Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары
проект
Педагогик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең ысын хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау - сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_zbite_drestrend_ukyusylarzyn_fekerluen_ustereuz_yany_alymdar_kullanyu.doc | 94.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы
Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Инновацион проект:
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә
уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә
тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары
Күҙбаева Наилә Нәҙир ҡыҙы
Аллабирҙе - 2019
Йөкмәткеһе
Инеш ……………………………………………………………………………. . 3
1. Аңлатма яҙыу …………………………………………………………………. 4
2. Практик яҡтан яҡтыртыу ……………………………………………………. 6
3. Йомғаҡлау …………………………………………………………………….. 12
4. Ҡулланылған әҙәбиәт ………………………………………………………… 13
Тәнҡит – баһалауға йәки
етешһеҙлектәрен
табыуға йүнәлтелгән
тикшеренеү эше.
С.И.Ожегов.
Педагогик проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең ысын хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау - сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү. Ә йәмғиәтебеҙ үҙгәрештәрҙе контролдә тотоуға, ижади һәм тәнҡитле фекер йөрөтөүгә, көндәлек һорауҙарҙы ҡыйынлыҡһыҙ хәл итеүгә, үҙ фекерен аныҡ һәм ышаныслы яҡлауға, эҙмә-эҙлекле иҫбатлауға һәләтле уҡыусылар тәрбиәләүҙе талап итә.
Ошо талаптарҙан сығып ҡарағанда, уҡыусының дәреслектәге ҡағиҙәне ятлап, дөрөҫ итеп һөйләп биреү кеүек эштәр хәҙер ҡәнәғәтләндерә алмай. Алған белемде киләсәктә ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусының үҙаллылығын һәм ижади фекерләүен активлаштырыу, һөйләү культураһын тәрбиәләү – тел уҡытыуға ҡуйылған төп талаптар. Кеше фекерләү һәләте булғанда ғына ҡатмарлы хәлдәрҙән сыға ала, асыштар яһай, яңы нәмәләр уйлап таба.
Һәр уҡытыусы ошо маҡсатта үҙенең дәрестәрен яҡшы сифатлы, һөҙөмтәле итеп үткәрергә, төрлө методик алымдарҙы файҙаланырға, уҡыусыларға төплө белем бирергә тырыша. Мин дә уҡыусыларҙың уйлау һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләү өсөн яңы алымдар ҡулланырға булдым. “Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдарын ҡулланыу» тигән методик темамдан сығып, “Уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу” тигән проект өҫтөндә эшләй башланым.
1. Аңлатма яҙыу.
Өйрәнеү объекты: башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланғанда, уҡыусыларҙың фекерләү һәләтенең үҫеше.
Проектымдың маҡсаты: уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүҙә яңы алымдар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау, методик тәҡдимдәр әҙерләү.
Алда торған маҡсат түбәндәге бурыстар аша тормошҡа ашырыла:
- Проблеманың бөгөнгө көндә теоретик һәм практик нигеҙҙәрен өйрәнеү;
- Уҡыусыларҙың фекерләү кимәлен баһалау өсөн диагностика үткәреү;
- Уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереүгә йүнәлтелгән әҙәбиәт дәресенә яраҡлы уҡытыу алымдарын, технологияларҙы, методтарҙы һайлап алыу һәм дәрестә ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу;
- Ижади эштәр системаһын булдырыу;
- Көтөлгән һөҙөмтәләрҙе, күрһәткестәрҙе барлау өсөн диагностик алымдар һайлау;
- Көтөлгән һөҙөмтәләрҙе прогнозлау.
Проекттың гипотезаһы: яңы алымдар, технологиялар ҡулланғанда, уҡыусыларҙың әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныуын арттырып, ижади һәм тәнҡитле фекерләүен үҫтереп була.
Бурыстарҙы үтәү өсөн түбәндәге принциптарға таяндым:
- Дидактик принциптар: аңлылыҡ, эҙмә-эҙлеклелек;
- Методик принциптар: коммуникативлыҡ, комплекслылыҡ;
- Лингвистик принциптар: системалылыҡ, функционаллек.
Методик бурыстарҙан сығып, проекттың этаптары һәм эш планы билдәләнде.
