ГМО Доклад
материал

Хузина Фәйрузә Рәфит ҡыҙы

Доклад

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sem.24.10.2019.docx30.08 КБ
Файл 00005873-98427819.pptx772.76 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:

Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу.

Бөгөн күптәр тормошон интернетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Интернет XXI быуаттың виртуаль донъяһы.  Виртуаль селтәр киң аралашыу өсөн, мәғлүмәт алыу өсөн дә файҙалы. Шуға ла  Интернетты үрмәксе ауы менән сағыштыралар. Күпме файҙалы мәғлүмәтте компьютерҙан алырға була. Заманалар үҙгәрә, замана үҙгәргән һайын тормошҡа ҡараш та, талаптар ҙа үҙгәрә.Бындай үҙгәрештәр мәктәпте лә урап үтмәй. Уҡыу системаһына яңы стандарттар инә.

1 слайд

Бөгөн һеҙгә “Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу” тигән теманы тәҡдим итәм

Компетент йүнәлеше түбәндәге ғалимдар эштәрендә сағылды: А.В. Хуторский, Л.Ф. Иванова, А.Г. Каспржак, И.А. Зимняя, Дж. Равен, В. Вестер, Р.Барнет һ.б.

     2 слайд

Проблеманың актуаллеге: башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белем сифатын күтәреү, һау-сәләмәт бала тәрбиәләү.

   3 слайд

Маҡсат: уҡытыу процессында компетент йүнәлеште тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, яңы алымдар, ысулдар, технологиялар ҡулланыу.

  4 слайд

Тикшереү предметы: уҡыусыларҙың уҡыу процессында күп яҡлы компетент йүнәлеште үҙләштереү.

(ғилми фараз):

-         белем сифатын күтәреү;

-         уҡыусының һаулығын нығытыу һәм һаҡлау;

-         үҙаллылыҡ, үҙ-үҙеңә анализ биреү, үҙ-үҙеңде баһалау кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.

Ә нимә аңлата һуң был һүҙҙәр: “комптентлыҡ”, “компетенция”, “компетент йүнәлеш”? “Компетентлы кеше ниндәй булырға тейеш?”Хәҙерге көндә был һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. “Компетентлы кеше”  тип, үҙ эшен белгән, нигеҙле фекер йөрөткән кешегә әйтәләр. Ә “компетенция”-кемгәлер яҡшы таныш булған эш йәки фән өлкәһе. Дәрестә ”компетент йүнәлеш”ҡулланыу, тимәк уҡыу процессында алған белемдәреңде практикала дөрөҫ, нигеҙле ҡулланыу белеү  тигән һүҙ.

Ә хәҙер компетент йүнәлешенең практикала ҡулланылышын ҡарап үтәйек.

 Ул 5 төп технологияға нигеҙләнә:

- модуль;

- уйын;

- проеклаштырыу;

-мультимедиа;

- интерактив.

 Йәғни , беҙ баланы уйланырға, эҙләнергә, анализларға өйрәтергә, алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәтергә тейешбеҙ. Проект ярҙамыда күп мәғлүмәтте схема, таблица, фото-рәсемдәр формаһында бирергә була. Интернет ярҙамында был эштәрҙе эшләү ауырлыҡ тыуҙырмай. Әйткәндә, Интернет башҡа уҡытыусылар менән аралашырға булышлыҡ итә, ул үҙ  йәһәтенән  уҡытыусының үҙе өҫтөндә эшләүен булышлыҡ итә. Үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы ла эҙләнергә, уйланырға, үҙҙәре башҡарған эштәрҙе анализларға өйрәтергә тейешбеҙ.

   5 слайд

”Белем тик шул саҡта белем булыр, әгәр ул ятлау юлы менән түгел, ә фекерләү нигеҙендә алынһа”,- тип яҙған Л.Н. Толстой.

Күнегеүҙәр балаларҙың телмәрен үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта.

