҙерләү, фәнни- ғәмәли эштәр яҙыу, радиотапшырыуҙарға материалдар йыйыу, мәктәп газетаһын сығарыу);                                                                                                2. Дәрестән тыш эшмәкәрлекте  төрләндереп үткәреү (төрлө темаларға арналған кисәләр, диспуттар, конференциялар, аҙналыҡтар үткәреү, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштороу, походтарға, экскурсияларға йөрөү, мәғлүмәттәрҙе туплап фәнни эштәр яҙыу, төрлө спорт ярыштары менән бәйләп милли байрамдар үткәреү  һ.б.);                                                                                3. Үткәрелгән эштәрҙә уҡыусыларҙың үҙ ирке менән ҡатнашыуы, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын булдырыу, һәләттәренә ҡарап эштәрҙе бүлеп биреү.                                4. Кластан тыш эштәрҙә предмет – ара бәйләнеш булдырыу.                                        Шуны ла әйтеп үтеү кәрәк: беҙҙең гимназия – интернатта һәр кластан тыш сараның темаһы һәм маҡсаты  уҡыусылар менән берлектә билдәләнә. Бындай алым, әлбиттә, эште аҙағына тиклем һөҙөмтәле итеп алып барып еткерергә мөмкинселек бирә.  Беренсенән, проблемалы өлкә эҙләп табыла, уны асыу саралары билдәләнә. Икенсенән, тема асыҡлана (ни өсөн был тема алына, шуға аңлатма бирелә). Өсөнсөнән, эшләнәсәк эштең йөкмәткеһе, уның буйынса ниндәй мәғлүмәттәр барлығы ҡарала, эштең башҡарыу этаптары  асыҡлана. Бындай алым баланың үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә, ә был һәр уҡытыусы өсөн төп маҡсат булып тора.        
  1. Ҡулланылған технологияның һөҙөмтәләре.

Монологик һөйләү телмәре үҫтереү өҫтөндә эшләүҙең һөҙөмтәләре булып түбәндәге күрһәткестәр билдәләнә:

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Уҡылған текстың эстәлеген тулы һөйләмдәр аша тапшыра;                                              Әҙәби әҫәргә тулы анализ яһай белә;                                                             Әҫәрҙә күтәрелгән проблемалы ситуацияны үҙ аллы асыҡлай;                                      Уҡыусы үҙ фекеренең тулылығына, дөрөҫлөгөнә инанып, уны тыңлаусыға еткерә ;                                                                            Бирелгән темаға урынлы бәхәстәр ҡора, йөкмәткеле һорауҙар бирә белә;                  Телмәре бай, йөкмәткеле;                                                                                Аралашыу һәм телмәр мәҙәниәтенә эйә;                                                                       Фәнни эш яҙыр өсөн кәрәкле материалды туплай белә;                                                  Монологик һөйләү телмәре менән яҙма телмәр бергә үҫешә.

Йомғаҡлау.