Проектты тормошҡа ашырыу этаптары:
Әҙерлек этабы 2016-2017 уҡыу йылы | -Проекттың маҡсат һәм бурыстарын билдәләү; -Проекттың моделен булдырыу; -Проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәнеү; Уҡыусыларҙың фекерләү кимәлен билдәләү; Фекерләүҙе үҫтереү алымдарын һайлау. |
Эксперименталь этап 2017-2018 уҡыу йылы | -Моделде ғәмәлгә индереү; -Процесс барышында мониторинг үткәреү, һөҙөмтәләрҙе барлау; -Алдағы эшмәкәрлеккә корректировка яһау. |
Йомғаҡлау этабы 2018-2019 уҡыу йылы | - Моделдең эффектив булыуын баһалау; Һөҙөмтәләрҙе анализлау, проектты уҡытыу процесына индереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, методик тәҡдимдәр әҙерләү. |
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
-Уҡыусылар тормоштағы төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ йүнәлеш табалар;
-Фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә дөрөҫ белдерәләр;
-Мәғлүмәтте аңлы рәүештә ҡабул итәләр;
-Фекерҙәрен дәлилләй беләләр;
-Башҡа кеше фекерен хөрмәт итәләр;
-Белем алыу өҫтөндә үҙ аллы эшләй беләләр.
2. Практик яҡтан яҡтыртыу.
Әҙерлек этабында уҡыусыларҙың фекерләү кимәлен билдәләү буйынса һорау алыу, анкета, әңгәмә үткәрҙем. Һөҙөмтәләр бик яҡшынан булмай сыҡты. Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен аныҡ әйтә, дәлилләй алмайҙар, үҙ аллы белем алыу буйынса эшләй белмәйҙәр. Проблеманы хәл итеү юлдарын уйлай башланым. Уның өсөн ике юл барлығына төшөндөм: йә үҙ технологияңды уйлап табыу, йә оҫта педагогтар тәҡдим иткән технология, алымдарҙы үҙеңә һәм уҡыусыларыңа яраҡлаштырып практикаға индереү. Мин икенсе юлды һайлауҙы маҡсатҡа ярашлы тип уйланым. Проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәндем. Бының өсөн тәүҙә күп китаптар, журналдар уҡырға, тәжрибәле уҡытыусылар менән һөйләшеп, проблеманы ныҡлап өйрәнергә тура килде. Һуңынан фекерләүҙе үҫтереү алымдарын һайланым. Проблеманы хәл итеүҙә иң отошло эш алымы - тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары тигән фекергә килдем.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы буйынса эшләгәндә, уҡытыуҙың моделе түбәндәгеләргә нигеҙләнә:
- уҡытыу технологияһының үҙәгендә уҡыусы тора;
- уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙен педагог һәм уҡыусының хеҙмәттәшлеге тәшкил итә;
- белем алыуҙа балалар үҙҙәре актив ҡатнаша;
- уҡытыу процесы уҡыусыларҙың ижади һәләтен, тәнҡитле фекерләүен үҫтереүгә йүнәлтелә.
Әҙерлек этабында технологияның теоретик нигеҙҙәре өйрәнелде. Тәнҡитле фекерләү технологияһы философия, психология, педагогика фәндәренә нигеҙләнә. Уның авторҙары – америка ғалимдары Чарльз Темпл, Дженни Стил, Курт Мередит, Скотт Уолтер. Рәсәйҙә был технология 1997 йылдарҙа ҡулланыла башлай. Беҙҙең уҡытыу системаһына уны Ирина Муштавинская, Игорь Загашев яраҡлаштыра.
Тәнҡитле фекерләү технологияһы менән ҡыҙыҡһыныуым иң элек терминдың аңлатмаһын эҙләүҙән башланды. Һүҙлектә шундай аңлатма бирелә: тәнҡит менән һуғарылған, тәнҡит итеүсән, критик. Ә тәнҡитле фекерләү технологияһында иһә аңлатмаһы былай: мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү – ул нимәнелер инҡар итеү түгел, ә киреһенсә, үҙеңә яраҡлаштырып, ҡулайлаштырып өйрәнеү. Тәнҡитле фекерләү – ул:
- мәғлүмәтте тормош тәжрибәһенә таянып ҡабул итә торған ирекле фекер йөрөтөү;
- ижади фекерләү өсөн башланғыс нөктә;
- телде ятлап түгел, ә актив фекерләп өйрәтеү.
Әлеге технология буйынса дәрес өс этаптан тора:
1.Ҡыҙыҡһындырыу: булған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү, яңы темаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа маҡсат булырыу.
2. Аңлау, мәғәнәһенә төшөнөү: яңы мәғлүмәт ҡабул итеү.
3.Рефлексия - өйрәнелгән мәғлүмәтте ижади анализлау, баһалау, яңы маҡсаттар ҡуйыу.
