З. Биишева
методическая разработка
Предварительный просмотр:
КЛАСТАН ТЫШ УҠЫУ ДӘРЕСЕ
Ғүмәрова Г.Ә.,
Учалы ҡалаһының
1-се башҡорт лицейы
З. Биишева. “Дуҫ булайыҡ”
(6-сы класс өсөн кластан тыш уҡыу дәресе өлгөһө)
Уҡытыусы эшмәкәрлегенең маҡсаты : үтелгәндәргә таянып, дуҫлыҡ
төшөнсәһе, уны яҡлау,һаҡлау, мәғәнәле йәшәү өсөн дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттарҙы үҫтереү кәрәклеген уҡыусыларға төшөндөрөү;
Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының ижады менән ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Дәрес тибы: бәйләнешле һөйләм үҫтереү дәресе.
Көтөлгән шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре:
Шәхси үҫеш кимәле: белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу; ижади эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү; телмәр мәҙәниәтен камиллаштырырыуға
ынтылышты үҫтереү.
Метапредмет кимәле: башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында белемде
тулыландырыу; төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү, алған
белемде системалаштырыу; башҡаларҙы тыңлау, үҙ фекереңде яҡлай белеү;
үҙ-үҙеңә баһа биреүҙе тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.
Предмет үҙләштереү кимәле: тасуири, етеҙ, шыма уҡыуға өлгәшеү; текст, китап менән эш итеү алымдарын өйрәнеүҙе дауам итеү, кәрәкле материал туплау;
бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Тема | Кластан тыш уҡыу.З. Биишева. “Дуҫ булайыҡ” |
Маҡсат | Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе менән таныштырыу; художестволы әҫәрҙе анализларға өйрәтеү; әңгәмә ваҡытында үҙ фекереңде аныҡ әйтә һәм яҡлай белергә өйрәтеү; юғары әхлаҡ сифаттары, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. |
Планлаштырыл | Әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, мәғәнәле йәшәү өсөн дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттарҙы үҫтереү, үҙ телеңде һәм илеңде |
Предмет-ара | География фәне менән бәйләү |
Ресурстар: - төп - өҫтәмә | Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. 6-сы класс өсөн дәреслек |
Эште ойоштороу | Фронталь, индивидуаль эшләү. |
Үткәреү | Һәр этаптың өйрәтеү | Уҡыусылар эшмәкәрлеге |
I этап. | I этап. Ойоштороу. 1-се слайд -Бер-беребеҙҙе сәләмләп китәйек! -Әңгәмәләшкәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк! 2-се слайд | I этап. Ойоштороу. -Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Мин сәләмәт, мин матур, Салауат кеүек батыр! 1. Иғтибар менән тыңла! 3. Яуаптарың тулы булһын! 4. Кеше фекерен ҡабатлама, үҙ |
II этап. | II этап. Актуалләштереү 3 -сө слайд -Таҡтала бирелгән һөйләмдәрҙе ҡарағыҙ, ниндәй һүҙҙәр төшөп ҡалған. | II этап. Актуалләштереү 1.Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ ... булһын. 2.Кейемдең яңыһы, ... иҫкеһы яҡшы. Балалар яуап бирә, дөрөҫ, тасуири уҡыу күнегеүҙәре (Шәхси, рефлексив, универсаль |
III этап. | III этап. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
| III этап. Уҡыу мәсьәләһе 1.– Дөрөҫ, балалар. З. Б иишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәрен каникулда уҡып сыҡтығыҙ 4 -се слайд 2. Бер уҡыусы З. Биишеваның 3.Үтелгәндәргә таянып уҡыусылар 5-се слайд а) Уҡыусылар телдән |
IV этап. Әҫәрҙе Маҡсат: | IV этап. Әҫәрҙе аңлауҙарын тикшереү. Әҫәргә анализ яһау. -50-се йылдар уртаһында донъя күргән “Дуҫ булайыҡ” повесы менән яҙыусы үҙен башҡорт балалар әҙәбиәтенең күренекле оҫтаһы итеп танытты. -Повесть ниндәй ваҡиғалар менән башланып китә? - Беренсе кис Юлдаш туғандары менән ултырғанда башҡорт халҡының ниндәй күркәм йолаһы тураһында әйтелеп китә? Таҡтала яҙылғанды хор менән уҡып сығайыҡ.
