Хузина Фәйрузә Рәфит ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

Аҙ булһа ла, күптәй күр. Эш беләктә түгел, йөрәктә. Эш бөтмәй, йән тынмай.

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Тыуған яғымдың тарихын өйрәнеү

Увлечения: Гөлдәр үҫтереү,йыр-бейеүгә ғашиҡ кешемен.

Регион: Республика Башкортостан

Место работы: МОАУ СОШ №12

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/huzhina-fyruz-rfit-kyzy
Ә минеңсә, бәхет бит ул, дуҫтар, Уны эҙләп таба белеүҙә. Йәшәүеңдең йәмен-тәмен тойоп, Бәрәкәтле ғүмер итеүҙә. Һинең өсөн ата һәр тыуар таң, Ҡояш сыға һинең бәхеттән. Бәхет һинең үҙең менән йөрөй, Һин донъяға килгән миҙгелдән.

   Һаумыһығыҙ хөрмәтле коллегаларым һәм сайтымдың ҡунаҡтары! Һеҙҙе яңы асылған битемдә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Рәхим итегеҙ!

О себе

Мин - Хузина Фәйрүзә Рәфит ҡыҙы булам. Тәтешле районы Ҡоҙаш ауылында тыуғанмын. Тыуған төйәгемдең илаһи тәбиғәте күңелемдә ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөү  уятты..

   Эш тәжрибәм 4 йыл.

  Уҡытыусы булыу- бала саҡ хыялым.  Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Башҡорт теле дәресендә Филүзә Сәғәдәт ҡыҙы мине гел маҡтай  – “ Бына Фәйрүзә матур һөйләшә, йомшаҡ телле” - тип, минән шиғырҙар, текстар уҡыта торғайны . Мәктәптән ҡайтып күрше ҡыҙҙарҙа уҡытыусы уйнай торғайныҡ.

  Уҡытыусы һәр яҡтан балаларға өлгө булырға тейеш. Балалар менән эшләүе бөгөнгө көндә  бик еңел түгел. Уларҙың һәр береһен яратырға, ишетергә, аңларға, ҡай саҡ улар телендә һөйләшергә, үҙеңде уларға бағышларға тейешһең.  Мәктәп – минең өсөн икенсе өйөм, илһам шишмәһе.

  Педагогик эшемдең төп маҡсаты: балаларҙа телебеҙгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм милли рух тәрбиәләү.

  Минең уйлауымса- ҡатын ҡыҙ бәхете өс нимәнән тора; ғаилә (ир, балалар, ата-әсәйҙәр) таҙалыҡ (бөтәһенеңдә һау-сәләмәт булыуы) эш (яратып эшләгән эшең) Аллаға шөкөр,бөгөнгө көндә мин бәхетле ҡатындарҙың береһе.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

 Ә.Атнабаевтың шиғырҙарын уҡырға яратам.“Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ кил­тереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә”, – тип яҙып ҡалдырған оло ғалим, яҙыусы һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов.

Мой взгляд на мир

   Мин Нияз Аҡмал шиғыры аша донъяға үҙемдең фәлсәфәү ҡарашымды белдерәм.                          

   Мөхәббәттең таңы - гел былбыллы,

Мөхәббәттең төнө - гел айлы...

Тыуған ер һәм һөйгән йәр 

Минең илһамым шишмәһе 
Тыуған еремдә, 
Минең илһамым шишмәһе 
Һөйгән йәремдә. 

Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ — 
Телһеҙ, мин етем. 
Тыуған ерем, һейгән йәрем, 
Тик һеҙ — бәхетем. 

Ауыр саҡта — йөрәгемдә 
Ер көсөн тоям, 
Йә йәремдең күкрәгенә 
Башымды ҡуям, — 
Мөхәббәтем һәм нәфрәтем 
Һаҡланып ҡала, 
Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар 
Тапалып ҡала. 

Эшләргә лә, йәшәргә лә 
Хаҡым бар минең — 
Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй 
Халҡым бар минең!

Р. Ғарипов

Моё портфолио

  Уҡытыусы заман менән бергә атларға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтылырға тейеш.

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио:
Мои альбомы