Әлеге технология буйынса төҙөлгән дәрес традицион дәрестән әллә ни айырылмай. Уның төп үҙенсәлеге – махсус методик алымдарҙа. Был алымдар һәр уҡыусының ирекле үҫешенә, тәнҡитле фекерләүен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был технология иң элек балаға һәм уның шәхесенә йүнәлтелгән. Ошонда ла инде уның яңылығы. Тәнҡитле фекерләү технологияһы менән эшләгәндә уҡытыусы төп мәғлүмәт биреүсе булыуҙан туҡтай һәм технологияның алымдарын ҡулланып, уҡыуҙы белмәүҙән белеүгә этәрә - уртаҡ һәм ҡыҙыҡлы эҙләнешкә алып бара. Технологияның яңылығы шулай уҡ уның дәрестәрҙә ҡулланылған педагогик табыштарында - алымдарында. (ижади эшмәкәрлеккә этәргән «Бонус йый» уйыны, «Геройҙың кәйефен һүрәтлә» алымы һ.б.)
Тәнҡитле фекерләү технологияһының стадиялары һәм методик алымдары
Стадия | Уҡытыусының эшмәкәрлеге | Уҡыусының эшмәкәрлеге | Мөмкин булған алымдар һәм методтар |
Саҡырыу | Ҡуйылған һорау буйынса уҡыусы-ларҙың булған бе-лемдәрен иҫкә тө-шөртөү, эшсәнлек-тәрен арттырыу, алдағы эшкә йүнә-леш биреү. | Уҡыусы үҙе белгән мәғлүмәттәрҙе иҫенә төшөрә, яңы мәғлүмәт алыр алдынан белемдәрен системаға килтерә, һорауҙар бирә. |
ларға, схемаларға һалыу.
|
Йөкмәткене аңлау | Яңы мәғлүмәтте биргәндә, темаға ҡарай ҡыҙыҡһы-ныуҙы юғалтмаҫҡа, “иҫке” белемдән “яңы” материалға эҙмә-эҙлекле алып барыу. | Уҡытыусы тәҡдим иткән актив методтарҙы ҡулла-нып, уҡыусы уҡый, тексты тыңлай. Яңы мәғлүмәтте, аңлаған тиклем, яҙып бара. |
|
Рефлек- сия (фекер-ҙәрҙе анализ-лау) | Уҡытыусы баштағы яҙылған һөйләмдәргә ҡайтара. Алған яңы мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, ошо яҙылған һөйләмдәргә үҙгәрештәр, өҫтәлмәләр индерелә, ижади тикшеренеүҙәр йәки практик эштәр бирелә. | Уҡыусылар аңлау стадияһында алған белемдәрен ҡулланып, “яңы” һәм “иҫке” мәғлүмәттәрҙе сағыштыралар. |
|
Быйылғы уҡыу йылында проект буйынса эксперименталь эш башланды. Проекттың яңылығы шунда: тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу информацион-коммуникатив технологияны ҡулланыу менән ҡушып алып барыла. Сөнки бөгөнгө заманда компьютер – баланың донъяны танып белеүҙең иң тәбиғи сараһы булып тора. Уҡыусының компьютер менән аралаша белеүен файҙалы яҡҡа борорға кәрәк. Компьютер уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙы ла бергәләп эшләүгә йәлеп итергә мөмкинлек бирә, һүлпән өлгәшкән уҡыусыларҙы активлаштыра. Айырыуса компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн уңайлы, сөнки төрлө булған уҡыусыларға артабан үҫергә мөмкинселек бирә.
Проект ғәмәлгә индерелде.
1).Фекерләү һәләтен үҫтереү буйынса төрлө алымдар ҡулланып, дәрестәр үткәрә башланым. Дәрестең беренсе этабында “Идеялар кәрзине”, кластер, “Буталған логик сылбыр”, “Фараздар ағасы”, “Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған фекерҙәр” кеүек алымдар ҡулланыла. Икенсе этапта туҡтап уҡыу, “Йыуан һәм йоҡа һорауҙар”, “Инсерт” кеүек алымдар отошло. Өсөнсө этапта иһә эссе, синквейн, диаманта, “Түңәрәк буйлап хат”, “Һөйләмде тамамла”, кроссворд, “Хат яҙ” кеүек алымдар ҡулланыла. Бер нисәһе тураһында әйтеп киткем килә.