8-се слайд – Таҡтаға иғтибар итегеҙ, был фотоларға тап килгән урындарҙы табып уҡығыҙ
а) тышҡы ҡиәфәттәре тураһында нимә әйтә алабыҙ? б) холоҡ-фиғелдәре тураһ. - Ҡыҙырас тураһында ауылдағы өлкәндәр ниндәй фекерҙә? -Ни өсөн Юлдаш уға “турғай” тигән ҡушамат бирә? -Ә Юлдаштың холҡо тураһында әсәһе ниндәй һүҙҙәр әйтә? - Уның холҡона тағы ниндәй эпитеттар тура килә? -Уртаташта балыҡ тотҡанда, дауыл мәлендә, малайҙарҙың ниндәй сифаттары асыла? в) проблемалы һорауҙар. - Ҡыҙырас йәй көнө ни өсөн Юлдашҡа “отличникмын” ти? -Уның тырышып уҡымауының сәбәптрәре нимәлә була? -Ниндәй ваҡиғаларҙан һуң ул алдынғылар рәтендә булырға маҡсат ҡуя ул? -Әҫәр ниндәй күңелле ваҡиға менән тамалана? -Ҡыҙырас менән Ғариф уйлап табырға теләгән ҒШЭ- ғәжәп шәп эште- Юлдаш нисек аңлата? | IV этап. Әҫәрҙе 6-сы слайд Уҡыусылар яуаптарынан һуң тулы яуап күрһәтелә: “...Бала-сағаның ололар һүҙенә тығылыуы әҙәпһеҙлек һанала, ә тыңлап ултырырға рөхсәт ителә ине. Ололар һүҙгә нисек кенә мауыҡмаһындар, бер ҡасан да үҙ яндарында бала-саға, йәштәр барын онотмайҙар, һәр һүҙҙе улар ҡыҙыҡһынырлыҡ, өлгө алырлыҡ итеп һөйләргә тырышалар ине” 7-се слайд -“...Һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме йәки йырлайһыңмы, көрәшәһеңме, ни генә эшләһәң дә, уны бына ошо Хәсән, Сәлмән бабайҙар, Хәмит ағайҙар шикелле бөтә йәнең-йөрәгең менән бирелеп башҡар. Шул саҡта ғына ул һинең үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерер. Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ” Уҡыусылар яуаптарынан һуң тағы һығымта эшләү. -“...Талҡаҫ -гүзәл, төбөнә хәтле үтә күренмәле күл. Ул Ирәндектең ҡеүәтле ҡуйынына һыйынып, тынып ята...” (Танып-белеү уҡыу эшмәкәрлеген 10-сы слайд Уҡыусылар яуаптары Уҡыусылар яуап биреп бөткәс 11-се слайд асыла Яуаптар: Ҡыҙырас ниндәй яғымлы, үпкә-бауырыңа инеп бара, яратмаҫ ерҙән яраттыра... -Сөнки күҙҙәре бәләкәс һәм йүгеректәр. Йөрөгәндә лә ырғып осоп ҡына йөрөй. Турғай булып сипылдай белә. - Эй, был тиклем атайыңа оҡшап, өнһөҙ-һүҙһеҙ булырһың икән?! - Баҫалҡы, аҡыллы, ғәрсел, түҙемле, ғорур, тәртипле, тоғро ысын дуҫ. Яҡынса яуаптар: -алдашырға ярата, уйламай һөйләй, күптән һәйбәт, шәп малай булғыһы килә... - ихтыяр көсө етмә; һәр һүҙен тыңлап йөрөгән Ғариф менән дуҫлыҡ ҡамасаулай; атаһының тик эшкә мауығып, малайына иғтибары етмәүе... - Юлдаштың өлгөһө, иптәштәре алдында уны фашламауы; класс етәксеһе һәм вожатый Юлай ағайҙың иғтибарлы булыуы, Бөйөк Октябрь байрамын намыҫлы эш менән ҡаршыларға өндәүҙәре һ.б. -Малайҙарҙың дуҫлашыуы менән тамамлана. - Ул дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк. Кеше ошоларҙан ситкә тайпылмаһа, донъяла бөтә теләгәнен эшләй ала.Уның йәшәүе мәғәнәле, бәхетле була |
V этап. Йомғаҡлау | -Бөгөнгө һөйләшеүҙән ниндәй һығымталар эшләнегеҙ? З.Биишева ни өсөн “Дуҫ булайыҡ” тип атаған икән? | -Юлдаш һоҡланғыс образдарҙың береһе. Тормошта ошондай дуҫың булыуы оло бәхет. Ә Ҡыҙыраста булған булған кире сифаттар күптәрҙә була. Тик һәр кеше үҙ холҡондағы насар ғәҙәттәрҙе танып, ваҡытында хатаһын төҙәтергә ынтылырға тейеш. |
VI этап. Баһалар ҡуйыу |
|
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Әңгәмәләшкәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға? 1 . Иғтибар менән тыңла! 2. Тәүҙә ни әйтереңде эстән уйла! 3. Яуаптарың тулы булһын! 4. Кеше фекерен ҡабатлама, үҙ фекереңде әйт!
