Башҡорт теленән дәрес өлгө. Киҫәксә.
план-конспект урока (6 класс)

Башҡорт теленән "Киҫәксә" темаһын йомғаҡлау дәресе. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kisks_temahyn_yomgaklau.docx17.33 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Киҫәксә. Дәрес йомғаҡлау.

Маҡсат: 1) Киҫәксә темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу;

2) күнегеү текстарын дөрөҫ интонация менән уҡыу, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

3) уҡыусыларҙа ғаиләгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.
  • Хәйерле көн , уҡыусылар!
  • Кәйефтәрегеҙ нисек? Теләктәр ниндәй?
  1. Үткән дәрес материалын ҡабатлау. (слайдта тест эшләү һәм үҙ эштәрен уҡыусылар үҙҙәре тикшерәләр һәм баһалар ҡуялар)
  1. Ниндәй һүҙ төркөмө киҫәксә тип атала?

А) айырым һүҙгә һәм һөйләмгә төрлө мәғәнә биҙәге өҫтәүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө.

Б) Эш йәки хәлдең, хәрәкәттең билдәһен, уларҙың ниндәй хәлдәрҙә һәм шарттарҙа үтәлеүен белдереңсе һүҙ төркөмө.

В) Һөйләмдәге эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй торған һүҙ төркөмө.

  1. Киҫәксә ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А) Үҙ аллы һүҙ төркөмө.

Б) Ярҙамсы һүҙ төркөмө.

  1. Улар ниндәй төркөмсәләргә бүленә?

А) Төп һәм эйәлек килеште, сығанаҡ килеште, төбәү килеште талап итеүсе

Б) Көсәйтеү, раҫлау; сикләү; икеләнеү; һорау.

В) Төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу, күләм-дәрәжә, сәбәп-маҡсат.

  1. Да/дә, ҙа/ҙә, ла/лә, та/тә киҫәксәләре нисек яҙыла?

А) Һүҙгә ҡушып яҙылалар.

Б) һыҙыҡ аша яҙыла.

В) һәр ваҡыт айырым яҙыла.

Яуаптар:

  1. А
  2. Б
  3. Б
  4. в

  1. Бөгөн беҙ дәрестә киҫәксәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Уның тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлайбыҙ.

Лексик тема: Матур ғаилә - ил күрке .

  1. Күнегеүҙәр эшләү.
  • 299-сы күнегеү. 1) Тексты тасуири уҡыу. Текстан ярҙамлыҡ һүҙҙәрҙе табыу. (генә лә- киҫәксә(икеләнеү) , менән – бәйләүес, йә – теҙеү теркәүесе, һәм – теҙеү теркәүесе.)
  • Ошонан сығып уҡыусылар киҫәксәләр тураһында йомғаҡлап китәйек. Киҫәксәләрҙең ниндәй төркөмсәләре була?
  • Киҫәксәләр нисек яҙыла?
  • Ҡалын хәрефле һүҙҙең мәғәнәһен аңлатырға: күрке- матурлыҡ, төҫ биреп, биҙәп торған яҡшы сифат., Ошо сифат менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк: ауыл күрке, күңел күрке, класс күрке
  • Күрке һүҙе менән ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Дәфтәргә мәҡәлдәр уйлап яҙыу.
  • Мәҡәлдәр: Батыр егет – яу күрке, сәсән егет - дау күрке. Алмаҡ күрке – бирмәк. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк. Йөҙ күрке — һаҡал, һүҙ күрке — мәҡәл, Батыр егет — ил күрке . Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән. Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән.
    Аттың күрке ял булыр.
    Байлыҡ күрке — мал менән. Донъя күрке йәр менән. Тауҙың күрке — таш, ҡыҙҙың күрке — ҡаш.
    Туй күрке ҡунаҡ менән.
    Туйҙың күрке — уйын да көлкө.
    Егет — ил күрке, ҡыҙ — өй күрке.
    Яҡшы ир — ил күрке, яҡшы ҡатын — ир күрке.
    Егет күрке — ат-яраҡ.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке дан менән. Көрәш – һабантуй күрке.

Ер күрке – иген, егет күрке – белем.

  • Ишле ғаилә – ир күрке. Иманлы ғаилә – ил күрке. Ныҡлы ғаилә – ил күрке. Күркәм – ғаилә ил күрке. Матур ғаилә – ил күрке. Тытыу ғаилә – ил күрке. (Мәҡәлдәрҙе күсереп алыу.)

  • “Дөрөҫ, дөрөҫ түгел”. Ял минуты.
  • Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм, һеҙ-был һүҙ ғаилә темаһына ҡағылһа – сәбәкәй итәһегеҙ, икенсе темаға булһа – уң ҡулығыҙҙы күтәрәһегеҙ: мәктәп, уҡытыусы, атай, китап, ғаилә, ҡуян, олатай, урман, шәжәрә, әсәй, малай, журнал, өләсәй, ағай.
  • Ғаиләгә ҡағылышлы мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатырға.

2) Ауыл күрке булырҙай ғаиләләр? (Ауғылыбыҙҙың данлы ғаиләләре менән таныштырыу)

(балалар алып килгән фотоларҙы ҡарау һәм фото буйынса һөйләү)

  1. Ижади эш.
  • Ғаилә темаһына синквейн һәм акрошиғыр яҙыу. (Ижади эштәрҙе уҡыу)
  1. Дәресте йомғаҡлау.

- Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- Дәрестә нимәләр тураһында белдек?

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

  • Атай һәм әсәй кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

  • Беҙ йәшәгән өй кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

  • Беҙ һөйләшкән тел кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

  • Тыуған-үҫкән ил кәрәк!

Мәңге тыныс ер кәрәк!

  1. Өйгә эш.

Инша. Матур ғаилә – ил күрке.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

7 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

7а СЫЙНЫФЫНДА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...