Дәресте “Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған раҫлауҙан” башлау отошло. Уҡыусы уҡытыусының өйрәнелмәгән әҫәр буйынса тәҡдим иткән раҫлауҙарынан үҙҙәренең фекере буйынса “тап килгән раҫлауҙы” һайлай, үҙҙәренең фекерен дәлилләй. Тема менән танышҡандан һуң, раҫлауҙарға кире ҡайтыла һәм уҡыусылар үҙҙәренең дөрөҫ-дөрөҫ түгеллеген дәрестә алған белеме менән иҫбатлай.
Йомғаҡлау этабында “Эйе-юҡ” алымын ҡулланам. Был алым йомғаҡлау дәрестәрендә уңайлы. Уҡыусының белем кимәлен тикшереү, фекерләүен үҫтереү маҡсатында ҡулланыла. Лабиринттағы дөрөҫ юлды табып, финишҡа тиҙерәк еткән уҡыусыға дәрестә өҫтәп бер балл ҡуйыла. Был эш уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, мотивация булдыра. Был эште уҡыусыларға өй эше итеп биреү ҙә уңайлы. Бер-береһенә әҙерләп килтергән эштәре буйынса бер-береһенең яуаптарын һуңынан үҙҙәре баһалай.
Уҡыусыларҙы өйрәнелгән әҫәр тураһында уйланырға, уны аңларға “Тар һәм киң һорауҙар” алымы өйрәтә. Был алым уҡыусының белемен диагностикалау алымы ла була, сөнки һорауға яуап биреү тексты белеүҙе, анализлай алыуҙы күрһәтә. Бындай һорауҙарҙы уҡыусылар үҙҙәре лә төҙөп бер-береһенә бирә. Был эш парлап та, индивидуаль һәм төркөмдә лә башҡарыла. Һуңынан уҡыусылар иң ҡыҙыҡлы, иң ауыр, иң яҡшы һорау биреүсене билдәләйҙәр. Бындай эш балаларға бик оҡшай.
Дәрестә “Үҙ-ара һорау алыу” алымы бик отошло. Был эш йомғаҡлау этабында, зачет ваҡытында үткәрелә. Уҡыусылар парлап бер-береһенән тема буйынса һорау ала йәки бер тема буйынса иптәшенә һөйләй. Был алым шулай уҡ һүлпән өлгәшеүселәр менән эш өсөн уңайлы. Ундай уҡыусылар уҡытыусыға ҡарағанда класташына яҡшыраҡ һөйләй, яңылышлыҡтан ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, үҙен иркен тота. Уҡыусылар бер-береһен тыңларға, хатаны дөрөҫләргә, объектив булырға өйрәнә.
Юғары класта тағы бер эш төрө тәҡдим итәм. Мәҫәлән, Н.Нәжми тормошон һәм ижадын өйрәнгәндә, ҡыҙыҡһындырыу стадияһында уның һүҙҙәренә яҙылған йыр тыңлатам. Һуңынан уҡыусылар уның тураһында мәғлүмәт бирә торған сығанаҡтарҙы билдәләйҙәр: шиғыр, поэмалар, автобиография, замандаштарының иҫтәлектәре, ғилми әҙәбиәт. Артабан беҙ белергә теләгән һорауҙар теҙмәһен билдәләйбеҙ:
-Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнгән? Ата-әсәһе кем булған? Ҡайҙарҙа белем алған? һ.б.
Ҡабул итеү стадияһында уҡыусылар төрлө сығанаҡтарҙан яуап эҙләйҙәр. Һуңынан алған белемдәрен иптәштәренә еткерәләр һәм тема буйынса кластер төҙөп, материалды йомғаҡлайҙар. Рефлексия стадияһында “Биографиянан ниндәй факт хәтерегеҙҙә ҡалды? Ниндәй һүҙҙәрен хәтерегеҙҙә ҡалдырғығыҙ килә?”тигән һорауға яуап алам. Дәрес һуңында тағы ла йыр тыңлана. Өйгә ҡалған һорауҙарға яуап табырға, шиғырҙарының тема, проблемаһын билдәләп килергә, оҡшаған шиғырын тасуири уҡырға әҙерләнергә ҡушыла.
2). Быйылғы уҡыу йылында, шулай уҡ, яңы алымдар ҡулланып үткәрелгән дәрес эшкәртмәләре төҙөү өҫтөндә эшләйем. 5 класта әҙәбиәт дәрестәре буйынса эшкәртмә әҙерләнде. Белемде үҫтереү маҡсаты менән М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы уҙғарған “Белем биреү процесында инновацион педагогик технологиялар” район ғилми-методик семинарында, “Педагог ижадында ИКТ” республика конкурсында ҡатнаштым.