Дәрестә компьютер технологияһын ҡулланыу эмоцияға ла йоғонто яһай,  мәғлүмәтте тулыраҡ һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Балаларҙың күрмә хәтерен нығытыуҙа ла был иң уңышлы сараларҙың береһе һанала. Мәҫәлән,  “Ҡоштар”  темаһын үткәндә ошо ысулды ҡулланырға була

6 слайд

Дәрестә  мультимедиа һәм интерактив технологияһын ҡулланыу, минеңсә, баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай: уҡыусыларҙың компьютер менән эшләү күнекмәләре нығына, ул белем алыуҙа үҙаллылыҡҡа өйрәнә, күп яҡлы информацияға эйә була, телде өйрәнеүгә ынтылышы үҫә. Интерактив таҡтала бирелгән текстағы йәки һөйләмдәге хаталарҙы төҙәтеү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе, тәржемә итеү мөмкинселеге бар. Мәҫәлән, 6-сы класта “Ҡоштар доньяһы” темаһын үткәндә ҡарап үтәйек.

  Дәресте темаға ярашлы артикуляцион күнегеүҙән башлайым.

Мәҫәлән, “Йорт ҡоштары” темаһына ошондай шиғыр юлы алам.

Урамдан килә ата- ҡаҙ,

Бәпкәләрен эйәртеп,

Уларҙы үҙе шикелле

Ҡаңғылдарға өйрәтеп.

Түбәндәге эш төрҙәре алам:

-  уҡытыусы уҡый;

-  үҙ аллы уҡыйҙар;

- аңлашылмаған һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙабыҙ, уларҙы һүҙлектән эҙләп, шиғырҙы тәржемә итәләр;

-   шатланып, илап, айыу, сысҡан һ.б  булып уҡытыу;

- Ҡ өн-хәрефенә ижектәр уҡыу, һүҙҙәр уйлау, һүҙбәйләйнештәр, һөйләмдәр төҙөү кеүек эштәр башҡарабыҙ;

-  Ҡҡ өн-хәрефен матур яҙҙырыу минуты ла үткәрәм.

Артикуляцион күнегеүҙән сығып, уҡыусылар ниндәй тема үтәсәкте билдәләйҙәр.

7 слайд

Тәржемә эше алып барам

Уҙегеҙҙе тикшерегеҙ

8 слайд

9 слайд

“Артыҡ һүҙҙе тап!”

әтәс                                    алма

ҡаҙ                                     икмәк

тауыҡ                                ҡарға

һарыҡ                         

өйрәк                                 һөт

                   Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, ребустар, кроссвордтар)

 

“Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында түбәндәге уйындар ҡулланам:

Төҫтәр” уйыны.

Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп ултыралар, мин  ниндәй төҫ икәнен әйтәм.Һатып алыусыға уҡыусылар реклама эшләргә тейештәр.( Мәҫәлән, зәңгәр –матур төҫ. Зәңгәр төҫтә һауа, йылға, күлдәк бар, …)

10 слайд

“Аҙашҡан хәрефтәр”

ЛЫҠҘЫ, ҠА, ККҮ, ШӘЛЙЕ, ААҠР, ЫҺАР, ГӘРЗӘҢ, ӨКӘРН, ЛА

11 слайд

Йомаҡтар

а) Ике туған:

Береһе – аҡ,

Икенсеһе – ҡара.

б) Ҡыҙыл төймә таптым,

Ауыҙыма ҡаптым.

в) Эсе ҡыҙыл,

Күлдәге йәшел.

г) Ҡышын да йәшел,

йәйен дә йәшел.

12 слайд

                           “Һүҙҙәр сылбыры” уйыны. Мәҫәлән,күк, ҡара, Аҡ,Ҡыҙыл,  

Хәҙер ошо һүҙҙәрҙән һәйләмдәр, төҙөйөк.

13 слайд

Башҡорт теле  дәресендә түбәндәге  ижади эш төрҙәре ҡулланам:

- Традицион булмаған дәрестәр ( дәрес-уйын, дәрес-ярыш, дәрес-лекция, дәрес-сәйәхәт, дәрес-осрашыу

-Төрлө күнегеүҙәр (уйын, башватҡыс, кроссвордтар һ.б.

- Сәнғәт ( йыр,  музыка ҡоралдары, бейеү).

- Яҙма эш ( картина буйынса инша, ижади изложениелар, иншалар…).

-  Халыҡ ижадын өйрәнеү.

-  Шәжәрә төҙөү.