Дәрес структураһының һәр бүленешен урынлы ҡулланыу зарур. Был алым уҡытыусының да, уҡыусының да эшмәкәрлеген дөрөҫ ойошторорға мөмкинселек бирәсәк. Монологик телмәр үҫтереүгә иғтибар биргәндә уҡытыуҙың дөйөм принциптарына нигеҙләнеү кәрәк. Телмәр үҫтереүҙең төп принциптарынан ситкә тайпылырға ярамай. Был осраҡта фекерләү, тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең берҙәмлеге, уларҙың үҙ – ара, лексик, грамматик, пунктуацион, стилистик эштәр  менән бәйләнешен күрһәтергә мөмкин. Тел фекерләүҙең туранан – тура сағылышы булып тора. Кеше уйҙарын, фекерҙәрен тел сараларын ҡулланып, телмәр аша еткерә. Телмәр төҙөү - эшмәкәрлектең бер төрө булараҡ - үҙе бер – нисә элементтан тора. Мәҫәлән, уҡыусы инша яҙыр өсөн тема һайлап ала, ә тема алыр өсөн, йөкмәткене күҙ алдына килтерер кәрәк. Темаға ярашлы телдең лексик – грамматик формаларын аңлап, йөкмәткене яҙа белергә тейеш.                                                                                                 Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: дәрестә үткәрелгән эштәр мөмкин тиклем тормошсан, уҡыусыларҙың алдағы эшмәкәрлегендә файҙа бирерлек булһын, балалар күнекмәләрҙең киләсәктә кәрәк буласағын аңлаһын. Шул саҡта улар һәр эштә лә актив ҡатнашасаҡтар, инициатива күрһәтәсәктәр, телмәр эшмәкәрлегендәге күнекмәләрҙе еңел үҙләштерәсәктәр.                                                                                                 Эш һөҙөмтәһе булып уҡыусыларҙың предмет буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа төрлө призлы урындар яулауы тора. Мәҫәлән, 2015/2016 уҡыу йылында 7б класс уҡыусыһы Ҡотлоәхмәтова Азалия ҡала кимәлендә 1-се урын яуланы. Төбәк – ара “Илһам” ижади конкурсында “Проза” номинацияһында Шмелькова Наилә (8д класы) лауреат, “Поэзия”ла Хансурин Ғайсар (7б класы) еңеүсе булды. 2016/2017 уҡыу йылында Ишембай ҡалаһында үткәрелгән “Вәлиди уҡыуҙары”нда ижади эштәр конкурсында Хансурин Ғайсар яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәне өсөн Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Шулай уҡ ЮНЕСКО тарафынан үткәрелгән конкурста ла минең уҡыусыларым актив ҡатнашалар. Хисаметдинова Әлиәнең (8б класы) ижади эше “Урал батыр” эпосына арналған ижади йыйынтыҡҡа индерелде. Ошо уҡ уҡыусы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тарафынан үткәрелгән Аҡмулла олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.                                Шулай итеп, монологик һөйләү телмәрен үҫтереү тел өлкәһендә ҙур урын биләй.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. 5-9 сы  кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы / Аҙнағолов Р.Ғ., Исламова Ф.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б./Аҙнағолов редакцияһында.-Өфө: “Китап”,1996.
  2. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008.
  3. Толомбаев Х.А., Алсынбаева Р.Р. Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар: Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: БМҮИ нәшриәте, 2006.
  4. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Башҡорт теленән программалар (5-11-се кластар өсөн) – Өфө, 2002.
  5. pedsovet.su Галина Шутов. Типы уроков по ФГОС: структура уроков, требования к урокам нового типа, виды уроков.


[1] 5-9 сы  кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы / Аҙнағолов Р.Ғ., ИсламоваФ.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б./Аҙнағолов редакцияһында.-Өфө: “Китап”,1996. 255-се бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Телмәр үҫтереүҙә психология фәненең роле.

Башҡорт телен укытыу методикаһы үҙенең үҫешендә психология фәне ҡаҙаныштарына ла нигеҙләнә. Укытыу процесы ике яклы. Унда укытыусы һәм укыусы йәки өйрәтеүсе һәм өйрәнеүсе ҡатнаша. Укыусыларҙың й...

Башланғыс класс уҡысыларының телмәрен үҫтереү

Г.Д.Харисова,преподаватель башкирского языка и литературыГБОУ СПО “Сибайский педагогический колледж”,отличник образования РБ...

Телмәр үҫтереү алымдары

Телмәр үҫтереүҙә отошло алымдар  Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәр культураһын тәрбиәләү проблемаһы бөгөнгө көндә мәктәп алдында торған актуаль мәсьәләләрҙең береһе һана...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Презентация на мастер-класс по теме"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереү"

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрндә һөйләү телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән алымдар...

Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек.

Кузнецовтың  “Салауаттан  һорау алыу” картинаһы буйынса телмәр үҫтереү, инша яҙыуға әҙерлек. 8-се класта башҡорт теле дәресе....

Телмәр үҫтереү алымдары.

Методика фәнендә телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль. Ғилми Х.А Толомбаев, башҡорт телен , башҡорт мәҙәниәтен белмәгән рус һәм башҡа милләт балаларын башҡортса аңларға, аралашырға күнектереү өсө...