1.Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ ... булһын. 2.Кейемдең яңыһы, ... иҫкеһы яҡшы.
“Дуҫ булайыҡ” повесы
1908 - ... 1929 -... 1930 -... 1968 -... 1990 -...
“Бала-сағаның ололар һүҙенә тығылыуы әҙәпһеҙлек һанала, ә тыңлап ултырырға рөхсәт ителә ине. Ололар һүҙгә нисек кенә мауыҡмаһындар, бер ҡасан да үҙ яндарында бала-саға, йәштәр барын онотмайҙар, һәр һүҙҙе улар ҡыҙыҡһынырлыҡ, өлгө алырлыҡ итеп һөйләргә тырышалар ине”
“...Һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме йәки йырлайһыңмы, көрәшәһеңме, ни генә эшләһәң дә, уны бына ошо Хәсән, Сәлмән бабайҙар, Хәмит ағайҙар шикелле бөтә йәнең-йөрәгең менән бирелеп башҡар. Шул саҡта ғына ул һинең үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерер. Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ”
Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл . Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан .
Үҙҙәрен шундай көләс, наҙлы йымылдап саҡырып алып та аҙаҡтан йота яҙған мәкерле күл өҫтөнә текләп тынып ҡалдылар.Көслө ел Талҡаҫ өҫтөнә тәгәрәп төшә лә күлдең аҫтын-өҫкә әйләндерә. Бер-бер ярым метр тулҡындар, ел өргән һайын, үкереп, шаулап ярҙарға килеп бәрелә. Күл өҫтө аҡ күбек сәсеп шаулай, геүләй ине.
Төп геройҙарға ҡылыҡһырлама! Батыров Ҡыҙырас Ғәли улы Бәләкәй генә йыуантыҡ буйлы, терпенең арҡаһы шикелле тырпайып торған ҡара сәсле, муйыл кеүек сөм-ҡара күҙле, һоро һипкелле йомро битле... Әлимов Юлдаш Буранбай улы Буйға бер башҡа бейегерәк, оҙонса яңаҡлы, көмөрөрәк ҡырлы танаулы, ҡарлуғас ҡанаттары шикелле ҡуйы ҡара ҡашлы, бүлтәйеберәк торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл иренле, тулҡынланып торған ҡуңыр сәсле, баҫалҡы ҡарашлы малай, яурындары киң...
ҒШЭ (ғәжәп шәп эш) – ул дуҫлыҡ, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк. Кеше ошоларҙан ситкә тайпылмаһа, донъяла бөтә теләгәнен эшләй ала.Уның йәшәүе мәғәнәле, бәхетле була.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Зайнаб Биишева
Зайнаб Биишева...
Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой
Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...
разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "
Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...
план конспекта урока"Башкортостан.Кугарчинский район.З.Биишева"
План урока по теме "Башкортостан". Повторение темы "Прилагательное".Краткое-путешествие по Кугарчинскому району, знакомство с выдающими людьми района....
внеклассное мероприятие "Юный эрудит" по произведениям З.Биишевой"
внеклассное мероприятие по произведениям З.Биишевой.Вопросы,викторина, кроссворд составлены по ее произведениям....
Современный урок по творчеству З. Биишевой.
Урок посвящен творчеству З. Биишевой. В следующем году мы отмечаем 105-летний юбилей народной писательницы. Сценарий урока состоит из предметной и метапредметной тем. На урок приглашаются психолог и с...
Зайнаб Биишева.Певица красоты и света
Мероприятие для учащихся среднего и старшего звена. Посвящается юбилею известной башкирской писательницы З.Биишевой.Учащиеся в ходе мероприятия более тестнее знакомятся с жизнью и творчеством народной...