-  Докладтар, сығыштар.

14 слайд

Дәрестәрҙә информацион ағым ҙур. Хәҙер башҡорт Интернет селтәрендә бик күп сайттар барлыҡҡа килде. Башҡорт йырҙары, башҡорт әҙәбиәте, фотоальбомдар, тарихи сайттарҙа уҡыусылар ҡыҙыҡһынып дәрескә кәрәкле материалдарҙы эҙләй, ҡуллана.

15 слайд

Рус мәктәбендә уҡыған балаларҙың һүҙлек байлығы ҙур түгел, ә сағыу  төҫтәге һүрәттәр, йыр, музыка, шиғыр, кроссворд, уйындар, мәҡәләләр, көләмәстәр, диалогтар башҡорт телендә төрлө темаға аралашырға, грамоталы уҡырға, яҙырға өйрәтә.

16 слайд

 Ғөмүмән, компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкиселек бирә.

     Баланың үҙ аллы  ижади эшләү һәләтен үҫтереүҙә һүҙлек эштәре һис шикһеҙ ярҙам итә. Һүҙлек эшен төрлөләндереү аша ғына баланың һүҙгә, һүҙ байлығына, мәғәнәһенә мөнәсәбәтен, иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереп була.Тимәк, уҡыусының ижади үҫешендә һүҙлектәр мөһим роль уйнай.

                                                                              Сәнғәт

            Дәрестәремдә йыш  ҡына сәнғәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәм, сөнки халыҡтың йыр  - моң мираҫы – ул бала күңелендә рух осҡондары тоҡандыра. Милли көйҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ – балаларға оло ҡыуаныс, рухи ләззәт, илһам бирә. Һәр кем йырға тартыла. Мин дә дәрестәремдә үткән темаға тап килгән йырҙар  өйрәтәм. Был эш төрө балаларҙың телде өйрәнеүҙә, уны тормошта ҡулланыуҙа ,уҡыусының ижади үҫешендә ҙур этәргес тип уйлайым.Уҡыу йылы башланыу менән 7-се кластың 4-се битендә М.Кәримдең Уҡытыусыма тигән шиғыр юлдары бар. Был йырҙы йырлап күһәтәм. “Беҙҙең ил, Туған яҡ ” йырын өйрәтәбеҙ. Был йыр тыуған илгә, телгә һөйөү хисе тәрбиәләй, халыҡҡа ихтирам хисе тәрбиәләй.

йырҙы өйрәтеү үҙе бер ҙур эш талап итә: йырҙың һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү, тәржемә итеү,темаһын аңлау, тасуири уҡыу һ.б.

 Яҙма эш.

Телдең үҙе кеүек, яҙма телмәр ҙә кешелек йәмғиәтендә аралашыу – коммуникация функцияһын үтәй.

Тел арлашыу процессында камиллашҡан кеүек, яҙма телмәр ҙә күнегеүҙәр ваҡытында камиллаша, шымара.

                                                       Ижади характерҙағы эштәр.

 Кешегә телде өйрәнеүҙең эҙмә-эҙлекле этаптары тәбиғәттән һалынған. Яңы тыуған бала иң тәүҙә ишетә, һуңынан аңлай, ә аҙаҡ һөйләшә башлай.

Башҡорт теле дәресендә ижади характерҙағы күп яҙма эштәр башҡарыла. Улар, ярҙамсы эш төрҙәре булараҡ , яҙма телмәрҙе камиллаштыра, уҡыусының ижади фекерләүен, хыялын, фантазияһын эшкә егә, үҙ фекерен һәм эшен һөйләп бирергә өйрәтә.

Дәрестә яҙма телмәр үҫтереүгә түбәндәге эштәр булышлыҡ итә:

-  йомаҡ уйлап табыу;

-  хат яҙыу;

-  шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр ижад итеү;

-  уҡыған әҫәргә тура килгән мәҡәлдәр табып яҙыу;

-  ҡотлау яҙыу;

Уҡытыусы ҡысҡырып уҡығандан һуң, балалар үҙ аллы уҡыйҙар.

17 слайд

     Таҡтаға аҙашҡан шиғыр юлдары яҙам.Уҡыусылар дөрөҫ итеп төҙәтергә тейеш.

“Ҡурҡаҡ ҡуян”,-тип

Кәрәк икән, мин

Әйтәләр юҡҡа

Керемен утҡа.

Был эш төрө уҡыусыларҙы дөрөҫ, грамоталы яҙырға өйрәтә.

18 слайд

Шуның өсөн бөгөнгө уҡытыусыға алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеп, яңы технологиялар ҡулланып, уны көндәлек эштә файҙаланып, профессиональ яҡтан үҫешеп, ата – әсәләр менән яҡында булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә, матур күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин. Ә тырышып эшләү, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.Тик арымай-талмай, ҡанатланып, илһамланып, ең һыҙғанып эшләргә генә кәрәк

 Минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурысы: һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

19 слайд


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу Фәйрүзә Рәфит ҡыҙы

Слайд 2

башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу ; белем сифатын күтәреү ; һау-сәләмәт бала тәрбиәләү . Проблеманың актуаллеге :

Слайд 3

уҡытыу процессында компетент йүнәлеште тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу ; яңы алымдар , ысулдар , технологиялар ҡулланыу . Маҡсат :

Слайд 4

уҡыусыларҙың уҡыу процессында күп яҡлы компетент йүнәлеште үҙләштереүе . Тикшереү предметы:

Слайд 5

”Белем тик шул саҡта белем булыр, әгәр ул ятлау юлы менән түгел, ә фекерләү нигеҙендә алынһа”,- тип яҙған Л.Н. Толстой.

Слайд 6

Урамдан килә ата- ҡаҙ, Бәпкәләрен эйәртеп, Уларҙы үҙе шикелле Ҡаңғылдарға өйрәтеп.

Слайд 7

Тәржемә эше

Слайд 8

Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ

Слайд 9

“ Артыҡ һүҙҙе тап !” әтәс алма ҡаҙ икмәк тауыҡ ҡарға һарыҡ өйрәк һөт

Слайд 10

“Аҙашҡан хәрефтәр” ЛЫҠҘЫ, ҠА, ККҮ, ШӘЛЙЕ, ААҠР, ЫҺАР, ГӘРЗӘҢ, ӨКӘРН, ЛА

Слайд 11

Йомаҡтар а) Ике туған: Береһе – аҡ, Икенсеһе – ҡара. б) Ҡыҙыл төймә таптым, Ауыҙыма ҡаптым. в) Эсе ҡыҙыл, Күлдәге йәшел. г) Ҡышын да йәшел, йәйен дә йәшел.

Слайд 12

“Һүҙҙәр сылбыры” уйыны. К үк , ҡара, аҡ,ҡыҙыл...

Слайд 17

“ Ҡурҡаҡ ҡуян ”,-тип Кәрәк икән , мин Әйтәләр юҡҡа Керемен утҡа .

Слайд 18

Уҡытыусыға алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеп, яңы технологиялар ҡулланып, уны көндәлек эштә файҙаланып, профессиональ яҡтан үҫешеп, ата – әсәләр менән яҡында булып ҡына яҡшы һөҙөмтәләргә, матур күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин.

Слайд 19

Иғтибарығыз өсөн ҙур рәхмәт !!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад:"Эффективность учебного занятия-стимул к успеху педагога и обучающегося" Доклад:" Профессиональная компетенция педагога в дополнительном образовании"

Млтивация ребенка на освоение нового для себя и интересного вида деятельности.Профессионально компетентным можно назвать педагога доп. образования, который на достаточно высоком уровне осуществляет пе...

Доклад к педсовету от 27 марта 2013 г. Тема доклада: «Формирование продуктивных компетенций через участие учащихся в кружковой деятельности».

Развитие творческих способностей  детей является неотъемлемой частью образовательного процесса, который включает в себя не...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...

Доклад "ФОРМИРОВАНИЕ ИНФОРМАЦИОННО-КОММУНИКАТИВНОЙ КУЛЬТУРЫ ПЕДАГОГА." и презентация к докладу.

Аннотация:В данной работе рассматривается вопрос формирования и повышения информационно–коммуникационной культуры педагога современной школы. «Все течет – все изменяется», - говорили древние. Эт...