3).Ошо проблема буйынса төрлө алымдар ҡулланып эшләү барышында уҡыусыларҙың фекерләү эшмәкәрлегенең үҫеш мониторингын уйланым. Һөҙөмтә-ләрҙе баһалау өсөн критерийҙар уйланды:
- логик фекерләү үҫеше;
- тәнҡитле фекерләү үҫеше;
- төрлө ситуацияларҙа тәнҡитле фекерләү күнекмәһен ҡулланыу.
Фекерләү һәләтенең үҫеү кимәле уҡыусының һорау ҡуя алыу һәм мәғлүмәт менән эшләй алыу кимәле буйынса билдәләнә. Ә логик фекер үҫеше уҡыусының йомғаҡлай, анализлай алыуы һәм сәбәп - һөҙөмтә бәйләнешен таба алыуы аша тикшерелә.
Тәнҡитле фекерләү технологияһының эффектлылығын тикшереү маҡсатында, мәктәп психологы менән берлектә уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләттәрен диагностикалау планлаштырылды. Өйрәнеләсәк:
1. Бирелгән рәттәге һүҙҙәрҙең, төшөнсәләрҙең артығын алып ташлау;
2. Йомғаҡлау һәләте;
3. Анализлау һәләте.
Фекер үҫеше баллдар менән билдәләнә:
Юғары – 90 – 100 б. Нормаға яҡын – 50 - 69 б.
Норма – 70 - 89 б. Түбән – 30 - 49 б.
3. Йомғаҡлау.
Йомғаҡлап, шуны әйтер инем, мин тәҡдим иткән алымдар емештәрен бирә. Был проект буйынса эш тағы ла бер йыл дауамында барасаҡ. Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтереү буйынса икенсе йыл эшләү барышында бер ни тиклем яҡшы һөҙөмтәләр ҙә күҙәтелә:
- уҡыусыларҙың ижади эштәргә ҡарашы яҡшыра;
- уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләре яҡшыра (олимпиадаларҙа призлы урындар яулап, өс йыл рәттән республика этабында ҡатнашылды, конкурстарҙа еңеү, уҡыу күрһәткестәре яҡшырҙы, белем сифаты күтәрелде);
- компьютер ҡулланып, уҡыусылар үҙ аллы дәрескә презентациялар, ижади эштәр, тест, викторина һорауҙары әҙерләп алып килә.
- уҡыусыларҙың үҙ аллы ижад итеүе, эҙләнеү-тикшеренеү эше яйға һалынды. Район, республика кимәлендәге төрлө ғилми-практик конференцияларҙа, интернет-олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша башланылар. Фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар дәрестә үҙҙәрен ышаныслы, әүҙем тоталар, грамоталы һорау бирергә өйрәнделәр, уларҙың аң даирәһе, ҡараштары киңәйҙе.
Был проектты мәктәптәге коллегаларыма тәҡдим иттем, уларҙың профессиональ һәм ижади үҫеше өсөн әҙер тәжрибә. Был проект буйынса тел уҡытыусыларының методик берекмә йыйылышында сығыш яһаным, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинарында асыҡ дәрес күрһәттем.
Дәрестәрҙә юғарыла һүҙ алып барылған материалды ҡулланыу класс эшен методик яҡтан төрлөләндерә төшә, йәш быуындың үҙ аллы фекерләүен үҫтерә, китап уҡыу теләген әүҙемләштерә, әҫәргә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәтә һәм иң мөһиме, аңлы, белемле, туған телен, тыуған ерен, илен яратҡан, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
4. Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма). - Өфө, 2008.
2. Использование методов и приемов развития критического мышления для формирования мыслительной деятельности учащихся на уроках русского языка и литературы. Из опыта работы учителя русского языка и литературы Бардацкой Н.А. 2010 г.
3.Микушева Т.А, учитель русского языка, литературы и МХК МОУ «Технологический лицей». Приемы технологии «Развитие критического мышления через чтение и письмо» на уроках литературы.
4. Сәғиҙуллина Э.Р. Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №2, 2012.
5. Халперн Д. Психология критического мышления. Издательство “Питер”, 2000.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдары
Инновацион проект "Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымдары"...
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)
Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...
«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»
ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...
Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".
Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....
Мастер - класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)
Тәнҡитле фекерләү технологияһының синквейн алымыныңдиамант төрө....
Методик тема: «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары»
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары....